Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла беҙҙең өсөн нимә әҙерләгән?

Алла беҙҙең өсөн нимә әҙерләгән?

ГӘЗИТ уҡыйбыҙмы, телевизор ҡарайбыҙмы, радио тыңлайбыҙмы, интернетҡа инәбеҙме, яңылыҡтарҙың күбеһе енәйәтселек, һуғыш һәм терроризм тураһында. Бынан тыш, һәр беребеҙҙең үҙ ауырлыҡтары бар. Бәлки, һеҙ ҙә берәй сир арҡаһында йә ғәзиз кешегеҙҙе юғалтыу арҡаһында ғазап кисерәһегеҙҙер.

Үҙегеҙҙән һорағыҙ:

  • Алла минең һәм ғаиләмдең шулай йәшәүен теләгәнме?

  • Ауырлыҡтарҙы еңер өсөн ҡайҙан ярҙам табырға?

  • Берәй ҡасан ерҙә ысын тыныслыҡ булырмы?

Изге Яҙмала был һорауҙарға яуаптар бар.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ӘЙТЕЛГӘНСӘ, АЛЛА ЕРҘӘ ИҪ КИТКЕС ҮҘГӘРЕШТӘР ЯҺАЯСАҠ

  • Кешеләр башҡаса ауырымаҫ, ҡартаймаҫ һәм үлмәҫ (Асылыш 21:4)

  • «Аҡһаҡ боландай һикерер» (Ишағыя 35:6)

  • «Һуҡырҙарҙың күҙе асылыр» (Ишағыя 35:5)

  • Үлгәндәр яңынан йәшәйәсәк (Яхъя 5:28, 29)

  • Бер кеше лә ауырымаясаҡ (Ишағыя 33:24)

  • Һәр кемдең ризығы мул буласаҡ (Зәбур 72:16)

ЯУАПТАР ИЗГЕ ЯҘМАЛА БАР

Бәлки, кемдер, алдағы биттәрҙә яҙылғандар — ул хыял ғыналыр, тип әйтер. Әммә Аллаһы Тәғәлә шул вәғәҙәләрен тиҙҙән ерҙә тормошҡа ашырасаҡ. Быны нисек эшләйәсәген ул Изге Яҙмала аңлата.

Улай ғына ла түгел, Изге Яҙма беҙгә инде бөгөн бәхетле тормош алып барырға ярҙам итә. Һеҙҙе бөгөн нимә борсой? Бәлки, аҡса етмәүе йә ғаилә ауырлыҡтары, насар һаулыҡ йә яратҡан кешегеҙҙең вафат булыуылыр. Изге Яҙма һеҙгә был ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә ала. Бынан тыш, ул беҙҙе йыуата ала, сөнки унда ошондай һорауҙарға яуаптар бар:

Һеҙҙең ошо китапты уҡыуығыҙ Изге Яҙма нимәгә өйрәтә икәнен белергә теләүегеҙҙе күрһәтә. Был баҫма һеҙгә ярҙам итер. Абзацтарға һорауҙар килтерелә. Һорауҙар ярҙамында фекер алышыу Изге Яҙманы аңлауҙы еңелләштерә. Миллионлаған кеше Йәһүә шаһиттары менән шул ысулды ҡулланып Изге Яҙманы өйрәнә. Һеҙгә лә был ысул оҡшар тип өмөтләнәбеҙ. Изге Яҙманың нимәгә өйрәтә икәнен белер өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы Алла фатихалаһын!