Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ДӘРЕС

Беҙ нисек Батшалыҡ залын яҡшы хәлдә һаҡлайбыҙ?

Беҙ нисек Батшалыҡ залын яҡшы хәлдә һаҡлайбыҙ?

Эстония

Зимбабве

Монголия

Пуэрто-Рико

Беҙҙең Батшалыҡ залдарыбыҙ Йәһүәгә бағышланған, шуға күрә уны таҙа, тәртипле һәм яҡшы хәлдә тотоу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт һәм изге хеҙмәтебеҙҙең мөһим өлөшө. Был эштә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Осрашыуҙан һуң йыйыштырыуҙа ҡатнашабыҙ. Һәр осрашыуҙан һуң ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр Батшалыҡ залын еңелсә генә йыйыштырып сығалар. Аҙнаһына бер тапҡыр залды ныҡлабыраҡ йыйыштырып алалар. Берәй өлкән йәки хеҙмәт ярҙамсыһы йыйыштырыу инструкцияһы буйынса йөкләмәләр тарата. Ғәҙәттә, йыйыштырырға теләүселәр иҙәнде һеперә, йыуа йәки саң һурғыс менән таҙарта, саң һөртә, ултырғыстарҙы тигеҙләп ҡуя, бәҙрәфте йыуа һәм дезинфекция яһай, көҙгөләрҙе һәм тәҙрәләрҙе һөртөп ала, сүп-сар сығара һәм ишек алдын тәртипкә килтерә. Йылына кәм тигәндә бер тапҡыр генераль йыйыштырыу ойошторола. Балаларыбыҙҙы был эштә ҡатнаштырып, беҙ уларҙы ғибәҙәт ҡылыу урыныбыҙҙы хөрмәт итергә өйрәтәбеҙ (Вәғәзсе 5:1).

Йүнәтеү эштәрендә ярҙам итәбеҙ. Йыл һайын Батшалыҡ залы тыштан һәм эстән ентекләп тикшерелә. Был тикшереү нигеҙендә үткәрелгән йүнәтеү эштәре бинаны яҡшы хәлдә тоторға ярҙам итә һәм артыҡ сығымдарҙан һаҡлай (2 Йылъяҙма 24:13; 34:10). Таҙа, төҙөк һәм матур Батшалыҡ залы — Аллабыҙға ғибәҙәт ҡылыу өсөн лайыҡлы урын. Залды йыйыштырыуҙа һәм йүнәтеү эштәрендә ҡатнашып, беҙ Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы һәм ғибәҙәт ҡылыу урынын ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Зәбур 122:1). Унан башҡа, таҙа, матур Батшалыҡ залы тирә-яҡтағы кешеләрҙә яҡшы тәьҫир ҡалдыра (2 Коринфтарға 6:3).

  • Ни өсөн Батшалыҡ залын яҡшы хәлдә тотоу мөһим?

  • Беҙ нисек Батшалыҡ залында таҙалыҡ һаҡлайбыҙ?