Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

Был донъя менән нимә буласаҡ?

Был донъя менән нимә буласаҡ?

1. Киләсәгебеҙҙе ҡайҙан белеп була?

ЯҢЫЛЫҠТАРҘЫ ҡарағанда һеҙ: «Был донъя ҡайҙа бара икән?!» — тип аптырайһығыҙҙыр. Донъяның шундай яуыз һәм аяуһыҙ булып китеүен күреп, ҡайһы берәүҙәр, ахыр заман еткәндер, тип уйлай. Был ысынлап та шулаймы? Алда беҙҙе нимә көткәнен берәй нисек белеп буламы? Була. Киләсәкте кешеләр әйтә алмай, әммә Алла әйтә ала. Ул Изге Яҙма аша кешелекте һәм ерҙе нимә көтә икәнен һөйләй (Ишағыя 46:10; Яҡуб 4:14).

2, 3. Ғайсаның шәкерттәре унан нимә тураһында һораған, һәм ул ниндәй яуап ҡайтарған?

2 Изге Яҙмала был донъяның ахыры хаҡында яҙылған. Әммә был һүҙҙәр планетабыҙҙың юҡҡа сығыуын түгел, ә яуызлыҡтың бөтөрөлөүен аңлата. Ғайса кешеләрҙе, Алла Батшалығы ер өҫтөнән идара итәсәк, тип өйрәткән (Лука 4:43). Уның шәкерттәре Алла Батшалығының ҡасан килерен белергә теләгән. Улар Ғайсанан былай тип һораған: «Әйткәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер?» (Матфей 24:3). Ғайса ахырҙың килер көнөн әйтмәгән, ә уның алдынан буласаҡ ваҡиғаларҙы һанап биргән. Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә үтәлә.

3 Был бүлектә беҙ донъяның ахыры ваҡытында йәшәүебеҙҙе күрһәткән дәлилдәр ҡарап сығырбыҙ. Башта донъялағы бөгөнгө хәлдәрҙең күктә булған һуғыш менән нисек бәйле икәнен иҫебеҙгә төшөрәйек.

КҮКТӘГЕ ҺУҒЫШ

4, 5. а) Ғайса батша булып идара итә башлағас, күктә нимә булған? б) Асылыш 12:12 буйынса, Иблис ергә бәреп төшөрөлгәс, ерҙә нимә булған?

4 Һигеҙенсе бүлектән беҙ Ғайсаның 1914 йылда күктә Батша булып идара итә башлағанын белдек (Данил 7:13, 14). Унан һуң булған ваҡиғаны Инжил китабы былай һүрәтләй: «Күктә һуғыш башланды: Михаил * [йәғни Ғайса] үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға [йәғни Иблискә] ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо». Ғайса һуғышта Иблис һәм ендәрҙе еңгән, уларҙы ергә бәреп төшөргән. Фәрештәләрҙең быға ни тиклем ҡыуанғанын күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ! Әммә ерҙәге кешеләргә был күп ҡайғы килтергән. Изге Яҙма, был бик ауыр ваҡыт булыр, тип киҫәткән. Ни өсөн? Сөнки Иблис, «ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып» ергә төшкән (Асылыш 12:7, 9, 12).

5 Ерҙе ҡайғы-хәсрәт менән тултырыр өсөн, Иблис ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. «Ваҡытының аҙ ҡалыуын» белеп, ул ярһый, сөнки тиҙҙән Алла уны юҡ итәсәк. Был осор Инжилдә «ахырызаман» тип атала. Әйҙәгеҙ, ул ваҡыттағы ваҡиғалар хаҡында Ғайсаның нимә әйткәнен тикшерәйек. (24-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

АХЫРЫЗАМАН

6, 7. Һуғыштар һәм аслыҡ тураһында нимә әйтеп була?

6 Һуғыштар. Ғайса: «Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер», — тигән (Матфей 24:7). Бөгөн һуғыштарҙа элеккегә ҡарағанда шаҡтай күберәк кеше үлә. Донъя хәлен өйрәнеүсе бер институттың отчеты буйынса, 1914 йылдан алып, һуғыштарҙа 100 миллиондан ашыу кеше һәләк булған. Һуңғы 100 йыл эсендә (1900—2000 йй.), быға тиклемге 19 быуат менән сағыштырғанда, һуғыштарҙа өс тапҡырға күберәк кеше үлтерелгән. Һуғыштарҙың миллионлаған кешегә ниндәй әрнеү һәм ғазап килтергәнен күҙ алдығыҙға ғына килтерегеҙ!

7 Аслыҡ. Ғайса шулай уҡ: «Аслыҡ... булыр», — тигән (Матфей 24:7). Бөгөн, элеккегә ҡарағанда ризыҡ күпкә күберәк булһа ла, күп кеше аслыҡтан интегә. Ни сәбәпле? Кешеләрҙең аҡсаһы йә, ни ҙә булһа үҫтерер өсөн, ере юҡ. Миллиардтан артыҡ кеше бөгөн осон осҡа ялғап йәшәй. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы раҫлауынса, аслы-туҡлы йәшәү арҡаһында йыл һайын миллионлаған бала үлә.

8, 9. Ғайсаның ер тетрәүҙәр һәм ауырыуҙар тураһындағы пәйғәмбәрлеге нисек үтәлә?

8 Ер тетрәүҙәр. Ғайса: «Көслө ер тетрәүҙәр булыр», — тип пәйғәмбәрлек иткән (Лука 21:11). Ғалимдар, йыл һайын көслө ер тетрәүҙәр булып торор, тип раҫлай. 1900 йылдан башлап, ер тетрәүҙәрҙән ике миллиондан ашыу кеше һәләк булған. Хәҙерге технологиялар ярҙамында ер тетрәүҙең ҡайҙа булырын билдәләй алһалар ҙа, барыбер күп кеше үлә.

9 Ауырыуҙар. Ғайса: «Ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр», — тигән. Ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр — ул тиҙ тарала торған һәм күп кешенең үлеүенә килтергән ауырыуҙар (Лука 21:11). Табиптар күп ауырыуҙар менән көрәшергә өйрәнһә лә, һаман да дауалай алмаҫлыҡ ауырыуҙар бар. Йыл һайын миллионлаған кеше рак, туберкулез һәм башҡа сирҙәрҙән үлә. Бынан тыш, табиптар һуңғы 40 йыл эсендә 30-ҙан артыҡ дауалай алмаҫлыҡ яңы ауырыу асҡан.

КЕШЕЛӘР НИНДӘЙ БУЛЫР?

10. 2 Тимофейға 3:1—5-тә яҙылған һүҙҙәр нисек үтәлә?

10 Инжилдә былай тиелә: «Ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер» (2 Тимофейға 3:1—5). Илсе Павел ахырызаманда кешеләрҙең ниндәй буласағын тасуирлаған:

  • үҙе тураһында ғына уйлаған;

  • аҡса яратыусан;

  • ата-әсәһенә буйһонмаған;

  • тоғролоҡһоҙ;

  • яҡындарына ҡарата ҡаты бәғерле;

  • тотанаҡһыҙ;

  • кеше менән һыйыша алмаған һәм аяуһыҙ;

  • Алланы яратыуға ҡарағанда күңел асыуҙы нығыраҡ яратҡан;

  • Алланы яратҡан булып күренеп, уға буйһонмаған.

11. Зәбур 92:7 буйынса, яуыз кешеләр менән нимә буласаҡ?

11 Ризалашырһығыҙҙыр, бөтә донъя буйынса ундай кешеләр күп. Әммә тиҙҙән Алла барыһын да үҙгәртәсәк. Ул ошондай вәғәҙә бирә: «Яуыздар сүп үләне кеүек үҫә, яманлыҡ ҡылыусылар бөтөнөһө лә сәскә ата, әммә был — улар мәңгегә юҡ ителһен өсөн генә» (Зәбур 92:7).

АХЫРЫЗАМАНДАҒЫ ЯҠШЫ ХӘБӘР

12, 13. Ошо һуңғы көндәрҙә Йәһүә беҙҙе нимәгә өйрәтә?

12 Ахырызаманда донъя әрнеү, ғазаптар менән тулыр, тип Изге Яҙмала алдан әйтелгән булған. Әммә унда шулай уҡ яҡшы хәбәр ҙә бар.

«Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер» (Матфей 24:14)

13 Изге Яҙманы аңлау. Данил пәйғәмбәр ахырызаман тураһында яҙған. Ул: «Ысын белем артыр», — тигән (Данил 12:4). Был һүҙҙәр, Алла үҙенең хеҙмәтселәренә Изге Яҙманы элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ аңларға ярҙам итәсәк, тигәнде аңлата. Йәһүә быны айырыуса 1914 йылдан башлап эшләй. Мәҫәлән, ул беҙгә үҙенең исеме һәм ергә ҡарата үҙенең ниәте ни тиклем мөһим икәнен аңлатҡан, шулай уҡ йоломдоң мәғәнәһен, үлем һәм терелтеү тураһындағы хәҡиҡәттәрҙе асҡан. Белгәнебеҙсә, Алла Батшалығы ғына бөтөн проблемаларҙы хәл итә ала. Бынан тыш, беҙ нисек бәхетле булырға һәм нисек Аллаға яраҡлы тормош алып барырға икәнен белдек. Әммә Алла хеҙмәтселәре белгәндәрен нисек ҡуллана? Быны беҙ киләһе пәйғәмбәрлектән белербеҙ. (21, 25-се ҡушымталарҙы ҡарағыҙ.)

14. Һөйөнөслө хәбәрҙе кем һәм ҡайҙа вәғәзләй?

14 Бөтә донъя буйынса вәғәзләү эше. Ахырызаман тураһында әйткәндә, Ғайса былай тигән: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер» (Матфей 24:3, 14). Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр 240 илдә 900-ҙән артыҡ телдә вәғәзләнә. Эйе, бөтә ер йөҙөндә «һәр милләттән һәм ҡәбиләнән» булған Йәһүә шаһиттары кешеләргә Батшалыҡтың нимә икәнен һәм уның кешелек өсөн нимә эшләйәсәген аңларға ярҙам итә (Асылыш 7:9). Быны улар бушлай эшләй. Уларҙы күптәр нәфрәт итә, хатта эҙәрләй. Әммә, Ғайса пәйғәмбәрлек иткәнсә, вәғәз эшен бер кем дә туҡтата алмай (Лука 21:17).

ҺЕҘ НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕГЕҘ?

15. а) Ахырызаманда йәшәүебеҙгә ышанаһығыҙмы? б) Йәһүәне тыңлағандар менән һәм уны тыңларға теләмәгәндәр менән нимә буласаҡ?

15 Ахырызаманда йәшәүебеҙгә ышанаһығыҙмы? Ысындан да, был донъяның һуңғы көндәренә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙең күбеһе бөгөн үтәлә. Бик тиҙҙән Йәһүә вәғәз эшен туҡтатасаҡ. «Шунан һуң аҙағы килер» (Матфей 24:14). Ниндәй «аҙаҡ» тураһында һүҙ бара? Армагеддон тураһында. Был һуғышта Алла бөтөн яуызлыҡты юҡҡа сығарасаҡ. Йәһүә ихтыяры буйынса Ғайса үҙенең көслө фәрештәләре менән Алланы тыңларға теләмәгәндәрҙе юҡ итәсәк (2 Фессалоникаларға 1:6—9). Иблис һәм уның ендәре кешеләрҙе инде бүтән алдай алмаҫ. Ә Алланы тыңларға теләгән һәм уның Батшалығын ҡабул иткән кешеләр Алланың бөтә вәғәҙәләренең үтәлеүен күрәсәк (Асылыш 20:1—3; 21:3—5).

16. Ахыр шул тиклем яҡын булғанға күрә нимә эшләргә кәрәк?

16 Иблис идара иткән донъя оҙаҡламай юҡ ителәсәк. Шуға күрә үҙебеҙгә: «Мин нимә эшләргә тейешмен?» — тигән һорау биреү бик мөһим. Йәһүә һеҙҙең Изге Яҙма менән мөмкин тиклем яҡшыраҡ танышыуығыҙҙы теләй. Шуға күрә Изге Яҙманы тәрән өйрәнергә кәрәк. (Яхъя 17:3). Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңлар өсөн, Йәһүә шаһиттары аҙна һайын бергә йыйыла. Шул осрашыуҙарға даими рәүештә йөрөргә тырышығыҙ. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.) Үҙегеҙҙә ни ҙә булһа үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлап ҡалһағыҙ, үҙгәрештәр яһарға ҡурҡмағыҙ. Шул саҡта Йәһүә менән дуҫлығығыҙ тағы ла нығыныр (Яҡуб 4:8).

17. Ни өсөн күпселек кеше өсөн ахыр көтмәгәндә етәсәк?

17 Илсе Павел, был донъяның ахыры кешеләрҙең күпселеге өсөн «төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсә[к]», тип яҙған (1 Фессалоникаларға 5:2). Ғайса, күп кеше ахырызаман етеүен иҫбатлаған дәлилдәрҙе танырға теләмәҫ, тип пәйғәмбәрлек иткән. Ул былай тип аңлатҡан: «Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә [йәғни ахырызаманда] шулай буласаҡ. Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ» (Матфей 24:37—39).

18. Ғайса нимәнән киҫәткән?

18 Ғайса: «Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ, — тип киҫәткән, — ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер», — тигән. Шулай уҡ Ғайса былай тип өҫтәгән: «Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер. Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ» (Лука 21:34—36). Ни өсөн Ғайсаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу шул тиклем мөһим? Сөнки бик тиҙҙән Иблистең яуыз донъяһы юҡ ителәсәк. Йәһүә һәм уның улы Ғайса хуплаған кешеләр генә ҡотола аласаҡ һәм ерҙә мәңге йәшәйәсәк (Яхъя 3:16; 2 Петр 3:13).

^ 4 абз. Михаил — Ғайсаның тағы бер исеме. Был турала 23-сө ҡушымтанан күберәк белергә була.