Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Ғаилә бәхете нимәнән тора?

Ғаилә бәхете нимәнән тора?

1, 2. Йәһүә ғаиләләр өсөн нимә теләй?

БЕРЕНСЕ ғаиләне Йәһүә барлыҡҡа килтергән. Тәүратта, Алла «бер ҡатын яратты һәм уны кешегә алып килде», тиелә. Әҙәм ҡатынды күргәс, шатланып: «Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән», — тигән (Башланмыш 2:22, 23). Эйе, Йәһүә ғаиләләрҙең бәхетле булыуын теләй.

2 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бар ғаиләләр ҙә бәхетле, тип әйтеп булмай. Әммә Изге Яҙмалағы принциптар яратыу һәм бәхет хөкөм һөргән ғаилә булдырырға ярҙам итә ала (Лука 11:28). Әйҙәгеҙ, ғаиләнең һәр ағзаһына ҡағылышлы кәңәштәрҙе ҡарап сығайыҡ.

АЛЛА ИРҘӘН НИМӘ ТАЛАП ИТӘ?

3, 4. а) Ир ҡатыны менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш? б) Ни өсөн ир менән ҡатынға бер-береһен кисереп тороу бик мөһим?

3 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, яҡшы ир үҙ ҡатынын яратырға һәм ихтирам итергә тейеш. Ефестарға 5:25—29-ҙы уҡығыҙсы. Ундай ир ҡатынына һәр саҡ игелекле була, уның хаҡында ҡайғырта, уны яҡлай, рәнйетерҙәй һүҙҙәр әйтмәй, ҡул күтәрмәй.

4 Әммә ҡатыны яңылышһа, ир үҙен нисек тоторға тейеш? Инжилдә бындай кәңәш бирелә: «Ҡатындарығыҙҙы [өҙлөкһөҙ, ЯДТ] яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ» (Колосстарға 3:19). Ирҙәр, үҙегеҙҙең дә хаталанған саҡтарығыҙ була бит. Алланың үҙегеҙҙе кисереүен теләһәгеҙ, һеҙ ҙә ҡатынығыҙҙы кисерергә тейеш (Матфей 6:12, 14, 15). Ир менән ҡатын бер-береһен ихлас күңелдән кисерһә, уларҙың ғаиләһе бәхетле була.

5. Ни өсөн ир ҡатынын хөрмәт итергә тейеш?

5 Йәһүә иргә ҡатынын хөрмәт итергә ҡуша. Ир ҡатынының ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға тейеш. Был бик етди мәсьәлә. Ир ҡатыны менән насар мөғәмәлә итһә, Йәһүә уның доғаларын тыңламаҫҡа мөмкин (1 Петр 3:7). Йәһүә ирҙәрҙе ҡатындарҙан өҫтөн һанамай. Йәһүә үҙен — Йәһүәне яратҡан кешеләрҙе юғары баһалай.

6. Ир менән ҡатындың «бер бөтөн» булыуы нимәне аңлата?

6 Ир менән ҡатын өйләнешкәс «инде икәү түгел, ә бер бөтөн», тип аңлатҡан Ғайса (Матфей 19:6). Улар тормош иптәшенә бер ҡасан да хыянат итмәҫкә, ғүмер буйы бер-береһенә тоғро ҡалырға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:15—21; Еврейҙарға 13:4). Енси мөнәсәбәттәргә килгәндә, ир менән ҡатын бер-береһенең мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш (1 Коринфтарға 7:3—5). Инжилдә былай тиелә: «Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә... туҡландыра һәм ҡайғырта». Бына ни өсөн ир ҡатынын һөйөргә һәм уның хаҡында наҙ менән ҡайғыртырға тейеш. Эйе, ҡатын барыһынан да бигерәк ирҙең игелекле булыуын һәм яратыу менән мөғәмәлә итеүен теләй (Ефестарға 5:29).

АЛЛА ҠАТЫНДАН НИМӘ ТАЛАП ИТӘ?

7. Ни өсөн ғаиләлә баш булырға тейеш?

7 Ғаиләлә татыулыҡ хөкөм һөрһөн өсөн, кемдер етәкселекте үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Һәр ирҙең Башы — Мәсих, ҡатындың башы — ир, ә Мәсихтең Башы Алла» (1 Коринфтарға 11:3).

8. Ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итеүен нисек күрһәтә ала?

8 Әлбиттә, ир яңылышырға мөмкин. Әммә ҡатын иренең ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итһә һәм теләп уның менән хеҙмәттәшлек итһә, был бөтә ғаиләгә файҙа килтерә (1 Петр 3:1—6). Инжилдә: «Ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен», — тиелә (Ефестарға 5:33). Ә ир Аллаға ышанмаһа йә башҡа дин тотһа, нишләргә? Ул саҡта ла ҡатын уны тәрән хөрмәт итергә тейеш. Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер» (1 Петр 3:1, 2). Ҡатын үҙен әҙәпле тотһа, ир ҡатынының дине менән ҡыҙыҡһынырға һәм уның ҡараштарын хөрмәт итә башларға мөмкин.

9. а) Ире менән риза булмаһа, ҡатынға нишләргә? б) Титҡа 2:4, 5-тә ҡатындарға ниндәй кәңәш бирелә?

9 Ҡатын ире менән риза булмаһа, уға нишләргә? Ҡатын үҙ фекерен, хөрмәт сағылдырып, аңлатып бирә ала. Мәҫәлән, Сара Ибраһимға бер һорау буйынса үҙ фекерен әйткән. Ибраһимға уның һүҙҙәре оҡшамаған. Әммә Йәһүә Ибраһимға: «Сара нимә әйтһә, шуны тыңла», — тигән (Башланмыш 21:9—12). Ғәҙәттә, мәсихсе ирҙәр ҡабул иткән ҡарарҙар Изге Яҙмаға ҡаршы килмәй, шуға күрә ҡатындар ирҙәренә булышлыҡ күрһәтергә тейеш (Ғәмәлдәр 5:29; Ефестарға 5:24). Яҡшы ҡатын ғаиләһе хаҡында ҡайғырта. (Титҡа 2:4, 5-те уҡығыҙ.) Уның тырышлыҡтарын күреп, ире менән балалары уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итер һәм яратыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10, 28).

Сара ҡатындарға ниндәй өлгө ҡалдырған?

10. Изге Яҙмала айырым йәшәү һәм айырылышыу тураһында нимә әйтелә?

10 Ҡайһы саҡта ир менән ҡатын, күп уйлап тормай, айырым йәшәй башлай йә айырылыша. Әммә Инжилдә, «ҡатын иренән айырылмаһын», «ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын», тиелә (1 Коринфтарға 7:10, 11). Бик һирәк осраҡтарҙа ғына ир менән ҡатын айырым йәшәргә хәл итергә мөмкин, ләкин был бик етди ҡарар. Ә айырылышыу тураһында Изге Яҙмала нимә әйтелә? Айырылышырға рөхсәт иткән берҙән-бер сәбәп — ирҙең йә ҡатындың хыянат итеүе, йәғни никахтан тыш енси мөнәсәбәткә инеүе (Матфей 19:9).

АЛЛА АТАЙ-ӘСӘЙҘӘРҘӘН НИМӘ ТАЛАП ИТӘ?

Ғайса ғаиләнең һәр ағзаһына яҡшы өлгө булып тора

11. Балалар барыһынан да бигерәк нимәгә мохтаж?

11 Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙ менән мөмкин тиклем күберәк ваҡыт үткәрегеҙ. Балалар быға бик мохтаж. Ә иң мөһиме, уларға Йәһүә тураһында белем бирегеҙ. Балалар барыһынан да бигерәк тап шуға мохтаж (Ҡанун 6:4—9).

12. Атай-әсәйҙәр, балаларын яҡлар өсөн, нимә эшләргә тейеш?

12 Иблис донъяһында яуыз кешеләр артҡандан-арта бара. Балағыҙға зыян килтерергә теләгән кешеләр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер балалар енси көсләүгә дусар була. Атай-әсәйҙәргә балалары менән ундай темаларға һөйләшеү ауыр булырға мөмкин. Әммә улар үҙ балаларын шундай кешеләр хаҡында иҫкәртеп торорға һәм үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклегенә өйрәтергә тейеш. Атай-әсәйҙәр, һеҙ балаларығыҙҙы яҡларға бурыслы * (1 Петр 5:8).

13. Атай-әсәйҙәр балаларын нисек тәрбиәләргә тейеш?

13 Баланы тәрбиәле итеп үҫтереү — атай-әсәйҙәрҙең бурысы. Улар быны нисек үтәй ала? Бала тәрбиәгә мохтаж, ләкин уның менән тупаҫ һәм ҡаты бәғерле булырға ярамай (Иремия 30:11). Балағыҙҙы бер ҡасан да асыуығыҙ килгән саҡта төҙәтмәгеҙ. Шундай саҡтарҙа һүҙҙәрегеҙ баланы «ҡылыстай» яраларға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Балағыҙға ул һеҙгә ни өсөн тыңлаусан булырға тейеш икәнен аңлатығыҙ. (Ефестарға 6:4; Еврейҙарға 12:9—11; 30-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)

АЛЛА БАЛАЛАРҘАН НИМӘ ТАЛАП ИТӘ?

14, 15. Ни өсөн бала ата-әсәһенә тыңлаусан булырға тейеш?

14 Ғайса һәр ваҡыт, хатта буйһоноу ауыр булғанда ла, Атаһын тыңлаған (Лука 22:42; Яхъя 8:28, 29). Йәһүә балаларҙың атай-әсәйҙәренә тыңлаусан булыуын теләй (Ефестарға 6:1—3).

15 Балалар, тыңлау еңел булмағанда ла атай-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ. Шулай итеп һеҙ уларҙы ла, Йәһүәне лә ҡыуандырырһығыҙ * (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; 6:20; 23:22—25).

Баланы берәй насар эшкә ҡотортһалар, уға Аллаға тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

16. а) Иблис йәштәрҙе насар эштәргә нисек ҡоторторға мөмкин? б) Ни өсөн дуҫтарҙы Йәһүәне яратҡан кешеләр араһынан эҙләү мөһим?

16 Иблис дуҫтарҙың тәьҫире ни ҡәҙәр көслө икәнен белә. Шуға күрә ул дуҫтар йә таныштар аша беҙҙе насар эштәргә ҡоторторға мөмкин. Яҡуптың ҡыҙы Динәне иҫкә төшөрөгөҙ. Йәһүәне яратмаған кешеләр менән дуҫлашыуы уның үҙенә лә, ғаиләһенә лә бик күп ҡайғы килтергән (Башланмыш 34:1, 2). Йәһүәне яратмаған дуҫтарығыҙ булһа, улар һеҙҙе Йәһүә нәфрәт иткәнде эшләргә этәрергә мөмкин. Ә был, үҙ сиратында, үҙегеҙгә лә, туғандарығыҙға ла, Аллаға ла әрнеү килтерәсәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:21, 25). Бына ни өсөн дуҫтарҙы Йәһүәне яратҡан кешеләр араһынан эҙләү мөһим (1 Коринфтарға 15:33).

ҒАИЛӘГЕҘ БӘХЕТЛЕ БУЛА АЛА

17. Йәһүә ғаиләнең һәр ағзаһынан нимә көтә?

17 Ғаилә ағзалары Алла биргән күрһәтмәләр буйынса эш итһә, күп ауырлыҡтарҙан ҡаса ала. Ирҙәр, ҡатынығыҙҙы яратығыҙ һәм игелек менән эш итегеҙ. Ҡатындар, ирегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, уға буйһоноғоҙ һәм Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31-ҙә тасуирланған ҡатындан үрнәк алығыҙ. Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6). Атайҙар, ғаиләгеҙ менән «оҫта идара» итегеҙ (1 Тимофейға 3:4, 5; 5:8). Балалар, атай-әсәйегеҙгә тыңлаусан булығыҙ (Колосстарға 3:20). Ғаиләлә һәр кем яңылышырға мөмкин, шуға күрә юл ҡуйыусан булығыҙ һәм ғәфү үтенә белегеҙ. Эйе, Изге Яҙмала ғаиләнең һәр ағзаһына ҡағылышлы Йәһүә биргән күрһәтмәләр бар.

^ 12 абз. Баланы яҡлау хаҡында «Бөйөк Остаздан өйрән» тигән китаптың 32-се бүлегенән күберәк белергә була. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған.

^ 15 абз. Ата-әсәһе балаға Алла хупламағанды эшләргә ҡушһа, бала уларға буйһонорға бурыслы түгел (Ғәмәлдәр 5:29).