Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ БҮЛЕК

Сөләймәндең аҡыллы идара итеүе

Сөләймәндең аҡыллы идара итеүе

Йәһүә Сөләймәнгә аҡыллы йөрәк бирә; ул идара иткән ваҡытта исраилдар тиңһеҙ тыныслыҡтан һәм именлектән кинәнеп йәшәй

БӨТӨН халыҡ һәм уның батшаһы Йәһүәне үҙ Хакимы итеп танып, уның ҡанундарына буйһонһа, тормош ниндәй булыр ине? Сөләймән батшаның 40 йыллыҡ идараһы был һорауға яуап бирә.

Үлеме алдынан Дауыт тәхет вариҫы итеп Сөләймән улын билдәләй. Бер көндө Сөләймән төш күрә, һәм төштә Алла уға үҙенән теләгәнен һорарға ҡуша. Сөләймән халыҡты ғәҙел һәм аҡыллы хөкөм итер өсөн аҡыллылыҡ һәм белем һорай. Йәһүәгә уның үтенесе оҡшай, шуға күрә ул Сөләймәнгә аҡыллылыҡ менән аңлау бирә. Шулай уҡ, әгәр ул тыңлаусан булып ҡалһа, Йәһүә уға байлыҡ, дан һәм оҙон ғүмер бирергә вәғәҙә итә.

Сөләймән үҙенең аҡыллылығы менән дан ҡаҙана. Бер ваҡыт батша янына ике ҡатын килеп, яңы тыуған малай арҡаһында бәхәсләшә башлай. Уларҙың һәр береһе малайҙы үҙ балаһы тип атай. Сөләймән баланы урталай сабып, ҡатындарға бүлеп бирергә ҡуша. Беренсеһе быға ризалаша, ләкин икенсеһе шунда уҡ баланы беренсе ҡатынға биреүҙәрен үтенә. Сөләймән ҡыҙғаныусан ҡатын баланың ысын әсәһе икәнлеген асыҡ күрә һәм баланы уға бирә. Тиҙҙән бөтөн Исраил был хөкөм ҡарары хаҡында ишетә һәм аҡыллылыҡ Сөләймәнгә Алланан бирелгәнен аңлай.

Сөләймәндең иң бөйөк эштәренең береһе — Иерусалимда Йәһүә ғибәҙәтханаһын төҙөү. Был мөһабәт бина Исраилда Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙың үҙәге булып китә. Уны тантаналы асыу ваҡытында Сөләймән Йәһүәгә бындай һүҙҙәр менән доға ҡыла: «Күктәр, хатта бейек күктәр ҙә, һине һыйҙыра алмай. Ә мин төҙөгән ошо йорт тураһында әйтәһе лә юҡ!» (1 Батшалар 8:27)

Сөләймәндең аҡыллылығы тураһында хәбәр башҡа илдәргә, хатта Ғәрәпстанда урынлашҡан алыҫ Саваға тиклем барып етә. Саваның батшабикәһе Сөләймәндең данын, байлығын үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн һәм ауыр һорауҙар биреп, аҡыллылығын һынар өсөн, Иерусалимға сәйәхәт итә. Сөләймәндең аҡыллылығы һәм Исраилдың именлеге батшабикәне һоҡландыра, һәм ул Йәһүәне шундай лайыҡлы кешене тәхеткә ултыртҡаны өсөн данлай. Эйе, Йәһүә фатихаһы ярҙамында ғына Сөләймәндең идараһы боронғо Исраил тарихында иң тыныс һәм имен була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сөләймән Йәһүәнең аҡыллылығы буйынса эш итмәй башлай. Алланың әмерен һанға һуҡмайынса, ул йөҙләгән ҡатын-ҡыҙға өйләнә. Уларҙың күбеһе сит ер илаһтарына табына. Был ҡатындар әкренләп уны дөрөҫ юлдан яҙҙыралар, һәм Сөләймән Алланан йыраҡлашып, боттарға табына башлай. Йәһүә Сөләймәнгә батшалыҡтың ҙур өлөшөн унан тартып аласаҡ, ләкин ҡалған өлөшөн атаһы Дауыт хаҡына уның ғаиләһенә ҡалдырасаҡ, ти. Сөләймәндең Йәһүәгә тыңламаусан булып китеүенә ҡарамаҫтан, Йәһүә Дауыт менән төҙөгән Батшалыҡ тураһындағы килешеүенә тоғро ҡала.

1 Батшалар 1—11 бүлектәргә, 2 Йылъяҙма 1—9 бүлектәргә, Ҡанун 17:17-гә нигеҙләнгән.