Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Терелтеү буласаҡ!

Терелтеү буласаҡ!

1—3. Беҙ ниндәй «төрмәгә» эләккәнбеҙ, һәм Йәһүә беҙҙе нисек ҡотҡарасаҡ?

КҮҘ АЛДЫҒЫҘҒА килтерегеҙ, һеҙҙе ғәйепһеҙгә ғүмерлеккә төрмәгә япҡандар, ти. Төрмәнән сығыуға бөтөнләй өмөтөгөҙ юҡ. Киләсәгегеҙ ҡараңғы, сөнки һеҙ бер ни ҙә үҙгәртә алмайһығыҙ. Әммә, көтмәгәндә, бер кешенең һеҙҙе азат итә алыуы хаҡында белеп ҡалаһығыҙ, һәм ул, быны эшләйем, тип вәғәҙә итә! Шул саҡта һеҙ нимә хис итер инегеҙ?

2 Беҙ бөтәбеҙ ҙә үлемгә хөкөм ителгәнбеҙ, тип әйтергә була. Ни генә эшләһәк тә, беҙ ҡотола алмайбыҙ. Ләкин Йәһүәнең беҙҙе үлемдән ҡотҡарырға көсө етерлек. Ул: «Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ», — тип вәғәҙә итә (1 Коринфтарға 15:26).

3 Үлемдән башҡа ҡурҡырға кәрәкмәй икәнен белеү ниндәй ҙур бәхет! Әммә Йәһүә үлемде юҡҡа сығарасаҡ. Ул ғына ла түгел, хатта үлгәндәрҙе йәшәүгә ҡайтарасаҡ. Һеҙҙең өсөн был нимә аңлата, уйлап ҡына ҡарағыҙ. Йәһүә, үлеләр ҡабат йәшәйәсәк, тип вәғәҙә итә (Ишағыя 26:19). Изге Яҙмала был терелтеү тип атала.

ҒӘЗИЗ КЕШЕБЕҘ ҮЛГӘНДӘ

4. а) Туғаныбыҙ йә яҡын дуҫыбыҙ үлгәндә, беҙҙе нимә йыуата ала? б) Ғайсаның яҡын дуҫтары кем булған?

4 Туғаныбыҙ йә яҡын дуҫыбыҙ үлгәндә, йөрәк әрнеүе түҙә алмаҫлыҡ, ә ҡайғы күтәрә алмаҫлыҡ ауыр була. Беҙгә бер кем дә ярҙам итә алмай кеүек тойолорға мөмкин, сөнки яҡыныбыҙҙы бер нисек тә ҡайтарып булмай. Әммә Изге Яҙмала яҙылғандар беҙҙе йыуата. (2 Коринфтарға 1:3, 4-те уҡығыҙ.) Йәһүә лә, Ғайса ла ғәзиз кешеләребеҙҙе йәшәүгә ҡайтарырға бик теләй. Әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарайыҡ. Ғайса ерҙә йәшәгәндә, йыш ҡына Лазарь, Марфа һәм Мәрйәмгә килеп йөрөгән. Был бер туғандар Ғайсаның яҡын дуҫы булған. Инжилдә: «Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине», — тип әйтелә. Бер ваҡыт Лазарь ҡаты ауырып китә һәм үлә (Яхъя 11:3—5).

5, 6. а) Лазарҙың ғаиләһенең һәм дуҫтарының ҡайғырыуын күреп, Ғайса нимә эшләгән? б) Ғайса үлемгә нисек ҡарай, һәм ни өсөн был беҙҙе йыуата?

5 Ғайса Марфа менән Мәрйәмдең ҡайғыһын уртаҡлашырға бара. Марфа, Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, уны ҡаршы алырға сыға. Ул Ғайсаны күргәс, шатлана, әммә: «Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине», — тип илай. Марфа, Ғайса бик һуңлап килде, тип уйлай. Шунан Ғайса уның һеңлеһе Мәрйәмде күрә. Мәрйәм дә илай. Уларҙың ҡайғырыуын күреп, Ғайса бик ныҡ көйөнә, һәм ул да илай (Яхъя 11:21, 33, 35). Эйе, Ғайса кешеләрҙе ҡыҙғанған һәм үҙе лә ҡайғырған.

6 Ғайсаның ҡыҙғаныуы беҙҙе йыуата. Был шуны күрһәтә: Ғайса ла, күктәге Атаһы Йәһүә кеүек үк, үлемде нәфрәт итә (Яхъя 14:9). Йәһүәнең үлемде юҡҡа сығарырға көсө бар, һәм ул тиҙҙән быны эшләйәсәк.

«ЛАЗАРЬ, СЫҠ!»

7, 8. Ни өсөн Марфа ҡәберҙе астырырға теләмәгән? Ғайса нимә эшләгән?

7 Ғайса Лазарь ятҡан ҡәбер янына килә. Ҡәбер иһә мәмерйә рәүешендә булып, уның ауыҙы ҙур таш менән ҡапланған була. Ғайса: «Ташты ситкә шылдырығыҙ!» — ти. Әммә Мәрйәм ҡаршы килә, сөнки мәйет инде дүрт көн ҡәберҙә ятҡан (Яхъя 11:39). Лазарға ярҙам итер өсөн Ғайсаның нимә эшләргә йыйыныуын Мәрйәм әлегә белмәй.

Лазарҙың яҡындары уның терелеүенә бик ҡыуанған! (Яхъя 11:38—44)

8 Ташты ситкә алып ҡуялар, һәм Ғайса: «Лазарь, сыҡ!» — тип ҡысҡыра. Шул саҡ Марфа өсөн дә, Мәрйәм өсөн дә көтөлмәгән хәл була — «үлгән кеше» килеп сыға. «Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған» була (Яхъя 11:43, 44). Лазарь инде тере! Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, уның туғандары һәм дуҫтары нисек шатланғандыр. Хәҙер улар яңынан бергә. Улар Лазарға ҡағыла ала, яңынан уны ҡосаҡлай ала, уның менән һөйләшә ала. Был ысын мөғжизә! Ғайса Лазарҙы терелткән.

«ҠЫҘЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, ТОР!»

9, 10. а) Кешеләрҙе терелтергә Ғайсаға кем көс биргән? б) Изге Яҙмала яҙылған осраҡтарҙы белеү ни өсөн файҙалы?

9 Ғайса кешеләрҙе үҙ көсө менән терелткәнме? Юҡ. Лазарҙы терелтер алдынан ул Йәһүәгә доға ҡылған. Йәһүә уға Лазарҙы терелтер өсөн көс биргән. (Яхъя 11:41, 42-не уҡығыҙ.) Лазарь терелтелгән берҙән-бер кеше булмаған. Инжилдә 12 йәшлек бер ҡыҙ хаҡында ла яҙылған. Ул ҡыҙ етди ауырыған. Уның атаһы Яир ҡайғыһынан нимә эшләргә лә белмәгән. Ул Ғайсанан ҡыҙын һауыҡтырыуын үтенгән. Ҡыҙ Яирҙың берҙән-бер балаһы булған. Яир Ғайса менән һөйләшеп торған арала бер нисә кеше килеп уға: «Ҡыҙың вафат булды, остазды бүтән мәшәҡәтләмә», — тигән. Әммә Ғайса Яирға: «Ҡурҡма, ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ», — тип, уның өйөнә табан йүнәлгән. Өйгә яҡынлашҡас, улар үкһеп илау тауыштары ишеткән һәм ныҡ ҡайғырған кешеләрҙе күргән. Әммә Ғайса уларға: «Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына», — тигән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе Ғайсаның был һүҙҙәрен ишетеп аптырап ҡуйғандыр. Ғайса йыйылған кешеләргә өйҙән сығып торорға ҡушҡан да ҡыҙҙың ата-әсәһе менән ул ятҡан бүлмәгә ингән. Ғайса ҡыҙҙың ҡулынан ипләп кенә тотҡан да: «Ҡыҙым, һиңә әйтәм, тор!» — тигән. Ҡыҙ шунда уҡ урынынан торған да йөрөй башлаған. Ата-әсәһенең шатлығын күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ! Ғайса уларҙың ҡыҙын терелткән (Марк 5:22—24, 35—42; Лука 8:49—56). Шул көндән башлап улар үҙ ҡыҙҙарына ҡараған һайын Йәһүәнең Ғайса аша улар хаҡына эшләгән игелеген иҫенә төшөргән *.

10 Әлбиттә, ваҡыт үтеү менән Ғайса терелткән кешеләр ҡабат үлгән. Әммә улар хаҡында белеү беҙгә өмөт бирә. Йәһүә үлгәндәрҙе терелтергә теләй һәм мотлаҡ терелтәсәк тә.

ЙӘҺҮӘ ҮЛГӘНДӘРҘЕ ТЕРЕЛТЕРГӘ ТЕЛӘЙ

Илсе Петр Доркас исемле ҡатынды терелткән (Ғәмәлдәр 9:36—42)

Ильяс тол ҡатындың улын терелткән (1 Батшалар 17:17—24)

11. Лазарь тураһында әйткәндә, Вәғәзсе 9:5-тә яҙылғандар беҙҙе нимәгә өйрәтә?

11 Изге Яҙмала ап-асыҡ итеп былай тиелә: «Үлеләр бер нәмә лә белмәй». Лазарь тураһында ла шуны уҡ әйтеп була (Вәғәзсе 9:5). Ғайса Лазарҙың үлемен йоҡо менән сағыштырған (Яхъя 11:11). Ҡәберҙә Лазарь «бер нәмә лә белмәй» ятҡан.

12. Лазарҙың ысынлап та терелтелгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

12 Ғайсаның Лазарҙы терелтеүенә күп кеше шаһит булған. Хатта уның дошмандары ла был ваҡиғаның мөғжизә булыуын таныған. Лазарҙың яңынан тере булыуы терелтеүҙең ысынлап та булғанын иҫбатлаған (Яхъя 11:47). Күптәр Лазарҙы килеп күргән һәм Ғайсаны Алла ебәргәненә ахырҙа ышана башлаған. Һис шикһеҙ, Ғайсаның дошмандарына был бер ҙә оҡшамаған, һәм улар Ғайсаны ла, Лазарҙы ла үлтерергә булған (Яхъя 11:53; 12:9—11).

13. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтәсәгенә шикләнмәйбеҙ?

13 Ғайса «ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе» терелтеләсәк тип әйткән (Яхъя 5:28). Был шуны аңлата: Йәһүәнең хәтерендә булғандар йәшәүгә яңынан ҡайтасаҡ. Әммә, кемделер терелтер өсөн, Йәһүәгә шул кеше хаҡында барыһын да иҫтә тоторға кәрәк. Уның өсөн был мөмкинме һуң? Уйлап ҡарайыҡ. Ғәләмдә миллиардлаған йондоҙ бар. Изге Яҙмала яҙылғанса, Йәһүә һәр йондоҙҙо исеме менән атай. (Ишағыя 40:26-ны уҡығыҙ *.) Әгәр бар йондоҙҙарҙың да исемен ул шулай еңел иҫтә ҡалдыра икән, терелтеләсәк кешеләр тураһында ла барыһын хәтерҙә тотоу уға һис тә ауыр түгел! Бынан тыш, кешеләрҙе йәшәүгә кире ҡайтарыу өсөн, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, Йәһүәнең көсө лә бар.

14, 15. Әйүптең һүҙҙәренән беҙ терелтеү хаҡында нимә беләбеҙ?

14 Алланың тоғро хеҙмәтсеһе Әйүп тә терелтеүгә ышанған. Ул: «Кеше, үлһә, яңынан йәшәрме?» — тип уйланған. Шунан, Йәһүәгә мөрәжәғәт итеп: «Һин саҡырырһың, һәм мин яуап бирермен. Һин ҡулдарың емешен юҡһынырһың», — тигән. Эйе, үлгәндәрҙе йәшәүгә ҡайтарыуын Йәһүә үҙе лә түҙемһеҙлек менән көтә икәнен Әйүп белгән (Әйүп 14:13—15).

15 Ә һеҙ терелтеүгә өмөт хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Яҡындарығыҙҙы юғалтҡан булһағыҙ, улар ҙа терелерме икән, тип борсолаһығыҙҙыр. Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә теләүен белеү беҙҙе йыуата. Әйҙәгеҙ, кемдең тереләсәген һәм уларҙың ҡайҙа йәшәйәсәген Изге Яҙманан беләйек.

«УЛАР ҠӘБЕРҘӘРЕНӘН СЫҒАСАҠ»

16. Терелтеләсәк кешеләрҙе ерҙә ниндәй тормош көтә?

16 Элек терелтелгән кешеләр, үҙ ғаиләһе һәм дуҫтары менән аралашып, ерҙә йәшәүен дауам итә алған. Әммә киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ мөғжизә буласаҡ. Терелтелгән кешеләр ерҙә мәңге йәшәй аласаҡ. Уларҙы һуғыштар, енәйәтселек һәм ауырыуҙар булмаған бөтөнләй яңы тормош көтә.

17. Кем йәшәүгә ҡайтарыласаҡ?

17 Кем йәшәүгә ҡайтарыласаҡ? Ғайса: «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ», — тигән (Яхъя 5:28, 29). Инжилдә шулай уҡ: «Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла [Ҡәбер ҙә, ЯДТ] үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе», — тип әйтелә (Асылыш 20:13). Эйе, миллиардлаған кеше терелтеләсәк. Илсе Павел, «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк», тигән. (Ғәмәлдәр 24:15-те уҡығыҙ.) Бында һүҙ кемдәр тураһында бара?

Ожмахта терелтелгәндәр үҙ яҡындары менән ҡабат осрашасаҡ

18. «Тәҡүә кешеләр» — кемдәр улар?

18 «Тәҡүә кешеләр» — ул Йәһүәнең Ғайса ергә килгәнгә тиклем йәшәгән тоғро хеҙмәтселәре. Мәҫәлән, Нух, Ибраһим, Сара, Муса, Руфь һәм Әсфирә. Улар ерҙә мәңге йәшәр өсөн тереләсәк. Уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында Инжилдән белеп була (Еврейҙар хаты, 11-се бүлек). Ә Алланың беҙҙең көндәрҙә үлгән тоғро хеҙмәтселәре хаҡында нимә әйтеп була? Улар ҙа «тәҡүә кешеләр» иҫәбенә инә, шуға күрә улар ҙа терелтеләсәк.

19. «Тәҡүә булмағандар» — кемдәр улар? Йәһүә уларға ниндәй мөмкинлек бирәсәк?

19 «Тәҡүә булмағандар» — ул Йәһүә тураһында белмәй үлгән миллиардлаған кеше. Уларҙың Алла тураһында белем алырға мөмкинлеге булмаған. Йәһүә уларҙы ла онотмай һәм, һис шикһеҙ, терелтәсәк. Ул кешеләрҙең Алла хаҡында белем алырға һәм уға хеҙмәт итергә мөмкинлеге буласаҡ.

20. Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр терелтелмәйәсәк?

20 Үлгән кешеләрҙең барыһы ла ҡабат йәшәрме? Юҡ. Ғайса әйтеүенсә, ҡайһы бер кешеләр терелтелмәйәсәк (Лука 12:5). Кемде терелтергә, ә кемде терелтмәҫкә икәнен кем хәл итәсәк? Йәһүә иң баш Судья булһа ла, ул «тереләргә һәм үлеләргә... Хөкөмдар» итеп Ғайсаны билдәләп ҡуйған (Ғәмәлдәр 10:42). Әгәр берәйһе яуыз кеше булһа һәм үҙгәрергә теләмәһә, ул терелтелмәйәсәк. (19-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

КҮКТӘ ЙӘШӘҮ ӨСӨН ТЕРЕЛТЕЛЕҮ

21, 22. а) Күктә йәшәү өсөн терелтеү нимәне аңлата? б) Күктә йәшәү өсөн беренсе булып кем терелтелгән булған?

21 Изге Яҙмала шулай уҡ, ҡайһы бер кешеләр күктә йәшәү өсөн терелтеләсәк, тиелә. Әммә улар кеше тәнендә түгел, ә рухи тәндә, рухи заттар булып, күктә йәшәйәсәк.

22 Күктә йәшәү өсөн беренсе булып Ғайса терелтелгән булған (Яхъя 3:13). Ғайса үлгәс, Йәһүә уны өсөнсө көнөнә йәшәүгә ҡайтарған (Зәбур 16:10; Ғәмәлдәр 13:34, 35). Ғайса кеше тәнендә терелтелмәгән. Илсе Павел былай тип аңлата: «Тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була» алмай (1 Коринфтарға 15:50). Ғайса ҡеүәтле рухи зат булып терелтелгән! (1 Коринфтарға 15:3—6). Ләкин Изге Яҙмала яҙылғанса, ул күктә йәшәр өсөн терелтелгән берҙән-бер зат түгел.

23, 24. «Бәләкәй көтөүгә» кемдәр инә, һәм уларҙың һаны күпме?

23 Үлеме алдынан Ғайса үҙ шәкерттәренә, һеҙгә урын әҙерләргә китәм, тигән (Яхъя 14:2, 3). Тимәк, ҡайһы бер шәкерттәре уның менән бергә күктә йәшәү өсөн терелтеләсәк. Улар күпме? Ғайса, улар күп булмаҫ, тигән һәм уларҙы «бәләкәй көтөү» тип атаған (Лука 12:32). Илсе Яхъя уларҙың теүәл һанын әйткән. Ул күренештә күктәге Сион тауында Ғайсаны һәм уның менән бергә торған 144 000 затты күргән (Асылыш 14:1).

24 Был 144 000 кеше ҡасан тереләсәк? Инжилдә әйтелеүенсә, был терелтеү Ғайса күктәге тәхеткә ултырғас, башланасаҡ (1 Коринфтарға 15:23). Ғайса әле күктә идара итә, һәм 144 000 кешенең күбеһе күктә йәшәр өсөн инде терелтелгән. Әле ерҙә йәшәгәндәре, үлгәс, шунда уҡ күктәге тормошҡа терелә. Әммә кешеләрҙең күбеһе ерҙәге ожмахта йәшәү өсөн терелтеләсәк.

25. Киләһе бүлектән беҙ нимә белербеҙ?

25 Тиҙҙән Йәһүә бөтә кешеләрҙе үлем ҡоллоғонан азат итәсәк, һәм үлем башҡа булмаясаҡ! (Ишағыя 25:8-ҙе уҡығыҙ *.) Әммә күккә барыусылар унда нимә эшләр? Изге Яҙма буйынса, улар Ғайса менән бергә Алла Батшалығында идара итәсәк. Был хөкүмәт тураһында беҙ киләһе бүлектән белербеҙ.

^ 9 абз. Изге Яҙмала терелтеүгә ҡағылышлы башҡа осраҡтар ҙа һүрәтләнә. Терелтелгәндәр араһында йәштәр һәм ололар, ирҙәр һәм ҡатындар, израилдәр һәм башҡа халыҡтарҙан сыҡҡан кешеләр булған. Ул осраҡтар хаҡында ошо өҙөктәрҙән белә алаһығыҙ: 1 Батшалар 17:17—24; 2 Батшалар 4:32—37; 13:20, 21; Матфей 28:5—7; Лука 7:11—17; 8:40—56; Ғәмәлдәр 9:36—42; 20:7—12.

^ 13 абз. Ишағыя 40:26: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән? Ул йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте ярҙамында уларҙың барыһы ла үҙ урынында тора».

^ 25 абз. Ишағыя 25:8: «Ул үлемде мәңгегә юҡ итер, Аллаһы Тәғәлә Йәһүә бөтә кешенең күҙ йәшен һөртөр. Бөтә ерҙә үҙ халҡын хурлыҡтан азат итер, сөнки быны Йәһүә үҙе әйтте».