Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Изге Яҙма — Алла тарафынан бирелгән китап

Изге Яҙма — Алла тарафынан бирелгән китап

1, 2. Ни өсөн Изге Яҙманы Алла биргән иҫ киткес бүләк тип атап була?

ӘЙТӘЙЕК, дуҫығыҙ һеҙгә бүләк бирә, ти. Әлбиттә, һеҙ уны тиҙерәк асып ҡарарға теләрһегеҙ. Был бүләк күңелегеҙҙе йылыта, сөнки дуҫығыҙ һеҙҙең хаҡта уйлаған. Һеҙ уға бик рәхмәтле!

2 Изге Яҙма * — кешеләргә Алла тарафынан бирелгән бүләк. Был китапта яҙылғандарҙы башҡа бер ниндәй китапта ла табып булмай. Мәҫәлән, унда Алланың күкте, ерҙе һәм беренсе кешеләрҙе нисек барлыҡҡа килтергәне тураһында яҙылған. Шулай уҡ был китапта тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итеүсе кәңәштәр бар. Изге Яҙманан беҙ Алланың, үҙ вәғәҙәһен үтәп, ерҙе нисек ожмахҡа әйләндерәсәге тураһында уҡый алабыҙ. Эйе, Изге Яҙма — иҫ киткес бүләк!

3. Изге Яҙманы өйрәнеп, һеҙ нимә белерһегеҙ?

3 Изге Яҙманы өйрәнгәндә, һеҙ шуны күрерһегеҙ: Алла беҙҙең уға яҡынлашыуыбыҙҙы теләй. Йәһүә хаҡында күберәк белем алған һайын, уның менән дуҫлығығыҙ ҙа нығына барыр.

4. Изге Яҙмаға ҡағылышлы ниндәй факттар һеҙҙе таң ҡалдыра?

4 Изге Яҙма 3 000-дән ашыу телгә тәржемә ителгән. Уның бөтә донъяла баҫтырылған һаны миллиардтан уҙған. Кешеләрҙең 90 проценттан күберәге Изге Яҙманы туған телендә уҡый ала. Һәр аҙна миллиондан ашыу кеше Изге Яҙма китабына эйә була! Ысынлап та, Изге Яҙмаға тиң китап юҡ.

5. Изге Яҙма «Алла тарафынан рухландырылған» икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

5 Изге Яҙма — «Алла тарафынан рухландырылған» китап. (2 Тимофейға 3:16-ны уҡығыҙ.) Әммә ҡайһы берәүҙәр: «Нисек инде Изге Яҙма Алланан булһын, уны бит кешеләр яҙған?» — тип әйтергә мөмкин. Яуап Изге Яҙманың үҙендә бирелә. Унда: «Кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне», — тиелә (2 Петр 1:21). Бер миҫал ҡарайыҡ. Әйтәйек, начальник сәркәтибенә хат баҫтырырға ҡуша. Был хаттың авторы кем була? Әлбиттә, сәркәтип түгел, ә начальник үҙе. Изге Яҙма тураһында ла шуны уҡ әйтеп була: уның авторы кешеләр түгел, ә Алла үҙе. Алла үҙ фекерҙәрен кешеләргә белдергән һәм Изге Яҙманы шул кешеләрҙән яҙҙырған. Шулай булғас, был китапты, һис шикһеҙ, «Алла һүҙе» тип атап була. (1 Фессалоникаларға 2:13; 2-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

«Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» күп телдәрҙә сығарылған

ИЗГЕ ЯҘМА ТЕҮӘЛ

6, 7. Ни өсөн, Изге Яҙманың өлөштәре бер-береһенә ҡаршы килмәй, тип әйтеп була?

6 Изге Яҙма 1 600-ҙән ашыу йыл дауамында яҙылған. Уны яҙған кешеләр төрлө замандарҙа йәшәгән. Ҡайһы берәүҙәре белемле булған. Мәҫәлән, улар араһында бер табип булған. Кемдер игенсе, балыҡсы йә көтөүсе, ә кемдер пәйғәмбәр, хөкөмсө йә батша булған. Изге Яҙманы төрлө кешеләр яҙһа ла, уның өлөштәре бер-береһенә ҡаршы килмәй, уларҙы бер тема берләштерә *.

7 Изге Яҙманың тәүге бүлектәрендә донъя проблемаларының нисек башланыуы һүрәтләнә. Ә һуңғы бүлектәрҙән Алланың нисек был проблемаларҙы сисеп ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәге тураһында белеп була. Изге Яҙма кешелектең меңәрләгән йылдар дауамындағы тарихын тасуирлай һәм Алланың ниәте һәр ваҡыт үтәлә икәнен иҫбатлай.

8. Изге Яҙманың фәнни яҡтан теүәл икәнен күрһәткән миҫалдар килтерегеҙ.

8 Изге Яҙма фәнни белешмә йәки мәктәп дәреслеге түгел, әммә унда килтерелгән фәнни мәғлүмәт һәр ваҡыт теүәл. Алла тарафынан бирелгән китап тап шундай булырға тейеш тә. Мәҫәлән, боронғо ваҡытта кешеләр вирус һәм бактериялар хаҡында ла, улар арҡаһында ауырыуҙар килеп сығыу мөмкинлеге хаҡында ла белмәгән. Әммә Тәүратта яҙылған күрһәтмәләр израилдәргә ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймаҫҡа ярҙам иткән. Шулай уҡ Изге Яҙмала ер шары хаҡында теүәл факттар яҙылған. Мәҫәлән, унда, ер бушлыҡҡа элеп ҡуйылған, тип әйтелә (Әйүп 26:7). Улай ғына ла түгел, кешеләрҙең күбеһе ерҙең яҫы икәненә ышанған ваҡыттарҙа уҡ Изге Яҙмала, ер түңәрәк, тип әйтелгән булған (Ишағыя 40:22).

9. Изге Яҙманы яҙыусыларҙың намыҫлылығы беҙгә нимәне аңларға ярҙам итә?

9 Тарихи мәғлүмәттәргә килгәндә лә, Изге Яҙма һәр ваҡыт теүәл. Ә башҡа тарихи китаптарҙың күбеһе ысынбарлыҡты теүәл һүрәтләмәй, сөнки күп авторҙар намыҫлы түгел. Мәҫәлән, үҙ халҡы һуғышта еңелһә, тарихсылар йыш ҡына быны йәшереп ҡалдыра. Изге Яҙманы яҙыусылар иһә, Израиль еңелгән осраҡтарҙа ла, был хаҡта ап-асыҡ яҙған. Шулай уҡ улар үҙ хаталарын йәшереп ҡалдырмаған. Мәҫәлән, Муса пәйғәмбәр үҙенең етди хата яһағаны һәм Алланан яза алғаны хаҡында яҙған (Һандар 20:2—12). Яҙыусыларҙың намыҫлығы шуны иҫбатлай: Изге Яҙма — Алла тарафынан бирелгән китап. Тимәк, уға ышанып була.

ИЗГЕ ЯҘМА — АҠЫЛЛЫ КӘҢӘШТӘР СЫҒАНАҒЫ

10. Ни өсөн Изге Яҙмалағы кәңәштәр беҙҙең өсөн файҙалы?

10 Изге Яҙма «тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы» (2 Тимофейға 3:16). Эйе, Изге Яҙмалағы кәңәштәр беҙҙең заманда ла ҡулланырлыҡ. Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ булараҡ, фекер йөрөтөүебеҙҙе һәм хистәребеҙҙе аңлай. Ул беҙҙе үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белә һәм бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Йәһүә беҙҙең өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен белә.

11, 12. а) Матфей китабының 5—7 бүлектәрендә Ғайса ниндәй яҡшы кәңәштәр биргән? б) Изге Яҙманан беҙ тағы нимәгә өйрәнәбеҙ?

11 Инжилдә беҙ бәхетле булыуға, башҡалар менән татыу йәшәүгә, доға ҡылыуға һәм аҡсаға дөрөҫ ҡараш һаҡлауға ҡағылышлы Ғайса пәйғәмбәр биргән кәңәштәрҙе уҡый алабыҙ (Матфей 5—7 бүлектәр). Был кәңәштәрҙе ул 2 000 йыл элек биргән булһа ла, улар һаман да файҙалы.

12 Изге Яҙмала шулай уҡ принциптар яҙылған. Йәһүә беҙҙе улар ярҙамында ғаилә тормошон бәхетле итергә, тырышып эшләргә һәм кешеләр менән татыулыҡта йәшәргә өйрәтә. Изге Яҙмалағы принциптар, беҙҙең кем булыуыбыҙға, ҡайҙа йәшәүебеҙгә һәм ниндәй ауырлыҡтар менән көрәшеүебеҙгә ҡарамайынса, һәр беребеҙгә ярҙам итә ала. (Ишағыя 48:17-не уҡығыҙ *; 3-сө ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘРГӘ ЫШАНЫП БУЛА

Ишағыя пәйғәмбәр Вавилондың емереләсәге тураһында алдан әйткән

13. Ишағыя Вавилон ҡалаһы тураһында нимә пәйғәмбәрлек иткән?

13 Изге Яҙмала яҙылған күп пәйғәмбәрлектәр инде үтәлгән. Мәҫәлән, Ишағыя пәйғәмбәр Вавилон ҡалаһының емерелеүе тураһында алдан әйткән (Ишағыя 13:19). Ул хатта ҡаланың нисек яулап алынасағын теүәл итеп тасуирлаған. Вавилонды уратып йылға аҡҡан, ҡапҡалары ла ышаныслы булған. Әммә Ишағыя, йылға ҡоротоласаҡ, ҡала ҡапҡалары асыҡ килеш ҡаласаҡ, һәм ҡала һуғышһыҙ ғына яулап алынасаҡ, тип яҙған. Ул хатта Вавилонды яулаясаҡ кешенең исемен дә пәйғәмбәрлек иткән. Был Кир буласаҡ, тигән. (Ишағыя 44:27—45:2; 4-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

14, 15. Ишағыя әйткән пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән?

14 Был пәйғәмбәрлек яҙылғандан һуң 200 йыл үткәс, дошман ғәскәре Вавилонға яҡынлашҡан. Ғәскәр башында кем торған? Пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә, ул Фарсы батшаһы Кир булған. Ә пәйғәмбәрлектең башҡа нескәлектәре нисек үтәлгән?

15 Ул төндө вавилондар ҙур байрам үткәргән. Улар үҙҙәренә һис ниндәй ҡурҡыныс янамай тип ышанған, сөнки ҡаланы йылға һәм бейек диуарҙар яҡлаған. Кир үҙенең ғәскәре менән йылғаны икенсе яҡҡа йырып ебәргән. Һыу кәмегәс, фарсы һуғышсылары уны кисеп кенә сыҡҡан. Әммә ҡалаға улар нисек инер? Пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә, ҡапҡалар асыҡ булып сыҡҡан, һәм Кир ҡаланы һуғышһыҙ ғына баҫып алған.

16. а) Ишағыя Вавилондың киләсәге тураһында нимә пәйғәмбәрлек иткән? б) Ишағыя әйткән һүҙҙәрҙең үтәлгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

16 Ишағыя шулай уҡ Вавилон тураһында, башҡаса «унда бер ҡасан да бер кем йәшәмәҫ», тип яҙған булған (Ишағыя 13:20). Был һүҙҙәр үтәлгәнме? Ҡасандыр Вавилон булған урында хәҙер емереклектәр генә ята. Был Ирак илендә, Багдад ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә. Унда бер кем дә йәшәмәй. Йәһүә Вавилонды «юҡ итеү һеперткеһе менән һепереп» ташлаған (Ишағыя 14:22, 23) *.

Вавилондың емереклектәре

17. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләренә лә ышана алабыҙ?

17 Изге Яҙмалағы күп пәйғәмбәрлектәр үтәлгән инде. Тимәк, киләсәккә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәр ҙә һис шикһеҙ үтәләсәк. Беҙ Йәһүәнең ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәгенә шикләнмәйбеҙ. (Титҡа 1:2-не уҡығыҙ.) Эйе, Йәһүә, ни генә әйтһә лә, һәр ваҡыт үҙ һүҙен тота (Һандар 23:19) *.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОҒОҘҘО ҮҘГӘРТӘ АЛА

18. Илсе Павел Изге Яҙма тураһында нимә тигән?

18 Күреүебеҙсә, Изге Яҙма башҡа бөтә китаптарҙан да айырылып тора. Уның өлөштәре бер-береһенә ҡаршы килмәй. Унда фәнгә йә тарихҡа ҡағылышлы килтерелгән мәғлүмәт һәр саҡ теүәл. Изге Яҙмала шулай уҡ аҡыллы кәңәштәр бар, һәм унда яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙең күбеһе инде үтәлгән. Әммә Изге Яҙманың файҙаһы бының менән генә сикләнмәй. Илсе Павел: «Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле», — тигән. Был нимәне аңлата? (Еврейҙарға 4:12-не уҡығыҙ.)

19, 20. а) Изге Яҙма беҙгә үҙебеҙҙе аңларға нисек ярҙам итә ала? б) Беҙ Изге Яҙма өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

19 Изге Яҙма тормошобоҙҙо үҙгәртә ала. Ул беҙгә үҙебеҙҙе аңларға, тәрән фекерҙәребеҙгә һәм хистәребеҙгә төшөнөргә ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙ, Алланы яратабыҙ, тип уйлайбыҙҙыр. Әммә Изге Яҙманы уҡып, беҙ эскерһеҙ яратыу хистәрҙе генә түгел, ә эштәрҙе лә үҙ эсенә ала икәнен асыҡ күрәбеҙ. Алланы яратыуыбыҙҙы күрһәтер өсөн, беҙгә Изге Яҙмала яҙылғандарҙы үтәргә кәрәк.

20 Изге Яҙманы ысынлап та Алла тарафынан бирелгән китап тип атап була. Йәһүә беҙҙән, Изге Яҙманы уҡырбыҙ, өйрәнербеҙ һәм яратырбыҙ, тип көтә. Уны өйрәнеп, беҙ Алланың ошо бүләге өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ. Шул саҡта беҙ Алланың кешеләргә ҡарата ихтыярын аңларбыҙ. Был турала киләһе бүлектән күберәк белербеҙ.

^ 2 абз. Изге Яҙма китабы Тәүрат, Зәбур, Инжил һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарынан тора.

^ 6 абз. Ҡайһы бер кешеләр, Изге Яҙмала бер-береһенә ҡаршы килгән урындар бар, тип әйтә. Әммә был дөрөҫ түгел. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?» тигән брошюраның 3-сө һәм 31-се биттәрен, шулай уҡ «Изге Яҙмалар. Алла йә кеше һүҙеме?» тигән китаптың (урыҫ) 7-се бүлеген ҡарағыҙ.

^ 12 абз. Ишағыя 48:17: «Үҙеңде Йолоп алыусы, Израилдең изге Аллаһы Йәһүә былай ти: „Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла“».

^ 16 абз. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр тураһында күберәк Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Бөтә кешеләр өсөн китап» тигән брошюранан (урыҫ) белә алаһығыҙ (27—29 бб.).

^ 17 абз. Вавилондың емерелеүе — был Изге Яҙмала яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүенә бары тик бер генә миҫал. 5-се ҡушымтала һеҙ Ғайсаға ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәр хаҡында уҡый алаһығыҙ.