Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ҺОРАУ

Атай-әсәйем менән нисек уртаҡ тел табырға?

Атай-әсәйем менән нисек уртаҡ тел табырға?

НИ ӨСӨН БЫНЫ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?

Атай-әсәйең менән уртаҡ тел тапһаң, тормошоң күпкә йәмлерәк булыр.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

Бындай осраҡты күҙ алдыңа килтер: шаршамбы, кис. 17 йәшлек Роберт бөтә өй эштәрен тамамлаған. Хәҙер ял итһә лә була. Ул, телевизорҙы тоҡандырып, ниһайәт, яратҡан креслоһына шап итеп килеп ултыра.

Кинәт бүлмәгә атаһы килеп инә. Уның кәйефе юҡ:

— Роберт! Һин нишләп телевизор алдында ултыраһың әле? Кем ҡустыңа дәрес әҙерләргә ярҙам итер? Берәй ҡасан әйткәнде тыңлай башларһыңмы, юҡмы?

— Башланды... — тип мөңгөрләй Роберт, әммә атаһы быны ишетә.

— Нимә тинең, малай? — тип һорай атаһы, яҡыныраҡ килеп.

Роберт, күҙен аҡайтып һәм ауыр һулап:

— Бер нәмә лә, — тип яуап бирә.

Атаһының асыуы килә:

— Һин нисек атайың менән һөйләшәһең?

Роберт урынында булһаң, һин, бындай хәлгә эләкмәҫ өсөн, нимә эшләр инең?

ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!

Ата-әсәйең менән аралашыуҙы машина йөрөтөү менән сағыштырып була: юлыңда берәй кәртә осраһа, башҡа юлдар табып була.

МИҪАЛ:

«Миңә атайым менән аралашыу еңел түгел, — ти Ләлә исемле ҡыҙ. — Ҡайһы саҡта мин уға тырышып нимәлер хаҡында һөйләйем, ә ул минән: „Ғәфү ит, нимә тинең?“ — тип һорай».

ЛӘЛӘНЕҢ КӘМ ТИГӘНДӘ ӨС ВАРИАНТЫ БАР.

  1. Атаһына ҡысҡырырға.

    Ләлә: «Атай, был бит мөһим! Ни өсөн һин мине тыңламайһың?» — тип ҡысҡыра.

  2. Атаһы менән был турала ҡабат һөйләшмәҫкә.

    Ләлә атаһы менән үҙ проблемаһы тураһында һөйләшмәҫкә була.

  3. Уңайлыраҡ ваҡытты көтөргә.

    Ваҡыт үткәс, Ләлә атаһына проблемаһын яңынан һөйләргә йәки, хат яҙып, барыһын аңлатып бирергә була.

Һин Ләләгә ниндәй вариантты һайларға тәҡдим итер инең?

УЙЛАП АЛАЙЫҠ: Ләләнең атаһы уйға сумған, шуға күрә ҡыҙының борсолоуын абайламай. Шунлыҡтан Ләлә 1-се вариантты һайлаһа, был атаһына бер нисек тә тәьҫир итмәҫ, һәм ул ҡыҙының ни өсөн ҡысҡырыуын аңламаҫ. Икенсенән, ул атаһын хөрмәт итмәүен күрһәтер (Ефестарға 6:2). Һис шикһеҙ, был вариант бер кемгә лә файҙа килтермәйәсәк.

Ата-әсәйең менән аралашыуҙа ауырлыҡтар тыуһа, был әле көрсөккә килеп терәлеүеңде аңлатмай, һин башҡа юлдар ҙа таба алаһың

2-се вариант иң еңеле, әммә иң яҡшыһы түгел. Ни өсөн? Сөнки проблемаһын хәл итер өсөн, уға мотлаҡ рәүештә атаһы менән кәңәшләшеп алырға кәрәк. Атаһы иһә, уның проблемаһы менән танышһа ғына, ярҙам итә аласаҡ. Шуға күрә һөйләшмәү көрсөктән сығыу юлы түгел.

3-сө вариантты һайлаһа, Ләлә юлдағы кәртәгә көрсөк булып китергә бирмәйәсәк. Киреһенсә, ул уңайлы ваҡыт табып, атаһы менән һөйләшергә тырышыр. Ә хат яҙырға булһа, уға шунда уҡ еңелерәк булып китер.

Хат яҙыу Ләләгә проблемаһын асыҡ итеп аңлатырға ярҙам итер. Ә атаһы, хатты уҡып, ҡыҙының хәлен һәм нимә әйтергә теләгәнен яҡшыраҡ аңлаясаҡ. Шулай итеп, 3-сө вариант Ләләгә лә, атаһына ла файҙа килтерәсәк. Атаһы менән һөйләшеп йә уға хат яҙып, Ләлә Изге Яҙмалағы «именлеккә... ынтылайыҡ» тигән принцип буйынса эш итәсәк (Римдарға 14:19).

Ләләнең тағы ниндәй варианттары бар?

Үҙеңдең вариантыңды килтер һәм мөмкин булған һөҙөмтәләрҙе тураһында уйлан.

ҺҮҘҘӘРЕҢ ИКЕ МӘҒӘНӘЛЕ БУЛМАҺЫН

Шуны иҫтә тот: ҡайһы ваҡыт атай-әсәйең һин әйткәнде башҡаса аңларға мөмкин.

МИҪАЛ:

Атай-әсәйең һинән: «Ни өсөн кәйефең юҡ», — тип һорай. Ә һин: «Минең был турала һөйләшкем килмәй», — тип яуап бирәһең.

Ул саҡта ата-әсәйең һинең һүҙҙәреңде былай тип аңларға мөмкин: «Мин һеҙгә ышанмайым. Проблемаларым тураһында һеҙҙең менән һөйләшкәнсе, дуҫтарым менән һөйләшермен».

Күҙ алдыңа килтер: һинең ниндәйҙер ауырлыҡ тыуған, ата-әсәйең һиңә ярҙам тәҡдим итә. Һин: «Борсолмағыҙ, мин үҙем хәл итермен», — тиһең.

  • Атай-әсәйең һинең һүҙҙәреңде нисек аңлай?

  • Иң яҡшы яуап ниндәй булыр?