Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ДӘРЕС

Беҙҙең бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ нисек финанслана?

Беҙҙең бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ нисек финанслана?

Непал

Того

Бөйөк Британия

Беҙҙең ойошмабыҙ һәр йыл йөҙҙәрсә миллион Изге Яҙма һәм башҡа баҫмалар баҫтырып сығара һәм бушлай тарата. Беҙ Батшалыҡ залдары, филиалдар төҙөйбөҙ һәм уларҙы, тейешле хәлдә һаҡлар өсөн, йүнәтеп торабыҙ. Беҙ меңләгән вефилселәргә һәм миссионерҙарға матди яҡтан булышлыҡ итәбеҙ һәм афәттәрҙән зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтәбеҙ. Шуға күрә һеҙҙең, бәлки, бындай һорау тыуалыр: быларҙың барыһы нисек финанслана?

Беҙҙә килемдең ундан бер өлөшө түләнмәй һәм аҡса йыйымдары үткәрелмәй. Вәғәз эшебеҙ ҙур сығымдар менән бәйле булһа ла, беҙ бер кемдән дә аҡса һорамайбыҙ. Йөҙҙән артыҡ йыл элек «Күҙәтеү манараһы» журналының икенсе һанында Йәһүәнең ярҙамына ышаныуыбыҙ тураһында әйтелгән булған. Унда: «Беҙ кешеләргә бер ҡасан да инәлмәйәсәкбеҙ һәм уларҙан аҡса һорамаясаҡбыҙ!» — тип яҙылғайны, һәм тап шулай булды ла (Матфей 10:8).

Беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ ирекле иғәнәләр ярҙамында башҡарыла. Күп кешеләр Изге Яҙмаға нигеҙләнгән белем таратыу эшебеҙ өсөн рәхмәттәрен белдереп, ирекле иғәнәләр бирә. Йәһүә шаһиттары үҙҙәре лә, Алланың ихтыярын бөтә ер йөҙө буйынса үтәр өсөн, ваҡыттарын, көстәрен, аҡсаларын һәм башҡа әйберҙәрен шатлыҡ менән ҡорбан итә (1 Йылъяҙма 29:9). Батшалыҡ залында һәм конгрестарҙа ирекле иғәнәләр һалырға теләгән кешеләр өсөн йәшниктәр бар. Аҡсаның күпселек өлөшөн бай булмаған кешеләр һала. Улар Ғайса маҡтап телгә алған тол ҡатынға оҡшаш, сөнки ул, ярлы булһа ла, иғәнәһен теләк менән һәм ысын йөрәктән биргән (Лука 21:1—4). Шулай итеп, һәр кеше, «йөрәге ҡушҡанса» бирер өсөн, даими рәүештә, «үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып» һалып ҡуя ала (1 Коринфтарға 16:2; 2 Коринфтарға 9:7).

Беҙ шуға ышанабыҙ: эскерһеҙ кешеләр артабан да, үҙҙәрендә булған иң яҡшыһы менән Йәһүәне данлап, Батшалыҡ эштәренә булышлыҡ күрһәтәсәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:9).

  • Беҙҙең ойошмабыҙ башҡа диндәрҙән нимә менән айырылып тора?

  • Ирекле иғәнәләр нисек ҡулланыла?