Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Алла Батшалығы нимә ул?

Алла Батшалығы нимә ул?

1. Беҙ ниндәй доғаны ҡарап сығырбыҙ?

ҒАЙСА пәйғәмбәр үҙ шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткән. Был өлгөлө доға беҙҙең өсөн дә ҙур мәғәнә йөрөтә. Әйҙәгеҙ, шул доғаны ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

2. Доға ҡылырға өйрәткәндә, Ғайса нимәләргә иғтибар иткән?

2 Ғайса былай тигән: «Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: „Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс [йәғни изге] тип танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен“». (Матфей 6:9—13-тө уҡығыҙ.) Ни өсөн Ғайса шул турала доға ҡылыу мөһим тип әйткән? (20-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

3. Алла Батшалығы тураһында нимә белергә кәрәк?

3 Беҙ инде Алланың исеме Йәһүә икәнен һәм уның ергә, кешеләргә ҡарата ниәтен белдек. Әммә «Һинең Батшалығың килһен» тип әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Әйҙәгеҙ, Алла Батшалығы нимә икәнен, уның нимә эшләйәсәген һәм Алла исемен нисек изгеләндерәсәген беләйек.

АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ НИМӘ УЛ?

4. Алла Батшалығы нимә ул, һәм уның батшаһы кем?

4 Йәһүә күктә хөкүмәт урынлаштырған һәм уның батшаһы итеп Ғайсаны ҡуйған. Изге Яҙмала был хөкүмәт Алла Батшалығы тип атала. Ә Ғайса хаҡында «хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы» тип әйтелә (Асылыш 17:14). Ғайса кешеләр өсөн һәр ҡайһы хакимдан да күберәкте эшләй ала һәм ул, бар хакимдарҙы бергә алғанда ла, уларҙан көслөрәк.

5. Алланың хөкүмәте ҡайҙа урынлашҡан? Ул нимә менән идара итәсәк?

5 Терелтелгәндән һуң 40 көн үткәс, Ғайса күккә ҡайтҡан. Үҙе билдәләгән ваҡытта Йәһүә уны үҙ Батшалығының батшаһы итеп ҡуйған (Ғәмәлдәр 2:33). Алланың хөкүмәте ер менән күктән идара итәсәк (Асылыш 11:15). Бына ни өсөн Алла Батшалығы «Күктәге Батшалыҡ» тип атала (2 Тимофейға 4:18).

6, 7. Ни өсөн Ғайса бар хакимдарҙан да яҡшыраҡ?

6 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса, һәр ҡайһы хакимдан айырмалы рәүештә, үлемһеҙ (Римдарға 6:9). Ерҙәге хакимдар иртәме-һуңмы үлә, ә Ғайса бер ҡасан да үлмәйәсәк. Уның кешеләр өсөн эшләгәндәре мәңге файҙа килтереп торасаҡ.

7 Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлек Ғайсаны ғәҙел һәм ҡыҙғаныусан Батша итеп һүрәтләй. «Унда Йәһүә рухы, зирәклек һәм аңлау рухы, кәңәш һәм ҡеүәт рухы, белем һәм Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт рухы булыр. Ул Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп, шатлыҡ табыр. Ул күҙе күргәне буйынса хөкөм итмәҫ, ҡолағы ишеткәне буйынса ғына фаш итмәҫ. Ул мохтаждарҙы дөрөҫлөк менән хөкөм итер», — тиелә Алла Һүҙендә (Ишағыя 11:2—4). Хакимығыҙҙың шундай булыуын теләр инегеҙме?

8. Ғайсаның үҙе генә идара итмәйсәге хаҡында ҡайҙан беләбеҙ?

8 Күктә Ғайса менән бергә идара итер өсөн, Алла ҡайһы бер кешеләрҙе һайлаған. Мәҫәлән, Павел Тимофейға: «Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ», — тип яҙған (2 Тимофейға 2:12). Ғайса менән бергә идара итер өсөн һайланғандар күпме?

9. Ғайса менән бергә күпме кеше идара итәсәк? Алла уларҙы ҡасан йыя башлаған?

9 Етенсе бүлектән белеүебеҙсә, Ғайса менән бергә 144 000 батша идара итәсәк. Улар кемдәр? Йәһүә биргән күренештә илсе Яхъя был батшаларҙың Ғайса менән бергә идара итеүен күргән. Яхъяның һүҙҙәре буйынса, уларҙың «маңлайҙарында... [Ғайсаның] исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған». (Асылыш 14:1-ҙе уҡығыҙ.) «Улар Бәрәс [йәғни Ғайса] ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды», — тип аңлатҡан Яхъя (Асылыш 14:4). Шулай итеп, Алла 144 000 тоғро мәсихсене, һайлап, Ғайса менән бергә ер өҫтөнән батшалар итеп ҡуйған. Үлгәндән һуң был кешеләр күктә йәшәр өсөн терелтелә (Асылыш 20:4, 6). Йәһүә был төркөмдө беренсе быуаттан уҡ йыя башлаған.

10. Ғайса менән бергә 144 000 кеше идара итәсәгенән нисек Йәһүәнең ҡайғыртыусан булыуы күренә?

10 Ғайса менән бергә кешеләрҙең идара итәсәге Йәһүәнең ҡайғыртыусан булыуын күрһәтә. Ғайса яҡшы хаким буласаҡ, сөнки ул беҙҙе аңлай. Ул бит үҙе кеше булған һәм ғазаптар кисергән. Павел яҙғанса, Ғайса «етешмәгән яҡтарыбыҙҙы» аңлай, сөнки «Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды» (Еврейҙарға 4:15; 5:8). Шулай уҡ 144 000 батша ла беҙҙең кеүек үк кеше булған. Улар ҙа гонаһлы булған һәм ауырыуҙар менән көрәшкән. Шуға күрә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ, Ғайса һәм 144 000 идарасы хистәребеҙҙе аңлай һәм ниндәй ауырлыҡтар кисереүебеҙҙе белә.

АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?

11. Ни өсөн Ғайса, Алла ихтыяры күктә үтәлһен, тип доға ҡылырға өйрәткән?

11 Ғайса үҙ шәкерттәрен, Алла ихтыяры күктә үтәлһен, тип доға ҡылырға өйрәткән. Ни өсөн? Был китаптың 3-сө бүлегенән белеүебеҙсә, Шайтан Иблис Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан. Әммә Йәһүә уға һәм башҡа тоғро булмаған фәрештәләргә, йәғни ендәргә, бер ни ҡәҙәр ваҡыт күктә ҡалырға рөхсәт иткән. Шуға күрә ул ваҡытта күктә бөтә заттар ҙа Алла ихтыярын үтәгән, тип әйтеп булмай. Иблис һәм ендәр тураһында беҙ күберәк 10-сы бүлектән белербеҙ.

12. Асылыш 12:10-да ниндәй ике мөһим ваҡиға тураһында һүҙ бара?

12 Инжилдә әйтелеүенсә, Ғайса, Алла Батшалығының Батшаһы булып киткәс тә, Иблискә ҡаршы һуғыш башлаған. (Асылыш 12:7—10-ды уҡығыҙ.) 10-сы аятта ике мөһим ваҡиға тасуирлана. Беренсенән, Алла Батшалығы идара итә башлаған, һәм уның Батшаһы итеп Ғайса ҡуйылған. Икенсенән, Иблис күктән ергә бәреп төшөрөлгән. Беҙ был ваҡиғалар хаҡында артабан күберәк белербеҙ.

13. Иблис бәреп төшөрөлгәс, күктә нимә үҙгәргән?

13 Инжилдә: «Күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ!» — тиелгән (Асылыш 12:12). Иблис һәм уның ендәре күктән бәреп төшөрөлгәс, фәрештәләр ни тиклем ҡыуанғандыр! Күктә тыныслыҡ һәм татыулыҡ урынлашҡан, сөнки унда бөтә заттар ҙа хәҙер инде Алла ихтыярын үтәй.

Иблис һәм уның ендәре күктән бәреп төшөрөлгәс, ер ғазаптар менән тулған. Әммә тиҙҙән улар бөтәсәк

14. Иблис ергә бәреп төшөрөлгәс, ерҙә нимә үҙгәргән?

14 Әммә ерҙә башҡаса хәл. Кешеләр ныҡ ғазаплана, сөнки Иблис, «ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып» ергә төшкән (Асылыш 12:12). Ул күктән бәреп төшөрөлгәнгә һәм Йәһүәнең уны тиҙҙән юҡ итәсәген белгәнгә ныҡ асыулана. Кешеләргә ҡайғы-хәсрәт, ауырыуҙар һәм ғазаптар килтерер өсөн, Иблис ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.

15. Алланың ергә ҡарата ниәте ниндәй?

15 Әммә Алланың ергә ҡарата ниәте үҙгәрмәгән. Ул һаман да ерҙең ожмах булыуын һәм камил кешеләрҙең унда мәңге йәшәүен теләй (Зәбур 37:29). Алла Батшалығы быны нисек тормошҡа ашырыр?

16, 17. Данил 2:44-тә Алла Батшалығы хаҡында нимә әйтелә?

16 Данил пәйғәмбәрҙең китабында былай тиелә: «Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ» (Данил 2:44). Был пәйғәмбәрлектән беҙ Алла Батшалығы тураһында нимә беләбеҙ?

17 Беренсенән, Алла Батшалығы «шул батшалар көндәрендә» идара итә башлай. Был шуны аңлата: Алла Батшалығы идара итә башлағанда, кеше хөкүмәттәре әле ерҙә һаман да хакимлыҡ иткән була. Икенсенән, Алла Батшалығы мәңге идара итәсәк һәм бер ҡасан да башҡа хөкүмәт менән алмаштырылмаясаҡ. Өсөнсөнән, Алла Батшалығы менән донъя хөкүмәттәре араһында һуғыш буласаҡ. Алла Батшалығы еңәсәк һәм ер өҫтөнән идара иткән берҙән-бер хөкүмәт булып ҡаласаҡ. Ул ерҙә ҡасан да булған хөкүмәттәрҙең иң яҡшыһы буласаҡ.

18. Донъя хөкүмәттәре менән Алла Батшалығы араһындағы һуғыш нисек атала?

18 Алла Батшалығы ер өҫтөнән нисек идара итәсәк? Инжилдә яҙылғанса, ендәр, «бөтөн донъя батшаларын» алдаштырып, уларҙы «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр». Эйе, кеше хөкүмәттәре Алла Батшалығына ҡаршы һуғышҡа күтәрелер. Был һуғыш Армагеддон тип атала. (Асылыш 16:14, 16; 10-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

19, 20. Ни өсөн беҙ Алла Батшалығына шул тиклем мохтаж?

19 Ни өсөн беҙ Алла Батшалығына мохтаж? Быға, кәм тигәндә, өс сәбәп бар. Беренсенән, гонаһлы булғанға, беҙ ауырыйбыҙ һәм үләбеҙ. Ә Алла Батшалығының идараһы аҫтында беҙ мәңге йәшәй аласаҡбыҙ. Инжилдә былай тиелә: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16).

20 Икенсенән, беҙ Алла Батшалығына мохтажбыҙ, сөнки яуыз кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Кешеләрҙең күбеһе алдай, үҙен намыҫһыҙ тота һәм әхлаҡһыҙ тормош алып бара. Үҙ көсөбөҙ менән беҙ яуызлыҡты бөтөрә алмайбыҙ, әммә Алла быны эшләй ала. Ул бөтә яуыз кешеләрҙе Армагеддонда юҡ итәсәк. (2 Фессалоникаларға 1:8-ҙе уҡығыҙ.) Өсөнсөнән, кеше хөкүмәттәре мәрхәмәтһеҙ һәм намыҫһыҙ. Улар кеше проблемаларын хәл итергә һәләтле түгел. Улар кешеләргә Аллаға буйһонорға ярҙам итмәй. Сөләймән пәйғәмбәр: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына» килтерә, тип яҙған (Вәғәзсе 8:9).

21. Нисек Батшалыҡ ярҙамында ерҙә Алла ихтыяры үтәләсәк?

21 Армагеддондан һуң Батшалыҡ ярҙамында ерҙә Алла ихтыяры үтәләсәк. Иблис һәм уның ендәре юҡҡа сығасаҡ (Асылыш 20:1—3). Ул ваҡытта кешеләр ауырымаҫ һәм үлмәҫ. Йолом нигеҙендә тыңлаусан бөтә кешеләр ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй аласаҡ (Асылыш 22:1—3). Алла Батшалығы Йәһүә исемен изгеләндерәсәк. Был нимәне аңлата? Алла Батшалығы ер өҫтөнән идара иткәндә, бөтә кешеләр Йәһүәнең исемен данлаясаҡ. (21-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

ҒАЙСА ҠАСАН БАТША БУЛЫП КИТКӘН?

22. Ғайсаның ерҙә булғанда ла, терелтелгәс үк тә Батша булып идара итә башламағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

22 Ғайса ерҙә булғанда үҙ шәкерттәрен: «Һинең Батшалығың килһен», — тип доға ҡылырға өйрәткән. Ғайса был һүҙҙәр менән Алла Батшалығының әлегә килмәгән икәнен күрһәткән. Сөнки ул ваҡытта әле Йәһүә үҙ хөкүмәтен урынлаштырмаған һәм Ғайсаны Батша итеп ҡуймаған булған. Ғайса күккә ҡайтҡас та Батша булып билдәләнгәнме? Юҡ, уға күпмелер ваҡыт көтөргә кәрәк булған. Ғайсаның терелтеүенән һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Петр менән Павел Зәбурҙа яҙылған пәйғәмбәрлекте Ғайсаға ҡарата ҡулланған. Унда Йәһүә былай ти: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа һалғансы, ултыр минең уң яғымда» (Зәбур 110:1; Ғәмәлдәр 2:32—35; Еврейҙарға 10:12, 13). Ғайсаға, Йәһүә уны Батша итеп ҡуйғансы, күпме ваҡыт көтөргә кәрәк булған?

Батшалыҡ идараһы аҫтында Алла ихтыяры ерҙә үтәләсәк

23. а) Ғайса Алла Батшалығының Батшаһы булып ҡасан идара итә башлаған? б) Киләһе бүлектән беҙ нимә белербеҙ?

23 1914 йылға тиклем күп йылдар элегерәк эскерһеҙ мәсихселәрҙең бер төркөмө ошо йылдың Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙә мөһим роль уйнауын аңлаған. Шул ваҡыттағы ваҡиғалар уларҙың хаҡлығын күрһәткән. Ғайса 1914 йылда Батша булып идара итә башлаған (Зәбур 110:2). Иң тәүҙә ул Иблисте ергә бәреп төшөргән. Инжилдә әйтелгәнсә, Иблис «ваҡытының аҙ ҡалыуын» белә (Асылыш 12:12). Киләһе бүлектән беҙ үҙебеҙҙең тап ошо осорҙа йәшәүебеҙҙе иҫбатлаған бер нисә дәлил ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ Батшалыҡтың оҙаҡламай ерҙә Алла ихтыярын үтәйәсәген белербеҙ. (22-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)