Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ДӘРЕС

Нимә ул ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу?

Нимә ул ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу?

Көньяҡ Корея

Бразилия

Австралия

Гвинея

Боронғо замандарҙан алып Йәһүә һәр ғаиләнең, үҙенең рухилығын һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығытыр өсөн, бергә ваҡыт үткәреүҙәрен теләгән (Ҡанун 6:6, 7). Бына ни өсөн Йәһүә шаһиттары аҙна һайын ғаилә менән бергә ғибәҙәт ҡылыр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуя. Улар иркен шарттарҙа Алла менән бәйле темаларҙы ғаиләнең ихтыяждарына яраҡлаштырырға тырышып, фекер алышыу үткәрә. Хатта һеҙ яңғыҙ йәшәһәгеҙ ҙә, был ваҡытты, үҙегеҙ һайлаған тема буйынса өйрәнеү үткәреп, Аллаға яҡынлашыр өсөн ҡуллана алаһығыҙ.

Был — Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн ваҡыт. Инжилдә: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тип әйтелә (Яҡуб 4:8). Изге Яҙманан Йәһүәнең сифаттары һәм эштәре тураһындағы ентеклектәрҙе өйрәнеп, беҙ уны яҡшыраҡ белә алабыҙ. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы башлау өсөн ябай ысулдарҙың береһе — Изге Яҙманы бергә ҡысҡырып уҡыу. Изге Яҙманы, мәҫәлән, «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» осрашыуының графигы буйынса уҡып була. Уҡыласаҡ өҙөктө өлөштәргә бүлеп, ғаиләнең һәр ағзаһына бирергә мөмкин. Шунан һуң барыһы ла уҡылған өҙөктән белгәндәре тураһында фекер алыша ала.

Был — ғаилә ағзаларына бер-береһенә яҡынлашыр өсөн ваҡыт. Изге Яҙманы бергә өйрәнгәндә, ирҙәр һәм ҡатындар, ата-әсәләр һәм балалар үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығыта. Был ғаилә өсөн шатлыҡлы һәм көтөп алынған мәл булырға тейеш. Балаларының йәшен иҫәпкә алып, ата-әсәләр фекер алышыу өсөн ғәмәли темалар һайлай ала. Мәҫәлән, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларҙағы мәҡәләләрҙе ҡулланып, балаларығыҙҙың мәктәптә тыуған проблемалары тураһында һөйләшергә мөмкин. Ойошмабыҙ сығарған видеоматериалдарҙы ҡарап, улар буйынса фекер алышып була. Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарында яңғыраясаҡ йырҙарҙы йырлап ҡарай алаһығыҙ. Ә өйрәнеүҙән һуң, баллы-майлы сәйҙәр эсеп, аралашыуҙы дауам итергә йәки балалар менән уйнап алырға була.

Һәр аҙна Йәһүәгә бергә ғибәҙәт ҡылыр өсөн йыйылыу ғаиләнең һәр ағзаһына Алла Һүҙен уҡыуҙан шатлыҡ табырға ярҙам итәсәк. Ә Алла тырышлыҡтарығыҙ өсөн һеҙҙе һис шикһеҙ мул итеп фатихалаясаҡ (Зәбур 1:1—3).

  • Ни өсөн беҙ ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу өсөн ваҡыт бүлеп ҡуябыҙ?

  • Ата-әсәләр ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн был мәлде нисек күңелле итә ала?