Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Алланы яратҡаныбыҙҙы беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?

Алланы яратҡаныбыҙҙы беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?

«Алланы яратыу — уның әмерҙәрен үтәү, ә уның әмерҙәре ауыр түгел» (1 ЯХЪЯ 5:3).

1, 2. Йәһүә Алланы яратырға һине нимә дәртләндерә?

ҺИН Алланы яратаһыңмы? Йәһүә Аллаға бағышланған булһаң, бер ҙә икеләнмәйенсә: «Эйе!» — тип әйтерһең. Беҙгә Йәһүәне яратыу ауыр түгел, сөнки беҙҙең яратыуыбыҙ уның яратыуына яуап ҡына. Изге Яҙмаларҙа бының тураһында: «Беҙ иһә ул беҙҙе беренсе булып яратҡанға, яратабыҙ», — тип әйтелә (1 Яхъя 4:19).

2 Йәһүә беҙгә яратыуын беренсе булып күрһәткән. Ул беҙгә матур өй — Ерҙе биргән. Ул беҙгә физик һәм материаль яҡтан кәрәкле нәмәләрҙе биреп тора (Маттай 5:43—48). Ә иң мөһиме, ул беҙҙең рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереп тора. Ул беҙгә үҙ Һүҙен — Изге Яҙмаларҙы биргән. Өҫтәүенә, ул беҙҙе уға доға ҡылырға саҡыра, беҙҙе тыңлаясаҡ һәм ярҙам итер өсөн изге рухын бирәсәк тип вәғәҙә итә (Мәҙхиә 65:19; Лука 11:13). Әммә тағы ла мөһимерәге шул: ул беҙҙе йолоп алыр өсөн һәм гөнаһ менән үлемдән ҡотҡарыр өсөн, ергә үҙенең иң ҡәҙерле Улын ебәргән. Шул тиклем ныҡ ярата беҙҙе Йәһүә! (Яхъя 3:16; Римлыларға 5:8 уҡы.)

3. а) Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? б) Беҙгә ниндәй мөһим һорауҙы ҡарап сығырға кәрәк, һәм уға яуапты ҡайҙан табып була?

3 Йәһүә үҙ яратыуының беҙгә мәңге файҙа килтереп тороуын теләй. Ләкин бының өсөн, беҙгә үҙебеҙгә аҙымдар яһарға кәрәк. Алла Һүҙе: «Мәңгелек тормошҡа алып барыусы... Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ», — тип саҡыра (Йәһүд 21). «Ҡалығыҙ» тигән һүҙ Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн тырышлыҡтар ҡуйырға кәрәк икәнен күрһәтә. Беҙгә уның яратыуына билдәле эштәр менән ҡайтарырға кәрәк. Шуға күрә үҙебеҙгә бындай мөһим һорау бирәйек: «Мин Аллаға үҙ яратыуымды нисек күрһәтә алам?» Яуапты илсе Яхъяның Алла тарафынан рухландырылып яҙған һүҙҙәрендә табып була: «Алланы яратыу — уның әмерҙәрен үтәү, ә уның әмерҙәре ауыр түгел» (1 Яхъя 5:3). Был һүҙҙәрҙе иғтибар менән ҡарап сығайыҡ, сөнки беҙ Аллабыҙға уны ни ҡәҙәр ныҡ яратҡаныбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ.

АЛЛАНЫ ЯРАТҠАНЫБЫҘҘЫ БЕҘ НИСЕК КҮРҺӘТӘ АЛАБЫҘ?

4, 5. Һин Йәһүәне нисек ярата башланың?

4 Илсе Яхъя «Алланы яратыу» тигән һүҙҙәрҙе яҙғанда, күҙ уңында нимәне тотҡан? Һин Йәһүәне нисек ярата башлағаныңды хәтерләйһеңме? Әйҙә, башта быны иҫкә төшөрәйек.

Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — был Йәһүәгә ысын күңелдән тыңлаусан булып йәшәүҙең башланғысы

5 Йәһүә һәм уның ниәте тураһында хәҡиҡәтте белеп иман итә башлаған көндәреңде иҫеңә төшөр. Һин шуны аңланың: Алланан ситләшкән гөнаһлы кеше булып тыуыуыңа ҡарамаҫтан, Йәһүә һиңә Мәсих аша Әҙәм юғалтҡан камиллыҡҡа ирешер өсөн һәм мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн юл асҡан (Маттай 20:28; Римлыларға 5:12, 18). Һин Йәһүәнең бик ҙур ҡорбан килтереп, иң ҡәҙерле Улын һинең өсөн үлергә ергә ебәргәнен белдең. Был һиңә бик ныҡ тәьҫир итте, һәм һин үҙеңә ҡарата шундай бөйөк яратыу күрһәткән Алланы ярата башланың. (1 Яхъя 4:9, 10 уҡы.)

6. Ысын мөхәббәт нимәнән күренә, һәм Алланы яратыу һине нимә эшләргә дәртләндерҙе?

6 Әммә был хис Йәһүәне ысын күңелдән яратыуҙың башланғысы ғына булған. Мөхәббәт — был хис һәм һүҙҙәр генә түгел. Алланы ысын күңелдән яратыу «мин Йәһүәне яратам» тигән һүҙҙәр менән генә сикләнмәй. Ысын мөхәббәт, иман кеүек, эштәр аша күренә, һәм был эштәргә мөхәббәт үҙе дәртләндерә (Яҡуп 2:26). Беҙ кешегә мөхәббәтебеҙҙе айырыуса уның күңеленә ятҡан эштәр башҡарып күрһәтәбеҙ. Шуға күрә Йәһүәне нығыраҡ ярата башлағас, һиндә күктәге Атайыңдың күңеленә ятҡан тормош юлы менән барырға теләк тыуҙы. Һин һыуға сумдырылыу үткән Йәһүә Шаһитымы? Улайһа, тормошоңдағы был мөһим аҙымды яһарға һине Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу һәм тоғролоҡ дәртләндергән. Һин Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн үҙеңде уға бағышлағанһың һәм быны һыуға сумдырылыу үтеп күрһәткәнһең. (Римлыларға 14:7, 8 уҡы.) Йәһүәгә бағышланғанда биргән вәғәҙәңде үтәү — был шулай уҡ илсе Яхъяның һүҙҙәрен тотоу. Был һүҙҙәргә иғтибар итәйек.

«УНЫҢ ӘМЕРҘӘРЕН ҮТӘҮ»

7. Алланың ҡайһы бер әмерҙәрен әйтеп бирегеҙ, һәм уларҙы үтәү нимәне үҙ эсенә ала?

7 Беҙ Алланы яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? «Уның әмерҙәрен үтәп», — тип яҙа Яхъя. Ниндәй әмерҙәрҙе? Йәһүә беҙгә үҙ Һүҙе, Изге Яҙмалар, аша биргән әмерҙәрҙе. Мәҫәлән, ул эскеселек, фәхешлек, боттарға табыныу, урлау һәм ялғанлау кеүек боҙоҡ эштәрҙе нәфрәт итә (1 Көринттәргә 5:11; 6:18; 10:14; Эфестарға 4:28; Көләсәйҙәргә 3:9). Алла әмерҙәрен үтәү Изге Яҙмаларҙа асыҡ әйтелгән әхлаҡи нормалар буйынса йәшәүҙе аңлата.

8, 9. Изге Яҙмаларҙа берәй осраҡҡа ҡағылышлы әмер булмаһа ла, Йәһүәне нимә ҡыуандырғанын нисек белеп була? Миҫал килтер.

8 Ләкин Йәһүәне шатландырыр өсөн, бындай аныҡ әмерҙәрҙе үтәү генә әҙ. Ул көндәлек тормошобоҙҙоң һәр бер яғы менән етәкселек итә торған закондар сығарып, беҙҙе сикләмәй. Беҙ һәр көн төрлө хәлдәргә эләгәбеҙ һәм йыш ҡына Изге Яҙмаларҙа уларға ҡағылышлы аныҡ әмерҙәр юҡ. Ундай осраҡтарҙа Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн нимә эшләргә? Изге Яҙмаларҙа Алланың фекер йөрөтөү рәүеше асыҡ күрһәтелә. Алла Һүҙен өйрәнгәндә, беҙ Йәһүә яратҡан һәм нәфрәт иткән нәмәләр тураһында беләбеҙ, ул хуплаған ҡараштарҙы һәм эштәрҙе аңлай башлайбыҙ. (Мәҙхиә 96:10 уҡы; Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19.) Йәһүәнең сифаттары һәм уның юлдары тураһында күберәк белгән һайын, беҙ уның фекер йөрөтөүен яҡшыраҡ аңлай алырбыҙ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәм төрлө эштәр башҡарғанда, был беҙҙең менән етәкселек итеп торасаҡ. Шуға күрә Изге Яҙмаларҙа берәй осраҡҡа ҡағылышлы аныҡ әмер булмаһа ла, беҙ Йәһүә «ихтыярына төшөнөп йәшәй» алырбыҙ (Эфестарға 5:17).

9 Мәҫәлән, күп кенә фильмдарҙа һәм телетапшырыуҙарҙа йәбер-золом, көс ҡулланыу йәки әхлаҡһыҙлыҡ күрһәтелә. Изге Яҙмаларҙа шундай фильмдарҙы һәм тапшырыуҙарҙы ҡарауҙан тыйған туранан-тура әмер юҡ. Әммә беҙгә ундай әмер ысынлап та кәрәкме? Беҙ Йәһүәнең шундай нәмәләргә ҡарашын беләбеҙ. Уның Һүҙендә асыҡ итеп әйтелә: «Йәбер-золом яратыусы һәр кемде ул [Йәһүә] нәфрәт итә» (Мәҙхиә 11:5, ЯД). Унда шулай уҡ: «Зинасыларҙы һәм хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк», — тип әйтелә (Еврейҙарға 13:4). Был һүҙҙәр тураһында уйланып, беҙ Йәһүә ихтыярын теүәлерәк аңлай алабыҙ. Шуға күрә беҙ Аллабыҙ нәфрәт иткән эштәрҙе күрһәткән тапшырыуҙарҙы ҡарамайбыҙ. Был донъя әхлаҡһыҙ эштәрҙе зыянһыҙ күңел асыуҙар итеп кенә күрһәтергә тырыша, әммә беҙ был эштәрҙән ҡасып Йәһүәне шатландырғаныбыҙҙы беләбеҙ *.

10, 11. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә тыңлаусан, һәм тыңлаусан булыуыбыҙ тураһында нимә әйтеп була?

10 Ни өсөн беҙ Алла әмерҙәрен үтәп йәшәйбеҙ? Бының төп сәбәбе ниндәй? Ни өсөн беҙ Алланың фекер йөрөтөү рәүеше тураһында алған белем буйынса һәр көн йәшәргә теләйбеҙ? Сәбәбе — язанан ҡурҡыу ҙа, Алла ихтыярын һанға һуҡмаусылар «урған» аяныс нәтижәләрҙән һаҡланып ҡалыу ҙа түгел (Галаттарға 6:7). Киреһенсә, беҙ, Йәһүәгә тыңлаусан булып, уға ҡарата мөхәббәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ тип һанайбыҙ. Бала үҙ атаһының уны хуплап йылмайғанын күрергә теләгән кеүек, беҙ ҙә Йәһүәнең хуплауын алырға теләйбеҙ (Мәҙхиә 5:13). Ул — беҙҙең Атабыҙ, һәм беҙ уны яратабыҙ. Йәһүә хуплаған тормош юлы менән барғаныбыҙҙы белеү беҙгә иң ҙур шатлыҡ һәм тәрән ҡәнәғәтлек килтерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:2).

11 Беҙ Алланы теләп тыңлайбыҙ. Уға тыңлаусан булыуыбыҙ шарттарға бәйле түгел *. Был әмергә буйһонам, ә быныһына буйһонмайым, тип һайлар урынына беҙ әмерҙәрҙе уңайһыҙ һәм ауыр булғанда ла үтәйбеҙ. Беҙ Аллаға «ысын күңелдән тыңлаусан» (Римлыларға 6:17). Беҙ мәҙхиә йырлаусы яҙған һүҙҙәр менән риза: «Һинең васыяттарың менән йыуанырмын, сөнки мин уларҙы бик яраттым» (Мәҙхиә 118:47). Эйе, беҙ Йәһүәгә тыңлаусан булырға яратабыҙ һәм уның бар ҡушҡандарын тулыһынса үтәйбеҙ. Ул быға лайыҡ һәм быны беҙҙән талап итә лә. Беҙ быны бик яҡшы аңлайбыҙ (Ҡанун 12:32). Нух Аллаға тиҫтәләгән йылдар буйы тыңлаусан булып, уға үҙ яратыуын күрһәткән. Был тоғро ырыу башлығы тураһында Изге Яҙмаларҙа: «Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне», — тип әйтелә (Башланмыш 6:22). Беҙ ҙә Йәһүәнән үҙебеҙ тураһында шундай уҡ һүҙҙәрҙе ишетергә теләйбеҙ.

12. Тыңлаусан булыуыбыҙ Йәһүә йөрәген ниндәй осраҡта һөйөндөрә?

12 Беҙ Йәһүәгә теләп тыңлаусанлыҡ күрһәткәндә, ул нимә хис итә? Алла Һүҙендә уның «йөрәге һөйөнә» тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Тыңлаусан булыуыбыҙ Ғәләм Хакимының йөрәген ысындан да һөйөндөрәме? Эйе, һәм бының өсөн мөһим сәбәп бар! Йәһүә беҙҙе ихтыяр иреге менән барлыҡҡа килтергән. Тимәк, беҙҙең һайлау ирегебеҙ бар: Аллаға тыңлаусан булырғамы-юҡмы икәнен беҙ үҙебеҙ һайлайбыҙ (Ҡанун 30:15, 16, 19, 20). Беҙ Йәһүәгә ысын күңелдән тыңлаусан булғанда һәм быға беҙҙе Йәһүәгә ҡарата яратыу менән тулы йөрәк дәртләндергәндә, беҙ күктәге Атабыҙға ҙур ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ килтерәбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:20). Өҫтәүенә, шулай эшләп, беҙ иң яҡшы тормош юлын һайлайбыҙ.

«УНЫҢ ӘМЕРҘӘРЕ АУЫР ТҮГЕЛ»

13, 14. Ни өсөн Алланың «әмерҙәре ауыр түгел» тип әйтеп була? Миҫал килтер.

13 Илсе Яхъя беҙҙе Алланың «әмерҙәре ауыр түгел» тип ышандыра. Эйе, Йәһүәнең талаптары кеше үтәмәҫлек үтә ҡыйын түгел. Камил булмаған кешеләр уның закондары буйынса йәшәй ала.

14 Әйтәйек, яҡын дуҫың башҡа ергә күсенә һәм ярҙам итеүеңде һорай. Күсерәһе әйбер бик күп. Йөктөң ҡайһы берҙәре еңел һәм уларҙы бер кеше лә күтәреп бара ала, әммә башҡалары ауыр һәм уларҙы күтәрер өсөн ике кеше кәрәк. Дуҫың һин күтәрәһе йөктәрҙе айырым ҡуя. Ул һинең өсөн ауыр булған йөктө һиңә күтәрергә ҡушырмы? Юҡ. Һин уны күтәрһәң, үҙеңә зыян килтерер инең. Ә ул быны теләмәй. Беҙҙең игелекле һәм яратыусан Аллабыҙ ҙа беҙҙең өсөн ауыр булған әмерҙәрҙе үтәргә ҡушмай (Ҡанун 30:11—14). Ул бер ҡасан да беҙгә ундай ауыр йөктө күтәреп йөрөргә ҡушмаҫ ине, сөнки мөмкинлектәребеҙҙең сикле икәнлеген аңлай. «Ул беҙҙең нәмәнән торғаныбыҙҙы белә, тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Мәҙхиә 102:14).

15. Ни өсөн беҙ бер ҙә шикләнмәйенсә Йәһүәнең әмерҙәре беҙгә файҙа ғына килтерә тип әйтә алабыҙ?

15 Йәһүәнең әмерҙәре бер ҙә ауыр түгел, улар беҙгә файҙа ғына килтерә. (Ишағия 48:17 уҡы.) Шуға күрә Муса боронғо Исраилға былай тип әйткән: «Раббы Аллабыҙ беҙгә барлыҡ был ҡағиҙәләрҙе үтәргә, Унан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә ҡушты. Беҙ Раббы Аллабыҙҙы ололарға тейеш, шул ваҡыт беҙгә бөгөнгө кеүек яҡшы булыр, һәм Раббы тормошобоҙҙо һаҡлап ҡалыр» (Ҡанун 6:24). Йәһүә беҙгә үҙ әмерҙәрен биреп, беҙҙең мәңгелек именлегебеҙ тураһында ҡайғырта. Беҙ беләбеҙ: Алла беҙгә зыян килтереүсе әмерҙәр бирмәй. Йәһүә — сикһеҙ аҡыллылыҡ Аллаһы (Римлыларға 11:33). Шуға күрә ул беҙҙең өсөн иң яҡшыһы нәмә икәнен белә. Йәһүә яратыу күрһәтеүҙә иң яҡшы үрнәк (1 Яхъя 4:8). Ул һәр һүҙен яратыуҙан сығып әйтә һәм һәр эшен яратыуҙан сығып эшләй. Уның үҙ хеҙмәтселәренә биргән бар әмерҙәре мөхәббәткә нигеҙләнгән.

16. Ни өсөн беҙ был боҙоҡ донъяның йоғонтоһона һәм тәнебеҙҙең гөнаһҡа тартылыусан булыуына ҡарамаҫтан, тыңлаусан булып ҡала алабыҙ?

16 Шулай ҙа Аллаға тыңлаусан булып йәшәү еңел түгел. Беҙ «Яуыздың хакимлығы аҫтындағы» боҙоҡ донъя тәьҫиренә ҡаршы торорға тейеш (1 Яхъя 5:19). Беҙгә шулай уҡ Алла закондарын боҙорға этәргән гөнаһ менән көрәшергә тура килә (Римлыларға 7:21—25). Ләкин Аллаға ҡарата яратыуыбыҙ ярҙамында беҙ бының барыһын еңеп сыға алабыҙ. Аллаға тыңлаусан булып, үҙ яратыуын күрһәтергә теләүселәрҙе Йәһүә фатихалай. Алла «уны хаким тип танып буйһоноусыларға» изге рухын бирә (Илселәр 5:32). Был рух ярҙамында беҙ ғәжәйеп емеш килтерәбеҙ: тыңлаусан булып ҡалырға ярҙам иткән ҡиммәтле сифаттар үҫтерәбеҙ (Галаттарға 5:22, 23).

17, 18. а) Был китап ярҙамында беҙ нимәне тикшереп сығасаҡбыҙ, һәм тикшергәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк? б) Икенсе бүлектә нимә ҡараласаҡ?

17 Был китапта Йәһүәнең принциптары, әхлаҡ нормалары һәм уның ихтыярына ҡағылышлы башҡа һорауҙар ҡарала. Уның принциптарын тикшергәндә, беҙгә күп мөһим нәмәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Әйҙәгеҙ, шуны онотмайыҡ: Йәһүә үҙ закондарына һәм принциптарына тыңлаусан булырға мәжбүр итмәй; ул беҙҙең үҙенә ысын күңелдән, теләп буйһоноуыбыҙҙы көтә; ул шулай уҡ беҙҙең хәҙер мул фатихалар килтергән, ә киләсәктә мәңгелек тормош килтерәсәк юл менән барыуыбыҙҙы теләй. Йәһүәгә ысын күңелдән тыңлаусан булыу — был уны ни ҡәҙәр ныҡ яратҡаныбыҙҙы күрһәтер өсөн яҡшы мөмкинлек. Әйҙәгеҙ, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ.

18 Йәһүә беҙгә яҡшылыҡ менән насарлыҡты айырырға ярҙам итер өсөн, яратыу күрһәтеп выждан биргән. Ләкин выжданыбыҙ ышаныслы етәкселек биреп торһон өсөн, уны өйрәтергә кәрәк. Нисек итеп? Был икенсе бүлектә ҡараласаҡ.

^ 11 абз. Хатта яуыз рухтар ҙа тыңлаусан булырға мәжбүр. Ғайса ендәргә кешеләрҙән сығырға ҡушҡанда, ендәр уның хакимлығын танырға мәжбүр булғандар һәм теләмәһәләр ҙә, уны тыңлағандар (Марк 1:27; 5:7—13).