Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ БҮЛЕК

Ғайса һәр ваҡыт тыңлаусан булған

Ғайса һәр ваҡыт тыңлаусан булған

Һиңә ата-әсәйеңә гел тыңлаусан булырға еңелме?— Ҡайһы саҡта был ауыр. Ғайса Йәһүәгә лә, ата-әсәһенә лә тыңлаусан булған. Һин быны белә инеңме?— Ата-әсәйеңде тыңлауы ҡайһы саҡта еңел булмаһа ла, Ғайсаның үрнәге һиңә быны эшләргә ярҙам итә ала. Әйҙә, бының тураһында күберәк беләйек.

Ергә килгәнсе, Ғайса үҙенең Атаһы, Йәһүә, менән күктә йәшәгән. Ләкин Ғайсаның ерҙә лә ата-әсәһе булған. Уларҙың исемдәре — Йософ һәм Мәрйәм. Нисек улар Ғайсаның ата-әсәһе булып киткәндәрен беләһеңме?—

Йәһүә Ғайсаның тормошон күктән алып Мәрйәмдең ҡарынына күсергән. Шулай итеп Ғайса ерҙә тыуып йәшәй алған. Был мөғжизә булған! Ғайса, башҡа балалар әсәләренең ҡарынында үҫкән кеүек, Мәрйәмдең ҡарынында үҫкән. Яҡынса туғыҙ айҙан һуң ул тыуған. Бына нисек Мәрйәм һәм уның ире Йософ Ғайсаның ерҙәге ата-әсәһе булып киткән.

Ғайсаға ни бары ун ике генә йәш булғанда, ул Йәһүә Атаһын ни хәтле ныҡ яратҡанын күрһәткән. Был хәл Ғайса һәм уның ғаиләһе Иерусалимға сәйәхәт иткәндә булған. Улар унда Ҡотҡарылыу байрамына барғандар. Кире ҡайтҡанда Йософ менән Мәрйәм Ғайсаны бер ҡайҙа ла таба алмағандар. Уның ҡайҙа булғанын беләһеңме?—

Ни өсөн Ғайса ғибәҙәтханала булған?

Йософ менән Мәрйәм ашығып кире Иерусалимға барғандар һәм Ғайсаны бөтә ерҙә эҙләгәндәр. Уны таба алмағанға, улар бик борсолғандар. Әммә өс көндән һуң Ғайсаны ғибәҙәтханала тапҡандар! Нисек уйлайһың, ни өсөн Ғайса ғибәҙәтханала булған?— Сөнки унда ул Йәһүә Атаһы тураһында күберәк белә алған. Ғайса Йәһүәне яратҡан һәм нисек уға яраҡлы булырға икәнен белергә теләгән. Хатта үҫеп ир-ат булып киткәс тә, Ғайса Йәһүәгә гел тыңлаусан булған. Уға ауыр булһа ла һәм ғазап кисерергә тура килһә лә, Ғайса атаһын тыңлаған. Ғайса Йософ менән Мәрйәмгә лә тыңлаусан булғанмы?— Эйе, Изге Яҙмаларҙа ул тыңлаусан булған тип әйтелә.

Һин Ғайсаның миҫалынан нимәгә өйрәнә алаһың?— Һиңә ата-әсәйеңә, ҡайһы саҡта был еңел булмаһа ла, тыңлаусан булырға кәрәк. Һин шулай эшләрһеңме?—

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ