Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ БҮЛЕК

Яҡшы хәбәр тарала

Яҡшы хәбәр тарала

Паул вәғәзләр өсөн ер һәм диңгеҙ буйлап сәйәхәт итә

МӘСИХСЕ булып киткәндән һуң, Паул Алла Батшалығы тураһындағы яҡшы хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләй. Хәҙер уға үҙенә ҡаршылыҡтар менән йыш ҡына осрашып торорға тура килә. Арыу-талыуҙы белмәгән был илсе Алланың башланғыс ниәтен үтәйәсәк Батшалыҡ тураһындағы яҡшы хәбәрҙе таратыр өсөн күп сәйәхәт итә.

Беренсе сәйәхәте ваҡытында Листра ҡалаһында Паул тыумыштан аҡһаҡ булған бер кешене һауыҡтыра. Йыйылған халыҡ Паул менән уның юлдашы Барнабты илаһтар итеп ҡабул итә һәм уларға ҡорбандар килтерергә йыйына. Әммә илселәр уларҙы был саранан саҡ тотоп ҡалалар. Һуңыраҡ шул уҡ кешеләр Паул дошмандарының ҡотортоуы арҡаһында, уға таш аталар һәм, үлде тип уйлап, ҡала ситенә сығарып ташлайҙар. Ләкин Паул иҫән ҡала һәм аҙағыраҡ шул ҡалаға ҡайтып, ундағы мәсихселәрҙе дәртләндереүсе һүҙҙәр менән нығыта.

Ҡайһы бер йәһүд булған мәсихселәр раҫлауынса, йәһүд булмаған мәсихселәр Муса ҡанунының билдәле бер талаптарын үтәргә тейеш. Был һорауҙы хәл итер өсөн, Паул Иерусалимдағы илселәр менән өлкәндәр янына китә. Изге Яҙмаларҙы ентекләп ҡарап сыҡҡандан һуң, был ир-аттар изге рух етәкселеге аҫтында йыйылыштарға хат яҙа. Хат аша улар боттарҙан, ҡандан, ҡаны сығарылмаған иттән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылырға ҡуша. Был талаптарҙы мәсихселәр үтәргә бурыслы, әммә Муса ҡанунын үтәү уларҙан талап ителмәй (Илселәр 15:28, 29).

Икенсе сәйәхәтендә Паул Беруя ҡалаһына (хәҙерге Греция иленең территорияһы) бара. Унда йәшәүсе йәһүдтәр һүҙҙе бик теләп ҡабул итәләр һәм һәр көн Изге Яҙмалар ярҙамында Паул һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн тикшерәләр. Ҡаршы килеүҙәр арҡаһында, уға ҡабат ҡасырға тура килә. Был юлы ул Афинаға китә. Ул ундағы уҡымышлы кешеләр төркөмө алдында иҫ киткес телмәр менән сығыш яһай. Был телмәр ораторлыҡ оҫталығының, шулай уҡ зирәклек һәм иплелек менән һөйләүҙең үрнәге булып тора.

Өсөнсө сәйәхәтенән һуң Паул Иерусалимға бара. Ул ғибәҙәтханаға килгәс, ҡайһы бер йәһүдтәр уны үлтерергә теләп ығы-зығы күтәрә. Рим ғәскәриҙәре Паулды яҡлап сығалар. Унан һорау алыу үткәргәс, улар Паулдың Рим гражданы икәнлеген белеп ҡалалар. Шуға күрә һуңыраҡ Паул үҙен Рим хакимы Феликс алдында яҡларға мөмкинлек ала. Йәһүдтәр Паулға ғәйептәр ташлайҙар, әммә уларҙы дәлилләй алмайҙар. Уларҙың ҡулына эләкмәҫ өсөн, Паул Римдың башҡа бер хакимы Фистегә: «Ҡайсарға [кесарь] мөрәжәғәт итергә теләйем», — ти. Фисте иһә: «Ҡайсар янына китәсәкһең», — тип яуап бирә (Илселәр 25:11, 12).

Паулды карапҡа ултыртып, Италияға суд алдында яуап тоторға ебәрәләр. Карап дауылға эләгеп емерелә, һәм Паулға ҡышты Мальта утрауында үткәрергә тура килә. Римға килеп еткәс, ул ике йыл буйы бер йортта түләп йәшәй. Һаҡ аҫтында булһа ла, ашҡыныусан илсе үҙе янына килгән бар кешеләргә Алла Батшалығы тураһында вәғәзләүен дауам итә.

Инжилдәге Илселәр 11:22—28:31-гә нигеҙләнгән.