Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Ул ҡурҡыу һәм шиктәр менән көрәшкән

Ул ҡурҡыу һәм шиктәр менән көрәшкән

1—3. Үткән көндә Петер ниндәй ваҡиғаларға шаһит була, һәм төнөн ул нимә кисерә?

ПЕТЕР, төн ҡараңғылығы аша ҡарай-ҡарай, бөтә көсөн һалып ишкәк ишә. Офоҡта ҡара-зәңгәр күк яҡты төҫтәргә мансыла башлаған. Әллә таң һыҙылып киләме? Бер туҡтауһыҙ ишеүҙән Петерҙың арҡаһы һәм ҡулдары һыҙлай. Галилея диңгеҙе ҡоторонғандан-ҡоторона. Көслө ел Петерҙың сәстәрен туҙҙыра, өҙгөләй. Ҙур-ҙур тулҡындар балыҡсыларҙың бәләкәй генә кәмәһенең моронона килеп бәрелә. Һалҡын һыу сәсрәмәләре Петерҙы ҡойондороп-ҡойондороп ала. Әммә ул ишеүен дауам итә.

2 Бер ни ҡәҙәр ваҡыт элек Петер һәм уның юлдаштары Ғайсаның бер үҙен генә яр буйында ҡалдырып киткәйне. Көндөҙ улар Ғайсаның бер нисә генә икмәк һәм балыҡ менән меңләгән кешене туҡландырыуын күрә. Шул мөғжизәнән һуң халыҡ Ғайсаны батша итеп ҡуйырға теләй, әммә Ғайса сәйәси эштәрҙә ҡатнашыуҙан баш тарта. Бынан тыш ул шәкерттәренең дә шундай ынтылыштарҙан һаҡланыуын теләй. Шуға күрә ул халыҡ төркөмөн ҡалдырып китеп, доға ҡылыр өсөн, тауға менә. Шәкерттәренә иһә, кәмәгә ултырып, ҡаршы ярға сығырға ҡуша (Марк 6:35—45; Яхъя 6:14—17-не уҡы).

3 Шәкерттәр ярҙан ҡуҙғалып киткәндә, күктә тулған ай яҡтырта ине, ә хәҙер ул яйлап ҡына офоҡтоң көнбайыш өлөшөнә шыуыша башлаған. Байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, улар ни бары бер нисә саҡрым ғына үтә. Бар көсөнә ишкәнгә, ел ыжғырып өргәнгә һәм тулҡындар дөбөр-шатыр килгәнгә һөйләшеп тә булмай. Шуға ла Петер, күрәһең, уйға бата.

Петерға әле һаман да күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк булған

4. Петер ҡайһы яҡтан беҙгә иҫ киткес үрнәк ҡалдырған?

4 Ысынлап та, үткәндәр Петерҙың күңелендә тәрән тәьҫир ҡалдырған! Уның назаралы Ғайса менән беренсе тапҡыр осрашыуынан алып ике йылдан ашыу ваҡыт үткән, һәм шул ваҡыт ваҡиғаларға бай булған. Петер байтаҡ нәмәгә өйрәнгән булһа ла, уға әле тағы ла күп нәмәгә, мәҫәлән, шиктәр һәм ҡурҡыу менән көрәшергә өйрәнергә кәрәк. Эйе, өйрәнергә әҙер булыу йәһәтенән, Петер беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған.

«Беҙ Мәсихте таптыҡ»

5, 6. Петерҙың тормошон һүрәтләп бир.

5 Петер Ғайсаны осратҡан көндө мәңге онотмаҫ. Уның бер туғаны Әндри: «Беҙ Мәсихте таптыҡ», — тип, был иҫ киткес яңылыҡты Петерға беренсе булып еткерә. Ошо һүҙҙәр Петерҙың тормошон тулыһынса үҙгәртә (Яхъя 1:41).

6 Петер ҡатыны, ҡәйнәһе һәм бер туғаны Әндри менән Капернаум ҡалаһында йәшәй. Капернаум ҡалаһы Галилея диңгеҙе тип аталған сөсө һыулы күлдең төньяҡ ярында урынлашҡан. Петер менән Әндри — балыҡ тотоусылар. Был эштә улар менән Зәбәди улдары — Яхъя һәм Яҡуп ҡатнаша. Ғаиләһен тәьмин итер өсөн Петерға күп көс һалып эшләргә һәм үҙ эшендә оҫта булырға кәрәк. Күҙ алдыңа килтер: төндәр буйы Петер, Әндри һәм башҡа балыҡсылар ике кәмә араһында ау һалалар ҙа, шунан уны тартып сығарып, эләккән балыҡты кәмәгә тултыралар. Көндөҙ ҙә ял итә алмайҙар: балыҡты айырырға, уны һатырға, ауҙарҙы таҙартырға һәм йүнәтергә кәрәк.

7. Петер Ғайса тураһында нимә ишетә, һәм ни өсөн был яңылыҡ уны тулҡынландыра?

7 Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Әндри Сумдырыусы Яхъяның шәкерте булған. Ул Сумдырыусы Яхъянан ишеткәндәре хаҡында Петерға һөйләгән, һәм Петер, һис шикһеҙ, уны ҙур иғтибар менән тыңлаған. Бер ваҡыт Яхъя, назаралы Ғайсаға күрһәтеп: «Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе», — ти. Әндри быға шаһит була һәм шунда уҡ Ғайсаның шәкерте булып китә. Ул Петерға тулҡынландырғыс хәбәрҙе еткерергә ашыға: Мәсих килгән! (Яхъя 1:35—40) Бынан 4000 самаһы йыл элегерәк, Эден баҡсаһындағы фетнәнән һуң, Йәһүә Алла, кешелеккә өмөт бирәсәк Ҡотҡарыусы киләсәк, тигән вәғәҙә биргән (Баш. 3:15). Әндри тап шул затты осратҡан да. Петер ҙа, был яңылыҡты ишетеп, Ғайса менән танышырға ашыға.

8. Петерға бирелгән исем ниндәй мәғәнә йөрөтә, һәм ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, шул исем уға тура килмәй, тип иҫәпләй?

8 Петер, Ғайса менән осрашҡанға тиклем, Симон булараҡ билдәле булған. Әммә Ғайса, Симонға ҡарап: «„Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың“», — ти. (Яхъя 1:42). «Кифа» тигән һүҙ «таш» тигән мәғәнәгә лә эйә. Ғайсаның һүҙҙәре пәйғәмбәри һүҙҙәр булған. Ул Петерҙың ҡая шикелле ныҡ, ҡаҡшамаҫ һәм мәсихселәр өсөн ышаныслы терәк буласағын алдан күргән. Петер үҙе тураһында шундай уҡ фекерҙә булғанмы икән? Ай-һай. Хатта бөгөн дә Изге Яҙмаларҙы уҡыған ҡайһы бер кешеләр, Петерҙы ҡая менән һис тә сағыштырып булмай, тигән һөҙөмтәгә килә. Петер ышанысһыҙ, баҙнатһыҙ һәм үҙгәреүсән кеше булған, тип иҫәпләй улар.

9. Йәһүә һәм уның Улы беҙҙә ниндәй сифаттар күрергә тырыша, һәм ни өсөн үҙебеҙгә уларҙың ҡарашы менән ҡарарға өйрәнергә кәрәк?

9 Һис шикһеҙ, Петерҙың кәмселектәре булған, һәм Ғайса уларҙы бик яҡшы белгән. Әммә Ғайса, үҙенең Атаһы Йәһүә һымаҡ, кешеләрҙең тик яҡшы яҡтарын ғына күрергә тырышҡан. Ул, Петерҙың күп яҡшы сифаттарын күреп, уға шул сифаттарҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ сағылдырырға ярҙам итергә теләгән. Йәһүә һәм уның Улы беҙҙең дә яҡшы яҡтарыбыҙға иғтибар итергә тырыша. Бәлки, беҙ: «Миндә ниндәй яҡшы сифаттар булһын инде?» — тип уйлайбыҙҙыр. Әммә үҙебеҙгә уларҙың ҡарашы менән ҡарарға һәм Петер һымаҡ өйрәнергә әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтергә кәрәк. (1 Яхъя 3:19, 20-не уҡы.)

«Ҡурҡма»

10. Петер нимәгә шаһит була, шулай ҙа ниндәй эшкә кире ҡайта?

10 Ғайса Петерҙы үҙенә эйәрергә саҡырғас, Петер, күрәһең, күпмелер ваҡыт уның менән вәғәз эшендә ҡатнашып йөрөй. Шуға күрә ул Кана ҡалаһында туй мәжлесендә Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһен — һыуҙы шарапҡа әйләндереүен күрә. Әммә иң мөһиме, Петер Ғайсаның Алла Батшалығы хаҡындағы өмөт биргән һөйөнөслө хәбәрен ишетә. Шуға ҡарамаҫтан, ул, Ғайсаны ҡалдырып, ҡабат балыҡ тотоу эшенә керешә. Бер нисә ай үткәндән һуң, Петер яңынан Ғайсаны осрата, һәм был юлы Ғайса уны вәғәз эшендә күберәк ҡатнашырға саҡыра.

11, 12. а) Петер төнө буйы нимә эшләгән? б) Ғайсаны тыңлап торғанда, Петер нимә тураһында уйлағандыр?

11 Петер төшөнкөлөккә бирелә, сөнки ул төндө улар бер нәмә лә тота алмай. Балыҡсылар ауҙарын ҡабат-ҡабат һала, әммә уларҙы буш килеш тартып сығара. Балыҡты табыр өсөн, Петер, моғайын, бөтә тәжрибәһен, оҫталығын ҡулланғандыр һәм, балыҡ туҡлана торған бөтә ерҙәрҙе тикшереп, күлдең төрлө урындарына ауҙарын һалып ҡарағандыр. Башҡа балыҡсылар кеүек, Петер ҙа: «Эх, тоноҡ һыу аша балыҡ өйөрөн күрә алһам ине һәм уларҙы ауҙарыма индерә белһәм ине!» — тип уйлағандыр. Шундай уйҙарҙан уның кәйефе тағы ла нығыраҡ ҡырыла төшкәндер. Ул бит балыҡты күңел асыу өсөн түгел, ә ғаиләһен тәьмин итер өсөн тота. Петер ярға буш ҡул менән сыға. Хәҙер ауҙарҙы таҙартырға кәрәк. Ғайса уның янына килгәндә, ул тап шул эш менән шөғөлләнеп ултырған була.

Петер Алла Батшалығы хаҡындағы хәбәрҙе, Ғайса вәғәзенең төп темаһын, гел теләп тыңлаған

12 Халыҡ Ғайсаны һырып алып, уның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай. Шунда Ғайса Петерҙың кәмәһенә инә лә ярҙан бер аҙ алыҫлашыуын һорай. Ул кәмәлә ултырған көйө халыҡты өйрәтә башлай. Хәҙер уның тауышы һыу өҫтөнән сағылып яҡшы ғына яңғырай. Яр буйында йыйылған халыҡ кеүек, Петер ҙа Ғайсаның һәр һүҙен диҡҡәт менән тыңлай. Петер Алла Батшалығы хаҡындағы хәбәрҙе, Ғайса вәғәзенең төп темаһын, гел теләп тыңлай. Ошо өмөт бирә торған хәбәрҙе Мәсих менән бергә таратыу ниндәй ҙур хөрмәт булыр ине! Әммә ул саҡта ғаилә тураһында нисек ҡайғыртырға һуң? Шул мәлдә Петер, күрәһең, бер балыҡ та тота алмаған төндө ҡабат иҫенә төшөргәндер (Лука 5:1—3).

13, 14. Ғайса Петер хаҡына ниндәй мөғжизә ҡыла, һәм Петерға был нисек тәьҫир итә?

13 Һүҙен тамамлағас, Ғайса Петерға: «Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ», — ти. Петер шикләнеп уға ҡарай һәм: «Остаз! Беҙ төнө буйы тырыштыҡ, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам», — тип яуаплай. Петер әле генә ауҙарын таҙартып ҡуйғайны. Хәҙер иһә — балыҡ туҡланмаған мәлдә, әлбиттә, уның бер ҙә ауҙарын һалғыһы килмәй! Шулай ҙа ул буйһона һәм икенсе кәмәләге балыҡсыларға үҙе артынан эйәрергә ымлай (Лука 5:4, 5).

14 Петер ауҙарын һыуҙан тартып сығарырға була, әммә кинәт уларҙың ауыр булыуын һиҙеп ҡала. Петер шикләнә-шикләнә бар көсөнә тарта башлай. Шунда ул ауҙарҙың ялт-йолт итеп һикерешкән балыҡ менән тулы икәнен күрә! Ул икенсе кәмәләге балыҡсыларҙы ярҙамға саҡыра. Тотолған балыҡтың бер кәмәгә генә һыймаясағын аңлағас, улар икенсе кәмәгә лә тултыра башлай. Әммә балыҡ шул тиклем күп була, хатта кәмәләр бата яҙа! Петер шаҡ ҡата. Уның инде элек Ғайсаның мөғжизәләрен күргәне бар ине, әммә был мөғжизә фәҡәт уның хаҡына ҡылынған. Уның алдында балыҡтарҙы ауға инергә мәжбүр итә алған кеше тора! Петерҙы ҡурҡыу хисе солғап ала. Ул: «Хужам, кит минең янымдан! Мин — гонаһлы», — тип, Ғайсаның алдына тубыҡлана. Эйе, Алла Ғайсаға шундай ҡөҙрәтле эштәр башҡарырға көс биргән. Петер шундай кеше артынан эйәрергә лайыҡмы ни? (Лука 5:6—9-ҙы уҡы.)

«Хужам... Мин — гонаһлы»

15. Ғайса Петерҙың шиктәре һәм ҡурҡыуҙары нигеҙһеҙ булыуын нисек күрһәтә?

15 Ғайса уға йомшаҡ ҡына: «Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың», — ти (Лука 5:10, 11). Петерҙың шиктәре һәм ҡурҡыуҙары нигеҙһеҙ булған. Ғаиләмде нисек тәьмин итермен, вәғәз эшенә яраҡлы булырмынмы, тип борсолор урынға, ул иғтибарын мөһим эшкә — вәғәз эшенә тупларға тейеш булған. Ғайсаға бик ҙур эш башҡарырға кәрәк, һәм был эш кешелек тарихын үҙгәртәсәк. Петер «ихластан кисергән» Аллаға хеҙмәт итә (Ишағ. 55:7). Шуға күрә Йәһүә уның ихтыяждары тураһында — физик һәм рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртып торасаҡ (Мат. 6:33).

16. Петер, Яҡуп һәм Яхъя, Ғайсаның саҡырыуын ишеткәс, нимә эшләй, һәм ни өсөн был иң аҡыллы ҡарар булған?

16 Петер, Яҡуп һәм Яхъя шунда уҡ Ғайсаның саҡырыуына ҡолаҡ һала. Улар «кәмәләрен ярға сығарғас, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп» китә (Лука 5:11). Шулай итеп Петер Ғайсаға һәм уны ебәргән Аллаға иман итеүен күрһәтә. Ысынлап та, был иң аҡыллы ҡарар була. Бөгөн дә Аллаға хеҙмәт итер өсөн шиктәрен һәм ҡурҡыуҙарын еңгән мәсихселәр шундай уҡ иман күрһәтә. Йәһүә үҙенә таянған хеҙмәтселәрен бер ҡасан да ярҙамһыҙ ҡалдырмай (Зәб. 22:4, 5).

«Ниңә икеләнеп ҡалдың?»

17. Петер ниндәй ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә?

17 Петерҙың Ғайса менән беренсе тапҡыр осрашыуынан һуң ике йыл тирәһе ваҡыт үтә. Ошо бүлектең башында әйтелеүенсә, Петер тынысһыҙ Галилея диңгеҙе буйлап кәмәлә ишкәк ишеп бара. Ул ниндәй хәтирәләргә бирелгән? Беҙ быны теүәл белмәйбеҙ. Һуңғы арала ниндәй генә ваҡиғалар булып үтмәй: Ғайса Петерҙың ҡәйнәһен һауыҡтыра, Тауҙағы вәғәзен һөйләй; өйрәтеп һәм ҡеүәтле эштәр башҡарып, Ғайса үҙенең Йәһүәнең һайланған Заты, Мәсих, булыуын ҡат-ҡат күрһәтә. Айҙар үтә, Петер шиктәре һәм ҡурҡыу тойғолары менән көрәшергә өйрәнә. Ғайса хатта уны 12 илсенең береһе итеп һайлай! Әммә тиҙҙән Петер шуны аңлар: шул кәмселектәре менән уға әле һаман да көрәшергә кәрәк.

18, 19. а) Петерҙың Галилея диңгеҙендә нимә күргәнен һүрәтләп бир. б) Ғайса Петерҙың үтенесенә нисек яуап бирә?

18 Төндөң дүртенсе өлөшөндә, йәғни иртәнге өстәрҙән һуң, әле таң атҡансы, Петер, ҡапыл ишкәк ишеүен ташлап, ҡатып ҡала. Нәмәлер тулҡындар өҫтөнән уларға табан яҡынлашып килә! Бәлки, ай яҡтыһында һыу сәсрәмәләре шулай йымылдайҙыр? Юҡ, һыу сәсрәмәләренә бер ҙә оҡшамаған. Был кеше лә баһа! Ул һыу өҫтөнән китеп бара! Ул яҡынлашып килә һәм, бер ҡарағанда, яндарынан үтеп барғандай тойола. Өрәк күрәбеҙ икән, тип уйлап, шәкерттәрҙең ҡоттары оса. Шунда теге кеше уларға: «Тынысланығыҙ, был — Мин, ҡурҡмағыҙ!» — ти. Эйе, был Ғайса! (Мат. 14:25—28)

19 Петер: «Хужам! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап үҙеңдең яныңа барырға әмер бирсе», — ти. Ҡапыл уны ҡыйыулыҡ хисе солғап ала. Ундай мөғжизәне күреп, Петер тулҡынланып китә. Ул үҙ иманын нығытырға теләй: уның да һыу өҫтөнән атлағыһы килә. Ғайса Петерға йомшаҡ ҡына үҙенә табан атларға ҡуша. Петер, кәмәнән төшөп, сайҡалып торған күл өҫтөнә баҫа. Күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара, ул үҙен ерҙә баҫып торғандай хис итә! Хайран ҡалған Петер Ғайсаға табан йүнәлә. Әммә тиҙҙән уның ҡыйыулығы башҡа хис менән алмашына. (Матфей 14:29-ҙы уҡы.)

«Елдең көслө булыуын тойоп, [уның] ҡото осто»

20. а) Петер иғтибарын нимәгә йүнәлтә һәм һөҙөмтәлә нимә була? б) Ғайса Петерға ниндәй һабаҡ бирә?

20 Петерға бер өҙлөкһөҙ Ғайсаға ҡарап атларға кәрәк, сөнки тап Ғайса Йәһүәнең көсө ярҙамында уны тулҡындар өҫтөндә тота. Ғайса быны Петерҙың иманын күргәнгә эшләй. Әммә Петерҙың иғтибары ситкә йүнәлә. Изге Яҙмаларҙа уның тураһында: «Елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм [ул] бата башланы», — тиелә. Ҙур тулҡындарҙың кәмәгә килеп бәрелеүен, һыуҙың сәсрәп күбекләнеп тороуын күреп, Петер ҡурҡыуға төшә. Ул, бәлки, үҙенең шул күлдә бата башлауын күҙ алдына килтергәндер. Ҡурҡҡан һайын уның иманы ҡаҡшағандан-ҡаҡшай бара. «Ҡая» тип аталған һәм ҡаҡшамаҫ булып китергә тейеш кеше таш һымаҡ бата башлай! Петер, бик яҡшы йөҙә белһә лә, хәҙер: «Хужам, ҡотҡар мине!» — тип ҡысҡыра. Ғайса ҡулын һуҙа ла Петерҙы һыуҙан тартып сығара. Шунан һуң ул, әле һыу өҫтөндә баҫып торғанда, Петерға мөһим һабаҡ бирә: «Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?» (Мат. 14:30, 31).

21. Ни өсөн шиктәргә бирелеү ҡурҡыныс, һәм беҙ улар менән нисек көрәшә алабыҙ?

21 Петер икеләнеп ҡалған! Эйе, шиктәр һәм икеләнеү хисе емергес көскә эйә. Шик-шөбһәгә бирелгәндә, иманыбыҙ ҡаҡшай, ә бының арҡаһында беҙҙең рухи яҡтан бата башлауыбыҙ ҙа ихтимал. Шиктәр менән көрәшергә кәрәк! Нисек? Иғтибарыбыҙҙы дөрөҫ нәмәләргә туплау зарур. Әгәр ҙә беҙ ҡурҡыу уята торған, күңел төшөнкөлөгө тыуҙыра торған, Йәһүәнән һәм уның Улынан ситкә алып китә алған нәмәләр хаҡында уйлап йөрөһәк, шиктәребеҙ тик көсәйер генә. Шуға күрә бөтә иғтибарыбыҙҙы Йәһүәгә һәм уның Улына туплайыҡ. Уларҙың үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙең хаҡына элек һәм хәҙер нимә эшләүе, киләсәктә нимә эшләйәсәге тураһында уйланайыҡ. Шул саҡта беҙ иманыбыҙҙы ҡаҡшата алған һәр ҡайһы шиктән арына алырбыҙ.

22. Ни өсөн Петерҙың иманы өлгө алырлыҡ?

22 Ғайса менән Петер кәмәгә ултырғас, дауыл баҫыла. Тынлыҡ урынлаша. Петер башҡа шәкерттәргә ҡушылып: «Һин ысынлап та Алла Улы!» — ти (Мат. 14:33). Таң ата. Үткән ваҡиғаларҙан һуң Петерҙың күңеле, һис шикһеҙ, рәхмәт тойғоһо менән тулғандыр. Ул шиктәре һәм ҡурҡыу хисе менән көрәшергә өйрәнгән. Шулай ҙа, мәсихселәр өсөн ҡая һымаҡ ышаныслы терәк булыр өсөн, уға әле күп үҙгәрештәр яһарға кәрәк. Әммә ул, бөтә көсөн һалып, артабан да үҙ өҫтөндә эшләргә тәүәккәл. Һин дә шулай эш итергә тәүәккәлме? Улайһа, Петерҙың иманын өлгө итеп ал, сөнки унан күп нәмәгә өйрәнеп була.