Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Бар нәмәлә намыҫлы булығыҙ

Бар нәмәлә намыҫлы булығыҙ

«Үҙебеҙҙе бар яҡтан намыҫлы тоторға теләйбеҙ» (ЕВРЕЙҘАРҒА 13:18).

1, 2. Ни өсөн Йәһүә намыҫлы булыр өсөн ҡуйған тырышлыҡтарыбыҙға шатлана? Миҫал килтер.

БЕР әсәй кеше бәләкәй малайы менән магазиндан сығып бара. Бер ваҡыт малайы туҡтап, ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ҡараш менән әсәһенә төбәлә. Ул магазиндан бәләкәй уйынсыҡ алған да, уны кире урынына ҡуйырға йәки әсәһенә был уйынсыҡ өсөн аҡса түләһен тип әйтергә онотҡан. Ул илай башлай һәм әсәһенә өмөтләнеп ҡарай. Әсәһе уны тынысландыра һәм уйынсыҡты кире ҡайтарып ғәфү үтенер өсөн, уның менән бергә кире магазинға китә. Магазиндан сыҡҡанда, малайҙың әсәһе шатланып бөтә алмай. Ул үҙ улы менән ғорурлана. Ни өсөн?

2 Бала үҙен намыҫлы тоторға өйрәнһә, ата-әсә быға шатлана. Намыҫлы күктәге Атабыҙ ҙа беҙҙең етлеккән һәм намыҫлы мәсихсе булыр өсөн ҡуйған тырышлыҡтарыбыҙға шатлана (Ҡанун 32:4). Илсе Паул: «Беҙ... үҙебеҙҙе бар яҡтан намыҫлы тоторға теләйбеҙ», — тигән (Еврейҙарға 13:18). Беҙҙең дә намыҫлы булғыбыҙ килә, сөнки беҙ Алланың мөхәббәтендә ҡалырға һәм уға шатлыҡ килтерергә теләйбеҙ. Ә хәҙер намыҫлы булып ҡалырға айырыуса ауыр булған тормоштоң дүрт өлкәһенә иғтибар итәйек. Унан һуң намыҫлы булыу ниндәй фатихалар килтерә икәнен ҡарап сығырбыҙ.

ҮҘ-ҮҘЕГЕҘ МЕНӘН НАМЫҪЛЫ БУЛЫҒЫҘ

3—5. а) Алла Һүҙендә үҙ-үҙебеҙҙе алдау ҡурҡыныс икәне нисек күрһәтелә? б) Беҙгә үҙ-үҙебеҙ менән намыҫлы булырға нимә ярҙам итәсәк?

3 Беренсе ауырлыҡ — үҙ-үҙең менән намыҫлы булырға өйрәнеү. Беҙ камил түгел, шуға күрә үҙ-үҙебеҙҙе еңел генә алдай башларға мөмкин. Мәҫәлән, Ғайса, Лаодикиялағы мәсихселәр үҙҙәрен алдап йәшәй, тигән. Ундағы мәсихселәр үҙҙәрен бай тип һанаған, ә ысынында рухи яҡтан «меҫкен, ярлы... һәм яланғас» булған. Бик аяныс хәл! (Асыш 3:17) Үҙ-үҙҙәрен алдап йәшәгәнгә, улар үҙ хәлдәрен тик насарайтҡан ғына.

4 Шәкерт Яҡуптың киҫәтеүен дә иҫкә төшөрәйек: «Берәйһе үҙен Аллаға табыныусы тип һанап та, телен тыймай икән, ул үҙ йөрәген алдай, һәм уның ғибәҙәт ҡылыуы буш» (Яҡуп 1:26). Беҙ телебеҙҙе тыймайынса, Йәһүә ихтыяры буйынса ғибәҙәт ҡыла алабыҙ тип уйлайбыҙ икән, үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ ғына. Телебеҙҙе тыймаһаҡ, ғибәҙәт ҡылыуыбыҙ буш һәм яраҡһыҙ булып китә. Беҙгә ундай аяныс юлдан ҡасырға нимә ярҙам итә ала?

5 Шул уҡ өҙөктә Яҡуп Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте көҙгө менән сағыштыра. Ул беҙгә Алланың камил ҡанунын иғтибар менән тикшерергә һәм тейешле үҙгәрештәр яһарға кәңәш бирә. (Яҡуп 1:23—25 уҡы.) Изге Яҙмалар беҙгә үҙ-үҙебеҙ менән намыҫлы булырға һәм ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген күрергә ярҙам итә (Иремияның илауы 3:40; Аггей 1:5). Беҙ шулай уҡ Йәһүәнән үҙебеҙҙе тикшереп сығырға һәм һәр ҡайһы етди кәмселектәребеҙҙе күреп төҙәтергә ярҙам итһен тип һорай алабыҙ (Мәҙхиә 138:23, 24). Намыҫһыҙлыҡ — мәкерле кәмселек, һәм беҙ уға күктәге Атабыҙ кеүек ҡарарға тейеш. «Яманлыҡ ҡылыу — Раббы алдында ҙур ҡәбәхәтлек. Ә Раббы фәҡәт ғәҙел ғәмәлле бәндәләре менән генә аралаша», — тип әйтелә Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32-лә. Йәһүә беҙгә фекер йөрөтөүҙә үҙенән үрнәк алып, уның ҡарашы менән ҡарарға ярҙам итә ала. Паулдың: «Үҙебеҙҙе... намыҫлы тоторға теләйбеҙ», — тигән һүҙҙәрен онотма. Беҙ әлегә камилһыҙ кешеләр булып ҡалабыҙ, шулай ҙа беҙ ысын күңелдән намыҫлы булырға теләйбеҙ һәм быға ынтылабыҙ.

ҒАИЛӘЛӘ НАМЫҪЛЫ БУЛЫҒЫҘ

Намыҫлы булыу беҙгә йәшерен, боҙоҡ эштәрҙә ҡатнашмаҫҡа ярҙам итә

6. Ни өсөн ир менән ҡатынға бер-береһе менән намыҫлы булырға кәрәк, һәм шулай эшләп, улар ниндәй ҡурҡыныс яҡтарҙан һаҡлана?

6 Мәсихсе ғаилә намыҫлылыҡ менән айырылып торорға тейеш. Шуға күрә ир менән ҡатынға бер-береһе менән эскерһеҙ һәм асыҡ итеп аралашырға кәрәк. Никахта флирт, Интернет аша берәйһе менән аралашыу йә берәй төрлө порнография ҡарау кеүек зыянлы, бысраҡ эштәргә урын юҡ. Ҡайһы бер мәсихселәр үҙ тормош иптәштәренән йәшереп ундай әшәке эштәрҙә ҡатнашҡан. Был намыҫһыҙлыҡ! Тоғро Дауыт батшаның: «Ялған һөйләүселәр йыйынында ултырманым, ҡанундан яҙғандарға эйәрмәм», — тигән һүҙҙәренә иғтибар ит (Мәҙхиә 25:4). Үҙ тормош иптәшеңдән йәшерерлек эштәрҙә ҡатнашма!

7, 8. Балалар Изге Яҙмаларҙағы ниндәй миҫалдар ярҙамында намыҫлылыҡ сифатын ҡәҙерләргә өйрәнә ала?

7 Ата-әсәләр үҙ балаларын намыҫлы булырға өйрәткәндә, Изге Яҙмаларҙағы миҫалдарҙы ҡулланып аҡыллы эш итә. Мәҫәлән, намыҫһыҙ кешеләрҙең миҫалдарын килтереп була: ҡиммәтле әйберҙәр урлап, уларҙы йәшерергә теләгән Ахан; бүләктәр алыу ниәте менән алдаған Ғыйзи; Ғайсаны үлемгә тапшырыр өсөн ялғанлаған һәм ҡараҡ булған Йәһүд (Йошуа 6:17—19; 7:11—25; 2 Батшалар 5:14—16, 20—27; Маттай 26:14, 15; Яхъя 12:6).

8 Шулай уҡ намыҫлы кешеләрҙең миҫалдарын килтереп була. Мәҫәлән, Яҡуп пәйғәмбәр үҙ улдарына ҡапсыҡтарында табылған аҡсаны кире ҡайтарырға ҡушҡан, сөнки уның уйлауынса, был аҡсаны, бәлки, унда яңылыш һалғандар. Ифтах һәм уның антын үтәп ҙур ҡорбанға барған ҡыҙының миҫалы. Яуыз кешеләр төркөмө алдында пәйғәмбәрлекте үтәп, үҙ дуҫтарын яҡлар өсөн, үҙенең кем икәнлеген ҡурҡмайынса әйтеп биргән Ғайса миҫалы (Башланмыш 43:12; Хөкөмсөләр 11:30—40; Яхъя 18:3—11). Алла Һүҙендәге был миҫалдарҙы ҡулланып, ата-әсәләр үҙ балаларын намыҫлылыҡ сифатын яратырға һәм ҡәҙерләргә өйрәтә ала.

9. Ата-әсәләр үҙ балаларына намыҫлы булыуҙа үрнәк күрһәтергә теләй икән, уларға нимәнән һаҡланырға кәрәк, һәм ни өсөн ундай үрнәк мөһим?

9 Ундай өйрәтеү ата-әсәләр өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Илсе Паул бындай һорауҙар биргән: «Нисек һуң һин, башҡаларҙы өйрәтеп тә, үҙ-үҙеңде өйрәтмәйһең? „Урлама“ тип вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһыңмы?» (Римлыларға 2:21) Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙ балаларын намыҫлы булырға өйрәтә, ә үҙҙәрен намыҫһыҙ тотоп балаларын аптырашта ҡалдыра. Улар бәләкәй нәмә урлап йәки саҡ ҡына ялған һөйләп, үҙ-үҙҙәрен бындай һүҙҙәр менән аҡлай: «Ярай, бөтә кешеләр ҙә шулай эшләй бит» йәки «Был бәләкәй ялған бит». Әммә бәләкәй нәмә урлаһаҡ та, был урлау булып ҡала һәм саҡ ҡына алдаһаҡ та, был алдаҡ булып ҡала *. (Лука 16:10 уҡы.) Балалар ике йөҙлөлөктө шунда уҡ күреп ала, һәм был уларға ҙур зыян килтерергә мөмкин (Эфестарға 6:4). Ә ата-әсәһенән үрнәк алып намыҫлы булырға өйрәнгән бала, үҫкәс, намыҫһыҙ донъяла Йәһүәне данлап йәшәй аласаҡ (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6).

ЙЫЙЫЛЫШТА НАМЫҪЛЫ БУЛЫҒЫҘ

10. Имандаштар менән аралашыуыбыҙ намыҫлы булһын өсөн, ниндәй киҫәтеүҙәрҙе иҫтә тоторға кәрәк?

10 Имандаштар менән аралашыу намыҫлылыҡ сифатын үҫтерер өсөн күп мөмкинлектәр тыуҙыра. 12-се бүлектән белгәнебеҙсә, беҙгә телебеҙҙе, айырыуса ҡәрҙәштәребеҙ араһында, белеп ҡулланырға кәрәк. Ябай ғына һөйләшеүебеҙ ҡара ғәйбәт һатыу һәм хатта яла яғыу булып китмәһен! Дөрөҫлөгөн тикшереп булмаған берәй хәбәрҙе ҡабатлаһаҡ, беҙҙең ялған таратыусы булып китеүебеҙ бар, шуға күрә телебеҙҙе тыйыу аҡыллыраҡ булыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:19). Ләкин хәбәрҙең хаҡ булыуын белһәк тә, был әле уны һөйләргә ярай тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, уның һиңә ҡатнашы булмаһа йәки быны һөйләү шәфҡәтһеҙ булһа, телеңде тыйыу яҡшыраҡ булыр (1 Тессалуникиҙарға 4:11). Ҡайһы бер кешеләр тупаҫ һөйләшә һәм: «Мин бит дөрөҫөн әйтәм!» — тип үҙҙәрен аҡлай, әммә һүҙҙәребеҙҙең һәр ваҡыт яғымлы һәм игелекле булырға тейешлеген онотмайыҡ. (Көләсәйҙәргә 4:6 уҡы.)

11, 12. а) Ҡайһы берәүҙәр етди гөнаһ ҡылғандан һуң, нисек хәлде тағы ла нығыраҡ киҫкенләштерә? б) Шайтан етди гөнаһ тураһында ниндәй ялған тарата, һәм беҙ был ялғанға ҡаршы нимә әйтә алабыҙ? в) Үҙебеҙҙе Йәһүә ойошмаһы менән намыҫлы тотҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

11 Айырыуса йыйылышта етәкселекте үҙ өҫтәренә алған ҡәрҙәштәр менән үҙебеҙҙе намыҫлы тотоу мөһим. Берәйһе етди гөнаһ ҡылғандан һуң, быны йәшерергә теләп, йыйылыш өлкәндәренә ялғанлаһа, был тағы ла насарыраҡ һөҙөмтәләргә килтерер. Ундай кеше ике төрлө тормош алып бара башлай: үҙен Йәһүәгә хеҙмәт итеүсе итеп күрһәтә, ә үҙе етди гөнаһ юлына баҫҡан. Уның тормошо ялған менән тула (Мәҙхиә 11:3). Башҡалар өлкәндәргә булған хәлдең ҡайһы бер яҡтарын һөйләп бирә, ә иң мөһим яҡтарын йәшереп ҡалдыра (Илселәр 5:1—11). Күп осраҡтарҙа бының сәбәбе — Шайтан таратҡан ялғанға ышаныу. (« Етди гөнаһтар тураһында Шайтан таратҡан ялған» тигән рамканы ҡара.)

12 Йәһүә ойошмаһы менән дә үҙебеҙҙе намыҫлы тотайыҡ. Мәҫәлән, беҙ вәғәз хаҡында отчетыбыҙҙы биргәндә, унда ялғанламайынса теүәл һандар яҙабыҙ. Шулай уҡ хеҙмәттең берәй төрөндә ҡатнашыр өсөн ғаризаны тултырғанда, беҙ үҙ сәләмәтлегебеҙ тураһында йәки үҙебеҙгә ҡағылышлы башҡа яҡтарҙы теүәл, үҙгәртмәйенсә яҙырға тейеш. (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19 уҡы.)

13. Эшкә ҡағылышлы һорауҙарҙа имандаштар менән үҙеңде намыҫлы тотор өсөн нимә эшләргә?

13 Беҙ үҙебеҙҙе имандаштар менән эшкә ҡағылышлы һорауҙарҙа ла намыҫлы тотабыҙ. Ҡайһы ваҡыт ҡәрҙәштәр бергә бер эштә эшләй. Уларға эштәренә ҡағылышлы һорауҙарҙы Аллаға хеҙмәт иткән ваҡытта йәки Батшалыҡ Залында хәл итеүҙән һаҡ булырға кәрәк. Эштә бер мәсихсе — эш хужаһы, ә икенсеһе уның хеҙмәтсеһе булырға мөмкин. Ҡәрҙәште эшкә алһаҡ, үҙебеҙҙе уның менән намыҫлы тоторға тейешбеҙ: эш хаҡын килешеү буйынса ваҡытында түләргә һәм закон буйынса тейешлеһен йәки талап ителгәнде үтәргә кәрәк (1 Тимутегә 5:18; Яҡуп 5:1—4). Ә инде үҙебеҙ ҡәрҙәшкә эшкә урынлашһаҡ, беҙ үҙ эшебеҙҙе тулыһынса башҡарырға тейешбеҙ, сөнки беҙгә бының өсөн эш хаҡы түләнә (2 Тессалуникиҙарға 3:10). Начальнигыбыҙ ҡәрҙәш булғанға, беҙгә берәй ташламалар яһар, өҫтәмә ял көндәре, льготалар бирер йә башҡа берәй нисек беҙгә ҡарата «игелеклерәк» булыр тип көтмәйек (Эфестарға 6:5—8).

14. Мәсихселәргә бергә берәй эш ойошторғанда, нисек эш итеү аҡыллы булыр һәм ни өсөн?

14 Мәсихселәр аҡсалата йә заём аша үҙ өлөштәрен индереп, бергә берәй эш ойошторорға уйлаһа, уларға Изге Яҙмаларҙағы бер мөһим һәм файҙалы принципты тоторға: барыһын яҙып һәм теркәп барырға кәрәк! Мәҫәлән, Иремия баҫыу һатып алғас, шаһиттар алдында ике экземпляр документ төҙөгән һәм уларҙы һаҡлауға биргән (Иремия 32:9—12; Башланмыш 23:16—20-не лә ҡара). Ҡәрҙәштәр менән берәй килешеү төҙөгәндә, ентекләп әҙерләнгән документҡа шаһиттар алдында барыһын да иҫәпкә алып яҙһаҡ һәм ҡул ҡуйһаҡ, был беҙ ҡәрҙәштәргә ышанмайбыҙ тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, был төрлө ҡыйынлыҡтарҙан һәм бүленештәргә килтерә алған ҡаршылыҡтарҙан һаҡлай. Имандаштары менән бергә эшләгән мәсихсе шуны иҫтә тотһон: йыйылыштағы берҙәмлек һәм тыныслыҡ һәр ҡайһы эштән күпкә мөһимерәк (1 Көринттәргә 6:1—8) *.

БЫЛ ДОНЪЯЛА ҮҘЕГЕҘҘЕ НАМЫҪЛЫ ТОТОҒОҘ

15. Йәһүә эш менән бәйле һорауҙарҙағы намыҫһыҙлыҡҡа нисек ҡарай, һәм мәсихселәр нисек быға ҡарарға тейеш?

15 Намыҫлы булыу йыйылыш менән генә сикләнмәй. Паул: «Беҙ... үҙебеҙҙе бар яҡтан намыҫлы тоторға теләйбеҙ», — тип яҙған (Еврейҙарға 13:18). Был донъяла эш менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәндә, Йәһүә беҙҙең намыҫлы булыуыбыҙҙы теләй. Ғибрәтле һүҙҙәр китабында ғына бер нисә тапҡыр үлсәүҙең дөрөҫ булырға тейешлеге тураһында әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:1; 20:10, 23). Боронғо заманда берәй нәмә һатып алынғанда, тауарҙы һәм уны һатып алыр өсөн аҡсаны үлсәр өсөн, үлсәүҙәр һәм герҙәр ҡулланғандар. Намыҫһыҙ һатыусыларҙың һатып алыусыларҙы алдар өсөн ике төрлө гер менән дөрөҫ булмаған үлсәүҙәре булған *. Йәһүә ундай эштәрҙе нәфрәт итә! Уның мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, эш менән бәйле һорауҙарҙа һәр ваҡыт намыҫлы булайыҡ.

16, 17. Бөгөнгө донъяла намыҫһыҙлыҡтың ниндәй төрҙәре киң таралған, һәм ысын мәсихселәр нимә эшләргә тәүәккәл?

16 Был донъя менән Шайтан идара итә, шуға күрә беҙ бар ерҙә намыҫһыҙлыҡ күрәбеҙ һәм быға ғәжәпләнмәйбеҙ. Беҙҙе намыҫһыҙлыҡҡа һәр көн ҡотортоп торалар. Кешеләр эшкә урынлашыр өсөн бланк тултырғанда, күп кенә осраҡтарҙа алдап, үҙ һәләттәрен һәм тәжрибәләрен күпертеп, төрлө рекомендациялар уйлап сығарып яҙа. Иммиграция, һалым, страховка һәм быға оҡшаш башҡа бланктарҙы тултырғанда, кешеләр үҙҙәренә кәрәклеһен алыр өсөн ялған мәғлүмәт яҙалар. Күп кенә уҡыусылар имтихандар тапшырғанда, иншалар һәм рефераттар яҙғанда, уҡытыусыларҙы алдай, мәҫәлән, Интернеттан кәрәкле мәғлүмәт табып, уны үҙенеке итеп күрһәтә. Кешеләр түрәләрҙән ярҙам эҙләп, йыш ҡына уларға ришүәт бирә. Был донъялағы кешеләр «үҙҙәрен генә һөйөүсән, аҡса яратыусан... яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәүсе» булғанға күрә, ундай хәлдең булыуына аптырайһы юҡ (2 Тимутегә 3:1—5).

17 Ысын мәсихселәр ундай эштәрҙә ҡатнашмай. Әммә ҡайһы ваҡыт намыҫлы булыу ауыр, сөнки намыҫһыҙ кешеләр был донъяла уңышлы һәм хатта дәрәжәле урындарға менеп ултыра кеүек күренә (Мәҙхиә 72:1—8). Ә мәсихселәр «бар яҡтан» намыҫлы эш итергә теләй, шуға күрә улар аҡса яғынан ҡыйынлыҡтар кисереп йәшәргә мөмкин. Ундай ҡорбандарға барырға кәрәкме? Һис шикһеҙ! Ә ни өсөн? Намыҫлы булыу ниндәй фатихалар килтерә?

НАМЫҪЛЫ БУЛЫУ НИНДӘЙ ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ?

18. Ни өсөн намыҫлы булыу юғары баһалана?

18 Ышанысҡа лайыҡ, намыҫлы кеше бик ҡәҙерле. (« Мин үҙемде һәр ваҡыт намыҫлы тотаммы?» тигән рамканы ҡара.) Ундай кеше булыу һәр кемдең көсөнән килә! Сөнки бының өсөн уға әллә ниндәй махсус һәләттәргә, байлыҡҡа, матурлыҡҡа эйә булыу, сығышы йәки башҡа берәй нәмә менән айырылып тороу кәрәкмәй. Шулай ҙа күп кешеләр намыҫһыҙ, ә намыҫлы кешеләр бик һирәк осрай (Михей 7:2). Һин намыҫлы булғанға, ҡайһы берәүҙәр һинән көлөр, ә башҡалар бының өсөн һине хөрмәт итер һәм һиңә ышаныр. Күп кенә Йәһүә Шаһитына намыҫлы булыу хатта аҡса яғынан файҙа килтергән. Был Шаһиттар, намыҫһыҙ эшселәр эштән ҡыуылғанда, үҙ эш урындарында ҡалған йәки уларҙы намыҫлы эшсе кәрәк булған урынға алғандар.

19. Тормоштоң бөтә өлкәләрендә намыҫлы булыу выжданыбыҙға һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә нисек тәьҫир итә ала?

19 Һинең ундай хәлгә эләккәнең булмаһа ла, намыҫлы булыу хатта ҙурыраҡ фатихалар килтерә икәнен күрерһең. Һинең выжданың саф буласаҡ. «Беҙ выжданыбыҙҙың саф булыуына бер ҙә шикләнмәйбеҙ», — тип яҙған Паул (Еврейҙарға 13:18). Өҫтәүенә, намыҫлы булыуыңа яратыусан күктәге Атабыҙ иғтибар итәсәк, ә ул намыҫлы кешеләрҙе ярата. (Мәҙхиә 14:1, 2; Ғибрәтле һүҙҙәр 22:1 уҡы.) Эйе, намыҫлы булыу һиңә Алла мөхәббәтендә ҡалырға ярҙам итәсәк, ә был — бүләктәрҙең иң ҙуры. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, сираттағы бүлектән Йәһүәнең эшкә ҡарата ҡарашын беләйек.

^ 9 абз. Мәсихсенең башҡаларға зыян килтереү маҡсатынан сығып яуыз, ҡот осҡос ялған һөйләү ғәҙәте булһа, өлкәндәр уға ҡаршы хоҡуҡ саралары ҡуллана ала.

^ 14 абз. «Эш менән бәйле һорауҙарҙа тыуған бәхәстәрҙе нисек сисергә?» тигән ҡушымталағы мәғлүмәт эш менән бәйле һорауҙарҙы сисергә ярҙам итә ала.

^ 15 абз. Улар бер төрлө герҙе һатып алыр өсөн, ә икенсе төрлө герҙе һатыр өсөн ҡулланған. Улар һатып алыусыны алдар өсөн, күрәһең, үлсәүҙең бер яғын оҙонораҡ йә ауырыраҡ иткән.