Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ДӘРЕС

Пионерҙар өсөн ниндәй мәктәптәр ҡаралған?

Пионерҙар өсөн ниндәй мәктәптәр ҡаралған?

Үҙ илдәрендә

Гилеад мәктәбендә

Панамала

Теократик өйрәтеү оҙаҡ ваҡыт дауамында Йәһүә шаһиттарының мөһим үҙенсәлеге булып тора. Күп ваҡытын вәғәз эшенә бағышлаған мәсихселәр өсөн махсус уҡытыу ҡаралған. Был уҡытыу ярҙамында улар үҙ хеҙмәттәрен «камил рәүештә [„һәр яҡлап“, ЯДТ]» башҡара ала (2 Тимофейға 4:5).

Пионерҙар мәктәбе. Тулы ваҡытлы хеҙмәттә бер йыл үткәргәндән һуң, пионер алты көнгә был мәктәпкә саҡырыла. Мәктәп яҡында урынлашҡан Батшалыҡ залында үткәрелә ала. Уның маҡсаты — пионерға Йәһүәгә яҡынлашырға, тоғро хеҙмәтен дауам итергә һәм вәғәз эшенең бөтә өлкәләрендә тағы ла уңышлыраҡ булырға ярҙам итеү.

Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе. Был ике ай дауамында үткәрелгән мәктәп, үҙ өйҙәрен ҡалдырып, ихтыяж булған теләһә ҡайһы ерҙә хеҙмәт итергә әҙер булған тәжрибәле пионерҙар өсөн ҡаралған. Улар асылда: «Бына мин! Ебәр мине!» — тип әйтеп, ерҙә хеҙмәт иткән Иң бөйөк вәғәзсенең, Ғайса Мәсихтең, үрнәгенә эйәрә (Ишағыя 6:8; Яхъя 7:29). Өйҙән йыраҡҡа киткәс, бәлки, ябай тормошҡа яраҡлашырға тура килер. Мәҙәниәт, климат һәм ризыҡ уларҙың элекке йәшәү шарттарынан шаҡтай айырылып торорға мөмкин. Бәлки, хатта яңы тел өйрәнергә кәрәк булыр. Был мәктәп 23—65 йәшлек никахта тормаған ағай- апай-ҡәрҙәштәр һәм ирле-ҡатынлылар өсөн ҡаралған. Уның маҡсаты — ҡәрҙәштәргә хеҙмәттәрендә кәрәкле рухи сифаттар, шулай уҡ Йәһүә һәм уның ойошмаһы тағы ла тулыраҡ ҡуллана алған оҫталыҡтар үҫтерергә ярҙам итеү.

Күҙәтеү манараһының Изге Яҙма мәктәбе Гилеад. «Гилеад» тип тәржемә ителгән боронғо йәһүд һүҙе «шаһит булған ҡалҡыулыҡ» йәки «шаһитлыҡ өйөмө» тигән мәғәнә йөрөтә. Гилеад мәктәбе 1943 йылда барлыҡҡа килгән. Шунан бирле уны тамамлаған 8 000-дән артыҡ мәсихсе, «ерҙең бөтә сиктәренә тиклем» уңышлы рәүештә шаһитлыҡ бирер өсөн, миссионер итеп билдәләнгән (Ғәмәлдәр 13:47). Мәҫәлән, мәктәпте тамамлаусылар Перу иленә беренсе тапҡыр килгәндә, унда бер йыйылыш та булмаған. Хәҙер унда 1 000-дән артыҡ йыйылыш бар. Беҙҙең миссионерҙарыбыҙ Японияла хеҙмәт итә башлағанда, унда ун Йәһүә шаһиты ла булмаған. Хәҙер уларҙың һаны 200 000-дән артҡан. Биш айлыҡ Гилеад курсы Алланың Һүҙен ентекләп өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Гилеад мәктәбенә, интенсив уҡыу өсөн, махсус пионерҙар, миссионерҙар, филиалдарҙа хеҙмәт иткән һәм район хеҙмәтендә ҡатнашҡан мәсихселәр саҡырыла. Был мәктәп бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙҙе нығытырға ярҙам итә.

  • Пионерҙар мәктәбе ниндәй маҡсат менән үткәрелә?

  • Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе кем өсөн ҡаралған?