Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ БҮЛЕК

Ул үҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргән

Ул үҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргән

Ифтах Йәһүәгә ниндәй вәғәҙә биргән?

Еңел булмаһа ла, Ифтахтың ҡыҙы атаһының вәғәҙәһен үтәгән

Һин рәсемдәге ҡыҙҙы күрәһеңме?— Ул Ифтах исемле кешенең ҡыҙы. Изге Яҙмаларҙа уның исеме әйтелмәй, әммә беҙ был ҡыҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргәнен беләбеҙ. Әйҙә, уның тураһында һәм атаһы Ифтах тураһында беләйек.

Ифтах яҡшы кеше булған һәм ҡыҙына Йәһүә тураһында белем биреп күп ваҡыт үткәргән. Ул шулай уҡ көслө кеше һәм яҡшы етәксе булған. Шуға күрә исраилдар, дошмандарға ҡаршы һуғышҡанда, Ифтахтан үҙҙәре өҫтөнән етәкселек итеүен үтенгәндәр.

Ифтах һуғышта еңеү һорап Йәһүәгә доға ҡыла. Ул еңеү яулап ҡайтһа, уны ҡаршы алырға сыҡҡан беренсе кешене Йәһүәгә бирергә вәғәҙә итә. Был кеше ҡалған ғүмерен Алланың сатыры янында йәшәп һәм унда хеҙмәт итеп үткәрәсәк. Ул заманда кешеләр Аллаға табыныр өсөн сатырға йөрөгәндәр. Шулай итеп, Ифтах һуғышта еңә! Нисек уйлайһың, ул өйөнә ҡайтҡас, йортонан сыҡҡан беренсе кеше кем булған?—

Был уның ҡыҙы була! Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы. Хәҙер Ифтах уның менән айырылырға тейеш. Шуға ул бик ныҡ ҡайғыра. Әммә иҫләйһеңдер, ул бит үҙе вәғәҙә биргән ине. Ифтахтың ҡыҙы шунда уҡ: «Атайым, һин Йәһүәгә вәғәҙә биргәнһең икән, уны үтәргә тейешһең»,— тип әйтә.

Йыл һайын Ифтах ҡыҙының дуҫтары уға ҡунаҡҡа килгән

Ифтахтың ҡыҙы ла ҡайғыра. Алланың сатырында хеҙмәт иткәндә, ул кейәүгә лә сыға алмаясаҡ, бала ла таба алмаясаҡ. Ләкин ул атаһының вәғәҙәһен үтәргә һәм Алланы һөйөндөрөргә бик теләй. Был уның өсөн кейәүгә сығыуҙан һәм бала табыуҙан күпкә мөһимрәк. Шулай итеп, ул өйөн ҡалдырып, ҡалған ғүмерен Алланың сатыры янында йәшәп үткәрә.

Нисек уйлайһың, Ифтахтың ҡыҙы атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргәнме?— Эйе, һис шикһеҙ! Әгәр һин дә Йәһүәне яратһаң һәм уны тыңлаһаң, Ифтахтың ҡыҙы һымаҡ, ата-әсәйеңде һәм Йәһүәне һөйөндөрөрһөң.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • Ҡанун 6:4—6

  • Хөкөмсөләр 11:30—40

  • 1 Көринттәргә 7:37, 38