Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Ғайса Мәсих кем ул?

Ғайса Мәсих кем ул?

1, 2. а) Ни өсөн берәй күренекле кешенең исемен генә белеү уның үҙен яҡшы белеүҙе аңлатмай? б) Кешеләр Ғайса кем тип һанай?

ДОНЪЯЛА күп күренекле кешеләр бар. Бәлки, һеҙ уларҙың ҡайһы берҙәренең исемдәрен беләһегеҙҙер. Әммә был кешеләрҙең исемдәрен белеү уларҙың үҙҙәрен яҡшы белеүҙе аңлатмай, сөнки һеҙ уларҙың тормошон һәм ысынында ниндәй кеше булыуҙарын белмәйһегеҙ.

2 Ғайса Мәсих яҡынса 2 000 йыл элек йәшәгән булһа ла, һеҙ, моғайын, уның хаҡында ишеткәнһегеҙҙер. Әммә күптәр Ғайсаның кем булғанын белмәй. Берәүҙәр, ул яҡшы кеше булған, тип әйтә, башҡалар уны пәйғәмбәр тип атай, ә ҡайһы берәүҙәр уны Алла тип һанай. Ә һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ? (12-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

3. Ни өсөн Йәһүә Алла һәм Ғайса Мәсих тураһында белем алыу бик мөһим?

3 Ғайса тураһында дөрөҫөн белеү һеҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки Изге Яҙмала былай тиелгән: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош» (Яхъя 17:3). Эйе, Йәһүә һәм Ғайса тураһында дөрөҫөн белһәгеҙ, ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй алырһығыҙ (Яхъя 14:6). Ғайсаны яҡшы белеү бүтән сәбәптән дә мөһим: ул башҡалар менән мөғәмәлә итеүе һәм йәшәү рәүеше менән беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған (Яхъя 13:34, 35). Ошо китаптың 1-се бүлегендә беҙ Алла тураһында хәҡиҡәтте белдек. Ә хәҙер Изге Яҙмала Ғайса хаҡында нимә әйтелгәнен ҡарап сығайыҡ.

«БЕҘ МӘСИХТЕ ТАПТЫҠ»

4. «Мәсих» тигән һүҙ нимәне аңлата?

4 Ғайса тыуғанға тиклем күп йылдар элек Йәһүә Изге Яҙма аша, Мәсихте ебәрәсәкмен, тип вәғәҙә иткән. «Мәсих» тигән титул «майланған затҡа», йәғни Алла тарафынан махсус роль өсөн һайланған шәхескә ҡарата ҡулланыла. Был титул Ғайсаға бирелгән, сөнки Алла уны мөһим йөкләмә өсөн һайлаған һәм уға махсус роль бүлгән. Мәсих Алланың бөтә вәғәҙәләрен үтәйәсәк. Бынан тыш, Ғайсаның ерҙә йәшәгән саҡта башҡарған эштәре инде бөгөн һеҙгә файҙа килтерә ала. Ғайсаның тыуыуына тиклем күп кешеләр, кем Мәсих булыр икән, тип уйланған.

5. Ғайсаның шәкерттәре уның Мәсих икәненә ышанғанмы?

5 Ғайсаның шәкерттәре уның Мәсих икәненә һис тә шикләнмәгән (Яхъя 1:41). Мәҫәлән, Ғайсаның шәкерте Петр уға: «Һин — Мәсих», — тип әйткән (Матфей 16:16). Ә беҙ ни өсөн Ғайсаның Мәсих икәненә ышана алабыҙ?

6. Эскерһеҙ кешеләр Мәсихте билдәләй алһын өсөн, Йәһүә нимә эшләгән?

6 Ғайса тыуыр алдынан күп йылдар элек Алланың пәйғәмбәрҙәре Мәсихте билдәләргә ярҙам иткән күп пәйғәмбәрлектәр яҙып ҡалдырған. Был пәйғәмбәрлектәр нисек ярҙам итә? Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙгә вокзалда таныш булмаған бер кешене ҡаршы алырға кәрәк, ти. Шул кешене яҡшы итеп һүрәтләп бирһәләр, һеҙ уны таба алырһығыҙ. Шуның шикелле, Йәһүә пәйғәмбәрҙәр аша Мәсихтең ниндәй эштәр башҡарасағын һәм уның менән ниндәй ваҡиғалар буласағын алдан әйткән. Бөтә был пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе эскерһеҙ кешеләргә Ғайсаның Мәсих икәнен билдәләргә ярҙам итә.

7. Ғайсаның Мәсих икәнен иҫбатлаған пәйғәмбәрлектәрҙең икеһе ниндәй?

7 Шул пәйғәмбәрлектәрҙең икеһен ҡарап сығайыҡ. Ғайса тыуыр алдынан 700 йыл элек Миҡай пәйғәмбәр Мәсихтең бәләкәй генә Вифлеем ҡалаһында тыуасағы хаҡында әйткән (Миҡай 5:2). Ғайса тап шул ҡалала тыуған да! (Матфей 2:1, 3—9). Ә Данил пәйғәмбәр кемдең Мәсих икәне б. э. 29 йылында асыҡланасағы хаҡында әйткән (Данил 9:25). Былар — Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих икәнен иҫбатлаған күп пәйғәмбәрлектәрҙең икеһе генә. (13-сө ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

Һыуға сумдырылған сағында Ғайса вәғәҙә ителгән Мәсих булып киткән

8, 9. Һыуға сумдырылған сағында Ғайсаның Мәсих булыуы нисек асыҡланған?

8 Өҫтәүенә, Йәһүә үҙе Ғайсаның Мәсих булыуын бик асыҡ итеп күрһәткән. Ғайса көндәрендә Яхъя исемле пәйғәмбәр йәшәгән. Кешеләр уға һыуға сумдырылырға килгән, бының менән улар гонаһтарында тәүбә итеүҙәрен күрһәткән. Алла Яхъяға Мәсихте таныр өсөн билдә бирергә вәғәҙә иткән. Б. э. 29 йылында Иордан йылғаһында Яхъя шул билдәне күргән. Ғайса Яхъя янына һыуға сумдырылыр өсөн килгән булған. Гонаһһыҙ булғанға, Ғайса гонаһтарҙан тәүбә итеүен күрһәтер өсөн түгел, ә Йәһүәнең ихтыярын үтәргә әҙер булыуын күрһәтер өсөн һыуға сумдырылған. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. Күктән: „Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!“ — тигән тауыш ишетелде» (Матфей 3:16, 17). Был билдәне күреп һәм ишетеп, Яхъя Ғайсаның Мәсих булыуын аңлаған (Яхъя 1:32—34). Һыуға сумдырылып Йәһүәнән изге рух алғас, Ғайса Майланған зат, йәғни Мәсих булып киткән. Ул Алла тарафынан Етәксе һәм Батша итеп һайланған шәхес булған (Ишағыя 55:4).

9 Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр, шулай уҡ Йәһүәнең һүҙҙәре һәм һыуға сумдырылыу ваҡытында бирелгән билдә Ғайсаның Мәсих булыуын иҫбатлаған. Әммә Ғайса ҡайҙан килгән һәм ниндәй кеше булған? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.

ҒАЙСА ҠАЙҘАН КИЛГӘН?

10. Изге Яҙмала Ғайсаның ергә килер алдынан булған тормошо тураһында нимә әйтелә?

10 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса ергә килгәнгә тиклем оҙаҡ ваҡыт дауамында күктә йәшәгән. Миҡай пәйғәмбәр Мәсих тураһында: «Ул сығышы буйынса боронғо замандарҙан», — тип яҙған (Миҡай 5:2). Ғайса үҙе лә кеше булып тыуғансы күктә йәшәгәне хаҡында күп тапҡыр әйткән. (Яхъя 3:13; 6:38, 62; 17:4, 5-те уҡығыҙ.) Ергә килгәнгә тиклем үк уның Йәһүә Алла менән мөнәсәбәттәре бик яҡын булған.

11. Ни өсөн Йәһүә Ғайсаны бик ныҡ ҡәҙерләй?

11 Йәһүә Ғайсаны бик ныҡ ҡәҙерләй. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә уны яратылғандарҙың барыһынан да алдараҡ барлыҡҡа килтергән. Шуға күрә Изге Яҙмалағы бындай һүҙҙәрҙе Ғайсаға ҡулланыу бик тә урынлы: «Йәһүә үҙе мине булдырҙы, мин — уның ижади эштәренең башланғысы, уның боронғо эштәренең иң беренсеһе» (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:22). Өҫтәүенә, Йәһүә Ғайсаны бер үҙе барлыҡҡа килтергән. Бына ни өсөн Ғайса уның «берҙән-бер Улы» * тип аталған (Яхъя 3:16). Шулай уҡ Ғайса Йәһүәгә ижади эштәрендә ярҙам иткән берҙән-бер шәхес булған (Колосстарға 1:16). Бынан тыш, Ғайса ғына «Һүҙ» тип аталған, сөнки Йәһүә, фәрештәләргә һәм кешеләргә төрлө хәбәрҙәр һәм күрһәтмәләр еткерер өсөн, тап Ғайсаны ҡулланған (Яхъя 1:14).

12. Беҙ Ғайсаның һәм Алланың бер үк шәхес түгел икәнен ҡайҙан беләбеҙ?

12 Ҡайһы берәүҙәр Ғайсаны һәм Алланы бер үк шәхес тип һанай. Әммә Изге Яҙма быға өйрәтмәй. Унда, Ғайса барлыҡҡа килтерелгән булған, тип әйтелә, тимәк, уның башланғысы бар. Ә бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе Йәһүәнең башланғысы юҡ (Зәбур 90:2). Алланың Улы булараҡ, Ғайса бер ваҡытта ла Алланың урынын алырға тырышмаған. Изге Яҙмала Атаның Улынан бөйөгөрәк булыуы хаҡында асыҡ әйтелә. (Яхъя 14:28-ҙе уҡығыҙ; 1 Коринфтарға 11:3.) Йәһүә генә — «Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле» Алла (Башланмыш 17:1). Ғаләмдә ул иң бөйөк һәм иң көслө шәхес. (14-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

13. Ни өсөн Изге Яҙмала Ғайса Алла «асылының теүәл сағылышы» тип атала?

13 Күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтерер алдынан, Йәһүә менән уның Улы Ғайса миллиардлаған йылдар дауамында тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. Һис шикһеҙ, улар бер-береһен бик ныҡ ярата! (Яхъя 3:35; 14:31). Ғайса Атаһына шул тиклем оҡшаған, хатта Изге Яҙмала ул Алла «асылының теүәл сағылышы» тип атала (Еврейҙарға 1:3).

14. Йәһүәнең ҡәҙерле Улы нисек ерҙә кеше булып тыуа алған?

14 Йәһүәнең ҡәҙерле Улы, күкте ҡалдырып, ерҙә кеше булып тыуырға теләп ризалашҡан. Был нисек мөмкин булған? Йәһүә, мөғжизә эшләп, Улының ғүмерен күктән Мәрйәм исемле ҡыҙҙың ҡарынына күсергән. Шулай итеп, әле бер тапҡыр ҙа ир менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа ла, Мәрйәм ауырға ҡалған. Ул камил бала тыуҙырған һәм уға Ғайса тип исем ҡушҡан (Лука 1:30—35).

ҒАЙСА НИНДӘЙ КЕШЕ БУЛҒАН?

15. Йәһүәне яҡшыраҡ белер өсөн нимә эшләп була?

15 Изге Яҙманың Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя китаптарын уҡып, һеҙ Ғайса хаҡында, уның тормошо һәм сифаттары тураһында күп нәмә белерһегеҙ. Был дүрт китап Инжил тип атала. Ғайса Атаһына бик ныҡ оҡшаған, шуға күрә Инжилде уҡыған һайын, Йәһүәне яҡшыраҡ белеп була. Бына ни өсөн Ғайса: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән була», — тип әйтә алған (Яхъя 14:9).

16. Ғайса нимәгә өйрәткән? Ул кемдең исеменән өйрәткән?

16 Күптәр Ғайсаны «Остаз», йәғни Уҡытыусы тип атаған (Яхъя 1:38; 13:13). Ул нимәгә өйрәткән? Беренсе сиратта ул «Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләгән. Был Батшалыҡ — Алланың хөкүмәте, ул ер өҫтөнән идара итәсәк һәм Аллаға буйһонған кешеләргә фатихалар яуҙырасаҡ (Матфей 4:23). Ғайса кешеләргә Йәһүәнең тәғлимәттәрен аңлатҡан. Ғайса үҙе былай тигән: «Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән» (Яхъя 7:16). Ғайса шуны аңлаған: кешеләргә Алла Батшалығы тураһында ишетергә кәрәк, сөнки быны Алла теләй.

17. Ғайса ҡайҙа өйрәткән? Ни өсөн ул башҡаларҙы өйрәтер өсөн күп тырышлыҡ һалған?

17 Ғайса ҡайҙа өйрәткән? Кешеләр булған бөтә ерҙә. Ул ҡалаларҙа, ауылдарҙа, баҙарҙарҙа, ғибәҙәт ҡылыу урындарында һәм йорттарҙа вәғәзләгән. Ул, кешеләр үҙҙәре килер, тип көтөп ултырмаған, ә үҙе уларға барған (Марк 6:56; Лука 19:5, 6). Ғайса кешеләрҙе өйрәтер өсөн күп көс һалған һәм ваҡытын йәлләмәгән. Ни өсөн? Сөнки ул Алла ихтыярын яҡшы белгән һәм һәр ваҡыт Атаһына тыңлаусан булған (Яхъя 8:28, 29). Ғайса шулай уҡ кешеләрҙе йәлләгән, шуға күрә уларға вәғәзләгән. (Матфей 9:35, 36-ны уҡығыҙ.) Ул һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерергә теләгән, сөнки дин етәкселәре Алла һәм уның Батшалығы тураһында дөрөҫөн һөйләмәгән.

18. Ғайсаның ниндәй сифаттары һеҙгә айырыуса оҡшай?

18 Ғайса кешеләрҙе яратҡан һәм улар хаҡында ҡайғыртҡан. Ул игелекле һәм алсаҡ булған, хатта балалар ҙа уға тартылған (Марк 10:13—16). Ғайса һәр ваҡыт ғәҙел булған. Ул бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡараған һәм ришүәтселекте нәфрәт иткән (Матфей 21:12, 13). Ул ваҡытта ҡатындарҙы хөрмәт итеп бармағандар, йәмғиәттә уларҙың хоҡуҡтары ныҡ сикләнгән булған. Әммә Ғайса ҡатындар менән, абруйҙарын төшөрмәйенсә, ихтирамлы мөғәмәлә иткән (Яхъя 4:9, 27). Шулай уҡ ул бик баҫалҡы булған. Мәҫәлән, бер тапҡыр ул ғәҙәттә хеҙмәтселәр эшләгән эште башҡарған — илселәренең аяҡтарын йыуған (Яхъя 13:2—5, 12—17).

Ғайса бөтә ерҙә вәғәзләгән

19. Ғайсаның кешеләрҙең ихтыяждарын яҡшы белгәне һәм уларға ярҙам итергә теләгәне ниндәй миҫалдан күренә?

19 Ғайса кешеләрҙең нимәгә мохтаж булыуын яҡшы белгән һәм уларға теләп ярҙам иткән. Ул Алланан бирелгән көс ярҙамында ауырыуҙарҙы һауыҡтырғанда, уның кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәте айырыуса асыҡ күренгән (Матфей 14:14). Мәҫәлән, махау сирле бер кеше уның янына килеп: «Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», — тип ялбарған. Ғайса, был кешенең интегеүен күреп, уны йәлләгән. Ул, ҡулын һуҙып, шул кешегә ҡағылған да: «Эйе, теләйем. Таҙарын!» — тигән. Һәм ауырыған кеше һауыҡҡан! (Марк 1:40—42). Был кешенең ни тиклем шатланғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ!

АТАҺЫНА ҺӘР ВАҠЫТ ТОҒРО

20, 21. Ни өсөн, Ғайса Аллаға тыңлаусан булыуҙа иң яҡшы үрнәк күрһәткән, тип әйтеп була?

20 Ғайса Аллаға тыңлаусан булыуҙа иң яҡшы үрнәк күрһәткән. Теләһә ниндәй шарттарҙа ла, дошмандары нимә генә эшләмәһен, Ғайса Атаһына тоғро булып ҡалған. Мәҫәлән, Иблис уны ҡотҡоға төшөрөргә тырышҡанда, ул гонаһ ҡылмаған (Матфей 4:1—11). Ғаиләһенең ҡайһы бер ағзалары уның Мәсих икәненә ышанмаған һәм уның хаҡында «аҡылдан яҙған» тип әйткән, әммә Ғайса Алла ихтыярын үтәүен дауам иткән (Марк 3:21). Дошмандары уның менән аяуһыҙ мөғәмәлә иткәндә лә, Ғайса Аллаға тоғро булып ҡалған һәм үс алырға тырышмаған (1 Петр 2:21—23).

21 Түҙгеһеҙ ауыртыуҙан интегеп үлгән сағында ла Ғайса Йәһүәгә тоғро булып ҡалған. (Еврейҙарға 5:8-ҙе уҡығыҙ.) Ерҙәге тормошоноң һуңғы көнөндә уға ни тиклем күп ғазап кисерергә тура килгәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Ғайсаны ҡулға алғандар, ялған шаһиттар уны Алланы хурлауҙа нахаҡҡа ғәйепләгән, намыҫһыҙ хөкөмсөләр үлемгә хөкөм иткән, кешеләр унан көлгән, Рим ғәскәриҙәре язалап бағанаға ҡаҙаҡлаған. Үлгәндә, Ғайса: «Тормошҡа ашты!» — тип ҡысҡырған. Күренеүенсә, Алла ихтыярының үтәлеүе уның өсөн иң мөһиме булған (Яхъя 19:30). Ғайса үлгәндән һуң өс көн үткәс, Йәһүә уны терелткән һәм уға рухи тән биргән (Ефестарға 1:20). Ә тағы бер нисә аҙна үткәндән һуң, Ғайса, кире күккә ҡайтып, «Алланың уң яғына» ултырған һәм Йәһүәнең үҙен Батша итәсәген көтә башлаған (Еврейҙарға 10:12, 13).

22. Ғайса Атаһына тоғро булып ҡалғанға күрә, беҙҙең ниндәй мөмкинлегебеҙ бар?

22 Ғайса Атаһына тоғро булып ҡалғанға, беҙҙең ерҙәге ожмахта мәңге йәшәргә мөмкинлегебеҙ бар. Киләһе бүлектә Ғайсаның үлеме беҙгә нисек мәңгелек тормошҡа юл асҡаны ҡараласаҡ.

^ 11 абз. Ҡайһы берәүҙәр «Алла Улы» тигән һүҙбәйләнеште кире ҡаға, сөнки Алла, кешеләр һымаҡ, балаларҙың атаһы була алмай, тип һанай. Ләкин ундай сағыштырыу Аллаға бер нисек тә тура килмәй, сөнки ул — Рух. «Атай», «ул», «ағай» тигән һүҙҙәр ҡайһы саҡта күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Мәҫәлән, оло йәштәге кешеләр, йәшерәктәргә ата-әсә булмаһалар ҙа, уларға «балам», «улым» йә «ҡыҙым» тип өндәшергә мөмкин. Ҡайһы ваҡыт кешеләр берәйһе тураһында «шул ауылдың улы» тип әйтә, әммә был һүҙҙәр, ауыл тура мәғәнәлә шул кешене тыуҙырған, тигәнде аңлатмай, ә шул кешенең сығышын ғына белдерә. Шуның шикелле, Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсе булғанға, Изге Яҙмала Ата тип атала (Ишағыя 64:8). Ә Ғайса Алла Улы тип атала, сөнки Алла уны барлыҡҡа килтергән. Беренсе кеше Әҙәм дә, фәрештәләр ҙә Алла улдары тип атала (Әйүп 1:6; Лука 3:38).