Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ БҮЛЕК

Туфандан һабаҡ алабыҙ

Туфандан һабаҡ алабыҙ

Алла яуыз кешеләрҙе юҡ иткән, ә Нух менән уның ғаиләһен һаҡлап ҡалған. (Яратылыш 7:11, 12, 23)

Ҡырк көн көнө-төнө ҡойоп ямғыр яуған һәм бөтөн Ер йөҙөн һыу ҡаплаған. Барлыҡ яуыз кешеләр һәләк булған.

Ә теге тыңламаусан фәрештәләр кеше тәндәрен ҡалдырған һәм ендәр булып киткән.

Кәмәгә кергән кешеләр иҫән ҡалған. Ахыр сиктә Нух менән уның ғаиләһе үлгән, ләкин киләсәктә Алла уларҙы терелтәсәк, һәм улар мәңге йәшәй аласаҡ.

Алла тиҙҙән яуыздарҙы юҡ итәсәк, ә яҡшы кешеләрҙе һаҡлап ҡаласаҡ. (Маттай 24:37— 39)

Шайтан һәм ендәр әле лә кешеләрҙе алдай.

Нух заманындағы кеүек, бөгөн дә күптәр Йәһүәнең яратып биргән етәкселеген кире ҡаға. Тиҙҙән Йәһүә бар яуыздарҙы юҡ итәсәк (2 Петер 2:5, 6).

Ҡайһы берәүҙәр Нух кеүек эш итә. Улар Йәһүәне тыңлап йәшәй һәм Йәһүә Шаһиттары тип аталалар.