Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ Йәһүәнең ихтыярын үтәрһегеҙме?

Һеҙ Йәһүәнең ихтыярын үтәрһегеҙме?

Был брошюраны өйрәнеп, Йәһүә шаһиттары менән танышырға ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Бының ярҙамында һеҙ беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ тураһында белдегеҙ һәм ойошмабыҙҙың нисек эш иткәнен күрҙегеҙ. Был һеҙгә бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй икәнен билдәләргә ярҙам иткәндер тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ һеҙҙе артабан да Алла тураһында белем алырға, белгәндәрегеҙҙе яҡындарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға һөйләргә, йыйылыш осрашыуҙарыбыҙға даими йөрөргә саҡырабыҙ (Еврейҙарға 10:23—25).

Һеҙ Йәһүә тураһында күберәк белгән һайын, уның һеҙҙе ни ҡәҙәр ныҡ яратҡанын аңларһығыҙ. Был һеҙҙе Алланың яратыуына яуап ҡайтарыр өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә дәртләндерер (1 Яхъя 4:8—10, 19). Ләкин уға үҙ яратыуыбыҙҙы көндәлек тормошобоҙҙа нисек күрһәтеп була? Ни өсөн Алланың әхлаҡ нормалары буйынса йәшәү мөһим? Һәм Алланың ихтыярын үтәргә теләк булһын өсөн, нимә эшләргә? Үҙегеҙ менән Изге Яҙманы өйрәнгән кеше һеҙгә был һорауҙарға яуап бирергә шат булыр. Шулай итеп һеҙ ғаиләгеҙ менән бергә мәңгелек тормошто көткән ваҡытта «Алла һөйөүендә ҡала» алырһығыҙ (Йәһүҙә 21).