Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ни өсөн Изге Яҙмаларҙағы хәбәрҙе белергә кәрәк?

Ни өсөн Изге Яҙмаларҙағы хәбәрҙе белергә кәрәк?

Изге Яҙмалар Тәүрат, Зәбур, Инжил һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарынан тора. Ул кешелек тарихында иң киң таралған китап. Һеҙҙең Изге Яҙмаларҙы уҡығанығыҙ бармы? Төрлө мәҙәниәт кешеләре был китапты уҡып йыуаныс, өмөт һәм көндәлек тормош өсөн ғәмәли кәңәштәр таба. Шулай ҙа күптәр был китап тураһында әҙ белә. Һеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы-юҡмы, моғайын, был китап нимә тураһында икәнлеген белгегеҙ киләлер. Был брошюра һеҙгә Изге Яҙмалар тураһында дөйөм төшөнсә алырға ярҙам итер.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ уҡый башлар алдынан тәүҙә уның йөкмәткеһе менән танышыу файҙалы булыр. Изге Яҙмалар 66 китаптан, йәғни өлөштән тора. Беренсе китабы — Башланмыш, һуңғыһы Асыш тип атала.

Изге Яҙмаларҙың авторы кем? Был бик ҡыҙыҡ һорау. Ысынбарлыҡта Изге Яҙмаларҙы 1600 йыл дауамында яҡынса 40 кеше яҙған. Шуныһы ҡыҙыҡ: был кешеләр үҙ-үҙҙәрен Изге Яҙмаларҙың авторҙары тип атамаған. Уларҙың береһе: «Бар Яҙма Алла тарафынан рухландырылған», — тип яҙған (2 Тимутегә 3:16). Ә икенсеһе: «Йәһүәнең рухы минең аша һөйләне, Уның һүҙе минең телемдә ине», — тигән (2 Ишмуил 23:2) *. Шулай итеп был кешеләр раҫлауынса, Изге Яҙмаларҙың авторы — Йәһүә Алла, Ғәләмдең Юғары Хакимы. Улар күрһәтеүенсә, Алла кешеләрҙең үҙенә яҡыныраҡ булыуҙарын теләй.

Изге Яҙмалар тураһында тағы нимә белергә кәрәк? Бөтә Яҙмалар аша ҡыҙыл еп булып бер төп тема үтә — Алланың кешелек менән идара итеү хоҡуғы аҡланасаҡ һәм ул быны үҙенең күктәге Батшалығы ярҙамында башҡарасаҡ. Брошюраның киләһе биттәрендә һеҙ был теманың Башланмыштан алып Асышҡа тиклем нисек асылғанын күрерһегеҙ.

Ә хәҙер, быларҙың барыһын күҙ уңында тотоп, әйҙәгеҙ, донъяла киң танылған китаптың төп темаһын ҡарап сығайыҡ.

^ 4 абз. 4-се биттәге «Алланың исеме» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ 11 абз. Был брошюрала «б. э.» тигән ҡыҫҡартма «беҙҙең эраның», ә «б. э. т.» тигән ҡыҫҡартма «беҙҙең эраға тиклем» тигәнде аңлата. Улар һәр биттең аҫтында килтерелгән ваҡыт барышын күрһәткән һыҙыҡта ҡулланыла.