Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ БҮЛЕК

Паулдың һеңлеһенең улы ҡыйыу булған

Паулдың һеңлеһенең улы ҡыйыу булған

Әйҙә, бабайының тормошон ҡотҡарып алып ҡалған бер егет тураһында беләйек. Уның бабайы илсе Паул булған. Беҙ был егеттең исемен белмәйбеҙ, әммә беҙгә уның бик ҡыйыу булғаны билдәле. Уның нимә эшләгәнен белгең киләме?—

Паул Иерусалимда төрмәлә ултырған. Ул Ғайса тураһында вәғәзләгәнгә, ҡулға алынған булған. Ҡайһы бер яуыз кешеләр Паулды күрә алмағандар, шуға күрә улар яуыз план ҡорғандар. Улар: «Әйҙәгеҙ, ғәскәр башлығынан һалдаттар Паулды судҡа алып килһендәр тип һорайыҡ. Беҙ юл буйында йәшенербеҙ ҙә, Паул эргәбеҙҙән үтеп барғанда, уны сығып үлтерербеҙ!» — тип һөйләшкәндәр.

Паулдың һеңлеһенең улы бабайына һәм ғәскәр башлығына яуыз план тураһында һөйләгән

Паулдың һеңлеһенең улы был план тураһында ишетеп ҡалған. Ул нимә эшләр? Егет төрмәгә барып, бабайына барыһын һөйләгән. Паул шунда уҡ уға ғәскәр башлығына барып, яуыз план тураһында һөйләргә ҡушҡан. Нисек уйлайһың, егеткә ғәскәр башлығы менән һөйләшеүе еңел булғанмы?— Юҡ, сөнки ғәскәр башлығы ҙур дәрәжәле кеше булған. Әммә Паулдың һеңлеһенең улы ҡыйыу булған һәм ғәскәр башлығы менән һөйләшкән.

Ғәскәр башлығы нимә эшләргә икәнен теүәл белгән. Ул Паулды яҡлар өсөн яҡынса 500 һалдат алған! Ул уларға шул төндө Паулды Ҡайсарияға алып барырға ҡушҡан. Паул иҫән ҡалғанмы?— Эйе, яуыз кешеләр уға һөжүм итә алмаған! Уларҙың яуыз планы тормошҡа ашмаған.

Һин был осраҡтан нимәгә өйрәнә алаһың?— Һин дә, Паулдың һеңлеһенең улы кеүек, ҡыйыу була алаһың. Башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләгәндә, беҙ ҡыйыу булырға тейеш. Һин ҡыйыу булып, Йәһүә тураһында артабан да һөйләрһеңме?— Әгәр шулай эшләһәң, берәй кешенең тормошон һаҡлап ҡала алырһың.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ