Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ДӘРЕС

Ни өсөн беҙ Йәһүә шаһиттары тип аталабыҙ?

Ни өсөн беҙ Йәһүә шаһиттары тип аталабыҙ?

Нух

Ибраһим һәм Сара

Муса

Ғайса Мәсих

Күп кеше Йәһүә шаһиттары был яңы дин тип уйлай. Әммә яҡынса 2 700 йыл элек Изге Яҙмала берҙән-бер хаҡ Алланың хеҙмәтселәре «шаһиттар» тип аталған булған (Ишағыя 43:10—12). 1931 йылға тиклем беҙ Изге Яҙманы тикшереүселәр кеүек билдәле инек. Ни өсөн беҙ Йәһүә шаһиттары тигән исем алдыҡ?

Беҙҙең исемебеҙ Алланың исеме менән бәйле. Боронғо ҡулъяҙмалар буйынса, Алланың исеме, Йәһүә, Изге Яҙмала яҡынса 7 000 тапҡыр осрай. Күп тәржемәләрҙә был исем «Раббы» һәм «Алла» тигән титулдарға алмаштырылған булған. Әммә хаҡ Алла Муса пәйғәмбәргә үҙенең Йәһүә тигән шәхси исемен асҡан булған. Ул уға: «Был мәңгегә минең исемем», — тип әйткән (Сығыш 3:15). Шулай итеп ул үҙенең башҡа ялған илаһтарҙан айырылып торғанын күрһәткән. Алланың изге исемен йөрөтөү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт.

Беҙҙең исемебеҙ башҡарған эшебеҙ менән бәйле. Боронғо замандарҙа, тәҡүә Һабилдан башлап, күп кенә Алланың хеҙмәтселәре Йәһүәгә иман иткәндәре тураһында шаһитлыҡ биргән. Быуаттар дауамында Нух, Ибраһим, Сара, Муса, Дауыт һәм башҡалар был «шул тиклем күп» шаһиттарҙың төркөмөн тәшкил иткән (Еврейҙарға 11:4—12:1). Берәй кеше судта ғәйепһеҙ кешене яҡлау өсөн шаһитлыҡ биргән кеүек, беҙ ҙә тәүәккәллек менән Алла тураһындағы хәҡиҡәтте кешеләргә билдәле итәбеҙ.

Беҙ Ғайсаның үрнәгенә эйәрәбеҙ. Инжилдә Ғайса «тоғро һәм хаҡ Шаһит» тип атала (Асылыш 3:14). Ғайса Алланың исемен асҡан һәм уның тураһында шаһитлыҡ биргән (Яхъя 17:26; 18:37). Шуға күрә Мәсихтең ысын шәкерттәре Йәһүә исемен йөрөтөргә һәм уны билдәле итергә тейеш. Тап шуны Йәһүә шаһиттары эшләргә тырыша ла.

  • Ни өсөн Изге Яҙманы тикшереүселәр Йәһүә шаһиттары тигән исем алған?

  • Ҡасандан алып Йәһүәнең ерҙә шаһиттары бар?

  • Йәһүәнең иң бөйөк шаһиты кем?