Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ДӘРЕС

Филиалда ниндәй эш башҡарыла?

Филиалда ниндәй эш башҡарыла?

Сөләймән утрауҙары

Канада

Көньяҡ Африка

Вефиль ғаиләһе бер йәки бер нисә илдә вәғәз эше тураһында ҡайғыртып, төрлө бүлектәрҙә хеҙмәт итә. Улар баҫмаларҙы тәржемә итә, журналдар баҫтыра, китаптар төпләй, әҙәбиәт складында хеҙмәт итә, аудио- һәм видеопродукция сығара йәки башҡа мөһим эш башҡара.

Филиал комитеты эшмәкәрлекте күҙәтә. Етәксе кәңәшмә һәр филиалда өс йәки күберәк тәжрибәле өлкәндәрҙән торған Филиал комитетын билдәләй һәм уларға етәкләү вазифаһын ышанып тапшыра. Комитет үҙ ҡарамағында булған илдәрҙә алып барылған вәғәз эшенең үҫеше һәм тыуған ауырлыҡтар тураһында Етәксе кәңәшмәгә хәбәр итеп тора. Был Етәксе кәңәшмәгә киләһе баҫмаларҙа, йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа ниндәй темаларҙы ҡарап сығырға кәрәк икәнен хәл итергә ярҙам итә. Етәксе кәңәшмә филиалдарға үҙ вәкилдәрен даими ебәреп тора. Улар филиалдарға килеп китә һәм Филиал комитеттарына үҙ вазифаларын үтәргә ярҙам иткән етәкселек бирә (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:14). Филиал ҡарамағындағы территорияла йәшәүселәрҙе нығытыу өсөн, махсус программа ойошторола. Был программа баш идара вәкиленең телмәр менән сығыш яһауын үҙ эсенә ала.

Урындағы йыйылыштар тураһында ҡайғыртыу. Филиалдағы яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр яңы йыйылыштар ойоштороу менән бәйле һорауҙарҙы хәл итә. Был ҡәрҙәштәр шулай уҡ пионерҙарҙың, миссионерҙарҙың һәм район күҙәтеүселәренең эшмәкәрлеген яраштыра. Улар конгрестар ойоштора, яңы Батшалыҡ залдарының төҙөлөүен күҙәтә һәм йыйылыштарға әҙәбиәт ебәреү хаҡында ҡайғырта. Филиалдарҙа башҡарылған бөтә эштәр вәғәз эшенең көйлө һәм тәртипле алып барылыуына булышлыҡ итә (1 Коринфтарға 14:33, 40).

  • Филиал комитеттары нисек Етәксе кәңәшмәгә ярҙам итә?

  • Филиалдар нимә өсөн яуаплы?