Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ БҮЛЕК

Бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк Батшалыҡ

Бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк Батшалыҡ

Нисек уйлайһың, ниндәй Батшалыҡ тураһында һүҙ бара?— Эйе, был Алла Батшалағы, һәм ул бөтә ер йөҙөндә ожмах урынлаштырасаҡ. Был Батшалыҡ тураһында күберәк белгең киләме?—

Һәр батшылыҡтың батшаһы була. Батша үҙенең ерендә йәшәгән кешеләр өҫтөнән идара итә. Алла Батшалығының Батшаһы кем икәнен беләһеңме?— Был Ғайса Мәсих. Ул күктә йәшәй. Тиҙҙән ул бөтә кешеләр өҫтөнән идара итәсәк! Нисек уйлайһың, Ғайса бөтә ер өҫтөнән Батша булғас, беҙ бәхетле булырбыҙмы?—

Һин ожмахта нимә күрергә теләйһең?

Беҙ бик бәхетле буласаҡбыҙ! Ожмахта кешеләр бер-береһе менән һуғышмаясаҡ. Кешеләр бер-береһен яратасаҡ. Берәү ҙә ауырымаясаҡ һәм үлмәйәсәк. Һуҡырҙар күрәсәк, һаңғырауҙар ишетәсәк, аҡһаҡтар йүгерә һәм һикерә аласаҡ. Һәр бер кешенең ризығы мул буласаҡ. Хайуандар бер-береһе менән һәм беҙҙең менән татыулыҡта йәшәйәсәк. Үлгән кешеләр терелтеләсәк. Был брошюранан һин белгән күп ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ терелтеләсәк! Улар араһында Рабиға, Рәхәб, Дауыт һәм Ильяс. Һинең улар менән осрашҡың киләме?—

Йәһүә һине ярата һәм һинең бәхетле булыуыңды теләй. Әгәр һин артабан да Йәһүә тураһында белем алһаң һәм уға тыңлаусан булһаң, һин матур ожмахта мәңге йәшәйәсәкһең! Һин быны теләйһеңме?—

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • Ишағия 2:4; 11:6—9; 25:8; 33:24; 35:5, 6

  • Яхъя 5: 28, 29; 17:3