Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ БҮЛЕК

Паул йыйылыштарға хаттар яҙа

Паул йыйылыштарға хаттар яҙа

Паулдың хаттары мәсихсе йыйылыштарҙы нығыта

ЯҢЫ ойошторолған йыйылыштар Алла ниәтенең үтәлеүендә мөһим роль уйнарға тейеш булған. Ләкин мәсихселәр шунда уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар булалар. Улар ҡаршы килеүҙәргә һәм йыйылыш эсендә булған етди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тоғро ҡала алырҙармы? Инжилдәге 21 хатта яҡшы кәңәштәр һәм дәртләндереүсе һүҙҙәр бар.

Уларҙың ун дүртен — Римлыларға яҙылған хаттан алып Еврейҙарға яҙылған хатҡа тиклем — илсе Паул яҙған. Был хаттар йә берәй кешегә, йә билдәле бер мәсихсе йыйылышҡа яҙылған булған, шуға ҡарап уларға исемдәр ҙә бирелгән. Уларҙа ҡаралған ҡайһы бер темаларҙы ҡарап сығайыҡ.

Әхлаҡ менән тәртипкә ҡағылышлы киҫәтеүҙәр. Фәхешлек, зина ҡылыу һәм башҡа төрлө ауыр гонаһ ҡылыусылар «Алла Батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ» (Галаттарға 5:19—21; 1 Көринттәргә 6:9—11). Алланың хеҙмәтселәре һәр милләт кешеләренә бер тигеҙ ҡарап берҙәм йәшәргә тейеш (Римлыларға 2:11; Эфестарға 4:1—6). Уларға мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәренә теләп ярҙам итергә кәрәк (2 Көринттәргә 9:7). «Өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ», — тип яҙа Паул. Мәсихселәргә Йәһүәгә доға ҡылғанда, күңелдәрен бушатырға кәңәш бирелә (1 Тессалуникиҙарға 5:17; 2 Тессалуникиҙарға 3:1; Филиппийҙарға 4:6, 7). Һәм Алла ишетһен өсөн, иман менән доға ҡылырға кәрәк (Еврейҙарға 11:6).

Ғаилә бәйләнештәрен нығытырға нимә ярҙам итә ала? Ирҙәр ҡатындарын үҙ тәндәрен яратҡандай яратырға, ҡатындар үҙ ирҙәрен тәрән хөрмәт итергә тейеш. Ә балаларға ата-әсәләрен тыңлау зарур, сөнки был Йәһүәне шатландыра. Ата-әсәләргә иһә, Алла кәңәштәрен ҡулланып, балаларын яратыу менән тәрбиәләргә кәрәк (Эфестарға 5:22—6:4; Көләсәйҙәргә 3:18—21).

Алла ниәтен аңлар өсөн ярҙам. Мәсих килгәнсе Муса ҡанунының күп яҡтары исраилдар өсөн яҡлау һәм етәкселек булып торған (Галаттарға 3:24). Ләкин Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн, мәсихселәрҙән был Ҡанунды үтәү талап ителмәй. Паул йәһүд булған мәсихселәргә яҙған хатында Муса ҡанунының ни өсөн бирелгәнен һәм Алла ниәтенең Мәсихтә нисек үтәлеп барғанын ентекле рәүештә аңлата. Ул шуны асыҡлай: Ҡанундың төрлө яҡтары киләсәктәге ваҡиғаларҙың прообраздары булып тора. Мәҫәлән, хайуандарҙы ҡорбанға килтереү Ғайсаның ҡорбан рәүешендә үлеүенең символы булған һәм уның үлеме нигеҙендә Алла кешеләрҙең гонаһтарын ысын мәғәнәһендә кисерә (Еврейҙарға 10:1—4). Ғайсаның үлеме арҡыры Алла Ҡанун килешеүен ғәмәлдән сығарған, шуға күрә уны башҡа үтәргә кәрәкмәй (Көләсәйҙәргә 2:13—17; Еврейҙарға 8:13).

Йыйылыштар ойоштороуға ҡағылышлы кәңәштәр. Йыйылышта яуаплы вазифалар башҡарырға теләгән ир-аттар юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәргә һәм рухи яҡтан етлеккән кешеләр булырға тейеш (1 Тимутегә 3:1—10, 12, 13; Титусҡа 1:5—9). Йәһүәнең хеҙмәтселәренә бер-береһен дәртләндерер өсөн имандаштары менән даими рәүештә осрашып торорға кәрәк (Еврейҙарға 10:24, 25). Ундай осрашыуҙар нығытырға һәм өгөт-нәсихәт бирергә тейеш (1 Көринттәргә 14:26, 31).

Тимутегә икенсе хатын яҙғанда, Паул ҡабат Римда була; ул төрмәгә ябыла һәм уны суд көтә. Бер нисә кешенең генә уның янына килеп китергә батырсылығы етә. Паул ваҡыты аҙ ҡалғанын белеп: «Мин данлы көрәш алып барҙым, ярыш юлын тамамланым, иманды һаҡлап ҡалдым», — тип яҙа (2 Тимутегә 4:7). Күрәһең, тиҙҙән уны язалап үлтерәләр. Ләкин уның хаттары Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәренә ошо көнгә тиклем етәкселек биреп тора.

Инжилдәге Римлыларға, 1 Көринттәргә, 2 Көринттәргә, Галаттарға, Эфестарға, Филиппийҙарға, Көләсәйҙәргә, 1 Тессалуникиҙарға, 2 Тессалуникиҙарға, 1 Тимутегә, 2 Тимутегә, Титусҡа, Филимунға, Еврейҙарға яҙылған хаттарға нигеҙләнгән.