Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Алла яратҡан кешеләрҙе ярат

Алла яратҡан кешеләрҙе ярат

«Зирәктәр менән аралашыусы үҙе лә зирәк булыр» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 13:20).

1—3. а) Изге Яҙмаларҙа ниндәй хаҡ һүҙҙәр яҙылған? б) Үҙебеҙгә яҡшы яҡтан тәьҫир иткән дуҫтарҙы нисек һайларға?

КЕШЕЛӘРҘЕ губка менән сағыштырып була. Мәҫәлән, губканы һыуға һалһаң, ул һыуҙы һеңдерә. Беҙ ҙә, хатта үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, яҡын аралашҡан кешеләребеҙҙең ҡараштарын, нормаларын һәм сифаттарын еңел генә үҙләштерәбеҙ.

2 Изге Яҙмаларҙа: «Зирәктәр менән аралашыусы үҙе лә зирәк булыр; ә ахмаҡтар менән дуҫлыҡ йөрөтөүсе юлдан яҙыр», — тигән хаҡ һүҙҙәр яҙылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Ысынлап та, берәй кеше менән яҡын аралаша башлаһаң, уға оҡшаш булырға тырышаһың, шулай бит? Уға эйәләшеп китһәң, ул һиңә йә яҡшы яҡтан, йә насар яҡтан тәьҫир итергә мөмкин.

3 Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙгә яҡшы йоғонто яһаған дуҫтарҙы һайларға кәрәк. Бының өсөн нимә эшләргә? Ябай ғына әйткәндә, беҙгә Алла яратҡан кешеләрҙе яратырға һәм уның дуҫтарына дуҫ булырға кәрәк. Уларҙың Йәһүәгә оҡшаған сифаттары бар. Улар — иң яҡшы дуҫтар. Ә Алла ниндәй кешеләрҙе ярата? Әйҙәгеҙ, быны беләйек. Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә алып, беҙ үҙебеҙгә яҡшы яҡтан тәьҫир иткән дуҫтарҙы һайлай алырбыҙ.

АЛЛА НИНДӘЙ КЕШЕЛӘРҘЕ ЯРАТА

4. Ни өсөн Йәһүә үҙенә дуҫтар һайлағанда, иғтибарлы булырға хоҡуҡлы, һәм ни өсөн Йәһүә Ибраһимды үҙенең «дуҫы» тип атаған?

4 Йәһүә үҙенә дуҫтар һайлағанда, бик иғтибарлы. Әллә уның шулай эшләргә хоҡуғы юҡмы? Ул Ғәләмдең Хакимы, һәм уға дуҫ булыу — иң ҙур хөрмәт. Ул үҙенә дуҫ итеп ниндәй кешеләрҙе һайлай? Был кеше Йәһүәгә ышанырға һәм уға тулыһынса өмөтләнергә тейеш. Ундай кешеләрҙең береһе — ырыу башлығы Ибраһим. Ул ныҡ иманлы кеше булған. Ата кеше өсөн үҙ улын ҡорбанға килтереүҙән дә ауырыраҡ һынауҙы күҙ алдына килтереү ауыр *. Ибраһим «Исхаҡты ҡорбанға» килтергәндә, Алланың уны «үленән терелтә алыуына» бер ҙә шикләнмәгән (Еврейҙарға 11:17—19). Ул шундай көслө иман һәм тыңлаусанлыҡ күрһәткәнгә, Йәһүә яратыу менән уны «үҙенең дуҫы» тип атаған (Ишағия 41:8; Яҡуп 2:21—23).

5. Йәһүә һәр яҡтан тыңлаусан булған кешеләргә нисек ҡарай?

5 Йәһүә һәр яҡтан тыңлаусан булған кешеләрҙе бик ҡәҙерләй. Аллаға тоғролоҡто бар нәмәнән дә өҫтөн ҡуйған кешеләрҙе ул ярата. (2 Ишмуил 22:26 уҡы.) Был китаптың беренсе бүлегенән белгәнебеҙсә, кешеләр Йәһүәгә яратыуҙан сығып тыңлаусан булһалар, был уны шатландыра. «Раббы фәҡәт ғәҙел ғәмәлле бәндәләре менән генә аралаша», — тип әйтелә Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32-лә. Йәһүә уның әмерҙәрен тоғро үтәгән кешеләрҙе үҙе «торған урында» ҡунаҡ булырға, йәғни үҙенә табынырға һәм иркен рәүештә доғала мөрәжәғәт итергә саҡыра (Мәҙхиә 14:1—5).

6. Ғайсаны яратҡаныбыҙҙы беҙ нисек күрһәтә алабыҙ, һәм Йәһүә үҙ Улын яратҡан кешеләргә ҡарата ниндәй хистәр кисерә?

6 Йәһүә үҙенең берҙән-бер Улын, Ғайсаны, яратҡан кешеләрҙе ярата. «Мине яратыусы минең һүҙемде тотор, Атам уны яратыр, беҙ Атам менән шул кеше янына килербеҙ, һәм йәшәү урыныбыҙ уның менән булыр», — тигән Ғайса (Яхъя 14:23). Ғайсаны яратҡаныбыҙҙы беҙ нисек күрһәтә алабыҙ? Уның әмерҙәрен, шул иҫәптән яҡшы хәбәрҙе вәғәзләргә һәм шәкерттәр әҙерләргә тигән әмерен, үтәп (Маттай 28:19, 20; Яхъя 14:15, 21). Шулай уҡ «тап уның эҙҙәре буйынса барып»: унан, камил булмаһаҡ та, һүҙҙәрҙә һәм эштәрҙә мөмкин тиклем теүәлерәк үрнәк алып (1 Петер 2:21). Яратыуҙан сығып Мәсихтең эҙҙәре буйынса барырға тырышҡан кешеләрҙе күргәндә, Йәһүәнең йөрәге шатлана.

7. Ни өсөн Йәһүәнең дуҫтарына дуҫ булыу аҡыллы?

7 Йәһүә үҙ дуҫтарында иман, тоғролоҡ, тыңлаусанлыҡ, Ғайсаны һәм уның юлдарын яратыу кеүек сифаттарҙы күрергә теләй. Үҙ-үҙеңдән: «Яҡын дуҫтарым бындай сифаттар сағылдырамы? Улар Алла нормалары буйынса йәшәйме? Мин Йәһүә дуҫтарына дуҫмы?» — тип һора. Һин Йәһүә дуҫтары менән дуҫлашып, аҡыллы эш итәһең. Алла хуплаған сифаттар үҫтергән һәм Батшалыҡ тураһында яҡшы хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләгән кешеләр беҙгә яҡшы яҡтан тәьҫир итә ала һәм беҙҙе Йәһүәне шатландырып йәшәргә дәртләндерә. (29-сы биттәге « Ниндәй дуҫ яҡшы?» тигән рамканы ҡара.)

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘАН ҺАБАҠТАР

8. Һиңә а) Нагомия менән Рут; б) өс йәш еврей; в) Паул менән Тимуте дуҫлығында айырыуса нимә оҡшай?

8 Алла Һүҙендә үҙҙәренә яҡшы дуҫтар һайлап, файҙа күргән кешеләрҙең миҫалдары күп. Мәҫәлән: Нагомия менән уның килене Рут, Бабилда дуҫлашып киткән өс йәш еврей, Паул менән Тимуте (Рут 1:16; Данил 3:17, 18; 1 Көринттәргә 4:17; Филиппийҙарға 2:20—22). Ә хәҙер ике дуҫ Дауыт менән Йонафан миҫалын ҡарап сығайыҡ.

9, 10. Ни өсөн Дауыт менән Йонафандың дуҫлығы ныҡ булған?

9 Изге Яҙмаларҙа Дауыт Голиафты үлтергәс, «Йонафан Дауыттың йән дуҫы булып китте һәм уны үҙ йәнен яратҡандай ярата башланы» тип әйтелә (1 Ишмуил 18:1). Шулай итеп ҙур йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, Дауыт менән Йонафан араһында яҡын дуҫлыҡ тыуған. Был дуҫлыҡ Йонафандың һуғыштағы үлеменә тиклем дауам иткән (2 Ишмуил 1:26) *. Ни өсөн уларҙың дуҫлығы шул ҡәҙәр ныҡ булған?

10 Дауыт менән Йонафанды Алланы яратыу һәм уға тоғро булып ҡалырға ҙур теләк берләштергән, шуға күрә улар яҡын дуҫтар булып киткән. Дауыт менән Йонафандың бер-береһенең күңеленә ятҡан сифаттары булған. Йонафанға, һис шикһеҙ, Йәһүә исемен ҡурҡмайынса яҡлап сыҡҡан был егеттең ҡыйыулығы һәм ашҡыныусанлығы тәьҫир иткән. Йонафан Йәһүә урынлаштырған тәртипкә тоғро булған һәм Дауытҡа фиҙаҡәр рәүештә ярҙам иткән, шуға күрә Дауыт үҙенән олораҡ булған Йонафанды хөрмәт иткән. Дауыт тормошоноң бер ауыр осорона иғтибар итәйек. Ул ваҡытта Дауыт яуыз батша Саулдан, Йонафандың атаһынан, ҡотолоп ҡалыр өсөн сүлдә ҡасҡын булып йәшәгән. Шунда Йонафан «Дауыт янына килгән һәм уның Йәһүәгә ышанысын нығытҡан». Шулай итеп ул ғәжәп тоғролоҡ күрһәткән (1 Ишмуил 23:16). Ҡәҙерле дуҫы ярҙам итергә һәм дәртләндерергә килгәс, Дауыттың ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара! *

11. Һин Йонафан менән Дауыт миҫалынан дуҫлыҡ тураһында нимә белдең?

11 Йонафан менән Дауыт миҫалынан беҙ ниндәй һабаҡ алабыҙ? Һабаҡтарҙың иң мөһиме: дуҫтарҙың рухи нәмәләргә уртаҡ ҡараштары булырға тейеш. Беҙ ышанғанға ышанған, беҙ тотҡан әхлаҡи нормаларҙы тотҡан һәм Аллаға тоғро булып ҡалырға теләгән кеше менән яҡын мөнәсәбәттәр булдырһаҡ, беҙ бер-беребеҙ менән үҙ фекерҙәребеҙ, хистәребеҙ, шулай уҡ нығытҡан һәм көс өҫтәгән төрлө осраҡтар менән уртаҡлашабыҙ. (Римлыларға 1:11, 12 уҡы.) Ундай рухи ҡарашлы дуҫтарҙы ҡәрҙәштәребеҙ араһында табып була. Был Батшалыҡ Залындағы йыйылыш осрашыуҙарына һәр бер килеүсе яҡшы дуҫ булып китә ала тигәнде аңлатамы? Юҡ, аңлатмай.

ДУҪТАРҘЫ НИСЕК ҺАЙЛАРҒА?

12, 13. а) Ни өсөн беҙ дуҫтарҙы мәсихселәр араһынан һайлағанда ла, иғтибарлы булырға тейеш? б) Беренсе йыйылыштарҙа ниндәй хәл тыуған һәм Паул нимәнән киҫәткән?

12 Аралашыуыбыҙ рухи яҡтан көс өҫтәһен өсөн, беҙгә дуҫтарҙы мәсихселәр араһынан һайлағанда ла, иғтибарлы булырға кәрәк. Быға ғәжәпләнәһе лә юҡ. Ағастағы ҡайһы бер емештәргә өлгөрөр өсөн оҙағыраҡ ваҡыт кәрәк, тап шулай уҡ йыйылыштағы ҡайһы берәүҙәргә рухи яҡтан етлегер өсөн күберәк ваҡыт кәрәк. Шуға күрә һәр бер йыйылышта рухи яҡтан төрлө кимәлдә үҫешкән мәсихселәр бар (Еврейҙарға 5:12—6:3). Әлбиттә, беҙ йыйылышҡа яңы килгән кешеләргә йәки рухи яҡтан көсһөҙләнгәндәргә сабырлыҡ һәм яратыу менән ярҙам итәбеҙ, сөнки уларҙың рухи үҫештәренә булышлыҡ итергә теләйбеҙ (Римлыларға 14:1; 15:1).

13 Ваҡыт-ваҡыт йыйылышта тыуған хәлдәр аралашыуҙа ҙур һаҡлыҡ күрһәтергә этәрә. Берәй кешенең тәртибе шик тыуҙырырға мөмкин. Башҡаһы, бәлки, үпкәләп йә зарланып йөрөйҙөр. Бындай хәлдәр беренсе мәсихсе йыйылыштарҙа ла тыуып торған. Мәсихселәрҙең күпселеге тоғро булып ҡалһа ла, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен дөрөҫ тотмаған. Мәҫәлән, Көринт йыйылышында мәсихселәрҙең ҡайһы бер тәғлимәттәрен тотмаған кешеләр булған. Паул йыйылышты: «Алданмағыҙ. Ямандар менән аралашыу яҡшы ғәҙәттәрҙе боҙа», — тип киҫәткән (1 Көринттәргә 15:12, 33). Ул Тимутегә мәсихселәр араһында ла үҙҙәрен дөрөҫ тотмаусы кешеләр булыр тип яҙған. Ул уға бындай кешеләрҙән ситтә торорға һәм улар менән яҡын аралашмаҫҡа кәңәш биргән. (2 Тимутегә 2:20—22 уҡы.)

14. Паул яҙған принципты нисек ҡулланырға?

14 Паул яҙған принципты нисек ҡулланырға? Насар йоғонто яһай алған кеше менән, уның ҡәрҙәш булыуы-булмауына ҡарамаҫтан, тығыҙ аралашыуҙан ҡасырға кәрәк (2 Тессалуникиҙарға 3:6, 7, 14). Беҙ үҙ рухилығыбыҙҙы яҡларға тейеш. Иҫтә тот: беҙ, губка кеүек, яҡын дуҫтарыбыҙҙың ҡараштарын һәм ғәҙәттәрен үҙләштерәбеҙ. Һеркәгә һалынған губка һыу түгел, ә һеркә һеңдерәсәк. Насар яҡтан тәьҫир иткән кеше менән дуҫлыҡ та файҙа түгел, ә зыян килтерәсәк (1 Көринттәргә 5:6).

Һин имандаштар араһынан яҡшы дуҫтар таба алаһың

15. Йыйылышта рухи ҡарашлы дуҫтарҙы табыр өсөн, нимә эшләргә?

15 Бәхеткә ҡаршы, имандаштар араһында яҡшы дуҫтар табып була (Мәҙхиә 132:1). Йыйылышта рухи ҡарашлы дуҫтарҙы табыр өсөн, нимә эшләргә? Һин Алла яратҡан сифаттарҙы һәм ғәҙәттәрҙе үҫтергән һайын, шундай уҡ тырышлыҡтар ҡуйған ҡәрҙәштәр, һис шикһеҙ, һиңә тартыласаҡ. Шул уҡ ваҡыт һиңә үҙ аралашыуыңды киңәйтеп, яңы дуҫтар табыр өсөн билдәле аҙымдар яһарға кәрәк булыр. (« Беҙ яҡшы дуҫтарҙы нисек таптыҡ?» тигән рамканы ҡара.) Ниндәй сифаттар үҫтерергә теләйһең, шундай сифаттары булған кешеләргә иғтибар ит. Инжилдәге кәңәш буйынса «йөрәгеңде киң итеп ас»: дуҫтарҙы төрлө раса һәм милләттән сыҡҡан, төрлө мәҙәниәтле имандаштар араһынан эҙлә (2 Көринттәргә 6:13; 1 Петер 2:17 уҡы). Үҙеңдән йәшерәк йәки олораҡ булған ҡәрҙәштәр менән дә аралаш. Хәтерләйһеңдер, Йонафан Дауыттан күпкә олораҡ булған. Оло йәштәге күп кенә мәсихселәр үҙ тәжрибәләре һәм аҡыллы кәңәштәре менән дуҫлыҡты шаҡтай байыта ала.

ТЫУҒАН АУЫРЛЫҠТАРҘЫ СИСЕҮ

16, 17. Имандашыбыҙ беҙҙе үпкәләтһә лә, ни өсөн беҙ йыйылышты ҡалдырмаҫҡа тейеш?

16 Мәсихселәрҙең холоҡтары төрлө булғанға һәм улар төрлөсә тәрбиәләнгәнгә, йыйылышта ваҡытваҡыт проблемалар тыуа. Мәҫәлән, имандашыбыҙ беҙҙе һүҙе менән йәки берәй нәмә эшләп рәнйетергә мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Ауырлыҡтар шулай уҡ кешеләр төрлө булғанға, фекерҙәр айырмалығы һәм бер-береңде дөрөҫ аңламау арҡаһында килеп сыға. Беҙ ундай ауырлыҡтарға «абынып», йыйылышты ҡалдырырбыҙмы? Әгәр Йәһүәне һәм ул яратҡан кешеләрҙе ысын күңелдән яратһаҡ, ҡалдырмаҫбыҙ.

17 Беҙгә йәшәр өсөн барыһын биреп тороусы һәм Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, Йәһүә беҙҙең мөхәббәтебеҙгә һәм тоғролоғобоҙға лайыҡ (Асыш 4:11). Шулай уҡ ул шатлыҡ менән ҡулланған йыйылыш та беҙҙең тоғролоҡ менән ярҙам итеүебеҙгә лайыҡ (Еврейҙарға 13:17). Имандашыбыҙ беҙҙе үпкәләтһә йәки ҡайғыға төшөрһә, беҙ бының арҡаһында бер ҡасан да йыйылышты ҡалдырмаясаҡбыҙ. Йыйылышты ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Беҙҙе бит Йәһүә түгел, ә ҡәрҙәшебеҙ үпкәләткән. Йәһүәне яратыу беҙгә уны һәм уның халҡын кире ҡағырға рөхсәт итмәйәсәк! (Мәҙхиә 118:165 уҡы.)

18. а) Беҙ йыйылыштағы тыныслыҡҡа үҙ өлөшөбөҙҙө нисек индерә алабыҙ? б) Ғәфү итер өсөн нигеҙ булғанда, кисерһәк, беҙ ниндәй фатихалар урырбыҙ?

18 Имандаштарыбыҙҙы яратҡанға, беҙ йыйылыштағы тыныслыҡҡа үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Йәһүә үҙенең яратҡан хеҙмәтселәренән камиллыҡ талап итмәй, беҙ ҙә унан үрнәк алайыҡ. Яратыу беҙгә барыбыҙ ҙа камил түгел һәм яңылышабыҙ икәнлеген иҫтә тоторға һәм башҡаларҙың әһәмиәтһеҙ хаталарына иғтибар итмәҫкә ярҙам итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:9; 1 Петер 4:8). Шулай уҡ мөхәббәт ярҙамында беҙ «бер-беребеҙҙе ихлас күңелдән кисерәбеҙ» (Көләсәйҙәргә 3:13). Әммә был кәңәште ҡулланыу ҡайһы ваҡыт ауыр. Берәйһе үпкәләтһә, беҙҙә насар хистәр тыуа. Был хистәргә үҙебеҙҙе еңергә рөхсәт итһәк, беҙ, бәлки, үпкәләп йөрөрбөҙ һәм асыуыбыҙ менән үпкәләтеүсегә яза бирәбеҙ тип уйларбыҙ. Әммә ысынында үпкәләп йөрөү үҙебеҙгә зыян килтерә. Ғәфү итер өсөн нигеҙ булһа, кисерәйек, сөнки шулай эш итеү мул фатихалар килтерә (Лука 17:3, 4). Был үҙебеҙгә йән тыныслығы бирә, йыйылыштағы тыныслыҡты һәм, иң мөһиме, Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе һаҡлай (Маттай 6:14, 15; Римлыларға 14:19).

КЕМ МЕНӘН АРАЛАШМАҪҠА?

19. Ниндәй осраҡтарҙа беҙ кеше менән аралашмаҫҡа тейеш?

19 Әйтәйек, кеше Алла законын боҙоп тәүбә итмәгән һәм уны йыйылыштан сығарғандар. Йәиһә ул ялған тәғлимәттәр таратып, имандан баш тартҡан йәки йыйылыштан ваз кискән. Бындай осраҡтарҙа беҙгә уның менән аралашмаҫҡа кәрәк, сөнки Алла Һүҙендә ундай кеше «менән башҡа аралашмағыҙ» тип асыҡ әйтелә. (1 Көринттәргә 5:11—13 уҡы; 2 Яхъя 9—11.) * Был кеше туғаныбыҙ йәки дуҫыбыҙ булһа, уның менән аралашмау ауыр булыр. Әммә беҙҙең өсөн иң мөһиме Йәһүәгә һәм уның тәҡүә закондарына тоғро булыу икәнлеген күрһәтеп, беҙ ныҡ торорбоҙмо? Иҫеңдә тот: Йәһүә тоғролоҡто һәм тыңлаусанлыҡты юғары баһалай.

20, 21. а) Ни өсөн йыйылыштан сығарыу — был яратыуҙы сағылдырған сара? б) Ни өсөн дуҫтарҙы һайлағанда, аҡыл менән эш итергә кәрәк?

20 Ысынбарлыҡта йыйылыштан сығарыу — был Йәһүәнең мөхәббәтен сағылдырған сара. Ни өсөн? Гөнаһ ҡылып тәүбә итмәгән кеше йыйылыштан сығарылғанда, Йәһүәнең изге исеменә, Алланың үҙенә һәм уның нормаларына яратыу күрһәтелә (1 Петер 1:15, 16). Шулай итеп йыйылыш саф булып ҡала, һәм тоғро мәсихселәр аңлы рәүештә гөнаһ ҡылған кешенең боҙоҡ йоғонтоһонан яҡлана. Улар йыйылыштың был боҙоҡ донъяла иң ышыҡ урын икәнлеген белеп, ғибәҙәт ҡылыуҙарын артабан да шатлыҡ менән дауам итә алалар (1 Көринттәргә 5:7; Еврейҙарға 12:15, 16). Өҫтәүенә, гөнаһ ҡылыусыға ҡаты яза биреү — был уға ҡарата яратыу күрһәтеү. Был уға үҙ ҡарашын үҙгәртергә кәрәклеген аңларға һәм Йәһүәгә кире ҡайтыр өсөн тейешле аҙымдар яһарға ярҙам итер (Еврейҙарға 12:11).

21 Һис шикһеҙ, яҡын дуҫтарыбыҙ беҙгә бик ныҡ тәьҫир итә ала. Шуға күрә уларҙы һайлағанда, аҡыл менән эш итәйек. Йәһүәнең дуҫтарына дуҫ булһаҡ һәм ул яратҡан кешеләрҙе яратһаҡ, беҙҙең иң яҡшы дуҫтар буласаҡ. Уларҙан үҙләштергән бар нәмә беҙгә Йәһүәне шатландырып йәшәргә ярҙам итәсәк.

^ 4 абз. Уға бындай әмер биреп, Йәһүә киләсәктә үҙенең берҙән-бер Улын ҡорбан итеп килтерәсәген күрһәткән (Яхъя 3:16). Ибраһим осрағында Йәһүә Исхаҡ урынына ҡорбанға килтерер өсөн һарыҡты биргән (Башланмыш 22:1, 2, 9—13).

^ 9 абз. Дауыт Голиафты үлтергәндә, «әле йәш» булған, ә Йонафан үлгән көндө Дауытҡа яҡынса 30 йәш булғандыр (1 Ишмуил 17:33; 31:2; 2 Ишмуил 5:4). Йонафан 60 йәш тирәһендә һәләк булған. Тимәк, ул, күрәһең, Дауыттан 30 йәшкә олораҡ булған.

^ 10 абз. 1 Ишмуил 23:17-ге һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йонафан Дауытты нығытыр өсөн 1) уны ҡурҡмаҫҡа дәртләндергән; 2) Саулдың тырышлыҡтары уңышһыҙ буласаҡ тип ышандырған; 3) уның Алла вәғәҙәһе буйынса батша буласағын иҫенә төшөргән; 4) ул Дауытҡа тоғро булып ҡаласаҡ тип ант иткән; 5) хатта Саул да Йонафандың Дауытҡа тоғро булыуын белә тип әйткән.

^ 19 абз. Йыйылыштан сығарылған йәки унан ваз кискән кешеләргә ниндәй ҡараш булырға тейеш? Бының тураһында ҡушымтанан, «Йыйылыштан сығарылған кеше менән үҙеңде нисек тоторға?» күберәк белеп була.