Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ БҮЛЕК

Дауыт ҡурҡыуға бирешмәгән

Дауыт ҡурҡыуға бирешмәгән

Һин ҡурҡҡан сағыңда нимә эшләйһең?— Бәлки, һин әсәйеңә йә атайыңа ярҙам һорарға бараһыңдыр. Әммә һиңә ярҙам итә алған тағы бер шәхес бар. Ул башҡаларҙан күпкә көслөрәк. Беләһеңме, кем ул?— Эйе, был Йәһүә Алла. Әйҙә, Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған Дауыт исемле йәш кеше тураһында һөйләшәйек. Ул Йәһүә уға ярҙам итеп торасағын белгән, шуға күрә ҡурҡыуға бирешмәгән.

Ата-әсәһе Дауытты бала саҡтан уҡ Йәһүәне яратырға өйрәткән. Был Дауытҡа, хатта ҡурҡыныс янаған ваҡыттарҙа ла, ҡурҡыуға бирешмәҫкә ярҙам иткән. Ул Йәһүә уның Дуҫы булғанын һәм уға ярҙам итәсәген белгән. Бер ваҡыт, Дауыт һарыҡ көткәндә, ҙур арыҫлан килеп бер һарыҡты эләктереп алған! Беләһеңме, Дауыт нимә эшләгән? Ул арыҫлан артынан ҡыуып барып, уны ҡоралһыҙ көйө үлтергән! Ә айыу һарыҡтарға ташланғанда, Дауыт уны ла үлтергән! Нисек уйлайһың, Дауытҡа кем ярҙам иткән?— Эйе, был Йәһүә булған.

Бер ваҡыт Дауыттың ҡыйыулығы айырыуса асыҡ күренгән. Исраилдар филистиҙәр тип аталған халыҡҡа ҡаршы һуғышҡан. Филистиҙәрҙең бер һуғышсыһы бик-бик оҙон буйлы кеше, әзмәүер булған! Уның исеме Голиаф. Ул Исраил һуғышсыларынан һәм Йәһүәнән мыҫҡыллап көлгән. Голиаф Исраил һуғышсыларын үҙе менән һуғышырға саҡырған. Ләкин исралдар уның менән һуғышырға бик ҡурҡҡандар. Дауыт бының тураһында ишеткәс, Голиафҡа: «Мин һинең менән һуғышам! Йәһүә миңә ярҙам итәсәк һәм мин еңеп сығам!» — тип әйткән. Һинеңсә, Дауыт ҡыйыу булғанмы?— Эйе, бик ҡыйыу. Артабан нимә булғанын белгең киләме?

Дауыт таш атыу ҡоралын һәм биш шыма таш алып, әзмәүер менән һуғышырға сыға. Голиаф йәш Дауытты күргәс, унан мыҫҡыллап көлә. Ләкин Дауыт уға: «Һин миңә ҡаршы ҡылыс менән киләһең, ә мин һиңә Йәһүә исеме менән ҡаршы сыҡтым!» — тип әйтә. Шунан һуң ул ата торған ҡоралына таш һала ла, Голиафҡа табан йүгереп, туп-тура уға атып ебәрә. Таш Голиафтың тап маңлайына барып тейә! Әзмәүер ергә йығыла һәм үлә! Филистиҙәр ҡурҡып ҡасып китәләр. Дауыт кеүек йәш егет әзмәүерҙе нисек еңә алған һуң?— Йәһүә уға ярҙам иткән, сөнки Йәһүә әзмәүерҙән күпкә көслөрәк!

Дауыт ҡурҡмаған, сөнки Йәһүә уға ярҙам итәсәген белгән

Һин Дауыттың осрағынан нимәгә өйрәнә алаһың?— Йәһүә башҡаларҙан күпкә көслөрәк. Ә ул һинең Дуҫың. Шуны иҫендә тот: ҡурҡҡан сағыңда Йәһүә һиңә ҡыйыу булырға ярҙам итә ала!

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • Мәҙхиә 55:4, 5

  • 1 Ишмуил 17:20—54