Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә шаһиттары ниндәй кешеләр?

Йәһүә шаһиттары ниндәй кешеләр?

Дания

Тайвань

Венесуэла

Һиндостан

Һеҙҙең таныштарығыҙ араһында Йәһүә шаһиттары бармы? Уларҙың ҡайһы берҙәре һеҙҙең күршегеҙ, хеҙмәттәшегеҙ йә синыфташығыҙ булырға мөмкин. Ә, бәлки, улар һеҙҙең менән Изге Яҙма тураһында һөйләшкәндер. Улар ысын барлыҡта ниндәй кешеләр, һәм ни өсөн улар башҡаларға үҙенең дини ҡараштары тураһында һөйләй?

Беҙ ябай кешеләр. Беҙ — төрлө милләттән сыҡҡан кешеләр. Беҙҙең мәҙәниәтебеҙ һәм ижтимағи дәрәжәбеҙ ҙә төрлө. Элек беҙҙең ҡайһы беребеҙ башҡа дин тотҡан, ә ҡайһы беребеҙ Аллаға бөтөнләй ышанмаған. Йәһүә шаһиты булып китер алдынан, беҙҙең һәр беребеҙ Изге Яҙманың тәғлимәттәрен ентекләп тикшереп сыҡҡан (Ғәмәлдәр 17:11). Беҙ белгәндәребеҙҙең хаҡ булыуына инандыҡ һәм Йәһүә Аллаға ғибәҙәт ҡылырға ҡарар иттек.

Беҙ Изге Яҙманы өйрәнеүҙән файҙа табабыҙ. Һәр бер кешелә булған кеүек, беҙҙә лә ауырлыҡтар һәм кәмселектәр бар. Әммә Изге Яҙмалағы принциптарҙы һәр көн ҡулланып, беҙ тормошобоҙҙоң күпкә яҡшырғанын һиҙҙек (Зәбур 128:1, 2). Был — Изге Яҙманан алынған белемдәребеҙ менән уртаҡлашыуыбыҙҙың бер сәбәбе.

Беҙ Алланың принциптары буйынса йәшәйбеҙ. Изге Яҙмала яҙылған принциптар беҙгә үҙебеҙҙе имен хис итергә, башҡаларҙы хөрмәт итергә, намыҫлы һәм игелекле булырға ярҙам итә. Был принциптарҙы тотоу кешеләргә йәмғиәттең файҙалы ағзалары булырға, әхлаҡи яҡтан таҙа булырға һәм ғаиләләрҙе нығытырға ярҙам итә. «Алла кешеләрҙе айырмай», шуның өсөн беҙ раса һәм сәйәси кәртәләрҙән азат булған халыҡ-ара бер ғаилә. Ябай кешеләр булһаҡ та, беҙ үҙенә күрә берҙән-бер халыҡ булып торабыҙ (Ғәмәлдәр 4:13; 10:34, 35).

  • Йәһүә шаһиттарының башҡа кешеләр менән ниндәй уртаҡ яҡтары бар?

  • Йәһүә шаһиттары, Изге Яҙманы өйрәнгәнгә, ниндәй принциптар буйынса йәшәй?