Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Йолом — Алланың иң бөйөк бүләге

Йолом — Алланың иң бөйөк бүләге

1, 2. а) Һеҙ ниндәй бүләктәрҙе ҡәҙерләйһегеҙ? б) Ни өсөн йолом — Алланың иң бөйөк бүләге?

ҺЕҘ ниндәй бүләктәрҙе айырыуса ныҡ ҡәҙерләйһегеҙ? Моғайын, һеҙгә шатлыҡ килтергәндәрен йәки ысынлап та кәрәк булғандарын.

2 Алла беҙгә күп бүләктәр биргән. Әммә уларҙың береһенә беҙ барыһынан да нығыраҡ мохтаж. Был — Алланың кешеләргә биргән иң бөйөк бүләге. Был бүлектә беҙ Йәһүәнең, үҙенең Улын — Ғайса Мәсихте ебәреп, беҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеге биргәне хаҡында белербеҙ. (Матфей 20:28-ҙе уҡығыҙ.) Ғайсаны ергә йолом итеп ебәреп, Йәһүә беҙҙе ысынлап та яратҡанын иҫбатлаған.

НИМӘ УЛ ЙОЛОМ?

3. Ни өсөн кешеләр үлә?

3 Йолом — Йәһүәнең кешелекте гонаһ һәм үлемдән азат итеү сараһы (Ефестарға 1:7). Йоломға ни тиклем мохтаж булғаныбыҙҙы аңлар өсөн, меңәрләгән йылдар элек Эден баҡсаһында ниндәй ваҡиғалар булғанын белергә кәрәк. Тәүге ата-әсәбеҙ Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылған. Шуның арҡаһында улар үлгән. Әҙәм менән Һауанан гонаһ мираҫ итеп алғанға, беҙ ҙә үләбеҙ. (9-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

4. Беҙ Әҙәм тураһында нимә беләбеҙ?

4 Йәһүә беренсе кешене, Әҙәмде, камил итеп барлыҡҡа килтергән. Әҙәмдең аҡылы ла, тәне лә камил булған. Уның бер ваҡытта ла ауырымаҫҡа, ҡартаймаҫҡа һәм үлмәҫкә мөмкинлеге булған. Йәһүә Әҙәмде барлыҡҡа килтергәнгә, ул уның атаһы булған, тип әйтеп була (Лука 3:38). Йәһүә уның менән йыш һөйләшкән. Алла Әҙәмгә унан нимә көткәнен асыҡ итеп аңлатҡан һәм ҡыҙыҡлы эш биргән (Башланмыш 1:28—30; 2:16, 17).

5. Ниндәй мәғәнәлә Әҙәм Аллаға оҡшаш итеп яратылған?

5 Әҙәм Аллаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгән (Башланмыш 1:27). Йәһүә уға үҙенә хас булған сифаттарҙы, мәҫәлән, мөхәббәт, зирәклек, ғәҙеллек һәм көс кеүек сифаттарҙы һалған. Ул Әҙәмгә һайлау ирке бүләк иткән. Тимәк, Әҙәм яҡшы йә насар эштәр ҡылырғамы икәнен үҙе һайлай алған. Эйе, ул робот булмаған. Йәһүәгә буйһонорға ҡарар иткән булһа, Әҙәм ожмахта мәңге йәшәй алыр ине.

6. Аллаға буйһонмағанға, Әҙәм нимәне юғалтҡан? Был беҙгә нисек тәьҫир иткән?

6 Ләкин Әҙәм Алланы тыңламаған, һәм был бик аяныслы эҙемтәләргә килтергән: ул Йәһүә менән дуҫлығын һәм ожмахтағы камил тормошон юғалтҡан. Ахыр сиктә ул үлгән (Башланмыш 3:17—19). Аллаға буйһонмаҫҡа ҡарар итеп, Әҙәм менән Һауа мәңге йәшәү өмөтөн юғалтҡан. Әҙәмдең тыңламаусанлығы арҡаһында «донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» (Римдарға 5:12). Образлы итеп әйткәндә, гонаһ ҡылып, Әҙәм үҙен дә, беҙҙе лә гонаһ һәм үлем ҡоллоғона һатҡан (Римдарға 7:14). Беҙҙең ниндәй ҙә булһа өмөтөбөҙ бармы? Эйе, бар. Йәһүә беҙҙең өсөн йолом түләгән.

7, 8. Нимә ул йолом?

7 Нимә ул йолом? Был төшөнсә үҙ эсенә ике нәмәне ала. Беренсенән, йолом — берәй кемде азат итер өсөн йәки ниндәйҙер әйберҙе кире ҡайтарыр өсөн түләнә торған хаҡ. Икенсенән, йолом — килтерелгән зыянды тулыһынса ҡапларлыҡ хаҡ.

8 Бер кеше лә Әҙәм килтергән ҙур зыянды ҡаплай алмаҫ ине. Әммә Йәһүә беҙҙе гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан азат итер өсөн сара күргән. Әйҙәгеҙ, йоломдоң нисек түләнгәнен һәм уның беҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын беләйек.

ЙОЛОМ НИСЕК ТҮЛӘНГӘН БУЛҒАН?

9. Ниндәй йолом түләнергә тейеш булған?

9 Ни өсөн беҙҙең беребеҙ ҙә Әҙәм юғалтҡан камил тормошто йолоп ала алмаҫ ине? Сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы (Зәбур 49:7, 8). Йолом түләр өсөн, башҡа камил кешенең ғүмере кәрәк булған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса Мәсих «бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түлә[гән]» (1 Тимофейға 2:6). Ғайсаның ҡорбан итеп биргән камил ғүмере Әҙәм юғалтҡан ғүмергә тиң булған.

10. Йолом түләр өсөн, Йәһүә нимә эшләгән?

10 Йолом түләр өсөн, Йәһүә нимә эшләгән? Ул үҙенең ҡәҙерле Улын — Ғайсаны ергә ебәргән. Ғайса иң беренсе булып барлыҡҡа килтерелгән булған (1 Яхъя 4:9, 10). Ул Атаһын һәм күктәге йәшәү урынын үҙ теләге менән ҡалдырған (Филиптарға 2:7). Йәһүә Ғайсаның ғүмерен күктән ергә күсергән, һәм Ғайса камил, гонаһһыҙ кеше булып тыуған (Лука 1:35).

Йәһүә үҙенең ҡәҙерле Улын беҙҙең өсөн йолом итеп биргән

11. Ни өсөн бер кеше бөтә кешеләрҙе йолоп ала алған?

11 Йәһүәгә буйһонмайынса, беренсе кеше Әҙәм бөтә кешеләрҙе камил тормоштан мәхрүм иткән. Бер кеше Әҙәмдең бөтә тоҡомдарын үлемдән ҡотҡара алғанмы? Эйе. (Римдарға 5:19-ҙы уҡығыҙ.) Бер ваҡытта ла гонаһ ҡылмаған Ғайса үҙенең ғүмерен йолом итеп биргән (1 Коринфтарға 15:45, ЯДТ). Уның камил ғүмере ярҙамында Әҙәмдең бөтә тоҡомдары үлемдән азат ителә ала (1 Коринфтарға 15:21, 22).

12. Ни өсөн Ғайса шул тиклем ныҡ интегергә тейеш булған?

12 Изге Яҙмала Ғайсаның үлер алдынан ни тиклем ныҡ ғазап сиккәне тасуирлана. Уны аяуһыҙ ҡамсылағандар, бағанаға ҡаҙаҡлағандар һәм яфалы үлемгә дусар иткәндәр (Яхъя 19:1, 16—18, 30; 15-се ҡушымтаны ҡарағыҙ). Ни өсөн Ғайса шул тиклем интегергә тейеш булған? Сөнки Иблис, ҡаты һынауҙарҙа бер кеше лә Аллаға тоғро булып ҡалмаясаҡ, тип әйткән. Ғайса камил кешенең ҡаты ғазаптар кисергәндә лә Аллаға тоғро булып ҡала алыуын иҫбатлаған. Йәһүәнең Ғайса менән ни тиклем ғорурланғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).

13. Йолом нисек түләнгән булған?

13 Йолом нисек түләнгән булған? Йәһүд календары буйынса б. э. 33 йылының 14 нисан көнөндә Йәһүә Ғайсаның үлтерелеүенә юл ҡуйған (Еврейҙарға 10:10). Өс көндән һуң Йәһүә Ғайсаны кеше итеп түгел, ә рухи шәхес итеп терелткән. Шул уҡ ваҡытта Ғайса ерҙә камил кеше булып йәшәү хоҡуғын юғалтмаған. Ул, күккә ҡайтҡас, был хоҡуғын Атаһына биргән. Шулай итеп йолом түләнгән булған (Еврейҙарға 9:24). Йәһүә Алла был йоломдо ҡабул иткән, һәм хәҙер беҙҙең гонаһ менән үлем ҡоллоғонан азат булырға мөмкинлегебеҙ бар. (Ефестарға 1:7-не уҡығыҙ.)

ЙОЛОМДОҢ ФАЙҘАҺЫ

14, 15. Гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?

14 Беҙ йоломдоң Алланың иң бөйөк бүләге икәнен белдек. Әйҙәгеҙ, йоломдоң беҙгә хәҙер ҙә, киләсәктә лә ниндәй файҙа килтерә алыуын ҡарап сығайыҡ.

15 Гонаһтар кисерелеүе. Гел дөрөҫ булғанды эшләү еңел түгел. Беҙ йыш ҡына яңылышабыҙ: берәй дөрөҫ булмаған нәмә әйтә йә эшләй алабыҙ (Колосстарға 1:13, 14). Гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн нимә эшләргә? Гонаһ ҡылыуыбыҙға ысын күңелдән үкенергә һәм баҫалҡы рәүештә Йәһүәнән ғәфү итеүен һорарға кәрәк. Шул саҡта Алланың беҙҙе кисереүенә тамсы ла шикләнмәҫкә була (1 Яхъя 1:8, 9).

16. Выжданыбыҙ саф булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

16 Саф выждан. Дөрөҫ булмаған эш ҡылһаҡ, выжданыбыҙ беҙҙе тәнҡитләй башлай. Беҙ ғәйеп тойғоһо кисерергә, хатта өмөтһөҙлөккә бирелергә һәм үҙебеҙҙе булдыҡһыҙ итеп тойорға мөмкин. Әммә бирешергә кәрәкмәй. Йәһүәгә кисереү һорап ялбарһаҡ, уның беҙҙе ишетеренә һәм ғәфү итеренә һис тә шикләнмәҫкә була (Еврейҙарға 9:13, 14). Йәһүә доғала үҙебеҙҙең ауырлыҡтар, етешһеҙлектәр һәм хаталар тураһында һөйләүебеҙҙе теләй (Еврейҙарға 4:14—16). Шулай эшләһәк, беҙ Алла менән татыу мөнәсәбәттәрҙә булырбыҙ.

17. Ғайса беҙҙең хаҡҡа үлгәнгә, беҙ ниндәй фатихалар ала алабыҙ?

17 Мәңге йәшәү өмөтө. «Гонаһ әжере — үлем, ә Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош» (Римдарға 6:23). Ғайса беҙҙең хаҡҡа үлгәнгә, беҙҙең мәңге йәшәргә һәм бер ваҡытта ла ауырымаҫҡа мөмкинлек бар (Асылыш 21:3, 4). Әммә был фатихаларға кинәнер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

ЙОЛОМ ӨСӨН РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕРҺЕГЕҘМЕ?

18. Ни өсөн Йәһүәнең беҙҙе яратыуына шикләнмәҫкә була?

18 Берәйһе һеҙгә бүләк биргәндә, ниндәй хистәр кисергәнегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Йолом бар бүләктәрҙән дә ҡәҙерлерәк, һәм беҙ уның өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтле булырға тейеш. Яхъя 3:16-ла: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта... Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе», — тип әйтелгән. Эйе, Йәһүә беҙҙе шул тиклем ныҡ ярата, хатта беҙҙең өсөн үҙенең ҡәҙерле Улын — Ғайсаны биргән. Өҫтәүенә, Ғайса ла беҙҙе ярата, сөнки ул беҙҙең хаҡҡа үлгән (Яхъя 15:13). Йолом түләп, Йәһүә лә, Ғайса ла беҙҙе ысындан да яратҡандарын иҫбатлаған (Галаттарға 2:20).

Йәһүә хаҡында белем алып, беҙ уға яҡынлашабыҙ һәм уны нығыраҡ ярата башлайбыҙ

19, 20. а) Беҙ нисек Йәһүәнең дуҫы булып китә алабыҙ? б) Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итеүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

19 Йәһүәнең бөйөк мөхәббәте тураһында белгәс, һеҙҙең, моғайын, уның менән дуҫлашырға теләгегеҙ тыуғандыр. Әммә берәйһен яратыр өсөн һәм уның дуҫы булып китер өсөн, тәүҙә уның менән танышырға кәрәк. Яхъя 17:3-тә әйтелгәнсә, Йәһүә тураһында белем алыу мөһим. Шулай эшләп, һеҙ уны тағы ла нығыраҡ ярата башларһығыҙ, һеҙҙең уны ҡыуандырырға теләгегеҙ тыуыр һәм ваҡыт уҙыу менән һеҙ уның дуҫы булып китерһегеҙ. Шуға күрә, Изге Яҙманы өйрәнеп, Йәһүә тураһында белем алыуығыҙҙы дауам итегеҙ (1 Яхъя 5:3).

20 Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итегеҙ. Изге Яҙмала: «Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар», — тиелә (Яхъя 3:36). Инаныу, йәғни иман итеү нимәне аңлата? Ғайса ҡушҡандарҙы үтәүҙе аңлата (Яхъя 13:15). Ғайсаға иман итәм, тип әйтеү генә әҙ, иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә кәрәк. Яҡуб 2:26-ла: «Ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле», — тип әйтелә.

21, 22. а) Ни өсөн беҙ йыл һайын Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә барырға тейеш? б) 6-сы һәм 7-се бүлектәрҙә нимә ҡараласаҡ?

21 Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә барығыҙ. Ғайса беҙгә үҙенең үлемен иҫкә алырға ҡушҡан. Беҙ быны йыл һайын эшләйбеҙ, был осрашыу Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе тип атала (Матфей 26:26—28). Ғайса беҙҙең шуны иҫтә тотоуыбыҙҙы теләй: ул үҙенең камил ғүмерен беҙҙең хаҡҡа биргән. Ул: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ», — тигән. (Лука 22:19-ҙы уҡығыҙ.) Иҫкә алыу кисәһенә барып, һеҙ йоломдо һәм Йәһүә менән Ғайсаның бөйөк мөхәббәтен ҡәҙерләүегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. (16-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

22 Күренеүенсә, йолом — кешеләргә ҡасан да булһа бирелгән бүләктәрҙең иң бөйөгө (2 Коринфтарға 9:14, 15). Был ҡиммәтле бүләк хатта миллионлаған үлгән кешегә лә файҙа килтерәсәк. Бының нисек мөмкин булғаны 6-сы һәм 7-се бүлектәрҙә ҡараласаҡ.