Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

«Бөтә кеше лә никахты ихтирам итһен»

«Бөтә кеше лә никахты ихтирам итһен»

«Йәшлектәге ҡатының менән күңел ас» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 5:18, ЯД).

1, 2. Беҙ ниндәй һорау ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?

ҺИНЕҢ үҙ ғаиләң бармы? Никахың бәхетлеме йәки һиңә етди ауырлыҡтар кисерергә тура киләме? Тормош иптәшегеҙ менән бер-берегеҙҙән яйлап ситләштегеҙме? Һеҙ бер-берегеҙҙе түҙеп кенә, шатлыҡһыҙ йәшәйһегеҙме? Улайһа, һинең хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеп элекке шатлыҡлы ғаилә тормошона кире ҡайтырға теләгең тыуалыр. Мәсихсе булараҡ, һин, һис шикһеҙ, яратҡан Аллаңа, Йәһүәгә, никахың менән дан килтерергә теләйһең. Шуға күрә никахыңдың бөгөнгө хәле һине борсоуға һалалыр, һәм бының арҡаһында һинең күңелең әрнейҙер. Әммә хәлең өмөтһөҙ тип һөҙөмтә яһарға ашыҡма.

2 Бөгөн бик күп бәхетле мәсихсе ғаиләләр бар. Ҡасандыр улар ҙа бер-береһен түҙеп кенә, шатлыҡһыҙ йәшәгән, шулай ҙа был ғаиләләр нихактарын нығыта алған. Һин дә никахыңды күпкә бәхетлерәк итә алаһың. Бының өсөн нимә эшләргә?

АЛЛАҒА ҺӘМ ТОРМОШ ИПТӘШЕҢӘ ЯҠЫНЛАШ

3, 4. Ни өсөн ир менән ҡатын Аллаға яҡынлашырға тырышһа, бер-береһенә яҡынлашасаҡ? Миҫал килтер.

3 Һеҙ тормош иптәшегеҙ менән Аллаға яҡынлашырға тырышһағыҙ, бер-берегеҙгә лә яҡынлашасаҡһығыҙ. Быны шундай миҫал менән күрһәтеп була. Әйтәйек, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән бер осло тауҙың итәгендә баҫып тораһығыҙ: һин — тауҙың бер яғында, ә тормош иптәшең — уның икенсе яғында. Бер ваҡыт һеҙ икегеҙ ҙә тауға күтәрелә башлайһығыҙ. Тәүҙә һеҙҙе бер-берегеҙҙән айырып торған ара ҙур, әммә күтәрелгән һайын ул кәмегәндән-кәмей бара. Был миҫалдан өмөт биреүсе һабаҡ күрәһеңме?

4 Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн ҡуйған тырышлыҡтарығыҙҙы тауға менеү менән сағыштырып була. Һеҙ Йәһүәне яратаһығыҙ, шуға күрә тауға тырышып менәһегеҙ тип әйтеп була. Шулай ҙа тормош иптәшегеҙ менән бер-берегеҙҙән ситләшкән булһағыҙ, һеҙҙе тауға ҡапма-ҡаршы яҡтарҙан менгән кешеләр менән сағыштырып була. Күтәрелеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, нимә буласаҡ? Әлбиттә, һеҙҙе айырып торған арағыҙ башта ҙур булыр. Әммә тау осона табан күтәрелә барған һайын, йәғни Аллаға яҡынлашыр өсөн күберәк тырышлыҡтар һалған һайын, һеҙ тормош иптәшегеҙгә яҡынлаша бараһығыҙ. Ысынлап та, тормош иптәшеңә яҡынлашыр өсөн, иң беренсе сиратта Йәһүәгә яҡынлашырға кәрәк. Бының өсөн нимә эшләргә?

Изге Яҙмаларҙағы белемде ҡулланыу никахты нығыта ала

5. а) Йәһүәгә һәм тормош иптәшеңә яҡынлашыр өсөн, тәү сиратта нимә эшләргә кәрәк? б) Йәһүә никахҡа нисек ҡарай?

5 Һеҙ Алла Һүҙендәге никахҡа ҡағылышлы кәңәштәрҙе тотһағыҙ, был һеҙгә, образлы әйткәндә, тауға менергә ярҙам итәсәк (Мәҙхиә 24:4; Ишағия 48:17, 18). Мәҫәлән, илсе Паулдың кәңәшенә иғтибар итегеҙ: «Бөтә кеше лә никахты ихтирам итһен» (Еврейҙарға 13:4). «Ихтирам итеү» тигән һүҙҙәр нимәнелер хөрмәт итеү һәм ҡәҙерләү тигәнде аңлата. Йәһүә никахҡа тап шулай ҡарай: ул уны ҡәҙерләй һәм хөрмәт итә.

ЙӘҺҮӘГӘ ҠАРАТА ЭСКЕРҺЕҘ ЯРАТЫУ ТӨП ЭТӘРГЕС БУЛЫП ТОРҺОН

6. Паул кәңәшенең контексы нимә күрһәтә, һәм ни өсөн быны иҫтә тотоу мөһим?

6 Әлбиттә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән никах ҡәҙерле һәм хатта изге икәнен беләһегеҙ. Йәһүә үҙе никахҡа нигеҙ һалған. (Маттай 19:4—6 уҡы.) Эйе, һеҙ бер-берегеҙҙе яратырға һәм хөрмәт итергә тейеш, ләкин ауырлыҡтар тыуғанда, быны эшләр өсөн, никахтың ихтирам ителергә тейешлеген белеү генә аҙ. Улай булғас, тағы нимә кәрәк? Паулдың һүҙҙәренә ҡабат иғтибар ит. Ул «никах ихтирам ителһен» тип түгел, ә «бөтә кеше лә никахты ихтирам итһен» тигән. Шулай итеп Паул беҙҙе никахты ихтирам итергә өндәгән *. Был һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, һин тормош иптәшеңә ҡарата хөрмәтеңде ҡабат уята алырһың. Ни өсөн был мөһим?

7. а) Беҙ Изге Яҙмаларҙағы ниндәй әмерҙәрҙе үтәйбеҙ һәм ни өсөн? б) Тыңлаусан булыу ниндәй яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә?

7 Изге Яҙмаларҙа беҙгә шулай уҡ шәкерттәр әҙерләргә һәм ғибәҙәт ҡылыр өсөн бергә йыйылырға әмерҙәр бирелгән. Һинең был әмерҙәргә ҡарашың ниндәй? (Маттай 28:19; Еврейҙарға 10:24, 25) Дөрөҫөн генә әйткәндә, быны үтәү ҡайһы ваҡыт еңел түгел. Вәғәзләгәндә, кешеләр ҡайһы саҡта үҙҙәрен дошмандарса тота йәки эшең бар көсөңдө алғанға, һиңә мәсихсе осрашыуҙарға килеү бик ауыр булалыр. Шулай ҙа һин Батшалыҡ хәбәрен вәғәзләүеңде һәм осрашыуҙарға килеүеңде дауам итәһең. Һине бер кем дә, хатта Шайтан да, туҡтата алмай! Ни өсөн? Сөнки Йәһүәне эскерһеҙ яратыуың һине уның әмерҙәрен үтәргә дәртләндерә (1 Яхъя 5:3). Был ниндәй яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә? Вәғәздә ҡатнашыу һәм осрашыуҙарға килеү һиңә йән тыныслығы һәм ысын шатлыҡ килтерә, сөнки һин Алла ихтыярын үтәгәнеңде аңлайһың. Ә йән тыныслығы һәм шатлыҡ көсөңдө яңырта (Нихами 8:10). Бынан беҙ үҙебеҙгә ниндәй һабаҡ ала алабыҙ?

8, 9. а) Беҙҙе «никахты ихтирам итегеҙ» тигән һүҙҙәрҙе үтәп йәшәргә нимә дәртләндерә һәм ни өсөн? б) Беҙ ниндәй ике кәңәште ҡарап сығасаҡбыҙ?

8 Алланы яратыу һине төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, вәғәзләргә һәм йыйылыштарҙы ҡалдырмаҫҡа дәртләндерә. Шул уҡ яратыу «никахты ихтирам итегеҙ» тигән кәңәште, был ауыр булып күренһә лә, үтәргә дәртләндерә ала (Еврейҙарға 13:4; Мәҙхиә 17:30; Вәғәзсе 5:3). Вәғәзгә һәм йыйылыштарға йөрөү өсөн һалынған тырышлыҡтар фатихалар килтерә. Никахыңды «ихтирам итер» өсөн һалған тырышлыҡтарың да Йәһүәнең күҙ уңынан ысҡынмаясаҡ, һәм ул уларҙы фатихалаясаҡ (1 Тессалуникиҙарға 1:3; Еврейҙарға 6:10).

9 Никахыңды ихтирам итер өсөн, һиңә нимә эшләргә кәрәк? Беренсенән, никахыңа зыян килтерә алған тәртиптән һаҡлан, икенсенән, уны нығытыр өсөн аҙымдар яһа.

НИКАХТЫ ХУРЛАҒАН ҺҮҘҘӘРҘӘН ҺӘМ ТӘРТИПТӘН ҺАҠЛАН

10, 11. а) Ниндәй тәртип никахты хурлай? б) Үҙ тормош иптәшеңә ниндәй һорау бирергә кәрәк?

10 Бер мәсихсе ҡатын бындай һүҙҙәр әйткән булған: «Йәһүәнән барыһын кисереп сығыр өсөн көс һорап, доға ҡылам». Нимәне кисереп сығырға? Ул былай ти: «Ирем сәнскеле һүҙҙәре менән мине йәберләй. Был яралар күҙгә күренеп тормаһа ла, уның „Мин һинән туйҙым!“ һәм „Һин йүнһеҙ ҡатын булып сыҡтың!“ тигән һүҙҙәре йөрәгемде яралай». Был ҡатын никахтағы бик етди нәмә — тупаҫ һөйләшеү тураһында әйтә.

11 Мәсихсе ғаиләләрҙә ир менән ҡатын бер-береһен рәнйетеүсе һүҙҙәр менән яралаһа, был бик ҡыҙғаныс. Шундай яралар оҙаҡ уңалмай! Эйе, ундай ғаиләлә никах ихтирам ителә тип әйтеп булмай. Һинең ғаиләң тураһында нимә әйтеп була? Быны белер өсөн, баҫалҡылыҡ күрһәтеп тормош иптәшеңдән: «Минең һүҙҙәрем һине рәнйетмәйме?» — тип һора. Әгәр ул: «Эйе», — тиһә, хәлде үҙгәртер өсөн, аҙымдар яһарға әҙер бул (Галаттарға 5:15; Эфестарға 4:31 уҡы).

12. Ни өсөн Алла берәй кешенең ғибәҙәт ҡылыуын буш тип һанарға мөмкин?

12 Һин ғаиләңдә телеңде нисек ҡулланаһың? Иҫеңдә тот: был Йәһүә менән мөнәсәбәттәреңә тәьҫир итә. «Берәйһе үҙен Аллаға табыныусы тип һанап та, телен тыймай икән, ул үҙ йөрәген алдай, һәм уның ғибәҙәт ҡылыуы буш», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Яҡуп 1:26). Һөйләшеү рәүешең, әйткән һүҙҙәрең — ғибәҙәт ҡылыуыңдың өлөшө. Изге Яҙмаларҙа бындай фекер юҡ: Аллаға хеҙмәт итәһең икән, өйөңдәге хәл әллә ни мөһим түгел. Үҙ-үҙеңде алдама, сөнки был бик мөһим. (1 Петер 3:7 уҡы.) Һинең төрлө һәләттәрең дә, ашҡыныуың да барҙыр, ләкин белә тороп тормош иптәшеңде рәнйетһәң, һин никахыңды хурлаясаҡһың, һәм Алла һинең ғибәҙәт ҡылыуыңды буш тип һанаясаҡ.

13. Ир менән ҡатын бер-береһенең йөрәген нисек яралай ала?

13 Ир менән ҡатын бер-береһенең йөрәген башҡа төрлө эштәр менән дә яралай ала, шуға күрә уларға һаҡ булырға кәрәк. Ике миҫал ҡарап сығайыҡ. Яңғыҙ әсә кеше йыйылыштағы бер өйләнгән мәсихсе иргә кәңәш һорап йыш ҡына шылтырата һәм уның менән оҙаҡ һөйләшә. Йә әйтәйек, яңғыҙ мәсихсе ағай-ҡәрҙәш һәр аҙна кейәүҙәге апай-ҡәрҙәш менән оҙаҡ ваҡыт вәғәзләй. Был никахтағы ҡәрҙәштәрҙең ниәттәре яҡшылыр ҙа, әммә уларҙың тәртибе тормош иптәштәренә нисек тәьҫир итә? Бер ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Ирем йыйылыштағы бер апай-ҡәрҙәш менән байтаҡ ваҡыт үткәреп, уға күп иғтибар бирә. Был мине рәнйетә һәм кәмһетә».

14. а) Никахҡа ҡағылышлы һорауҙа Башланмыш 2:24-тә нимәгә баҫым яһала? б) Беҙ үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорау бирергә тейеш?

14 Был ҡатын кешенең һәм ундай хәлгә эләккәндәрҙең хистәрен аңлап була. Сөнки уларҙың тормош иптәштәре Алланың бындай һүҙҙәрен һанға һуҡмайҙар: «Кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр [„йәбешер“, ЯД]» (Башланмыш 2:24). Әлбиттә, кешеләр никахлашҡандан һуң да, ата-әсәләрен хөрмәт итәләр, ләкин Алла урынлаштырған тәртип буйынса улар өсөн тормош иптәштәре мөһимерәк. Беҙ имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ, әммә тәү сиратта беҙгә тормош иптәшебеҙҙе яратырға кәрәк. Шуға күрә никахтағы мәсихсе ҡаршы енестәге имандашы менән сиктән тыш күп ваҡыт үткәрһә йәки уның менән яҡын дуҫлашһа, ул никахын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Никахыңда киҫкен хәл тыуған булһа, бәлки, сәбәбе шулдыр. Үҙ-үҙеңә бындай һорау бир: «Мин тормош иптәшем менән етерлек ваҡыт үткәрәмме, уға тейешле иғтибар бирәмме һәм уның менән үҙемде наҙлы тотаммы?»

15. Ни өсөн Маттай 5:28 буйынса никахтағы мәсихселәр ҡаршы енестәге кешегә тейешһеҙ иғтибар күрһәтергә тейеш түгел?

15 Никахтағы мәсихсе ҡаршы енестәге кешегә тейешһеҙ иғтибар күрһәтеп аҡылһыҙ эш итә һәм шулай итеп ҡурҡыныс юлға баҫа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, никахтағы ҡайһы бер мәсихселәр ҡаршы енестәге кеше менән үҙҙәрен артыҡ иркен тотоп романтик хистәр үҫтергән (Маттай 5:28). Һөҙөмтәлә ундай тәртип никахҡа тағы ла ҙурыраҡ хурлыҡ килтергән. Илсе Паулдың һүҙҙәренә иғтибар итәйек.

«НИКАХЫН САФ КИЛЕШ ҺАҠЛАҺЫН»

16. Паул никахҡа ҡағылышлы ниндәй әмер бирә?

16 «Бөтә кеше лә никахты ихтирам итһен» тигәс, Паул былай тип өҫтәгән: «Никахын саф килеш һаҡлаһын, сөнки зинасыларҙы һәм хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк» (Еврейҙарға 13:4). Паул «никахын саф килеш һаҡлаһын» тейеп, енси мөнәсәбәттәрҙе күҙ уңында тота. Был мөнәсәбәттәр ир менән ҡатын араһында ғына булырға тейеш, шул саҡта улар никахтарын «саф килеш һаҡларҙар». Шуға күрә мәсихселәр Алла Һүҙендәге: «Йәшлектәге ҡатының менән күңел ас», — тигән һүҙҙәргә ҡолаҡ һала (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, ЯД).

17. а) Ни өсөн мәсихселәр донъяның зина ҡылыуға ҡарашынан һаҡланырға тейеш? б) Әйүп үрнәге буйынса нисек эш итеп була?

17 Үҙ тормош иптәше менән түгел, ә башҡа кеше менән енси мөнәсәбәттәргә инеүсе Алланың әхлаҡи закондарын бер ҙә һанға һуҡмағанын күрһәтә. Эйе, бөгөн күп кешеләр зина ҡылыуҙы боҙоҡ тәртип тип һанамай. Әммә донъяуи кешеләрҙең ҡарашы мәсихселәрҙең ҡарашына тәьҫир итергә тейеш түгел. Мәсихселәр шуны аңлай: ахыр сиктә «зинасыларҙы һәм хыянатсыларҙы» кеше түгел, ә «Алла хөкөм итәсәк» (Еврейҙарға 10:31; 12:29). Шуға күрә ысын мәсихселәр был һорауға Йәһүәнең ҡарашы менән ҡарай. (Римлыларға 12:9 уҡы.) Ырыу башлығы Әйүп: «Мин күҙҙәрем менән килешеү төҙөнөм», — тигән (Әйүп 31:1). Эйе, зина ҡылыуға килтерә алған юлға баҫмаҫ өсөн, ысын мәсихселәр үҙ күҙҙәренә хужа булып тора һәм ҡаршы енестәге кешегә, ул уның ҡатыны йә ире булмаһа, енси теләк менән ҡарамай. («Айырылышыуға һәм айырым йәшәүгә Алланың ҡарашы» тигән ҡушымтаны ҡара.)

18. а) Йәһүә ҡарашынан зина ҡылыу ни тиклем ауыр гөнаһ? б) Боттарға табыныу менән зина ҡылыу араһында ниндәй оҡшаш яҡ бар?

18 Йәһүә ҡарашынан зина ҡылыу ни тиклем ауыр гөнаһ? Уның хистәрен аңлар өсөн, Муса ҡанунына иғтибар итәйек. Боронғо Исраилда зина ҡылыусы ла, боттарға табыныусы ла үлемгә тапшырылған (Левиттар 20:2, 10). Боттарға табыныу менән зина ҡылыу араһында оҡшаш яҡты күрәһеңме? Исраиллы боттарға табынып, Йәһүә менән төҙөлгән килешеүен боҙған. Ә зина ҡылыусы исраиллы үҙ тормош иптәше менән төҙөлгән килешеүен боҙған. Был ике осраҡта ла кеше хыянат иткән (Сығыш 19:5, 6; Ҡанун 5:9; Малахий 2:14 уҡы). Һөҙөмтәлә уларҙың икеһен дә Йәһүә — тоғро һәм ышаныслы Алла — хөкөм иткән (Мәҙхиә 32:4).

19. Мәсихсенең зина ҡылыуҙан ҡасырға тәүәккәллеген нимә нығыта ала һәм ни өсөн?

19 Әлбиттә, мәсихселәр бөгөн Муса ҡанунын тотмайҙар. Әммә боронғо Исраилда зина ҡылыуҙың ни тиклем ауыр гөнаһ тип һаналғанын иҫтә тотоп, мәсихселәр ундай тәртиптән ҡасырға тәүәккәллектәрен нығыта ала. Ни өсөн? Мәҫәлән, һин сиркәүгә инеп боттар алдына теҙләнеп, доға ҡылыр инеңме? «Һис тә юҡ!» — тип әйтерһең һин. Ә бының өсөн күп аҡса тәҡдим итһәләр, быны эшләргә ризалашыр инеңме? «Бер ҡасан да!» — тип әйтерһең һин. Эйе, боттарға табынып Йәһүәгә хыянат итеү тигән ерәнгес фекер ысын мәсихсенең хатта уйына ла килмәйҙер. Тап шулай уҡ уның өсөн тормош иптәшенә хыянат итеү хаҡында хатта уйлау ҙа ерәнгес булырға тейеш. Зина ҡылыуҙы бер нисек тә аҡлап булмай (Мәҙхиә 50:3, 6; Көләсәйҙәргә 3:5). Беҙ Шайтанды шатландырыусы, ә Йәһүәгә һәм изге никах ҡоролошона хурлыҡ килтереүсе эштәр бер ҡасан да ҡылмаясаҡбыҙ.

НИКАХТЫ НИСЕК НЫҒЫТЫРҒА?

20. Ҡайһы бер никахтарҙа ниндәй хәл тыуған? Миҫал килтер.

20 Шулай итеп, никахты хурлаған тәртиптән һаҡланырға кәрәк. Әммә тормош иптәшеңә ҡарата хөрмәтеңде ҡабат уятыр өсөн дә көс ҡуй. Быны нисек эшләргә? Никахты йорт менән сағыштырайыҡ. Наҙлы һүҙҙәр, уйлап башҡарылған эштәр һәм ир менән ҡатындың бер-береһен хөрмәт итеүен күрһәткән башҡа эштәр йортто матурлаған, уға йәм өҫтәгән әйберҙәргә тиң. Һеҙ бер-берегеҙгә яҡын икән, никахығыҙ төрлө әйберҙәр менән биҙәлгән йортҡа оҡшаш. Был биҙәүестәр уны күркәм һәм йәмле итә. Ә мөнәсәбәттәрегеҙ һыуынһа, биҙәүсе әйберҙәр төҫһөҙләнә һәм никахығыҙ, биҙәлмәгән йорт кеүек, йәмен юғалта. Алланың «бөтә кеше лә никахты ихтирам итһен» тигән һүҙҙәренә тыңлаусан булырға теләгәнгә, һин хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләйһең. Ысынлап та, кеше ихтирам иткән һәм ҡәҙерләгән нәмәһен яңыртып, төҙөкләндереп тора. Быны нисек эшләп була? Алла Һүҙендә былай тип әйтелә: «Йорт аҡыллылыҡ менән ҡоролор һәм аҡыл менән нығытылыр. Һәм йорттоң эсе лә һәр төрлө ҡиммәтле һәм гүзәл әйберҙәр менән оҫталарса [«белем ярҙамында», ЯД] йыһазландырылыр» (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:3, 4). Был һүҙҙәрҙе никахҡа ҡарата нисек ҡулланып була?

21. Нисек никахыңды әкренләп нығытып була? (« Мин никахымды нисек бәхетлерәк итә алам?» тигән рамканы ла ҡара.)

21 Бәхетле ғаилә йорто «ҡиммәтле... әйберҙәр» менән, мәҫәлән, ысын мөхәббәт, Алланан ҡурҡыу һәм ныҡлы иман менән йыһазландырылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:16, 17; 1 Петер 1:7). Был сифаттар никах бәйләнештәрен нығыта. Иғтибар иттеңме, нимә ярҙамында йорттоң эсе ҡиммәтле әйберҙәр менән йыһазландырыла? «Белем ярҙамында». Эйе, Изге Яҙмаларҙағы белемде ҡулланғанда, кешеләр фекер йөрөтөүҙәрен үҙгәртеп, бер-береһенә ҡарата мөхәббәт ялҡынын ҡабат ҡабыҙа ала (Римлыларға 12:2; Филиппийҙарға 1:9). Шуға күрә тормош иптәшең менән бергә ашыҡмайынса ғына Изге Яҙмаларҙан берәй өҙөктө, мәҫәлән, көндәлек шиғырҙы йәки Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларҙан алынған никахҡа ҡағылышлы мәҡәләләрҙе ҡарап сыҡҡанда һәм өйрәнгәндә, һеҙ йортоғоҙҙо матурлай алған төрлө биҙәүсе әйберҙәрҙе ентекләп ҡарайһығыҙ тип әйтеп була. Әйтәйек, һеҙ өйрәнеү ваҡытында берәй кәңәшкә тап булдығыҙ, ти. Йәһүәгә ҡарата яратыу был кәңәште ҡулланырға этәргәндә, һеҙ шул биҙәүсе әйберҙе йортоғоҙға индерәһегеҙ тип әйтеп була. Һөҙөмтәлә никахығыҙға йәм менән йылылыҡ ҡабат ҡайта.

22. Никахыбыҙҙы нығытыр өсөн һалынған тырышлыҡтар беҙгә ниндәй ҡәнәғәтлек килтерәсәк?

22 Әлбиттә, был биҙәүсе әйберҙәрҙе үҙ урындарына бер-бер артлы кире ҡайтарыр өсөн, күп ваҡыт һәм тырышлыҡ кәрәк булыр. Әммә был яҡтан үҙең тырышлыҡ ҡуйһаң, һин Изге Яҙмаларҙағы: «Бер-берегеҙгә ихтирам күрһәтеүҙә беренсе булығыҙ», — тигән кәңәште ҡулланғаныңды аңлап, тәрән ҡәнәғәтлек кисерерһең (Римлыларға 12:10; Мәҙхиә 146:11). Ә иң мөһиме: никахыңды ихтирам итергә эскерһеҙ тырышлыҡтарың һиңә Алла мөхәббәтендә ҡалырға ярҙам итәсәк.

^ 6 абз. Контекст шуны күрһәтә: Паул никах тураһындағы кәңәште башҡа кәңәштәр менән бергә бирә (Еврейҙарға 13:1—5).