Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланың ихтыяры ниндәй?

Алланың ихтыяры ниндәй?

Алла ерҙә буласаҡ ожмахта беҙҙең ҡайғы-хәсрәтһеҙ, бәхетле һәм мәңге йәшәүебеҙҙе теләй!

Бәлки, һеҙ ғәжәпләнеп: «Был мөмкинме һуң?» — тип һорарһығыҙ. Изге Яҙмала, был Алла Батшалығы ярҙамында мөмкин буласаҡ, тип әйтелә. Бөтә кешеләр ҙә был Батшалыҡ һәм ул килтерәсәк фатихалар тураһында белергә тейеш, сөнки был — Алланың ихтыяры (Зәбур 37:11, 29; Ишағыя 9:7).

Алла беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй.

Яҡшы атай кеше балаларына тик яҡшыны ғына теләгән кеүек, күктәге Атабыҙ ҙа беҙҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхеттән кинәнеүебеҙҙе теләй (Ишағыя 48:17, 18). Ул, Алла «ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй[әсәк]», тип вәғәҙә итә (1 Яхъя 2:17).

Алла үҙенең юлдарынан йөрөүебеҙҙе теләй.

Изге Яҙмала, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ «беҙҙе үҙ юлдарына өйрәтер, һәм беҙ уның һуҡмаҡтарынан йөрөрбөҙ», тип әйтелә (Ишағыя 2:2, 3). Алла, бөтә ер йөҙөндә йәшәгән кешеләр уның ихтыярын белһен өсөн, «үҙ исемен йөрөтөүсе халыҡ» ойошторған (Ғәмәлдәр 15:14, ЯДТ).

Алла беҙҙең берҙәм рәүештә уға ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы теләй.

Бүленгән донъянан айырмалы рәүештә, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу кешеләрҙе ысын яратыуҙа берләштерә (Яхъя 13:35). Кем бөгөнгө көндә кешеләрҙе Аллаға берҙәм хеҙмәт итергә өйрәтә? Беҙ һеҙҙе, ошо брошюраны уҡып, шул һорауға яуап табырға саҡырабыҙ.