Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ БҮЛЕК

Яңғыҙлыҡ хисе һәм ҡурҡыу

Яңғыҙлыҡ хисе һәм ҡурҡыу

Рәсемдәге малайға ҡара. Ул яңғыҙ һәм ҡурҡҡан булып күренә, шулай бит? Ә һин үҙеңде шулай итеп тойғаның бармы?— Һәр бер кешелә шундай хистәр булғылай. Изге Яҙмаларҙа Йәһүәнең дуҫтары тураһында әйтелә. Улар ҙа үҙҙәрен яңғыҙ итеп хис иткән һәм ҡурҡҡан. Уларҙың береһе Ильяс булған. Әйҙә, уның тураһында беләйек.

Изәбәл Ильясты үлтерергә теләгән

Ильяс Ғайса тыуыр алдынан күп йылдар элек Исраилда йәшәгән булған. Исраилдың батшаһы Ахаб булған. Ул ысын Аллаға, Йәһүәгә, табынмаған. Ахаб һәм уның ҡатыны Изәбәл Баал исемле илаһҡа табынған. Шуға күрә исраилдарҙың күпселеге шулай уҡ Баалға табына башлаған. Изәбәл батшабикә бик яуыз кеше булған. Ул Йәһүәгә табынған бөтә кешеләрҙе, шул иҫәптән Ильясты ла, үлтерергә теләгән! Беләһеңме, Ильяс нимә эшләгән?—

Ильяс ҡасып киткән! Ул сүлгә барған һәм бер мәмерйәлә йәшенгән. Һинеңсә, ни өсөн ул шулай эшләгән?— Эйе, ул ҡурҡҡан. Әммә уға ҡурҡырға кәрәкмәгән. Ни өсөн? Сөнки Ильяс Йәһүә уға ярҙам итә алғанын белгән. Йәһүә бығаса үҙ көсөн уға күрһәткән булған. Бер ваҡыт Йәһүә Ильястың доғаһына яуап биреп, күктән ут ебәргән. Әлбиттә, Йәһүә хәҙер ҙә уға ярҙам итә алған!

Йәһүә Ильясҡа нисек ярҙам иткән?

Ильяс мәмерйәлә булған саҡта, Йәһүә унан: «Һин бында нимә эшләйһең?» — тип һораған. Ильяс былай яуап ҡайтарған: «Һиңә әлегә тиклем табынған кешеләрҙән мин бер үҙем генә ҡалдым. Мине үлтерерҙәр тип ҡурҡам». Ильяс Йәһүәгә табыныусыларҙың барыһы ла үлтерелгән тип уйлаған. Әммә Йәһүә уға: «Юҡ, был дөрөҫ түгел. Миңә әлегә тиклем табынған тағы 7 000 кеше бар. Ҡыйыу бул! Мин һинең өсөн күп эш әҙерләнем!» — тип әйткән. Нисек уйлайһың, был һүҙҙәр Ильясты йыуатҡанмы?—

Һин Ильястың осрағынан нимәгә өйрәнә алаһың?— Һин үҙеңде бер ҡасан да яңғыҙ хис итергә лә, ҡурҡырға ла тейеш түгелһең. Һинең Йәһүәне яратҡан дуҫтарың бар, һәм улар һине лә ярата. Шулай уҡ Йәһүә бик көслө, һәм ул һиңә гел ярҙам итәсәк! Йәһүә һәр ваҡыт һинең менән буласаҡ икәнен белеү һине йыуатамы?—

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • 1 Батшалар 19:3—18

  • Мәҙхиә 144:18

  • 1 Петер 5:9