Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

46-СЫ БҮЛЕК

Донъяны яңынан һыу баҫырмы?

Донъяны яңынан һыу баҫырмы?

ҺИН берәй ҡасан, донъя бөтә, тип ишеткәнең бармы? ~ Был турала бөгөн күп кеше һөйләй. Ҡайһы берәүҙәр, һуғыш сығып китеп, унда кешеләр ядро ҡоралын ҡулланһа, донъя һәләк буласаҡ, тип уйлай. Ә һин нисек уйлайһың, Алла беҙҙең матур планетабыҙҙы юҡ итерме? ~

Белеүебеҙсә, Изге Яҙмала донъяның юҡ ителеүе хаҡында әйтелә. Унда: «Донъя... үтеп китә», — тип яҙылған (1 Яхъя 2:17). Был ерҙең һәләк булыуын аңлатамы? ~ Юҡ, сөнки Изге Яҙмала, Алла ерҙе «кешеләр йәшәһен өсөн» барлыҡҡа килтергән, тиелә. Эйе, Алланың ниәте буйынса кешеләр ерҙә шатланып йәшәргә тейеш (Ишағыя 45:18). Зәбур 37:29-ҙа былай тип яҙылған: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк». Шуға күрә Изге Яҙмала, ер мәңге торасаҡ, тип әйтелә лә (Зәбур 104:5; Вәғәзсе 1:4).

Донъяның юҡ ителеүе ерҙең һәләк ителеүен аңлатмай икән, ул саҡта был һүҙҙәрҙе нисек аңларға? ~ Яуап табыр өсөн, Нух көндәрендә булған ваҡиғаларҙы тикшереп сығайыҡ. Изге Яҙмала беҙ бындай һүҙҙәр уҡыйбыҙ: «Элекке донъя... туфан һыуына батырылып һәләк ителгән» (2 Петр 3:6).

Нух көндәрендә, Алла, Туфан ебәреп, донъяны һәләк иткән саҡта, берәйһе тере ҡалғанмы? ~ Изге Яҙмала: «Алла... бары тик һигеҙ кешене, шул иҫәптән тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән», — тип әйтелә (2 Петр 2:5).

Нух көндәрендә ниндәй донъя һәләк ителгән?

Шулай итеп, ниндәй донъя һәләк ителгән һуң? Ер һәләк ителгәнме, әллә насар кешеләрме? ~ Изге Яҙмала, «аллаһыҙҙар» юҡ ителгән, тип яҙылған. Иғтибар ит, Нух «вәғәзләгән», тип әйтелә. Ул нимә тураһында вәғәзләгән? ~ Нух кешеләрҙе ул ваҡыттағы донъяның һәләк ителәсәге хаҡында киҫәткән.

Ғайса кешеләрҙең Туфан килгәнгә тиклем нимә эшләгәндәре хаҡында һөйләгән. Бына уның һүҙҙәре: «Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған». Ғайса, был донъяның ахырында ла кешеләр үҙҙәрен тап шулай тотасаҡ, тип аңлатҡан (Матфей 24:37—39).

Ғайсаның һүҙҙәренә иғтибар итеп, Туфанға тиклем йәшәгән кешеләрҙең эшләгән эштәре хаҡында уйланып, беҙ күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Әйҙә, был китаптың 10-сы бүлеген иҫкә төшөрәйек. Хәтерләйһеңме, Туфанға тиклем кешеләр ниндәй булған? ~ Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡанһыҙ булған һәм кешеләрҙе йәберләгән. Ә башҡалары иһә, Ғайса әйткәнсә, Алланың Нух аша әйткән һүҙҙәрен тыңламаған.

Һәм бына бер көндө Йәһүә Нухҡа, ергә Туфан ебәреп, насар кешеләрҙе һәләк итәсәкмен, тигән. Туфан ваҡытында һыу шул тиклем күп буласаҡ, ул бөтә ерҙе баҫасаҡ, хатта тау түбәләре лә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Алла Нухҡа ҙур карап төҙөргә ҡушҡан. 238-се биттәге һүрәткә ҡараһаң, уның ҙур, оҙон йәшниккә оҡшаш булғанын күрә алаһың.

Алла Нухҡа төҙөргә ҡушҡан карап етерлек дәрәжәлә ҙур булырға, ғаиләһе менән Нухты һәм күп һандағы хайуандарҙы һыйҙырырға тейеш булған. Шуға күрә Нухҡа ғаиләһе менән күп көс һалырға тура килгән. Улар бейек ағастарҙы ҡырҡҡан һәм шул бүрәнәләрҙән карап төҙөгән. Карапты төҙөп бөтөрөр өсөн бик күп йылдар киткән, сөнки ул бигерәк ҙур булған.

Хәтерләйһеңме, карапты төҙөгән йылдарҙа Нух тағы нимә менән шөғөлләнгән? ~ Ул кешеләрҙе етеп килгән Туфан тураһында иҫкәртеп вәғәзләгән. Уны берәйһе тыңлағанмы? Ғаиләһенән башҡа бер кем дә тыңламаған. Башҡа кешеләр тик үҙ эштәре менән генә булышҡан. Ғайса улар тураһында нимә әйткән, хәтерләйһеңме? ~ Шул кешеләр ашағандар, эскәндәр, кейәүгә сыҡҡандар һәм өйләнгәндәр. Улар үҙҙәрен насар кеше тип һанамаған һәм Нухты тыңлар өсөн ваҡыт тапмаған. Әйҙә, улар менән нимә булғанын беләйек.

Нух менән ғаиләһе карапҡа инеү менән, Йәһүә үҙе улар артынан ишекте япҡан. Карапҡа инмәй ҡалғандар Туфан киләсәгенә һаман да ышанмаған. Әммә көтмәгәндә күктән ямғыр яуа башлаған! Был ябай ғына ямғыр булмаған. Ул биҙрәнән ҡойған кеүек яуған. Тиҙҙән һыу ташҡындарға әйләнгән һәм, ҡотороноп, юлындағы бөтә нәмәне ағыҙып алып киткән. Һыуҙар ҙур ағастарҙы ауҙарған, ҙур-ҙур таштарҙы ваҡ таштарҙы тәгәрәткән кеүек тәгәрәткән. Ә карапҡа инмәй ҡалған кешеләр менән нимә булған? ~ Ғайса: «Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткән», — тигән. Эйе, карапҡа инмәгән кешеләрҙең барыһы ла һәләк булған. Ни өсөн? ~ Ғайса әйткәнсә, улар аңларға теләмәгән. Улар тыңламаған! (Матфей 24:39; Башланмыш 6:5—7)

Ни өсөн тик күңел асыу тураһында ғына уйлау дөрөҫ түгел?

Иҫеңә төшөр, Ғайса, быларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн һабаҡ булып тора, тигән. Туфан тураһындағы иҫкәртеүҙән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? ~ Туфанда насар кешеләр генә түгел, ә Алла тураһында белергә теләмәгән һәм уның нимә эшләргә йыйынғаны хаҡында тыңларға ваҡыт тапмаған кешеләр ҙә һәләк булған. Шул кешеләргә оҡшап китмәҫ өсөн, беҙгә бик иғтибарлы булырға кәрәк, шулаймы? ~

Һин нисек уйлайһың, Алла тағы берәй ҡасан донъяны Туфан ебәреп юҡ итерме? ~ Юҡ, сөнки Алла, быны бүтән эшләмәйем, тип вәғәҙә биргән. Ул: «Болоттарға йәйғор элеп ҡуям, был килешеү билдәһе булыр. Йәйғор бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса булмаҫ тигән килешеүҙең билдәһе булыр», — тип әйткән (Башланмыш 9:11—17).

Йәһүәнең бүтән бер ҡасан да донъяны, Туфан ебәреп, һәләк итмәйәсәгенә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Шулай ҙа Изге Яҙмала донъяның һәләк ителәсәге хаҡында әйтелә. Алла донъяны юҡ иткәндә кем тере ҡаласаҡ? ~ Үҙ эштәре менән булышып, Алла тураһында белем алырға теләмәгән кешеләрме? Әллә Изге Яҙманы өйрәнер өсөн бер ҡасан да ваҡыт тапмаған кешеләрме? Һин нисек уйлайһың? ~

Беҙ тере ҡаласаҡ кешеләр араһында булырға теләйбеҙ, шулай бит? ~ Әгәр беҙҙең ғаиләбеҙ Нух ғаиләһе кеүек булһа, һәм Йәһүә беҙҙе ҡотҡарһа, шәп булыр ине, шулаймы? ~ Донъя һәләк ителгән саҡта ҡотолорға теләһәк, беҙгә Алланың, был донъяны нисек юҡ итеп, нисек яңы донъя урынлаштырасағы хаҡында белергә кәрәк. Әйҙә, ошо турала һөйләшәйек.

Был йәһәттән беҙгә Изге Яҙмалағы Данил китабынан 2-се бүлектең 44-се шиғыры ярҙам итер. Унда былай тип яҙылған: «Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».

Был һүҙҙәр һиңә аңлашыламы? ~ Бында, Алла хөкүмәте ерҙәге бөтә хөкүмәттәрҙе емерәсәк, тип әйтелә. Ни өсөн? ~ Сөнки улар Алла ҡуйған Батшаға буйһонмай. Ә ул Батша кем? ~ Эйе, был Ғайса Мәсих!

Ғайса Мәсих, Алла һайлаған батша, Армагеддонда был донъяны юҡ итәсәк

Йәһүә Алланың ер менән ниндәй хөкүмәт идара итергә тейеш икәнен хәл итергә хоҡуғы бар. Һәм ул Батша итеп үҙенең Улын, Ғайсаны һайлаған. Тиҙҙән Алла ҡуйған Батша, Ғайса Мәсих был донъяның бөтә хөкүмәттәрен юҡ итәсәк. Асылыш китабында 19-сы бүлектең 11-се шиғырынан алып 16-сы шиғырына тиклем Ғайса быны нисек эшләйәсәк икәне һүрәтләнә. Алланың был донъялағы бөтә хөкүмәттәрҙе юҡ итәсәк һуғышы Изге Яҙмала Армагеддон тип атала.

Алла, уның Батшалығы кеше хөкүмәттәрен юҡ итәсәк, тип вәғәҙә итә. Алла был һуғышта ҡатнашыуыбыҙҙы теләйме? ~ Юҡ, Изге Яҙмала Армагеддон «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк» һуғышы тип атала (Асылыш 16:14, 16). Эйе, Армагеддон — ул Алланың һуғышы. Был һуғышты Ғайса Мәсих һәм уның күктәге ғәскәре, йәғни фәрештәләр алып барасаҡ. Армагеддон тиҙҙән буласаҡмы? Был турала беҙ киләһе бүлектән белербеҙ.

Ошо шиғырҙарҙа Алланың яуыздарҙы һәләк итәсәк һәм үҙенең хеҙмәтселәрен ҡотҡарасаҡ ваҡыт тураһында уҡырға була: Ғибрәтле һүҙҙәр 2:21, 22; Ишағыя 26:20, 21; Иремия 25:31—33 һәм Матфей 24:21, 22.