Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠУШЫМТА

Йыйылыштан сығарылған кеше менән үҙеңде нисек тоторға?

Йыйылыштан сығарылған кеше менән үҙеңде нисек тоторға?

Туғаныбыҙҙың йәки яҡын дуҫыбыҙҙың гөнаһ ҡылып тәүбә итмәгәне өсөн йыйылыштан сығарылыуы күңелебеҙҙе бик ныҡ әрнетә ала. Изге Яҙмаларҙағы йыйылыштан сығарылыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡарашыбыҙ Алланы ни тиклем яратҡаныбыҙҙы һәм ул урынлаштырған тәртипкә тоғролоғобоҙҙо күрһәтә *. Быға бәйле ҡайһы бер һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

Йыйылыштан сығарылған кеше менән үҙеңде нисек тоторға? Изге Яҙмаларҙа: «Үҙен ҡәрҙәш тип атап та, зинасы, йәки ҡомһоҙ, йәки боттарға табыныусы, йәки башҡаларҙы хурлаусы, йәки эскесе, йәки талаусы булып ҡала биргән кеше менән башҡа аралашмағыҙ, ундай кеше менән бергә хатта ашамағыҙ ҙа», — тип әйтелгән (1 Көринттәргә 5:11). «Мәсих тәғлимәтен» тотмаусы тураһында былай тип әйтелгән: «Уны үҙ өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләмләү һүҙҙәрен әйтмәгеҙ. Сөнки уға сәләмләү һүҙҙәрен әйтеүсе — уның яуыз эштәрендә ҡатнашыусы булып сыға» (2 Яхъя 9—11). Беҙ йыйылыштан сығарылған кешеләр менән рухи нәмәләр тураһында һөйләшмәйбеҙ һәм улар менән аралашмайбыҙ. 1982 йылдың 1 март һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 17-се битендә былай тип яҙылған ине: «Ябай ғына сәләмләү һүҙҙәре — һөйләшеүгә йәки хатта дуҫлыҡҡа беренсе аҙым. Беҙ йыйылыштан сығарылған кеше менән аралашыр өсөн был беренсе аҙымды яһарға теләр инекме?»

Һәр ҡайһы аралашыуҙан да баш тартырға кәрәкме? Эйе, быға бер нисә сәбәп бар. Беренсенән, был беҙҙең Аллаға һәм уның Һүҙенә тоғролоғобоҙға ҡағыла. Беҙ Йәһүәне үҙебеҙгә еңел булғанда ғына түгел, ә шулай уҡ ауыр булғанда ла тыңлайбыҙ. Алланы яратыуыбыҙ беҙҙе уның барлыҡ әмерҙәрен дә үтәргә дәртләндерә, сөнки беҙ уның ғәҙел, яратыусан булыуын һәм уның ҡанундарының беҙгә ҙур файҙа килтергәнен беләбеҙ (Ишағия 48:17; 1 Яхъя 5:3). Икенсенән, гөнаһ ҡылып тәүбә итмәгән кеше менән аралашмау беҙҙе лә, бөтөн йыйылышты ла рухи һәм әхлаҡи боҙоҡлоҡтан яҡлай һәм йыйылыштың яҡшы исеменә зыян килтермәй (1 Көринттәргә 5:6, 7). Өсөнсөнән, Изге Яҙмалар принциптарын тоторға тәүәккәллегебеҙ йыйылыштан сығарылған кешегә лә файҙа килтерә ала. Хоҡуҡ комитетының ҡарары буйынса эш итеп, беҙ, бәлки, өлкәндәрҙең ярҙамын ҡабул итмәгән гөнаһ ҡылыусының йөрәгенә тәьҫир итербеҙ. Яҡын кешеләре менән ҡәҙерле аралашыуын юғалтып, ул, бәлки, «аҡылына килер» һәм гөнаһының етдилеген аңлап, Йәһүәгә ҡайтыр өсөн аҙымдар яһар (Лука 15:17).

Туғаныбыҙ йыйылыштан сығарылһа, нимә эшләргә? Был осраҡта туғандар араһындағы тығыҙ мөнәсәбәттәр Аллаға ҡарата тоғролоғобоҙ өсөн ҙур һынау булыр. Йыйылыштан сығарылған туғаның менән үҙеңде нисек тоторға? Һәр бер осраҡты ҡарап сығып булмаһа ла, йыш осрай торған ике хәлде ҡарап сығайыҡ.

Ҡайһы саҡта йыйылыштан сығарылған кеше үҙенең яҡын туғандары менән бергә йәшәй. Йыйылыштан сығарылыу үҙенән-үҙе ғаилә мөнәсәбәттәрен өҙөү өсөн сәбәп түгел, шуға күрә барлыҡ туғандар, бәлки, элеккесә кеүек бергәләп көндәлек эштәрен башҡарыуын дауам итер. Әммә был кеше, гөнаһ юлын һайлап, имандаш туғандары менән берләштергән рухи мөнәсәбәттәрен өҙгән. Шуға күрә Аллаға тоғро булған туғандар уның менән рухи нәмәләр тураһында бүтән һөйләшә алмай. Мәҫәлән, ғаилә йыйылыштан сығарылған кеше барында ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәрер өсөн йыйылһа, был кеше фекер алышыуҙа ҡатнаша алмай. Әммә йыйылыштан балиғ булмаған бала сығарылһа, ата-әсәһе уны тәрбиәләү өсөн һәм уға өгөт-нәсихәт биреү өсөн яуаплы булып ҡала. Шуға күрә яратыусан ата-әсәләр үҙҙәренең балалары менән Изге Яҙмалар өйрәнеүен, бәлки, үткәрергә булыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:20—22; 29:17) *.

Башҡа осраҡтарҙа йыйылыштан сығарылған кеше үҙ туғандарынан айырым йәшәргә мөмкин. Ҡайһы саҡта ғаилә менән бәйле эштәр арҡаһында аралашып алырға тура килһә лә, был бик һирәк булырға тейеш. Тоғро мәсихсе йыйылыштан сығарылған һәм айырым йәшәгән туғаны менән аралашыр өсөн сәбәптәр эҙләмәй. Киреһенсә, ул Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғро булып, Изге Яҙмаларҙағы йыйылыштан сығарылыуға ҡағылышлы тәртип буйынса эш итә. Ундай тоғролоҡ гөнаһ ҡылыусыға файҙа килтерер, һәм ул был язанан, бәлки, һабаҡ алыр (Еврейҙарға 12:11) *.

^ 1 абз. Был һорауға ҡағылышлы Изге Яҙмаларҙағы принциптар йыйылыштан баш тартҡан кешеләргә лә ҡағыла.

^ 2 абз. Ата-әсәләре менән бергә йәшәгән һәм йыйылыштан сығарылған балиғ булмаған балалар тураһында күберәк белер өсөн «Күҙәтеү манараһы» (тат.) 2001 йыл, 1 декабрь, 26—29-сы биттәрҙе һәм 1989 йыл (урыҫ), 15 сентябрь, 17-се битте ҡара.

^ 3 абз. Йыйылыштан сығарылған туғандар менән үҙеңде нисек тоторға? Күберәк белер өсөн «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ), 1988 йыл, 15 сентябрь, 18—23-сө биттәрҙе һәм 1982 йыл (урыҫ), 1 март, 18—23-сө биттәрҙе ҡара.