Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27-СЕ ДӘРЕС

Батшалыҡ залының китапханаһы беҙгә нисек ярҙам итә ала?

Батшалыҡ залының китапханаһы беҙгә нисек ярҙам итә ала?

Израиль

Чехия

Бенин

Кайман утрауҙары

Һеҙ, Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңлар өсөн, берәй тема буйынса тикшереү үткәрергә теләр инегеҙме? Һеҙҙең Изге Яҙмалағы бер шиғыр, унда иҫкә алынған ниндәйҙер кеше, урын йәки берәй әйбер тураһында күберәк белгегеҙ киләме? Ә, бәлки, һеҙгә ниндәйҙер шәхси проблемағыҙҙы хәл итер өсөн Изге Яҙманан кәңәш кәрәктер? Улай булһа, Батшалыҡ залының китапханаһына инеп сығығыҙ.

Унда тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн файҙалы ҡоралдар бар. Моғайын, һеҙҙә Йәһүә шаһиттарының ҡайһы бер баҫмалары туған телегеҙҙә юҡтыр. Әммә Батшалыҡ залының китапханаһында яңы сыҡҡан баҫмаларҙың күпселеге бар. Унда шулай уҡ Изге Яҙманың төрлө тәржемәләре, һүҙлектәр һәм энциклопедиялар барҙыр. Китапхана йыйылыш осрашыуы алдынан да, унан һуң да бөтәһе өсөн асыҡ тора.

«Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» осрашыуында йөкләмәләр менән сығыш яһаған уҡыусылар өсөн ҙур ярҙам. Йөкләмәгеҙҙе әҙерләгәндә, һеҙ Батшалыҡ залының китапханаһында кәрәкле тикшеренеүҙәр үткәрә алаһығыҙ. Китапхана өсөн «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» осрашыуының етәксеһе яуаплы. Ул китапхананың яңы баҫмалар менән тулыландырылыуын һәм баҫмаларҙың тәртиптә булыуын күҙәтә. Осрашыуҙың етәксеһе йәки һеҙҙең менән Изге Яҙманы өйрәнгән кеше һеҙгә кәрәкле мәғлүмәтте нисек табырға икәнен күрһәтә ала. Батшалыҡ залының китапханаһынан баҫмаларҙы алып сығырға ярамай. Һәм, әлбиттә, беҙ китаптар менән ипләп кенә һәм уларға һыҙмайынса ҡулланырға теләйбеҙ.

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Алла тураһында белем» табыу өсөн, беҙгә уларҙы «йәшерелгән хазинаны» эҙләгәндәй эҙләргә кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—5). Батшалыҡ залының китапханаһы һеҙгә шундай тикшеренеүҙәр үткәрә башларға ярҙам итер.

  • Батшалыҡ залының китапханаһында тикшеренеүҙәр үткәрер өсөн ниндәй ҡоралдар бар?

  • Кем һеҙҙе китапханала кәрәкле мәғлүмәтте табырға өйрәтә ала?