Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ ДӘРЕС

Пионер кем ул?

Пионер кем ул?

Канада

Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү

Изге Яҙманы өйрәнеү

Шәхси өйрәнеү

«Пионер» тигән һүҙ йыш ҡына яңы ерҙәргә барып, унда башҡалар өсөн юл асҡан кешегә ҡарата ҡулланыла. Был һүҙҙе ниндәйҙер мәғәнәлә Ғайса пәйғәмбәргә ҡулланып була, сөнки ул, тормош биреүсе хеҙмәтте башҡарыр өсөн һәм кешеләргә ҡотолоуға юл асыр өсөн, ергә ебәрелгән булған (Матфей 20:28). Бөгөн Ғайсаның шәкерттәре, уның үрнәгенә эйәреп, шәкерттәр әҙерләү эшендә күп выҡыт үткәрә (Матфей 28:19, 20). Уларҙың ҡайһы берҙәренең пионер булып хеҙмәт итергә мөмкинселектәре бар.

Пионер — күп ваҡытын вәғәз эшенә бағышлаған кеше. Бөтә Йәһүә шаһиттары һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү эшендә ҡатнаша. Әммә ҡайһы берҙәре тормоштарында билдәле үҙгәрештәр яһайҙар һәм, айына 70 сәғәт вәғәзләп, пионер булып хеҙмәт итәләр. Быны эшләр өсөн күбеһе көнөнә бер нисә сәғәт кенә эшләргә була. Башҡалар вәғәзселәрҙә ҙур ихтыяж булған ерҙәргә махсус пионер итеп билдәләнә. Улар айына 130 сәғәт йәки күберәк тә ваҡыт вәғәзләй. Пионерҙар ябай тормош алып бара һәм Йәһүәнең тормош өсөн кәрәк булғандың барыһы менән тәьмин итәсәгенә бер ҙә шикләнмәй (Матфей 6:31—33; 1 Тимофейға 6:6—8). Төрлө шарттар арҡаһында вәғәз эшендә күп ваҡыт үткәрә алмаған вәғәзселәр, ярҙамсы пионер булып, айына 30 йәки 50 сәғәт хеҙмәт итә.

Пионерҙы үҙ хеҙмәтен башҡарырға Аллаға һәм кешеләргә ҡарата яратыу дәртләндерә. Ғайса пәйғәмбәр кеүек, беҙ ҙә бөгөнгө көндә күп кешеләрҙең рухи яҡтан үтә ауыр хәлдә булыуын күрәбеҙ (Марк 6:34). Әммә беҙҙә уларға хәҙер үк ярҙам итә алған, киләсәккә ныҡлы өмөт биргән белем бар. Яҡындарын яратҡанға, пионерҙар, кешеләргә рухи яҡтан ярҙам итер өсөн, үҙ ваҡыттарын һәм көстәрен сарыф итергә әҙер. (Матфей 22:39; 1 Фессалоникаларға 2:8). Һөҙөмтәлә пионер Аллаға тағы ла нығыраҡ яҡынлаша, ҙур шатлыҡ кисерә һәм уның иманы нығына (Ғәмәлдәр 20:35).

  • Пионерҙың кем икәнен һеҙ нисек аңлатыр инегеҙ?

  • Ҡайһы берәүҙәрҙе пионер булып хеҙмәт итергә нимә дәртләндерә?