Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ БҮЛЕК

Кем хаҡ Алла?

Кем хаҡ Алла?

Бер генә хаҡ Алла бар, һәм уның исеме — Йәһүә (Яратылыш 2:4, иҫкәрмәне ҡара). Ул — рухи шәхес, беҙ уны күрә алмайбыҙ. Ул беҙҙе ярата һәм беҙгә лә үҙен, шулай уҡ башҡа кешеләрҙе яратырға ҡуша (Маттай 22:35—40). Ул — Аллаһы Тәғәлә, бар булғандың Барлыҡҡа Килтереүсеһе.

Беренсе итеп Алла бер көслө рухи затты яратҡан. Һуңыраҡ шул зат Ғайса Мәсих тип аталған. Йәһүә шулай уҡ фәрештәләрҙе барлыҡҡа килтергән.

Йәһүә күктәге... һәм ерҙәге бар нәмәне барлыҡҡа килтергән. (Асылыш 4:11)

Йәһүә Алла йондоҙҙарҙы, Ерҙе һәм ундағы бар нәмәне яратҡан (Яратылыш 1:1).

Ул ер тупрағынан беренсе кеше Әҙәмде яратҡан (Яратылыш 2:7).