Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ БҮЛЕК

Иремия Йәһүә тураһында һөйләүҙән туҡтамаған

Иремия Йәһүә тураһында һөйләүҙән туҡтамаған

Ни өсөн кешеләр Иремияға асыуланғандар?

Йәһүә Иремияны ҡотҡарған

Беҙ кешеләргә Йәһүә тураһында һөйләгәндә, ҡайһы саҡта улар беҙҙән көлөргә йәки беҙгә асыуланырға мөмкин. Был беҙҙе Алла тураһында башҡа һөйләмәҫкә этәрә ала. Һин ҡасан да булһа үҙеңде шулай итеп хис иткәнең бармы?— Изге Яҙмаларҙа Йәһүәне яратҡан бер егет тураһында әйтелә. Әммә ул Йәһүә тураһында һөйләүҙән туҡтаған тейерлек. Әйҙә, уның тураһында күберәк беләйек.

Иремия йәш булғанда, Йәһүә уға кешеләрҙе насар эштәр ҡылыуҙан киҫәтергә ҡушҡан. Был Иремия өсөн бик ауыр булған, һәм ул ҡурҡҡан. Иремия Йәһүәгә: «Мин белмәйем, нимә һөйләргә. Мин әле бик йәш»,— тип әйткән. Ләкин Йәһүә: «Ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итәсәкмен»,— тип яуап биргән.

Шулай итеп, Иремия кешеләрҙе, әгәр улар үҙгәрмәһәләр, яза аласаҡтар тип киҫәтә башлаған. Нисек уйлайһың, кешеләр Иремия әйткәнсә эшләгәндәрме?— Юҡ. Улар унан көлгәндәр һәм уға асыуланғандар. Ҡайһы берәүҙәр хатта уны үлтерергә теләгәндәр! Һинеңсә, Иремия нимә хис иткән?— Ул ҡурҡҡан һәм: «Йәһүә тураһында башҡа бер нәмә лә һөйләмәйем»,— тип әйткән. Әммә ул ысынлап та бирешкәнме?— Юҡ. Ул Йәһүәне шул тиклем яратҡан, хатта уның тураһында һөйләүҙән туҡтай алмаған. Иремия бирешмәгәнгә, Йәһүә уны яҡлаған.

Мәҫәлән, бер ваҡыт яуыз кешеләр Иремияны батҡаҡ менән тулы тәрән соҡорға ташлағандар. Уның ризығы ла, һыуы ла булмаған. Был кешеләр уны унда үлергә ҡалдырғандар. Әммә Йәһүә ярҙамы менән ул ҡотолоп ҡалған!

Һин Иремияның миҫалынан нимәгә өйрәнә алаһың?— Ул, ҡайһы саҡта ҡурҡыуға бирелһә лә, Йәһүә тураһында һөйләүҙән туҡтамаған. Һин Йәһүә тураһында һөйләгәндә, кешеләр һинән көлөргә һәм һиңә асыуланырға мөмкин. Һин ояла йә хатта ҡурҡа башларһың. Әммә бер ҡасан да Йәһүә тураһында һөйләүҙән туҡтама. Ул һиңә, Иремияға кеүек, һәр ваҡыт ярҙам итәсәк.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • Иремия 1:4—8; 20:7—9; 26:8—19, 24; 38:6—13