Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

25-СЕ ДӘРЕС

Батшалыҡ Залдары ни өсөн һәм нисек төҙөлә?

Батшалыҡ Залдары ни өсөн һәм нисек төҙөлә?

Боливия

Нигерия, башта һәм һуңынан

Таити

Беҙҙең залдарыбыҙ Батшалыҡ залдары тип атала, сөнки Алла Батшалығы — Изге Яҙманың мөһим тәғлимәте һәм Ғайса Мәсих вәғәзләгән хәбәрҙең төп темаһы (Лука 8:1).

Хаҡ ғибәҙәт үҙәктәре. Унда Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү эше ойошторола (Матфей 24:14). Батшалыҡ залдары ҙурлығы һәм дизайны менән бер-береһенән айырылып торһа ла, бөтәһе лә ябай һәм матур. Йыш ҡына бер зал менән бер нисә йыйылыш ҡуллана. Һуңғы йылдарҙа беҙ, осрашыуҙарыбыҙҙа кешеләр һаны артҡанға, тиҫтәләгән мең (уртаса алғанда, көнөнә биш) яңы Батшалыҡ залы төҙөнөк. Был нимә ярҙамында мөмкин булды? (Матфей 19:26).

Уртаҡ фондындағы иғәнә аҡсаһына төҙөлә. Был иғәнәләр филиалға ебәрелә. Бының ярҙамында йыйылыштар, Батшалыҡ залдарын төҙөү йәки уларҙы яңыртыу өсөн, филиалдан аҡса ала ала.

Төрлө профессиялы ирекле хеҙмәтселәр түләү алмайынса төҙөйҙәр. Күп илдәрҙә Батшалыҡ залдарын төҙөү төркөмдәре ойошторолған. Тулы ваҡытлы төҙөүселәрҙән һәм ирекле хеҙмәтселәрҙән торған бригадалар үҙ илдәрендә бер йыйылыштан икенсеһенә күсеп йөрөйҙәр һәм хатта алыҫ төбәктәргә лә барып етәләр. Улар урындағы йыйылыштарға үҙенең Батшалыҡ залдарын төҙөргә ярҙам итә. Тәжрибәле Йәһүә шаһиттары, башҡа илдәрҙә Батшалыҡ залдарын төҙөү һәм йүнәтеү эштәрен күҙәтеү өсөн, ундағы берәй регионға билдәләнә. Һәр төҙөлөш майҙансығында башҡа ерҙәрҙән дә күп кенә оҫта төҙөүселәр булһа ла, эшселәрҙең күбеһе — урындағы йыйылыштан ирекле хеҙмәтселәр. Был мөғжизә Йәһүәнең рухы һәм халҡының эскерһеҙ тырышлыҡтары ярҙамында мөмкин (Зәбур 127:1; Колосстарға 3:23).

  • Ни өсөн беҙҙең ғибәҙәт урындарыбыҙ Батшалыҡ залдары тип атала?

  • Бөтә донъя буйынса Батшалыҡ залдарын төҙөү нимә ярҙамында мөмкин?