Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

21-СЕ ДӘРЕС

Нимә ул Вефиль?

Нимә ул Вефиль?

Биҙәү сәнғәт бүлеге (АҠШ)

Германия

Кения

Колумбия

Вефиль йәки «Бейт-Ил» тигән һүҙ боронғо йәһүд теленән «Алла Йорто» тигәнде аңлата (Башланмыш 28:17, 19). Был Йәһүә шаһиттары бөтә донъя буйынса төҙөгән комплекстар өсөн бик урынлы исем. Унда вәғәз эшенә булышлыҡ итер өсөн эштәр башҡарыла. Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе АҠШ-та, Нью-Йорк штатында урынлашҡан Вефилдә хеҙмәт итә. Улар төрлө илдәрҙә урынлашҡан филиалдарҙың эшмәкәрлеген күҙәтә. Вефилдә хеҙмәт итеүселәр Вефиль ғаиләһе тип атала. Бер ҙур ғаиләлә кеүек, улар бергә эшләйҙәр, бергә ашайҙар һәм бергә Изге Яҙманы өйрәнәләр (Зәбур 133:1).

Бөтә ағзалары фиҙаҡәр рәүештә хеҙмәт иткән үҙенсәлекле ғаилә. Вефилдә хеҙмәт иткән ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен тулыһынса Алланың ихтыярын үтәүгә һәм Батшалыҡ эштәрен башҡарыуға бағышлай (Матфей 6:33). Вефилселәрҙең барыһы ла йәшәү урыны һәм аш-һыу менән тәьмин ителә, шулай уҡ уларға, шәхси сығымдарын ҡаплау өсөн, бәләкәй пособие бирелә. Һәр вефилсе бүлектәрҙең береһенә хеҙмәт итергә билдәләнә. Кемдер офиста, кемдер кухняла йәки ашханала хеҙмәт итә. Башҡалары типографияла эшләй йәки китап төпләү эше башҡара, бүлмәләрҙе йыйыштыра, кер йыуа, биналарҙы яҡшы хәлдә һаҡлар өсөн хеҙмәтләндерә һәм башҡа эштәр башҡара.

Бөтә көстәрҙе вәғәз эшен алға ебәреүгә туплау. Һәр Вефилдең төп маҡсаты — Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте мөмкин тиклем күберәк кешегә еткереү. Был брошюра быға миҫал булып тора. Ул Етәксе кәңәшмә күҙәтеүендә яҙылған, электрон яйланмалар ярҙамында бөтә донъя буйынса урынлашҡан йөҙҙәрсә тәржемә төркөмдәренә ебәрелгән, бер нисә Вефиль типографияһында юғары тиҙлекле китап баҫыу машинаһында баҫтырылған һәм 110 000-дән артыҡ йыйылыштарға ебәрелгән. Был эштең һәр өлөшөндә Вефиль ғаиләләре бөтә көстәрен һалып хеҙмәт иткән. Шулай итеп улар бөгөнгө көндә иң ашығыс эштең башҡарылыуына, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүгә, ҙур өлөш индерә (Марк 13:10).

  • Вефилдә кемдәр хеҙмәт итә, һәм улар хаҡында нисек ҡайғырталар?

  • Һәр Вефилдең эшмәкәрлеге ярҙамында ниндәй ашығыс эш башҡарыла?