Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ БҮЛЕК

Ғайсаның үлеме һиңә ниндәй файҙа килтерә?

Ғайсаның үлеме һиңә ниндәй файҙа килтерә?

Ғайса беҙ йәшәй алһын өсөн үлгән. (Яхъя 3:16)

Ғайса үлгәндән һуң өс көн үткәс, бер нисә ҡатын-ҡыҙ уның ҡәбере янына килгән. Әммә унда Ғайсаның тәне булмаған. Йәһүә уны терелткән.

Һуңыраҡ Ғайса үҙ рәсүлдәре янына килгән.

Йәһүә Ғайсаны ҡөҙрәтле үлемһеҙ фәрештә итеп терелткән. Ғайсаның шәкерттәре уның күккә күтәрелгәнен күреп торғандар.

Алла Ғайсаны терелткән һәм үҙ Батшалығының батшаһы итеп ҡуйған. (Данил 7:13, 14)

Ғайса үҙ ғүмерен кешелек өсөн йолом итеп түләгән (Маттай 20:28). Шул йолом ярҙамында Алла беҙгә мәңге йәшәргә мөмкинлек бирә.

Йәһүә Ғайсаны ер өҫтөнән батша итеп билдәләгән. Уның менән бергә 144 000 тоғро кеше идара итәсәк. Улар күктә йәшәр өсөн терелтелә. Ғайса һәм шул 144 000 кеше күктәге хөкүмәтте — Алла Батшалығын тәшкил итә (Асылыш 14:1—3).

Алла Батшалығы ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк. Һуғыштар, енәйәтселек, ярлы һәм ас кешеләр булмаясаҡ. Кешеләр ысынлап та бәхетле буласаҡ (Мәҙхиә 144:16).