Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

21-СЕ БҮЛЕК

Ғайса тере!

Ғайса тере!

Ғайса үҙ шәкерттәре янына килеп, уларға күрһәтмәләр бирә һәм уларҙы дәртләндерә

ҒАЙСАНЫҢ үлеменән һуң өсөнсө көндө уның шәкерттәре булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡәбер янына килеп, шуны күрәләр: ҡәберҙе ҡаплап торған таш ситкә алып ҡуйылған, ә ҡәбер буш!

Ике фәрештә пәйҙә була. Уларҙың береһе: «Һеҙ... назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелтелде», — ти (Марк 16:6, ЯД). Ҡатын-ҡыҙҙар илселәргә хәбәр итер өсөн шунда уҡ йүгереп китә. Юлда улар Ғайсаны осраталар. Ғайса уларға: «Ҡурҡмағыҙ! Барығыҙ, минең ҡәрҙәштәремә Галилеяға барһындар тиегеҙ. Улар мине шунда күрерҙәр», — тип әйтә (Маттай 28:10).

Һуңыраҡ шул уҡ көндө ике шәкерт Иерусалимдан Еммаус ауылына бара. Уларға бер кеше ҡушылып, нимә тураһында һөйләшәһегеҙ, тип һорай. Был кеше терелтелгән Ғайса була, ләкин улар уны танымай. Ҡайғырған шәкерттәр Ғайса тураһында һөйләшәбеҙ, тип әйтә. Шунда был кеше уларға Изге Яҙмаларҙан Мәсихкә ҡағылған өҙөктәрҙе аңлата башлай. Ысынлап та, Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәр Ғайсала бөтә ваҡлыҡтарына тиклем үтәлгән. Шәкерттәр был кешенең рух итеп терелтелгән Ғайса икәнлеген аңлағас, ул күҙ алдынан юғала.

Был шәкерттәр шунда уҡ Иерусалимға ҡайтып, бергә йыйылған илселәргә барыһын һөйләп бирәләр. Шул саҡта ишек ябыҡ булһа ла, бүлмәлә Ғайса пәйҙә була. Шәкерттәр үҙ күҙҙәренә ышанмайынса шаҡ ҡата! Ғайса: «Ниңә ҡаушап ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙгә шундай уйҙар килә?» — тип һорай. Унан һуң: «Мәсих шулай ғазап сигергә һәм өсөнсө көндә үлгән еренән терелеп торорға тейеш... тип яҙылған Изге Яҙмаларҙа», — ти (Лука 24:38, 46, 47).

Терелтелгән Ғайса үҙ шәкерттәре янына 40 көн дауамында күп тапҡыр килә. Бер саҡ ул 500-ҙән артыҡ кешегә пәйҙә була! Күрәһең, тап ошо осраҡта ул уларға мөһим йөкләмә бирә: «Барығыҙ һәм уларҙы шәкерттәр итеп әҙерләгеҙ... мин һеҙгә ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Иҫтә тотоғоҙ: мин был донъя төҙөлөшө тамамланғансы, һәр ваҡыт һеҙҙең менән булам» (Маттай 28:19, 20).

Ғайса 11 тоғро илсеһе менән һуңғы тапҡыр осрашҡанда, бындай вәғәҙә бирә: «Һеҙ үҙегеҙгә изге рух иңгәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм... донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ» (Илселәр 1:8). Шунда Ғайса өҫкә күтәрелә, уны болот ҡаплай һәм шәкерттәр уның күккә күтәрелгәнен инде күрмәй.

Инжилдәге Маттай китабының 28-се бүлегенә, Марк китабының 16-сы бүлегенә, Лука китабының 24-се бүлегенә, Яхъя китабының 20, 21-се бүлектәренә һәм 1 Көринттәргә 15:5, 6-ға нигеҙләнгән.