Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ БҮЛЕК

Яҡшы һәм насар батшалар

Яҡшы һәм насар батшалар

Исраил ике батшалыҡҡа бүленә. Исраил халҡы менән күп батшалар идара итә, һәм уларҙың күпселеге Аллаға тоғро булмай. Бабилдар Иерусалимды емерә

ЙӘҺҮӘ пәйғәмбәрлек иткәнсә, Сөләймән хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡалдырғас, Исраил икегә бүленә. Сөләймәндең улы һәм вариҫы, Ровоам, бик тупаҫ кеше була. Шуға күрә Исраилдың ун ҡәбиләһе берләшеп, уға ҡаршы күтәрелә, һөҙөмтәлә төньяҡ батшалыҡ Исраил барлыҡҡа килә. Ҡалған ике ҡәбилә — көньяҡ батшалыҡ Йәһүдия — Иерусалимдағы Дауыт тәхетенә тоғро ҡала.

Батшалар Аллаға тоғролоҡ һаҡламағанға һәм уның әмерҙәрен һанға һуҡмағанға, был ике батшалыҡтың тарихы тынғыһыҙ була. Төньяҡ батшалыҡҡа хатта ауырыраҡ та була, сөнки уның батшалары иң баштан уҡ ялған илаһтарға табына башлай. Ильяс һәм Елисей пәйғәмбәрҙәр ҡеүәтле эштәр башҡара, хатта үлеләрҙе терелтә. Ләкин, быға ҡарамаҫтан, Исраил халҡы яуыз юлдарҙан йөрөүен дауам итә. Ахыр сиктә, Алла Ассирия иленә Исраилды яулап алырға рөхсәт итә.

Был хәлдәрҙән һуң йөҙ йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт үткәс, Йәһүдия ла Алла язаһына дусар була. Йәһүдияның бер нисә генә батшаһы Алла пәйғәмбәрҙәренең киҫәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, халыҡты Йәһүәгә кире ҡайтарырға тырыша. Мәҫәлән, Йошия батша Йәһүдияны ялған табыныуҙан таҙарта башлай һәм Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын йүнәтә. Муса аша бирелгән Ҡанундың төп нөсхәһе табылғас, ундағы һүҙҙәр Йошияға шул тиклем ныҡ тәьҫир итә, ул хатта тағы ла ҙурыраҡ ашҡыныу менән дини реформаларын тормошҡа ашырыуға тотона.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йошияны алмаштырған батшалар уның яҡшы үрнәгенә эйәрмәй. Шуға күрә Йәһүә Бабил иленә Йәһүдияны яулап алып, Иерусалимды һәм ғибәҙәтхананы емерергә рөхсәт итә. Иҫән ҡалғандарҙы бабилдар әсирлеккә алып китә. Алла бындай пәйғәмбәрлек әйтә: Йәһүдия ере 70 йыл буйы ташландыҡ хәлдә ятасаҡ, шунан һуң халыҡ әсирлектән тыуған еренә ҡайтасаҡ.

Ләкин вәғәҙә ителгән Ҡотҡарыусы, йәғни Мәсих килгәнсе, Дауыт нәҫеленән башҡа берәү ҙә батша булмаясаҡ. Дауыт тәхетендә ултырған батшалар үҙенең насар эштәре менән шуны иҫбатлағандар: камил булмаған кешеләр идара итергә һәләтле түгел. Был хөрмәткә тик Мәсих кенә лайыҡ. Шуға күрә Йәһүә Дауыт нәҫеленән булған һуңғы батшаға: «Тажды һалып ҡуй. [...] Таж уға законлы хоҡуғы булған зат килгәнсе бер кемдеке лә булмаҫ, һәм мин уны уға бирермен», — тип әйткән (Йәзәкил 21:26, 27).

1 Батшалар, 2 Батшалар китабына, 2 Йылъяҙма 10—36 бүлектәрғә, Иремия 25:8—11-гә нигеҙләнгән.