Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Файҙалы күңел асыуҙы нисек һайларға?

Файҙалы күңел асыуҙы нисек һайларға?

«Һәммәһен дә Алла даны өсөн эшләгеҙ» (1 КӨРИНТТӘРГӘ 10:31).

1, 2. Күңел асыуҙар тураһында әйткәндә, беҙ ниндәй һайлау яһарға тейеш?

ӘЙТӘЙЕК, һин тәмле бер емеш ашарға йыйынаһың, әммә ҡараһаң, уның бер ере боҙолған. Һин нимә эшләрһең? Емеште тулыһынса, боҙолған өлөшө менән бергә ашарһыңмы, әллә уны ташларһыңмы? Йәки боҙолған ерен киҫеп ташлап, ҡалған өлөшөн ашарһыңмы?

2 Күңел асыуҙарҙы шундай емеш менән сағыштырып була. Бөгөнгө күңел асыуҙарҙың ҙур өлөшө насар һәм хатта әхлаҡ яғынан боҙоҡ, шуға күрә ял итергә йыйынғанда, һин нимә эшләрһең? Ҡайһы берәүҙәр күңел асыуҙың насар булыуына иғтибар итмәйенсә, был донъя тәҡдим иткәнде тулыһынса «ашап» бара. Ә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә зыян килтермәҫ өсөн һәр күңел асыуҙан баш тарта. Башҡалар иһә, боҙоҡ күңел асыуҙарҙы кире ҡағырға тырыша, ләкин ваҡыт-ваҡыт бер ни тиклем файҙалы булғандарында ҡатнаша. Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, ниндәй күңел асыуҙы һайларға?

3. Беҙ нимә ҡарап сығасаҡбыҙ?

3 Күпселегебеҙ өсөнсө вариантты һайлар. Әлбиттә, ял итергә кәрәк, ләкин беҙ уның әхлаҡи яҡтан таҙа булыуын теләйбеҙ. Күңел асыуҙың ҡайһыһы файҙалы, ә ҡайһыһы юҡ? Быны нисек белергә? Был һорауҙарға яуап алыр алдынан, әйҙәгеҙ, башта күңел асыуҙар беҙҙең ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин икәнен ҡарап сығайыҡ.

«ҺӘММӘҺЕН ДӘ АЛЛА ДАНЫ ӨСӨН ЭШЛӘГЕҘ»

4. Аллаға бағышланған булыуыбыҙ күңел асыуҙар һайлауыбыҙға нисек тәьҫир итергә тейеш?

4 1946 йылда һыуға сумдырылыу үткән оло йәштәге бер Йәһүә Шаһиты былай тигән: «Мин һыуға сумдырылыу үтеүселәр өсөн яңғыраған һәр телмәрҙе иғтибар менән тыңларға тырышам. Мин был телмәрҙе һыуға сумдырылыу үтергә тейеш кеше кеүек тыңлайым». Ни өсөн? «Аллаға тоғро булып ҡалыр өсөн, үҙ бағышланыуыңды иҫтә тотоу мөһим», — тип аңлата ул. Һин дә, һис шикһеҙ, был һүҙҙәр менән риза. Һин Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн, уға үҙ тормошоңдо бағышланың. Был вәғәҙәңде иҫеңә төшөрөп тороу һынауҙарҙа ныҡ торорға ярҙам итәсәк. (Вәғәзсе 5:3 уҡы.) Бағышланыуың тураһында уйланыу мәсихсе хеҙмәтеңә, тулайым тормошоңа, шул иҫәптән күңел асыуҙар һайлауыңа ла, тәьҫир итәсәк. Илсе Паул имандаштарына яҙғанда, был хәҡиҡәткә иғтибар иткән: «Ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме йәки башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме — һәммәһен дә Алла даны өсөн эшләгеҙ» (1 Көринттәргә 10:31).

5. Левиттар 22:18—20-ге һүҙҙәр беҙгә Римлыларға 12:1-ге йәшерен киҫәтеүҙе күрергә нисек ярҙам итә?

5 Тормошоңдағы һәр нәмә Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуың менән бәйле. Римлыларға яҙған хатында Паул ҡәрҙәштәренең хәтерендә хәҡиҡәтте уйылдырып ҡалдырыр өсөн бындай көслө һүҙҙәр ҡуллана: «Үҙ тәндәрегеҙҙе тере, изге, Аллаға яраҡлы ҡорбан итеп бирегеҙ, шулай итеп һеҙ... уға изге хеҙмәт башҡарырһығыҙ» (Римлыларға 12:1). Беҙ «тәнебеҙҙе» — аҡыл, йөрәк һәм физик көсөбөҙҙө Аллаға хеҙмәт иткәндә ҡулланабыҙ (Марк 12:30). Ысын күңелдән башҡарылған был хеҙмәтте Паул ҡорбан тип атай. Ҡорбан тигән һүҙҙә йәшерен киҫәтеү бар. Муса ҡануны буйынса, Алла кәмселекле ҡорбандарҙы кире ҡаҡҡан (Левиттар 22:18—20). Мәсихсенең дә Аллаға хеҙмәте берәй яҡтан кәмселекле булһа, Алла был хеҙмәтте ҡабул итмәйәсәк. Ундай хәл нисек тыуырға мөмкин?

6, 7. Мәсихсе үҙ тәнен нисек нәжесләргә мөмкин, һәм бының эҙемтәләре ниндәй булыр?

6 Паул Римдағы мәсихселәрҙе: «Үҙ тәнегеҙҙе... гөнаһҡа тапшырмағыҙ», — тип киҫәткән. Ул шулай уҡ уларҙы «тән эштәрен» үлтерергә өндәгән (Римлыларға 6:12—14; 8:13). Алдараҡ үҙ хатында ул ундай «тән эштәре» тураһында яҙған булған. Гөнаһҡа бирелгән кешеләр тураһында беҙ бындай һүҙҙәр уҡыйбыҙ: «Ауыҙҙары ләғнәт... менән тулы», «Аяҡтары ҡан түгергә ашыға», «улар Алланан ҡурҡмайҙар» (Римлыларға 3:13—18). Мәсихсе үҙ ағзаларын, йәғни тәненең өлөштәрен ундай гөнаһлы эштәр ҡылыу өсөн ҡулланһа, үҙ тәнен нәжесләр ине. Мәҫәлән, мәсихсе аңлы рәүештә порнография йәки йыртҡыстарса көс ҡулланыу кеүек боҙоҡ берәй нәмә ҡарай икән, ул үҙ күҙҙәрен «гөнаһҡа тапшыра» һәм шулай итеп бөтөн тәнен нәжесләй. Ул саҡта уның ғибәҙәт ҡылыуы, йәғни ҡорбаны инде изге түгел, һәм Алла уны ҡабул итмәй (Ҡанун 15:21; 1 Петер 1:14—16; 2 Петер 3:11). Боҙоҡ күңел асыуҙар бик ҡиммәткә төшә!

7 Шуныһы асыҡ: мәсихсе күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайламаһа, был етди эҙемтәләргә килтерә. Һис шикһеҙ, беҙ ҡорбаныбыҙҙы нәжесләгән күңел асыуҙарҙы түгел, ә уны тағы ла ҡәҙерлерәк иткән күңел асыуҙарҙы һайларға теләйбеҙ. Ҡайһы күңел асыу файҙалы, ә ҡайһыһы зыянлы икәнен нисек белергә? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

«ЯУЫЗЛЫҠҠА ЕРӘНЕП ҠАРАҒЫҘ»

8, 9. а) Күңел асыуҙарҙы ниндәй ике төркөмгә бүлеп була? б) Мәсихселәр күңел асыуҙарҙың ниндәй төрҙәрен кире ҡаға һәм ни өсөн?

8 Күңел асыуҙарҙы ике төркөмгә бүлеп була: 1) мәсихселәр кире ҡаҡҡан һәм 2) мәсихселәр йә яраҡлы, йә яраҡһыҙ тип тапҡан күңел асыуҙар. Тәүҙә беренсе төркөмгә иғтибар итәйек.

9 Беренсе бүлектә әйтелгәнсә, күңел асыуҙарҙың ҡайһы бер төрҙәре үҙ эсенә Изге Яҙмаларҙа туранан-тура хөкөм ителгән эштәрҙе ала. Мәҫәлән, боҙоҡ һәм әхлаҡһыҙ эштәргә ҡотортҡан, йыртҡыстарса язалау күренештәре булған йәки ендәр, порнография менән бәйле сайттар, фильмдар һәм телетапшырыуҙар бар. Был күңел асыуҙар зыянһыҙ булып күрһәтелһә лә, улар Изге Яҙмаларҙағы принциптарға һәм закондарға ҡаршы килә, шуға күрә мәсихсе уларҙы кире ҡағырға тейеш (Илселәр 15:28, 29; 1 Көринттәргә 6:9, 10; Асыш 21:8). Шулай эшләп, һин Йәһүәгә ысындан да «яуызлыҡҡа ерәнеп ҡарағаныңды» һәм һәр ваҡыт «ямандан ситкә киткәнеңде» күрһәтәһең. Был һиндә «рыяһыҙ иман» бар икәнлеген күрһәтә (Римлыларға 12:9; Мәҙхиә 33:15; 1 Тимутегә 1:5).

10. Күңел асыуҙар тураһында әйткәндә, ниндәй фекер йөрөтөү ҡурҡыныс һәм ни өсөн?

10 Ләкин ҡайһы бер кешеләр былай тип уйлай: әхлаҡһыҙлыҡты асыҡ күрһәткән тапшырыуҙарҙы ҡарау уларға бер ниндәй ҙә зыян килтермәй. Улар: «Мин фильмдар менән телетапшырыуҙарҙа ҡайһы ваҡыт әхлаҡһыҙлыҡ күрһәм дә, үҙем улай бер ҡасан да эшләмәйәсәкмен», — тип әйтә. Был үҙ-үҙеңде алдау ғына, һәм ундай фекер йөрөтөү ҡурҡыныс. (Иремия 17:9 уҡы.) Йәһүә хөкөм иткән эштәр беҙгә шатлыҡ килтерһә, беҙ «яуызлыҡҡа ерәнеп ҡарайбыҙ» тип әйтеп буламы? Әхлаҡһыҙ нәмәләрҙе ҡат-ҡат уҡыу, ҡарау һәм тыңлау выжданыбыҙҙың тойоу һәләтен тупаҫландыра (1 Тимутегә 4:1, 2). Былай эш итеү үҙ эштәребеҙгә һәм башҡаларҙың гөнаһлы тәртибенә ҡарата ҡарашыбыҙға йоғонто яһарға мөмкин.

11. Күңел асыуҙар тураһында әйткәндә, Галаттарға 6:7-ге һүҙҙәрҙең дөрөҫ булыуы нимәнән күренә?

11 Ҡайһы бер мәсихселәр тап шундай хәлгә эләккән дә. Алдараҡ әйтелгән күңел асыуҙарҙы ғәҙәттәренә индереп, улар әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған. Улар бындай тәртиптең әсе эҙемтәләрен кисергәс, «кеше ни сәсһә, шуны урыр» тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә үҙҙәре инанған (Галаттарға 6:7). Ләкин ундай аяныс хәлдән ҡасып була. Әхлаҡи яҡтан саф булғанды үҙ аҡылыңа тырышып «сәсһәң», шатланып яҡшы емештәр «урырһың». (« Ниндәй күңел асыуҙарҙы һайларға?» тигән рамканы ҡара.)

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘАҒЫ ПРИНЦИПТАРҒА НИГЕҘЛӘНГӘН ҠАРАРҘАР

12. Галаттарға 6:5-ге принцип күңел асыуҙарға нисек бәйле, һәм һайлау яһар өсөн, беҙгә ниндәй етәкселек бирелгән?

12 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, күңел асыуҙарҙың икенсе төркөмөн ҡарап сығайыҡ. Улар Алла Һүҙендә туранан-тура хөкөм ителмәй, әммә шул уҡ ваҡыт асыҡ хупланмай ҙа. Был осраҡта мәсихсе үҙе файҙалы тип тапҡан күңел асыуҙы һайлай. (Галаттарға 6:5 уҡы.) Әммә ошо мәсьәләне хәл иткәндә лә беҙҙең етәкселегебеҙ бар. Изге Яҙмаларҙа Йәһүәнең фекер йөрөтөүен аңларға ярҙам иткән принциптар, йәғни төп хәҡиҡәттәр бирелгән. Был принциптарҙы иҫәпкә алып, беҙ тормошобоҙҙоң һәр өлкәһендә, шул иҫәптән күңел асыуҙарҙы һайлағанда ла, «Йәһүә ихтыярына төшөнөп йәшәрбеҙ» (Эфестарға 5:17).

13. Йәһүәне рәнйетә алған күңел асыуҙарҙан ҡасырға нимә ярҙам итәсәк?

13 Әлбиттә, әхлаҡи һорауҙарҙы хәл итеү буйынса мәсихселәрҙең аҡыллылығы төрлө дәрәжәлә (Филиппийҙарға 1:9). Өҫтәүенә, улар бер-береһенең күңел асыуҙарға ҡараштарының айырылып тороу ихтималлығын аңлай. Шуға күрә береһе күңел асыуҙың бер төрөн һайлаһа, икенсеһе, бәлки, башҡаһын һайлар. Шулай ҙа беҙ Алланың принциптарына аҡылыбыҙға һәм йөрәгебеҙгә нығыраҡ тәьҫир итергә рөхсәт итһәк, Йәһүәне рәнйетә алған күңел асыуҙарҙан ҡасыр өсөн күберәк көс ҡуйырбыҙ (Мәҙхиә 118:11, 129; 1 Петер 2:16).

14. а) Күңел асыу төрөн һайлағанда, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? б) Рухи эштәр тормошобоҙҙа беренсе урында торһон өсөн, нимә эшләргә?

14 Күңел асыуҙы һайлағанда, тағы бер мөһим яҡты — ваҡытты иҫәпкә алырға кәрәк. Һайланған күңел асыу һинең өсөн нимә яраҡлы, ә уға сарыф ителгән ваҡыт һинең өсөн нимә мөһим икәнен күрһәтә. Әлбиттә, мәсихсе өсөн иң мөһиме — рухи эштәр. (Маттай 6:33 уҡы.) Улар тормошоңда беренсе урында торамы? Беренсе урында торһон өсөн нимә эшләргә? Илсе Паул: «Аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыллылар кеүек ғүмер итер өсөн, үҙ тәртибегеҙгә бик иғтибарлы булығыҙ, ваҡытты мөмкин ҡәҙәр яҡшыраҡ ҡулланығыҙ», — тип яҙған булған (Эфестарға 5:15, 16). Ысынлап та, күңел асыуҙар өсөн бүлеп ҡуйылған ваҡытҡа билдәле сиктәр ҡуйып, һин «мөһимерәк» нәмәләр өсөн, йәғни рухи яҡтан нығытҡан эштәр өсөн кәрәкле ваҡытты таба аласаҡһың (Филиппийҙарға 1:10).

15. Ни өсөн күңел асыуҙарҙы һайлағанда, боҙоҡ нәмәләрҙән йырағыраҡ тороу аҡыллы булыр?

15 Күңел асыуҙарҙы һайлағанда, шулай уҡ боҙоҡлоҡтоң сигенә яҡынлашмау аҡыллы булыр. Был нимәне аңлата? Емеш миҫалына кире ҡайтайыҡ. Емештең боҙолған өлөшөн яңылыш ашамаҫ өсөн, һин был өлөштө генә түгел, ә уның тирәһендәге боҙолмаған өлөшөн дә киҫеп алырһың. Күңел асыуҙар һайлағанда ла, боҙоҡ нәмәләрҙән йырағыраҡ тороу аҡыллы булыр. Аҡыллы мәсихсе Изге Яҙмаларҙағы принциптарға ҡаршы килгән, шикле һәм рухилығыбыҙға зыян килтерә алған күңел асыуҙарҙан ҡаса (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:25—27). Алла Һүҙендә әйтелгәнде теүәл үтәп, беҙ файҙалы булмаған күңел асыуҙарҙан ҡаса алырбыҙ.

«САФ» НӘМӘЛӘР

Күңел асыуҙарҙы һайлағанда, Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы ҡулланыу беҙҙе рухи зыяндан яҡлай

16. а) Беҙ әхлаҡи һорауҙарға Йәһүәнең ҡарашын сағылдырғаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? б) Нисек Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы ҡулланыу һинең тормош юлың булып китә ала?

16 Күңел асыу төрөн һайлағанда, ысын мәсихселәр өсөн иң мөһиме — Йәһүәнең ҡарашы. Изге Яҙмаларҙа уның хистәре һәм нормалары тураһында әйтелә. Мәҫәлән, Сөләймән батша Йәһүә тураһында ул «ялғансы тел, ғәйепһеҙгә ҡан ҡойоусы ҡулдар, уҫал ниәт-мәкер тулы йөрәк, яуызлыҡ юлында етеҙ сабыусы аяҡтарҙы» нәфрәт итә тип яҙа (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19). Йәһүәнең ҡарашы һиңә нисек тәьҫир итергә тейеш? «Хоҙайҙы яратыусылар, уҫаллыҡты нәфрәт итегеҙ!» — тип яҙған мәҙхиә йырлаусы (Мәҙхиә 96:10). Һин һайлаған күңел асыу асыҡ итеп шуны күрһәтергә тейеш: Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙе һин дә нәфрәт итәһең (Галаттарға 5:19—21). Шуны ла иҫтә тот: бер үҙең генә булғанда ҡылған эштәрең һинең ниндәй кеше булғаныңды яҡшыраҡ күрһәтә (Мәҙхиә 10:4; 15:8). Шуға күрә әхлаҡи һорауҙарға Йәһүәнең ҡарашын сағылдырып йәшәргә ихлас ынтылһаң, ҡабул иткән ҡарарҙарың һәр ваҡыт Изге Яҙмаларҙағы принциптарға нигеҙләнер. Ваҡыт уҙыу менән былай эш итеү һинең тормош юлың булып китәсәк (2 Көринттәргә 3:18).

17. Күңел асыуҙарҙы һайлар алдынан үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

17 Күңел асыуҙарҙы һайлағанда, Йәһүә ҡарашы буйынса эш иткәнеңә инаныр өсөн, тағы нимә эшләп була? Үҙеңдән: «Был миңә һәм Алла менән мөнәсәбәттәремә нисек тәьҫир итәсәк?» — тип һора һәм уйлан. Мәҫәлән, берәй фильм ҡарар алдынан үҙеңә бындай һорау бир: «Был фильмдың эстәлеге выжданыма ниндәй йоғонто яһаясаҡ?» Әйҙәгеҙ, ундай осраҡтарға ҡағылышлы принциптарҙы ҡарап сығайыҡ.

18, 19. а) Филиппийҙарға 4:8-ге принцип күңел асыуҙың файҙалы йәки зыянлы булыуын билдәләргә нисек ярҙам итә? б) Яҡшы күңел асыуҙы һайларға тағы ниндәй принциптар ярҙам итә? (Төшөрмәне ҡара.)

18 Төп принцип Филиппийҙарға 4:8-ҙә яҙылған: «Хаҡ нәмәләр, етди ҡарашҡа лайыҡлы нәмәләр, тәҡүә нәмәләр, саф нәмәләр, яратыуға лайыҡлы нәмәләр, хуплап әйтелә торған нәмәләр, яҡшы нәмәләр һәм маҡтауға лайыҡлы нәмәләр тураһында уйланып йәшәгеҙ». Әлбиттә, бында Паул күңел асыуҙар тураһында түгел, ә күңелдең уйҙары тураһында әйтә. Беҙ Алланы һөйөндөргән нәмәләр тураһында уйланырға тейеш (Мәҙхиә 18:15). Шулай ҙа Паулдың һүҙҙәрен күңел асыуҙарға ҡарата ла ҡулланып була. Нисек?

19 Үҙеңә бындай һорау бир: «Мин һайлаған фильм, видеоуйын, музыка йәки башҡа күңел асыуҙар аҡылымды „саф“ нәмәләр менән тултырамы?» Мәҫәлән, фильм ҡарағандан һуң хәтереңә нимәләр һеңеп ҡала? Улар күңелгә ятышлы, саф, көс биреүсе булһа, күңел асыу файҙалы булған тип әйтеп була. Ә әгәр был фильм саф булмаған фекерҙәр уятһа, ул һиңә файҙа түгел, ә зыян килтергән (Маттай 12:33; Марк 7:20—23). Ниндәй зыян? Әхлаҡ яғынан саф булмаған нәмә тураһында уйлау йән тыныслығыңды урлай, Изге Яҙмалар буйынса өйрәтелгән выжданыңды яфалай һәм Алла менән мөнәсәбәттәреңде боҙа (Эфестарға 5:5; 1 Тимутегә 1:5, 19). Ундай күңел асыуға яҡынлашма! (Римлыларға 12:2) * Мәҙхиә йырлаусынан үрнәк ал, ул Йәһүәгә: «Күҙҙәремде ығы-зығыға [«боҙоҡ нәмәгә», ЯД] ҡарауҙан бор», — тип доға ҡылған (Мәҙхиә 118:37).

БАШҠАЛАР ТУРАҺЫНДА ЛА УЙЛА

20, 21. 1 Көринттәргә 10:23, 24-ге һүҙҙәр файҙалы күңел асыуҙы һайларға нисек ярҙам итә?

20 Мәсихсе үҙенә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, мөһим принципты иҫәпкә алырға тейеш: «Бар нәмә рөхсәт ителә, әммә ҡайһы бер нәмәләр файҙалы түгел. Бар нәмә рөхсәт ителә, әммә ҡайһы бер нәмәләр нығытмай» (1 Көринттәргә 10:23, 24). Был принцип файҙалы күңел асыуҙы һайларға нисек ярҙам итә? Үҙеңә бындай һорау бир: «Мин һайлаған күңел асыу башҡаларға нисек тәьҫир итәсәк?»

21 Әйтәйек, һин берәй күңел асыуҙы «рөхсәт ителгән», йәғни яраҡлы, тип һанайһың, шуға күрә һинең выжданың уға ҡаршы түгел. Шулай ҙа ҡайһы бер имандаштарыңдың выжданы уларҙы был күңел асыуҙа ҡатнашыуҙан тыя. Шуға күрә һин, бәлки, ундай күңел асыуҙы һайламаҫһың. Ни өсөн? Сөнки һинең «ҡәрҙәшеңә ҡаршы», һәм, илсе Паул әйткәнсә, хатта «Мәсихкә ҡаршы гөнаһ ҡылғың» килмәй. Ә һайлаһаң, имандашыңа Аллаға тоғро булып ҡалыу ауырыраҡ булыр. «Абыныу ташы булмағыҙ» тигән кәңәшкә етди ҡара (1 Көринттәргә 8:12; 10:32). Бөгөн ысын мәсихселәр Паулдың яратып бирелгән аҡыллы кәңәшенә ҡолаҡ һалып, «рөхсәт ителгән», ләкин «файҙалы» булмаған күңел асыуҙарҙан ҡасалар (Римлыларға 14:1; 15:1).

22. Ни өсөн башҡаларҙан үҙ ҡарашың буйынса эш итеүҙе талап итеү аҡыллы булмаҫ?

22 Башҡалар тураһында уйлап эш итеүҙең тағы бер яғы бар. Мәҫәлән, машинала барыусы кеше башҡаларҙың да үҙе менән бер тиҙлектә барыуҙарын талап итһә, был аҡыллы булырмы? Әлбиттә, юҡ. Мәсихсенең выжданы ла уны берәй төрлө күңел асыуҙа ҡатнашыуҙан тыйһа, ул башҡа ҡәрҙәштәрҙән уның был ҡарашы буйынса эш итеүҙе талап итмәҫкә тейеш. Ундай талап ҡуйыу аҡыллы булмаҫ. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең ниндәйҙер күңел асыуға ҡараштары Изге Яҙмаларҙағы принциптарға тура килһә лә, берәй мәсихсенең ҡарашынан айырылып торорға мөмкин. Был мәсихсегә яратыуҙан сығып ҡәрҙәштәрен хөрмәт итергә кәрәк. Һәм уның «аҡыллы булыуы һәр кемгә билдәле булыр» (Филиппийҙарға 4:5; Вәғәзсе 7:16).

23. Һин һайлаған күңел асыу файҙалымы-юҡмы икәнлеген нисек белергә?

23 Шулай итеп, һин һайлаған күңел асыу файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә? Алла Һүҙендә хөкөм ителгән, боҙоҡ һәм әхлаҡһыҙ эштәр асыҡ күрһәтелгән һәр ҡайһы күңел асыуҙы кире ҡаҡ. Алла Һүҙендә берәй күңел асыу тураһында аныҡ бер нәмә лә әйтелмәһә, уға ҡарата ҡулланырлыҡ Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса эш ит. Выжданыңды нәжесләй алған күңел асыуҙарҙан ҡас һәм башҡаларҙы, айырыуса имандашыңды, үпкәләтә алған күңел асыуҙарҙан баш тартырға әҙер бул. Был яҡтан тәүәккәллегең Аллаға дан килтерһен, үҙеңде һәм ғаиләңде уның мөхәббәтендә һаҡлаһын.

^ 19 абз. Күңел асыуҙарҙы һайларға ярҙам иткән принциптарҙы шулай уҡ Ғибрәтле һүҙҙәр 3:31; 13:20; Эфестарға 5:3, 4 һәм Көләсәйҙәргә 3:5, 8, 20-лә табып була.