Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Алла таҙа халыҡты ярата

Алла таҙа халыҡты ярата

«Саф күңелле кеше менән һин үҙеңде саф тотасаҡһың» (МӘҘХИӘ 18:26, ЯД [17:27]).

1—3. а) Ни өсөн әсәй кеше балаһының таҙа булыуын һәм бөхтә кейенгәнен тикшереп тора? б) Ни өсөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең таҙа булыуын теләй, һәм таҙалыҡты һаҡларға беҙҙе нимә дәртләндерә?

ҺӘР бер әсәй балаһының таҙа, бөхтә кейенеп йөрөүен теләй. Балаһы берәй ергә йыйынһа, әсәй кеше барыһын тикшереп сыға. Ул балаһының сәләмәтлеге өсөн таҙалыҡ мөһим икәнен белә. Ул шуны ла аңлай: кешеләр баланың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, уның ата-әсәһе тураһында фекер йөрөтә.

2 Йәһүә, беҙҙең күктәге Атабыҙ, үҙ хеҙмәтселәренең таҙа, йәки саф булыуҙарын теләй. Уның Һүҙендә: «Саф күңелле кеше менән һин үҙеңде саф тотасаҡһың», — тип әйтелә (Мәҙхиә 18:26, ЯД [17:27]) *. Йәһүә беҙҙе ярата һәм таҙалыҡты һаҡлау беҙгә ҙур файҙа килтерә икәнлеген белә. Ул шулай уҡ башҡа кешеләрҙең беҙгә, уның Шаһиттарына, ҡарап, уның хаҡта яҡшы фекер йөрөтөүҙәренә өмөтләнә. Ысынлап та, беҙҙең таҙа булыуыбыҙ һәм яҡшы тәртибебеҙ Йәһүәгә һәм уның изге исеменә хурлыҡ түгел, ә дан килтерәсәк (Йәзәкил 36:22; 1 Петер 2:12 уҡы).

3 Алла таҙа кешеләрҙе ярата. Быны белеү беҙҙе таҙалыҡты һаҡларға дәртләндерә. Алланы яратҡанға, беҙ йәшәү рәүешебеҙ менән уға дан килтерергә теләйбеҙ. Беҙҙең шулай уҡ уның мөхәббәтендә ҡалғыбыҙ килә. Ни өсөн беҙгә таҙалыҡты һаҡларға кәрәк? Таҙа булыу нимәне аңлата? Үҙебеҙҙе таҙа килеш һаҡлар өсөн нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ. Был беҙгә ҡайһы яҡтарҙан үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген күрергә ярҙам итәсәк.

НИ ӨСӨН БЕҘГӘ ТАҘАЛЫҠТЫ ҺАҠЛАРҒА КӘРӘК?

4, 5. а) Таҙалыҡты һаҡлар өсөн ниндәй төп сәбәп бар? б) Йәһүәнең таҙалыҡты яратыуы барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр аша нисек күренә?

4 Йәһүә үрнәк биреп, беҙҙе үҙенең халҡы булараҡ алып бара. Шуға күрә Алланың Һүҙендә «унан үрнәк алығыҙ» тигән саҡырыу бар (Эфестарға 5:1). Беҙ бар яҡтарҙан да пак, саф һәм изге Аллаға, Йәһүәгә, ғибәҙәт ҡылабыҙ. Был таҙалыҡты һаҡлар өсөн төп сәбәп булып тора. (Левиттар 11:44, 45 уҡы.)

5 Йәһүәнең таҙалыҡты яратыуы, уның башҡа күп сифаттары һәм эштәре кеүек, бөтә барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр аша асыҡ күренә (Римлыларға 1:20). Ер кешеләр өсөн таҙа йорт итеп яратылған булған. Йәһүә һауаны һәм һыуҙы таҙартып торор өсөн тәбиғәт циклдарын булдырған. Ҡайһы бер бактериялар ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп, санитар ролен үтәй. Кешенең ҡомһоҙлоғо һәм эгоизмы арҡаһында ер нефть һәм башҡа төрлө ҡалдыҡтар менән бысрана, һәм ғалимдар уны таҙартыр өсөн шул бактерияларҙы ҡуллана. Һис шикһеҙ, «ерҙе Барлыҡҡа килтереүсе» өсөн таҙалыҡ бик мөһим (Иремия 10:12). Беҙҙең таҙалыҡҡа ҡарашыбыҙ шундай уҡ булырға тейеш.

6, 7. Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған кешеләрҙең таҙа булырға тейешлеге Муса Ҡанунында нисек күрһәтелгән булған?

6 Таҙалыҡты һаҡлар өсөн тағы бер сәбәп бар: Йәһүә, Ғәләмдең Хакимы, үҙ хеҙмәтселәренән таҙа булыуҙарын талап итә. Йәһүәнең Исраилға биргән Ҡанунынан таҙалыҡ менән ғибәҙәт ҡылыуҙың тығыҙ бәйле булыуы күренә. Ҡанун буйынса гөнаһ йолоу көнөндә баш рухани бер генә түгел, ә ике тапҡыр йыуынып алырға тейеш булған (Левиттар 16:4, 23, 24). Руханиҙарҙан Йәһүәгә ҡорбан килтерер алдынан үҙ ҡулдарын һәм аяҡтарын йыуыу талап ителгән (Сығыш 30:17—21; 2 Йылъяҙма 4:6). Муса Ҡанунында физик яҡтан бысраҡ булыуҙың һәм церемониал нәжестең (ғибәҙәт ҡылыу өсөн яраҡһыҙ булып китеүҙең) яҡынса 70 сәбәбе килтерелә. Пак булмаған исраиллы ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнаша алмаған, ә нәжес килеш ҡатнашҡан булһа, уны ҡайһы бер осраҡтарҙа бының өсөн үлем язаһы көткән (Левиттар 15:31). Таҙалыҡҡа ҡағылышлы Ҡанун талаптарын үтәүҙән баш тартыусы, мәҫәлән, тәнен һәм кейемен йыуырға теләмәгән кеше, «үҙ халҡы араһынан юҡ ителергә тейеш» булған (Һандар 19:17—20).

7 Беҙ Муса Ҡануны буйынса йәшәмәһәк тә, ундағы талаптар ярҙамында Алланың төрлө һорауҙарға ҡарашын аңлай алабыҙ. Ҡанунда шуға баҫым яһалған: Аллаға ғибәҙәт ҡылыусылар таҙа булырға тейеш. Йәһүә үҙгәрмәгән (Малахий 3:6). Ул «саф һәм нәжесләнмәгән» ғибәҙәт ҡылыуҙы ғына ҡабул итә (Яҡуп 1:27). Шуға күрә уның таҙалыҡҡа ҡағылышлы талаптарын белергә кәрәк.

АЛЛА ҠАРШЫҺЫНДА ТАҘА БУЛЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

8. Йәһүә беҙҙән ҡайһы яҡтарҙан таҙалыҡ һаҡлауыбыҙҙы көтә?

8 Изге Яҙмалар буйынса таҙа булыу физик таҙалыҡ менән генә сикләнмәй. Алланың иҫәпләүенсә, беҙ тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә таҙа булырға тейеш. Ул беҙҙән рухи, әхлаҡи, физик яҡтан һәм уйҙарыбыҙҙа таҙалыҡ һаҡлауыбыҙҙы көтә. Әйҙәгеҙ, таҙалыҡтың был дүрт төрөн айырым ҡарап сығайыҡ.

9, 10. Рухи яҡтан таҙа булыу нимәне аңлата, һәм ысын мәсихселәр нимәлә ҡатнашмай?

9 Рухи таҙалыҡ. Рухи яҡтан таҙа булыр өсөн, беҙ хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙы ялған дин менән ҡушырға тейеш түгел. Исраилдар Бабилдан Иерусалимға ҡайтырға сыҡҡас, уларға Алла тарафынан бындай әмер бирелгән булған: «Был ерҙән сығығыҙ, шаҡшы нәмәләргә ҡағылмағыҙ... Үҙегеҙҙе саф килеш һаҡлағыҙ» (Ишағия 52:11). Улар Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы торғоҙор өсөн тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Был ғибәҙәт ҡылыу саф булырға, йәғни исраилдар Алланы хурлаған Бабил диненең тәғлимәттәре, эштәре һәм йолалары менән уны бысратмаҫҡа тейеш булған.

10 Бөгөн беҙгә, ысын мәсихселәргә, үҙебеҙҙе ялған дин менән бысратмаҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. (1 Көринттәргә 10:21 уҡы.) Был бик мөһим, сөнки ялған диндең йоғонтоһо бөтә ерҙә һиҙелә. Күп илдәрҙә төрлө йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм ритуалдар ялған диндең тәғлимәттәре менән бәйле. Мәҫәлән, кеше үлгәс, уның ниндәйҙер өлөшө йәшәүен дауам итә тигән тәғлимәт бар (Вәғәзсе 9:5, 6, 10). Ысын мәсихселәр ялған диндең тәғлимәттәре менән бәйле йолаларҙа ҡатнашмай *. Башҡалар беҙҙе Изге Яҙмаларҙа яҙылған саф ғибәҙәт ҡылыу нормаларын боҙорға этәргәндә, беҙ ундай баҫымға бирешмәйбеҙ (Илселәр 5:29).

11. Әхлаҡи таҙалыҡты һаҡлар өсөн нимә эшләргә кәрәк, һәм ни өсөн был мөһим?

11 Әхлаҡи таҙалыҡ. Әхлаҡи таҙалыҡты һаҡлар өсөн енси аҙғынлыҡтың һәр ҡайһы төрөнән ҡасырға кәрәк. (Эфестарға 5:5 уҡы.) Әхлаҡи яҡтан таҙа булыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Был китаптың сираттағы бүлегендә әйтелгәнсә, Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙ «фәхешлектән ҡасырға» тейеш. Кеше фәхешлек ҡылып тәүбә итмәһә, «Алла Батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ» (1 Көринттәргә 6:9, 10, 18). Алла ундай кешеләрҙе «боҙоҡ һәм ерәнгес» тип һанай. Улар әхлаҡи таҙалыҡты һаҡлар өсөн көс ҡуймаһа, уларҙы «икенсе үлем» көтә (Асыш 21:8).

12, 13. Уйҙар һәм эштәр бер-береһе менән нисек бәйле, һәм уйҙарҙа таҙалыҡты нисек һаҡларға?

12 Уйҙарҙа таҙалыҡ. Кеше берәй нәмә эшләр алдынан тәүҙә бының турала уйлай. Боҙоҡ уйҙарға аҡылыбыҙҙа һәм йөрәгебеҙҙә тамырланырға рөхсәт итһәк, иртәме-һуңмы был боҙоҡ эштәргә килтерәсәк (Маттай 5:28; 15:18—20). Ләкин аҡылыбыҙҙы пак, саф фекерҙәр менән тултырыу беҙгә дөрөҫ эштәр ҡылырға ярҙам итәсәк. (Филиппийҙарға 4:8 уҡы.) Уйҙарҙа таҙалыҡты нисек һаҡларға? Беренсенән, уйҙарыбыҙҙы бысрата алған күңел асыуҙарҙың һәр ҡайһы төрөнән һаҡланырға кәрәк *. Икенсенән, Алла Һүҙен регуляр рәүештә өйрәнгәндә, беҙ аҡылыбыҙҙы саф фекерҙәр менән тултыра алабыҙ (Мәҙхиә 18:9, 10).

13 Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн рухи, әхлаҡи яҡтан һәм уйҙарҙа таҙалыҡ һаҡлау бик мөһим. Таҙалыҡтың был төрҙәре ошо китаптың башҡа бүлектәрендә ентекләберәк ҡарала. Ә хәҙер физик таҙалыҡҡа иғтибар итәйек.

ФИЗИК ТАҘАЛЫҠТЫ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?

14. Физик таҙалыҡ тураһында һүҙ барғанда, ни өсөн мәсихсе: «Был минең шәхси эшем, нимә теләйем, шуны эшләйем», — тип әйтә алмай?

14 Физик таҙалыҡты һаҡлау тәнеңде һәм йортоңдо таҙа тотоуҙы үҙ эсенә ала. Бының тураһында һүҙ барғанда, берәйһе: «Эштәремә ни ҡыҫылышығыҙ бар», — тип әйтһә, дөрөҫ булырмы? Ысынында, Йәһүә хеҙмәтселәре өсөн дөрөҫ булмаҫ. Алда ҡарап кителгәнсә, беҙҙең физик яҡтан таҙа булыуыбыҙ Йәһүә өсөн бик мөһим. Сөнки таҙалыҡ үҙебеҙгә ҙур файҙа килтереүҙән тыш, Аллабыҙ тураһында шаһитлыҡ бирә. Бүлек башында килтерелгән миҫалды иҫкә төшөрәйек. Бала һәр ваҡыт бысраҡ һәм шапшаҡ кейем кейеп йөрөһә, һин: «Уның ата-әсәһе ниндәй икән?» — тип уйлап ҡуйырһың, шулай бит? Беҙ ҙә тышҡы ҡиәфәтебеҙ йәки тәртибебеҙ менән күктәге Атабыҙға хурлыҡ килтерергә йәки вәғәз эшебеҙҙең әһәмиәтен кәметеп күрһәтергә теләмәйбеҙ. Алла Һүҙендә: «Хеҙмәтебеҙ кәмселекһеҙ булһын өсөн, беҙ берәй кемдең иманына кәртә булырлыҡ һис нәмә эшләмәйбеҙ, киреһенсә, һәр яҡтан үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре итеп тотабыҙ», — тип әйтелә (2 Көринттәргә 6:3, 4). Беҙгә физик таҙалыҡты нисек һаҡларға?

15, 16. Таҙалыҡ тураһында әйткәндә, беҙгә ниндәй яҡшы ғәҙәттәргә эйә булырға кәрәк, һәм кейемебеҙ ниндәй булырға тейеш?

15 Тән таҙалығы һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ. Һәр илдең үҙ мәҙәниәте һәм үҙ йәшәү шарттары бар, шулай ҙа йыуыныр өсөн һәм үҙебеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла таҙа тотор өсөн һыу менән һабын табыу ауыр түгел. Ризыҡ әҙерләү йәки ашау алдынан, бәҙрәфкә кереп сыҡҡандан һуң, баланы йыуындырғас йәки йүргәктәрен алмаштырғас, һабынлап ҡул йыуыу ғәҙәте булһа, яҡшы булыр ине. Был беҙҙе төрлө ауырыуҙарҙан яҡларға һәм хатта тормошобоҙҙо һаҡлап ҡалырға мөмкин. Был ғәҙәт шулай уҡ ҡурҡыныс вирустар менән бактерияларҙың таралыуына ҡамасаулай, шулай итеп кешеләрҙе диареяға, йәғни эс китеүгә килтергән ауырыуҙарҙан һаҡлай. Канализация булмаған ерҙәрҙә тиҙәкте, боронғо Исраилда кеүек, бәлки, соҡорға күмеп ҡуйырға кәрәк булыр (Ҡанун 23:12, 13).

16 Кейемебеҙ таҙа һәм бөхтә булһын өсөн, уны йыуып торорға кәрәк. Мәсихсенең кейеме мода артынан ҡыуып алынған йәки ҡыйбатлы түгел, ә бөхтә, пак һәм тыйнаҡ булырға тейеш. (1 Тимутегә 2:9, 10 уҡы.) Ҡайҙа ғына булмаһаҡ та, беҙ үҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән «Ҡотҡарыусыбыҙ Алланың тәғлимәтен» биҙәргә теләйбеҙ (Титусҡа 2:10).

17. Ни өсөн йортобоҙ һәм башҡа милкебеҙ таҙа һәм күркәм булырға тейеш?

17 Йортобоҙ һәм башҡа милкебеҙ. Йортобоҙ бай булмаһа ла, беҙ уны таҙа һәм, шарттарға ҡарап, күркәм итеп тоторға тейеш. Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә машинала барһаҡ, уны эстән дә, тыштан да таҙа тотор өсөн көс ҡуяйыҡ. Әйҙәгеҙ, шуны онотмайыҡ: таҙа йортобоҙ һәм милкебеҙ Аллабыҙ тураһында шаһитлыҡ бирә. Өҫтәүенә, беҙ кешеләрҙе Йәһүә таҙалыҡ яратыусы Алла, ул «ерҙе һәләк итеүселәрҙе һәләк итәсәк» һәм уның Батшалығы тиҙҙән ерҙе Ожмахҡа әйләндерәсәк тип өйрәтәбеҙ (Асыш 11:18; Лука 23:43). Йортобоҙ һәм милкебеҙ башҡаларға шуны күрһәтһен: беҙ инде хәҙер таҙалыҡ һаҡлау ғәҙәтен үҫтереп йәшәйбеҙ. Ә ундай ғәҙәттәр яҡынлашып килгән яңы донъяла кәрәк буласаҡ.

Физик таҙалыҡты һаҡлау тәнеңде һәм йортоңдо таҙа тотоуҙы үҙ эсенә ала

18. Беҙ Батшалыҡ Залыбыҙҙы ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

18 Ғибәҙәт ҡылыу урындары. Йәһүәне яратыу беҙҙе Батшалыҡ Залыбыҙға, хаҡ ғибәҙәт ҡылыу үҙәгенә, хөрмәт күрһәтергә дәртләндерә. Кешеләр осрашыуҙарыбыҙға беренсе тапҡыр килгәндә, беҙ залыбыҙҙың уларҙа яҡшы тәьҫорат ҡалдырыуын теләйбеҙ. Залыбыҙ яҡшы хәлдә булһын өсөн, беҙ уны йыйыштырабыҙ һәм кәрәкле йүнәтеү эштәре үткәрәбеҙ. Шулай итеп беҙ Батшалыҡ Залыбыҙҙы ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ғибәҙәт ҡылыу урынын йүнәтеү һәм төҙөкләндереү, уны йыйыштырыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт (2 Йылъяҙма 34:10). Был принциптарҙы Конгрестар Залдарына йәки конгрестар үткән башҡа урындарға ҡарата ла ҡулланып була.

НӘЖЕСЛӘЙ ТОРҒАН ЭШТӘРҘӘН ҺӘМ ҒӘҘӘТТӘРҘӘН ҺАҠЛАНАБЫҘ

19. Физик яҡтан таҙа булып ҡалыр өсөн, беҙгә нимәнән һаҡланырға кәрәк һәм Изге Яҙмалар беҙгә был яҡтан нисек ярҙам итә?

19 Физик яҡтан таҙа булып ҡалыр өсөн, беҙгә нәжесләй торған эштәрҙән һәм ғәҙәттәрҙән, мәҫәлән, тәмәке тартыуҙан, иҫерткес эсемлектәрҙе самаһын белмәйенсә эсеүҙән һаҡланырға кәрәк. Уларҙың иҫәбенә дауаланыу менән бәйле булмаған һәм әүәҫлек тыуҙырған, аңға тәьҫир иткән матдәләрҙе ҡулланыу ҙа инә. Изге Яҙмаларҙа бөгөнгө көндә киң таралған бөтә бысраҡ һәм ерәнгес ғәҙәттәр менән эштәрҙең исемлеге килтерелмәй, ләкин унда принциптар бирелә, һәм улар беҙгә Йәһүәнең ундай эштәргә ҡарата мөнәсәбәтен аңларға ярҙам итә. Беҙ Йәһүәнең ҡарашын беләбеҙ, һәм уны яратыу беҙҙе ул хуплаған юл буйынса барырға дәртләндерә. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмаларҙан биш принципты ҡарап сығайыҡ.

20, 21. Йәһүә беҙҙең ниндәй эштәрҙән ҡасыуыбыҙҙы теләй, һәм ниндәй етди сәбәпте иҫтә тоторға кәрәк?

20 «Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, шундай вәғәҙәләргә эйә булғанбыҙ икән, әйҙәгеҙ, тән менән рухты нәжесләй торған һәр нәмәнән үҙебеҙҙе сафландырайыҡ һәм Алланан ҡурҡыуыбыҙҙы күрһәтеп, изгелегебеҙҙе камиллаштырайыҡ» (2 Көринттәргә 7:1). Йәһүә беҙҙең тәнебеҙҙе нәжесләй торған һәм рухыбыҙға, йәғни фекер йөрөтөүебеҙгә зыян килтерә торған эштәр ҡоллоғона эләгеүебеҙҙе теләмәй. Шуға күрә беҙгә тән һәм аҡыл сәләмәтлеге өсөн зыянлы булған һәм әүәҫлек тыуҙыра торған ғәҙәттәрҙән һаҡланырға кәрәк.

21 Изге Яҙмаларҙа «нәжесләй торған һәр нәмәнән үҙебеҙҙе сафландырыр» өсөн етди сәбәп килтерелә. Иғтибар итегеҙ, 2 Көринттәргә 7:1 «шундай вәғәҙәләргә эйә булғанбыҙ икән» тигән һүҙҙәр менән башлана. Ниндәй вәғәҙәләр тураһында һүҙ бара? Йәһүә: «Мин һеҙҙе ҡабул итермен... һеҙгә ата булырмын», — ти (2 Көринттәргә 6:17, 18). Күҙ алдыңа килтереп ҡара: Йәһүә һине яҡларға һәм, атай улын йәки ҡыҙын яратҡан кеүек, яратырға вәғәҙә бирә. Әммә һин «тән менән рухты» нәжесләй торған эштәрҙән һаҡланһаң ғына, Йәһүә был вәғәҙәләрҙе үтәйәсәк. Шундай ғәҙәт йәки эш арҡаһында Йәһүә менән ҡиммәтле һәм яҡын мөнәсәбәттәреңде боҙһаң, был аҡылһыҙлыҡ булыр ине!

22—25. Изге Яҙмаларҙағы ниндәй принциптар беҙгә бысраҡ ғәҙәттәрҙән һәм эштәрҙән һаҡланырға ярҙам итә?

22 «Йәһүә Аллаңды бөтөн йөрәгең, бөтөн йәнең һәм бөтөн аҡылың менән ярат» (Маттай 22:37). Ғайса был әмерҙе иң мөһим әмер тип атаған (Маттай 22:38). Йәһүә беҙҙең ундай яратыуыбыҙға лайыҡ. Уны бөтөн йөрәк, йән һәм аҡыл менән яратыр өсөн, беҙгә ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡарта алған йәки Алла биргән фекер йөрөтөү һәләттәребеҙҙе тупаҫландыра алған эштәрҙән һаҡланырға кәрәк.

23 Йәһүә «үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә» (Илселәр 17:24, 25). Тормош — Алланың бүләге. Тормош биреүсебеҙҙе яратҡанға, беҙҙең был бүләкте хөрмәт иткебеҙ килә. Беҙ һаулығыбыҙ өсөн зыянлы булған һәр ҡайһы ғәҙәттәрҙән йәки эштәрҙән һаҡланабыҙ, сөнки ундай эштәрҙә ҡатнашып, беҙ тормош бүләген һис тә хөрмәт итмәгәнебеҙҙе күрһәтер инек (Мәҙхиә 35:10).

24 «Яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат» (Маттай 22:39). Кешенең бысраҡ ғәҙәттәре һәм эштәре үҙенә генә түгел, ә башҡаларға ла зарар килтерә. Мәҫәлән, тәмәке төтөнө яҡын тирәләге кешеләрҙе ағыулай. Башҡаларға зыян килтергән кеше Алланың яҡыныңды ярат тигән әмерен боҙа. Шулай уҡ уның: «Мин Алланы яратам», — тигән һүҙҙәре ялған булып сыға (1 Яхъя 4:20, 21).

25 «Артабан да иҫтәренә төшөрөп тор: хөкүмәттәргә һәм хакимиәттәргә буйһонһондар, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер булһындар» (Титусҡа 3:1). Күп илдәрҙә үҙеңдә наркотиктар һаҡлау йәки уларҙы ҡулланыу закон боҙоу тип һанала. Ысын мәсихселәр закон менән тыйылған наркотиктарҙы үҙҙәрендә һаҡламай һәм уларҙы ҡулланмай (Римлыларға 13:1).

26. а) Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? б) Ни өсөн Алла ҡаршыһында таҙа булыу — иң яҡшы тормош юлы?

26 Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙгә үҙебеҙҙе бөтә яҡтарҙан да таҙа килеш һаҡларға кәрәк. Нәжесләй торған ғәҙәттәрҙе, эштәрҙе ташлау һәм уларҙан һаҡланыу еңел булмаһа ла, был мөмкин *. Ысынлап та, шулай эш итеү — иң яҡшы тормош юлы, сөнки Йәһүәнең һәр кәңәше файҙалы. (Ишағия 48:17 уҡы.) Ә иң мөһиме, таҙалыҡты һаҡлап, беҙ яратҡан Аллабыҙға дан килтерәбеҙ һәм уның мөхәббәтендә ҡалабыҙ! Быны аңлауҙан беҙ ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәбеҙ.

^ 2 абз. Изге Яҙмалар яҙылған телдә «саф» йәки «таҙа» тип тәржемә ителгән һүҙ ҡайһы саҡта физик таҙалыҡҡа ҡағылһа ла, йышыраҡ рухи һәм әхлаҡи сафлыҡ мәғәнәһендә ҡулланыла.

^ 67 абз. Исем үҙгәртелгән.