Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

44-СЕ БҮЛЕК

Алланы яратҡан кешеләр менән дуҫлаш

Алланы яратҡан кешеләр менән дуҫлаш

БЕРГӘ ваҡыт үткәрергә һәм аралашырға яратҡан кешеләрҙе дуҫтар тип атайҙар. Әммә дуҫтарҙы һайлай белергә кәрәк. Һин нисек уйлайһың, беҙҙең иң яҡшы дуҫыбыҙ кем? ~ Эйе, Йәһүә Алла.

Әммә беҙ ысынлап та Алланың дуҫы була алабыҙмы? ~ Изге Яҙмала, боронғо заманда Ибраһим исемле кеше «Алланың дуҫы» булған, тип әйтелә (Яҡуб 2:23). Беләһеңме, ни өсөн? ~ Ибраһим Алланы тыңлаған. Ул хатта Алла ҡушҡан эш ауыр булғанда ла уны тыңлаған. Тимәк, Алланың дуҫы булыр өсөн, Ибраһим һәм Бөйөк Остаз кеүек, Йәһүәне шатландырырға кәрәк (Башланмыш 22:1—14; Яхъя 8:28, 29; Еврейҙарға 11:8, 17—19).

Ни өсөн Ибраһим «Алланың дуҫы» тип аталған?

Ғайса илселәренә: «Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ — Минең дуҫтарым», — тигән (Яхъя 15:14). Ғайсаның өйрәткәндәре Йәһүә Алланан килгән. Тимәк, Ғайса, кем Алланы тыңлай — шул минең дуҫым була ала, тип әйтергә теләгән. Эйе, Ғайса Алланы яратҡан кешеләр менән генә дуҫлашҡан.

Бөйөк Остаздың илселәре уның яҡын дуҫтары булған. Уларҙы һин был китаптың 75-се битендәге һүрәттә күрә алаһың. Илселәре, Ғайсаға вәғәз эшендә ярҙам итеп, уның менән бергә йөрөгән. Күп ваҡытын Ғайса илселәре менән үткәргән. Улар бергә ашаған, Алла тураһында һөйләшкән һәм башҡа эштәр эшләгән. Әммә Ғайсаның башҡа дуҫтары ла күп булған. Юл ыңғайында ул шул дуҫтарына инеп йөрөгән, һәм улар файҙалы итеп бергә ваҡыт үткәргән.

Шундай бер ғаилә Иерусалим янындағы Вифания тигән ауылда йәшәгән. Ул ғаиләлә кемдәр булғанын хәтерләйһеңме? ~ Уларҙың исемдәре — Марфа, Мәрйәм һәм Лазарь. Ғайса Лазарҙы дуҫым тип атаған (Яхъя 11:1, 5, 11). Ғайса был ғаиләне яратҡан, һәм уға уларҙа ҡунаҡ булыу оҡшаған, сөнки улар Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән.

Ни өсөн Ғайса Иерусалимға барышлай ошо ғаиләлә йыш ҡына туҡталған? Уларҙың исемдәрен хәтерләйһеңме?

Әммә был Ғайса Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләргә игелекле булмаған тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, ул уларға ҡунаҡҡа барған, улар менән бергә ашаған. Шуның арҡаһында хатта ҡайһы берәүҙәр Ғайсаны «һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы» тип атаған (Матфей 11:19). Ләкин Ғайсаның шул кешеләргә барыуы, Бөйөк Остаз уларҙың тормош рәүешен хуплаған тигәнде аңлатмай. Ул уларға Йәһүә хаҡында һөйләргә теләгән. Ул шундай кешеләргә, насар эштәрен ҡалдырып, Алланың хеҙмәтселәре булып китергә ярҙам итергә тырышҡан.

Ни өсөн Закхей ағасҡа менеп ултырған?

Бер көндө Иерихон ҡалаһы янында бына нимә булған. Ғайса Иерихон аша Иерусалимға үтеп барғанда уға күп кеше эйәргән. Улар араһында Закхей ҙа булған. Уның Ғайсаны бик күргеһе килгән. Буйға бәләкәй булыуы арҡаһында Закхей халыҡ араһындағы Ғайсаны күрә алмаған. Шуға күрә ул алғараҡ йүгергән дә ағасҡа менеп ултырған. Юғарынан ул юлдан үтәсәк Ғайсаны күрергә өмөтләнгән.

Ағас янына еткәс, Ғайса, юғарыға ҡарап, Закхейға: «Төш тиҙерәк, мин бөгөн һиңә ҡунаҡҡа барам», — тигән. Ә бит Закхей башҡаларҙы алдап байыған кеше булған. Улайһа, ни өсөн Ғайса ундай кешегә барырға йыйынған? ~

Ғайсаға, әлбиттә, Закхейҙың тормош рәүеше оҡшамаған. Ул Закхей менән Алла тураһында һөйләшергә теләгән. Ғайса, Закхейҙың үҙен күрергә бик теләгәнен аңлап, был кеше, бәлки, мине тыңлар, тип уйлаған. Алланың кешеләрҙән нимә талап иткәне хаҡында һөйләр өсөн, был бик яҡшы мөмкинлек булған.

Ғайса ни өсөн Закхейға килгән, һәм Закхей нимә эшләргә вәғәҙә иткән?

Был осрашыу ниндәй файҙа биргән? ~ Закхейға Ғайсаның өйрәткәндәре бик оҡшаған. Ул кешеләрҙе алдағанына бик үкенгән һәм алдап йыйған аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә биргән. Һуңыраҡ ул Ғайсаның шәкерте булып киткән. Шунан һуң ғына Ғайса уны үҙенең дуҫы иткән (Лука 19:1—10).

Беҙ Бөйөк Остаздан өйрәнһәк, дуҫтарыбыҙ булмаған кешеләргә лә барырбыҙмы? ~ Эйе, барырбыҙ. Әммә уларҙың тормош рәүешен хуплағанға күрә түгел. Шулай уҡ беҙ улар кеүек насар эштәр эшләмәҫбеҙ. Беҙ улар менән Алла тураһында һөйләшергә теләйбеҙ, шуның өсөн уларға барабыҙ.

Кемдәр менән ваҡыт үткәреү беҙгә айырыуса оҡшай, шулар беҙҙең яҡын дуҫтар. Алла хуплаған кешеләр генә ысын мәғәнәлә яҡшы дуҫ була ала. Ҡайһы бер кешеләр хатта Йәһүәнең кем икәнен дә белмәй. Ләкин улар Алла тураһында белергә теләһә, беҙ уларға шатланып ярҙам итә алабыҙ. Улар ҙа, беҙҙең кеүек, Йәһүәне ысын күңелдән ярата башлағас, беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ булып китә алыр.

Яҡшы дуҫ һайлағанда, тағы бер нәмәгә иғтибар итеү мөһим. Уның эшләгән эштәренә ҡарарға кәрәк. Ул башҡаларҙан көлөр өсөн этлек эшләп йөрөмәйме? Был бит яҡшы түгел, шулаймы? ~ Ул үҙ башына бәлә эҙләп йөрөмәйме? Әммә беҙ уның менән бергә бәләгә эләгергә теләмәйбеҙ, шулай бит? ~ Ә, бәлки, ул насар эштәр ҡыла һәм, мине бер кем дә күрмәй, эләктерә алмай, тип маҡтаналыр? Әммә ул тотолмаһа ла, барыһын да Алла күреп тора, шулаймы? ~ Нисек уйлайһың, ундай кеше һиңә яҡшы дуҫ булырмы? ~

Әйҙә, Изге Яҙманы асайыҡ. Унда беҙ дуҫтарыбыҙ беҙгә нисек тәьҫир итә икәнен күрербеҙ. Беренсе Коринфтарға 15-се бүлектең 33-сө шиғырын уҡыйыҡ. Таптыңмы? ~ Бында: «Аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа», — тиелгән. Был шуны аңлата: беҙ насар кешеләр менән йөрөһәк, үҙебеҙ ҙә насар булып китергә мөмкин. Һәм, киреһенсә, яҡшы аралашыу файҙалы ғәҙәттәрҙе үҫтерергә ярҙам итә.

Әйҙә, беҙҙең өсөн иң мөһиме Йәһүә икәнен бер ҡасан да онотмайыҡ. Беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға теләмәйбеҙ, шулай бит? ~ Шуға күрә беҙгә Йәһүәне яратҡан кешеләр менән генә дуҫлашырға кәрәк.

Дуҫтарҙы дөрөҫ һайлау ни өсөн мөһим икәнен түбәндәге шиғырҙарҙан күреп була: Зәбур 119:115; Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20; 2 Тимофейға 2:22 һәм 1 Яхъя 2:15.