Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ БҮЛЕК

Ғайса мөғжизәләр эшләй

Ғайса мөғжизәләр эшләй

Ғайса киләсәктә Батша булғас, үҙенең көс-ҡеүәтен нисек ҡулланасағын күрһәтер өсөн мөғжизәләр эшләй

АЛЛА Ғайсаға башҡа кешеләрҙә булмаған һәләт биргән. Ғайса бик күп мөғжизәләр эшләгән, һәм йыш ҡына күп кешеләр быны үҙ күҙҙәре менән күреп торған. Ғайсаның мөғжизәләре шуны иҫбат иткән: дошмандарҙы еңер өсөн һәм камилһыҙ кешеләр хәл итә алмаған ауырлыҡтарҙы сисер өсөн, уның етерлек көсө бар. Ҡайһы бер миҫалдарҙы ҡарап сығайыҡ.

Аслыҡ. Ике осраҡта Ғайса бер нисә генә икмәк һәм балыҡ менән меңләгән кешене туйындырған. Аҙыҡ һәр кешегә еткән һәм хатта ҡалған да. Бер тапҡыр Ғайса һыуҙы шарапҡа әйләндергән, был уның беренсе мөғжизәһе булған.

Ауырыуҙар. Ғайса «кешеләрҙе һәр төрлө ауырыуҙан һәм сирҙән һауыҡтырып» йөрөгән (Маттай 4:23). Ул һуҡырҙарҙы, һаңғырауҙарҙы, махау һәм өйәнәк ауырыуҙары менән ауырыусыларҙы һәм ғәриптәрҙе сәләмәтләндергән. Кешеләр ниндәй генә ауырыуҙарҙан интекмәһәләр ҙә, Ғайса бөтәһен дә һауыҡтырған.

Афәттәр. Ғайса үҙ шәкерттәре менән Галилея диңгеҙе аша йөҙөп барғанда, ҡапыл көслө дауыл күтәрелгән. Уның шәкерттәре бик ныҡ ҡурҡҡан. Ғайса дауылға: «Тауышланма, баҫыл!» — тигән. Шунда уҡ иҫ киткес тынлыҡ урынлашҡан (Марк 4:37—39). Башҡа бер осраҡта ул ҡурҡыныс дауыл ваҡытында һыу өҫтөнән барған (Маттай 14:24—33).

Яуыз рухтар. Алланың был яуыз дошмандары кешеләрҙән күпкә көслөрәк, шуға күрә күптәр уларҙың һөжүмдәренән ҡотола алмай. Әммә Ғайса күп тапҡыр яуыз рухтарҙы кешеләрҙән ҡыуып сығарған һәм уларҙан ҡурҡмаған. Киреһенсә, яуыз рухтар үҙҙәре унан ҡурҡҡан һәм уның ниндәй хакимлыҡҡа эйә булғанын белгән.

Үлем. Инжилдә үлем «һуңғы дошман» тип аталған. Эйе, бер кеше лә унан ҡотола алмай (1 Көринттәргә 15:26). Ләкин Ғайса үлеләрҙе терелткән: тол ҡатынға үлгән улын һәм ныҡ ҡайғырған ата-әсәгә үлгән ҡыҙҙарын ҡайтарған. Бер тапҡыр Ғайса үҙенең ҡәҙерле дуҫын, Лазарҙы, ҡайғырып илап торған халыҡ алдында терелткән. Ә Лазарь яҡынса дүрт көн үле булған бит! Хатта Ғайсаның иң ҡаты дошмандары ла уның ысын мөғжизә эшләгәнен таныған (Яхъя 11:38—48; 12:9—11).

Ни өсөн Ғайса был мөғжизәләрҙе эшләгән? Ул был кешеләргә ярҙам итһә лә, ахыр сиктә улар әллә үлмәгәнме? Эйе, үлгән, ләкин уның мөғжизәләре шуны иҫбат иткән: Мәсих-Батша идараһы тураһындағы бөтә ғәжәйеп пәйғәмбәрлектәр мотлаҡ үтәләсәк. Алла билдәләгән Батша аслыҡты, ауырыуҙарҙы, афәттәрҙе, яуыз рухтарҙы һәм үлемде юҡ итәсәк. Быға бер ҙә шикләнмәҫкә була, сөнки Ғайса Алланың уға кәрәкле көс биргәнен күрһәткән инде.

Инжилдең Маттай, Марк, Лука һәм Яхъя китаптарына нигеҙләнгән.