Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Аллаға бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?

Аллаға бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?

1. Был китапты ентекләп өйрәнгәндән һуң һеҙҙең ниндәй һорау тыуырға мөмкин?

БЫЛ китапты өйрәнгәндә һеҙ Изге Яҙманан күп нимә, мәҫәлән, мәңгелек тормош һәм терелтеү хаҡында, шулай уҡ, кеше үлгәс, уның менән нимә була икәнен белдегеҙ (Вәғәзсе 9:5; Яхъя 5:28, 29; Асылыш 21:3, 4). Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп, һеҙ уларҙың Аллаға дөрөҫ табыныуын күрҙегеҙ (Яхъя 13:35). Йәһүә менән дуҫлығығыҙ ҙа нығына барҙы, һәм уға хеҙмәт итеү теләге тыуҙы. Был һүҙҙәр һеҙҙең хаҡта булһа, һеҙ: «Хәҙер мин нимә эшләргә тейешмен?» — тип уйлайһығыҙҙыр.

2. Ни өсөн бер хәбәш кешеһе һыуға сумдырылырға булған?

2 Ғайса көндәрендә йәшәгән бер хәбәш кешеһен дә был һорау ҡыҙыҡһындырған. Ғайсаның терелтелеүенән бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, Филипп исемле бер шәкерт шул хәбәш кешеһенә вәғәзләй башлаған. Филипп уға Ғайсаның ысындан да Мәсих булыуын аңлатып биргән. Был һүҙҙәр хәбәш кешеһенең йөрәгенә шул тиклем үтеп ингән, ул шунда уҡ: «Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай?» — тип һораған (Ғәмәлдәр 8:26—36).

3. а) Ғайса үҙ шәкерттәренә нимә эшләргә ҡушҡан? б) Аллаға хеҙмәт итергә теләүсе нисек һыуға сумдырылырға тейеш?

3 Изге Яҙма өйрәтеүенсә, Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләһәгеҙ, һеҙ һыуға сумдырылырға тейеш. Ғайса үҙ шәкерттәренә: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... һыуға сумдырығыҙ», — тип ҡушҡан (Матфей 28:19). Ғайса үҙе лә һыуға сумдырылып беҙгә өлгө ҡалдырған. Бөгөн ҡайһы бер диндәрҙә кеше һыуға сумдырыу йолаһын үтәгәндә, уның башына һыу һибәләр йә ҡоялар. Әммә Ғайса тулыһынса һыуға сумдырылған булған (Матфей 3:16). Шуға күрә кеше Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләһә, тулыһынса һыуға сумдырылырға тейеш.

4. Һыуға сумдырылып, кеше башҡаларға нимә күрһәтә?

4 Һыуға сумдырылып, һеҙ башҡаларға Алланың дуҫы булырға һәм уға хеҙмәт итергә теләүегеҙҙе күрһәтәһегеҙ (Зәбур 40:7, 8). Ә һыуға сумдырылыр алдынан нимә эшләргә кәрәк?

БЕЛЕМ ҺӘМ ИМАН

5. а) Һыуға сумдырылыу алдынан иң тәүҙә нимә эшләргә кәрәк? б) Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә кәрәк?

5 Һыуға сумдырылыр алдынан Йәһүә һәм Ғайса тураһында белем алырға кәрәк. Изге Яҙманы өйрәнеп, һеҙ быны инде эшләй башлағанһығыҙ. (Яхъя 17:3-тө уҡығыҙ.) Әммә был ғына етмәй. Изге Яҙма беҙҙе «Алла ихтыярын тулыһынса танып беле[ргә]» өндәй (Колосстарға 1:9). Был йәһәттән һеҙгә Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙары ярҙам итер. Осрашыуҙарға йөрөп, һеҙ Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытырһығыҙ. Бына ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына даими рәүештә йөрөү бик мөһим (Еврейҙарға 10:24, 25).

Һыуға сумдырылыр алдынан Изге Яҙманан белем алырға кәрәк

6. Һыуға сумдырылыр өсөн Изге Яҙма хаҡында белемебеҙ ни тиклем күп булырға тейеш?

6 Әлбиттә, Йәһүә беҙҙән һыуға сумдырылыу алдынан Изге Яҙманы яттан белеүебеҙҙе талап итмәй. Һыуға сумдырылырға теләгән хәбәштән дә ул быны көтмәгән (Ғәмәлдәр 8:30, 31). Бынан тыш, беҙ мәңгелек тормош дауамында Алла тураһында белем алырбыҙ (Вәғәзсе 3:11). Шулай ҙа, һыуға сумдырылыр өсөн, Изге Яҙманың төп хәҡиҡәттәрен белергә һәм уларҙы ҡабул итергә кәрәк (Еврейҙарға 5:12).

7. Изге Яҙманы өйрәнеү һеҙгә нисек ярҙам итте?

7 Изге Яҙмала: «Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай», — тип яҙылған (Еврейҙарға 11:6). Шуға күрә һыуға сумдырылғанға тиклем үк һеҙгә иман үҫтерергә кәрәк. Инжилдә, боронғо Коринф ҡалаһында йәшәүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре, Ғайса шәкерттәренең өйрәтеүҙәрен ишетеп, «иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте», тиелә (Ғәмәлдәр 18:8). Һеҙ ҙә, Изге Яҙманы өйрәнеү ярҙамында, Алланың вәғәҙәләренә һәм Ғайсаның ҡорбаны беҙҙе гонаһ менән үлемдән ҡотҡара алыуына иман итә башланығыҙ (Ешуа 23:14; Ғәмәлдәр 4:12; 2 Тимофейға 3:16, 17).

ХӘҠИҠӘТ ХАҠЫНДА БАШҠАЛАРҒА ҺӨЙЛӘГЕҘ

8. Белгәнебеҙҙе башҡаларға һөйләргә беҙҙе нимә дәртләндерә?

8 Изге Яҙманан яңынан-яңы белем алған һайын һәм уларҙың тормошта ярҙам итеүен күргән һайын, иманығыҙ нығый барыр. Белгәнегеҙҙе башҡаларға һөйләргә теләк тә үҫер (Иремия 20:9; 2 Коринфтарға 4:13). Әммә кемгә һөйләргә?

Иманығыҙ белгәнегеҙҙе башҡаларға һөйләргә дәртләндерер

9, 10. а) Һеҙ кем менән белгәндәрегеҙҙе уртаҡлаша алаһығыҙ? б) Йыйылыш менән бергә вәғәзләргә теләһәгеҙ, һеҙгә нимә эшләргә кәрәк?

9 Һеҙ белгәндәрегеҙҙе, бәлки, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға, күршеләргә йә бергә эшләгән кешеләргә һөйләргә теләрһегеҙ. Был маҡтауға лайыҡ, әммә быны һәр ваҡыт ипле, яғымлы итеп эшләргә тырышығыҙ. Ваҡыт уҙыу менән һеҙ йыйылыш менән бергә вәғәзләй алырһығыҙ. Бындай теләк тыуһа, был хаҡта үҙегеҙ менән Изге Яҙманы өйрәнгән Йәһүә шаһитына әйтегеҙ. Ул һеҙҙең әҙер булыуығыҙҙы күрһә һәм һеҙ Изге Яҙманың нормалары буйынса йәшәгән булһағыҙ, ул һеҙҙең менән бергә йыйылыштың ике өлкәне менән осрашырға һөйләшер.

10 Өлкәндәр һеҙҙең менән ниндәй маҡсат менән осрашыр? Улар һеҙҙең Изге Яҙманың төп хәҡиҡәттәрен аңлауығыҙҙы, уларға ышаныуығыҙҙы, улар буйынса йәшәүегеҙҙе һәм Йәһүә шаһиты булырға теләүегеҙҙе күрергә теләй. Өлкәндәрҙең йыйылыш ағзалары хаҡында, шул иҫәптән һеҙҙең турала, ҡайғыртыуын иҫтә тотоғоҙ һәм улар менән осрашып һөйләшергә ҡурҡмағыҙ (Ғәмәлдәр 20:28; 1 Петр 5:2, 3). Был осрашыуҙан һуң өлкәндәр, һеҙ йыйылыш менән вәғәзләй башлай алаһығыҙмы, юҡмы икәнен әйтер.

11. Ни өсөн йыйылыш менән бергә вәғәзләй башлар алдынан тормошта кәрәкле үҙгәрештәр яһарға кәрәк?

11 Өлкәндәр һеҙгә, бәлки, йыйылыш менән бергә вәғәзләй башлар алдынан тормошоғоҙҙа тағы үҙгәрештәр яһарға кәрәк, тип әйтер. Ни өсөн был үҙгәрештәрҙе яһау мөһим? Беҙ башҡаларға Алла хаҡында һөйләгәндә, кешеләр беҙҙе уның вәкилдәре итеп күрә, шуға күрә беҙ тормошобоҙ менән Йәһүәне данларға тейеш (1 Коринфтарға 6:9, 10; Галаттарға 5:19—21).

ТӘҮБӘ ИТЕҮ ҺӘМ АЛЛАҒА ТАБАН БОРОЛОУ

12. Ни өсөн бөтә кешеләргә лә тәүбә итергә кәрәк?

12 Һыуға сумдырылыр алдынан тағы бер мөһим аҙым яһарға кәрәк. Илсе Петр былай тигән: «Гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ» (Ғәмәлдәр 3:19). Тәүбә итеү нимәне аңлата? Был элек эшләгән яңылыш эштәр өсөн тәрән үкенеүҙе аңлата. Мәҫәлән, әгәр кеше әхлаҡһыҙ тормош алып барған булһа, уға тәүбә итергә кәрәк. Әммә ғүмер буйы тик яҡшыһын ғына эшләргә тырышып йәшәгән булһаҡ та, тәүбә итергә кәрәк, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы һәм Алланың кисереүенә мохтаж (Римдарға 3:23; 5:12).

13. «Аллаға табан боролоу» нимәне аңлата?

13 Элек ҡылған эштәр өсөн үкенеү генә етерлекме? Юҡ. Петр шулай уҡ: «Аллаға табан боролоғоҙ», — тигән. Был һүҙҙәр, элек дөрөҫ булмаған тормош рәүешен ҡалдырып, яңыса йәшәй башларға кәрәк тигәнде аңлата. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, һеҙ тәүге тапҡыр ниндәйҙер бер ҡалаға барырға сыҡтығыҙ, ти. Бара торғас, яңылыш йүнәлештә барыуығыҙҙы абайлап ҡалаһығыҙ. Нимә эшләрһегеҙ? Һис шикһеҙ, һеҙ тиҙлекте кәметерһегеҙ, туҡтарһығыҙ, боролорһоғоҙ һәм дөрөҫ йүнәлештә китерһегеҙ. Шуның кеүек үк, Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, тормошоғоҙҙа нимәнелер үҙгәртергә кәрәклеген абайлап ҡалыуығыҙ ихтимал. «Боролорға», йәғни үҙгәрештәр яһап дөрөҫ эштәр ҡыла башларға һеҙ әҙерһегеҙме?

АЛЛАҒА БАҒЫШЛАНЫУ

Йәһүәгә, һиңә хеҙмәт итәсәкмен, тигән вәғәҙә бирҙегеҙме?

14. Аллаға бағышланыу нимә ул?

14 Һыуға сумдырылыр алдынан яһалырға тейешле тағы бер мөһим аҙым — ул үҙеңде Йәһүәгә бағышлау. Үҙебеҙҙе Йәһүәгә бағышлағанда, беҙ доғала, тик уға ғына табынырбыҙ һәм уның ихтыярын үтәү тормошобоҙҙа иң мөһиме булыр, тигән вәғәҙә бирәбеҙ (Лука 4:8).

15, 16. Кешене үҙен Аллаға бағышларға нимә дәртләндерә?

15 Был вәғәҙә үҙең яратҡан кешегә, һинең менән генә ғүмер итермен, тигән вәғәҙәгә оҡшаш. Ҡыҙ менән осрашып йөрөгән егетте күҙ алдына килтерәйек. Ҡыҙҙы яҡшыраҡ белгән һайын егеттең мөхәббәте үҫә бара, һәм ул өйләнергә була. Был бик етди аҙым, әммә егет үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға әҙер, сөнки ҡыҙҙы бик ярата.

16 Йәһүә менән яҡшыраҡ танышҡан һайын, уны яратыуығыҙ ҙа көсәйә барыр, һәм һеҙ уға ысын күңелдән хеҙмәт итергә теләрһегеҙ. Был һеҙҙе доға ҡылып, Йәһүә, һиңә генә хеҙмәт итермен, тип вәғәҙә бирергә дәртләндерер. Инжилдә, Ғайса артынан эйәрергә теләгән һәр кеше «үҙ-үҙенән ваз кис[ергә]» тейеш, тиелгән (Марк 8:34). Был нимәне аңлата? Был Йәһүәгә тыңлаусан булыуҙы тормошта иң беренсе урынға ҡуйыуҙы аңлата. Йәһүә ихтыяры теләктәребеҙҙән һәм маҡсаттарыбыҙҙан күпкә мөһимерәк. (1 Петр 4:2-не уҡығыҙ.)

ЯУАПЛЫЛЫҠТАН ҠУРҠМАҒЫҘ

17. Ни сәбәптән ҡайһы берәүҙәр Йәһүәгә үҙен бағышламай?

17 Ҡайһы берәүҙәр, вәғәҙәмде үтәй алмам, тип ҡурҡып, Йәһүәгә бағышланмай. Улар Йәһүәнең ышанысын аҡлай алмам, тип борсола. Ә кемдер, Йәһүәгә бағышланмаһам, уның алдында яуап тоторға тура килмәҫ, тип уйлай.

18. Яуаплылыҡтан ҡурҡыуҙы еңергә нимә ярҙам итер?

18 Йәһүәне яратыу яуаплылыҡтан ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә. Сөнки уны яратһағыҙ, вәғәҙәгеҙҙә ныҡ торор өсөн, көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләрһегеҙ (Вәғәзсе 5:4; Колосстарға 1:10). Йәһүәнең ихтыярын үтәү һеҙгә ауыр булып күренмәҫ. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел» (1 Яхъя 5:3).

19. Ни өсөн үҙебеҙҙе Йәһүәгә бағышларға ҡурҡырға кәрәкмәй?

19 Йәһүәгә бағышланыр өсөн, камил булыу талап ителмәй. Ул беҙ булдыра алмағанды көтмәй (Зәбур 103:14). Ул беҙгә дөрөҫ эштәр ҡылырға ярҙам итәсәк (Ишағыя 41:10). Изге Яҙма беҙҙе: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян... Һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер», — тип саҡыра (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6).

ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ

20. Йәһүәгә бағышланыуҙан һуң нимә эшләргә кәрәк?

20 Әгәр һеҙ Йәһүәгә бағышланғанһығыҙ икән, киләһе аҙым — һыуға сумдырылыу.

21, 22. Һеҙ башҡаларға Аллаға хеҙмәт итергә теләүегеҙ хаҡында нисек иғлан итә алаһығыҙ?

21 Өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторына үҙегеҙҙең Йәһүәгә инде бағышланыуығыҙ һәм һыуға сумдырылырға теләүегеҙ хаҡында әйтегеҙ. Ул иһә ҡайһы бер өлкәндәрҙе һеҙҙең менән бергә Изге Яҙманың төп тәғлимәттәрен ҡарап сығырға һорар. Әгәр улар һеҙҙең әҙер икәнегеҙҙе күрһә, Йәһүә шаһиттарының киләһе конгресында һыуға сумдырыла алыуығыҙ хаҡында әйтер. Конгреста һыуға сумдырылыуҙың мәғәнәһен асыҡлаған телмәр яңғырар. Телмәр менән сығыш яһаған ҡәрҙәш һыуға сумдырылырға йыйынғандарға ике ябай һорау бирер. «Эйе» тип яуап биреп, һеҙ үҙегеҙҙең Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләүегеҙҙе кешеләр алдында иғлан итерһегеҙ (Римдарға 10:10).

22 Шунан һуң инде һеҙ һыуға сумдырылырға әҙер булырһығыҙ. Һеҙҙе тулыһынса һыуға сумдырып алырҙар. Һыуға сумдырылыуығыҙ барыһына ла һеҙҙең Йәһүәгә бағышланғанығыҙҙы һәм Йәһүә шаһиты булып киткәнегеҙҙе күрһәтер.

ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУҘЫҢ МӘҒӘНӘҺЕ

23. «Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән» һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?

23 Ғайса, шәкерттәрем «Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән» һыуға сумдырылырға тейеш, тигән. (Матфей 28:19-ҙы уҡығыҙ.) Был нимәне аңлата? Был Йәһүәнең хакимлығын таныуыбыҙҙы, Ғайсаның Алла ниәтендәге ролен аңлауыбыҙҙы һәм Йәһүәнең үҙ ихтыярын үтәр өсөн изге рухын ҡулланыуын таныуыбыҙҙы аңлата (Зәбур 83:18; Матфей 28:18; Галаттарға 5:22, 23; 2 Петр 1:21).

Һыуға сумдырылыу Йәһүәнең ихтыярын үтәргә теләүегеҙҙе күрһәтә

24, 25. а) Һыуға сумдырылыуҙың мәғәнәһе нимәлә? б) Һуңғы бүлектә нимә ҡараласаҡ?

24 Һыуға сумдырылыуҙың мәғәнәһе бик тәрән. Һыуға тулыһынса сумып, кеше быға тиклем алып барған тормош өсөн үлеүен, йәғни насар эштәрҙән баш тартыуын күрһәтә, ә һыуҙан сыҡҡанда ул яңы тормош өсөн тыуыуын, йәғни Алла ихтыярын үтәп йәшәй башлауын белгертә. Шул мәлдән кеше Йәһүәгә хеҙмәт итә башлай. Иҫтә тотоғоҙ, һеҙ тормошоғоҙҙо берәй эшкә, кешегә йә ойошмаға түгел, ә Йәһүәгә бағышлайһығыҙ.

25 Бағышланыу Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытырға ярҙам итер (Зәбур 25:14). Әммә һыуға сумдырылыу кеше мотлаҡ ҡотҡарыласаҡ тигәнде аңлатмай әле. Илсе Павел: «Үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ», — тип яҙған (Филиптарға 2:12). Һыуға сумдырылыу — ул оҙон юлдың башы ғына. Улайһа, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн, нимә эшләргә? Был һорауға яуапты һуңғы бүлектән белербеҙ.